Фин-уғыр телдәре
Фин-уғыр телдәре (шулай уҡ уғыр-фин варианты осрай) — урал тел ғаиләһе составында тармаҡ барлыҡҡа килтергән туғандаш телдәрҙең төркөмө. Венгрия, Норвегия, Рәсәй, Финляндия, Швеция, Эстония һәм башҡа илдәрҙә таралған.
Фин-уғыр телдәре | |
Таксон |
тармаҡ |
---|---|
Тарихи тыуған иле | |
Ареал |
Венгрия, Норвегия, Рәсәй, Финляндия, Швеция, Эстония һәм башҡалар. |
Классификация | |
Категория | |
Состав | |
Бүленгән ваҡыты |
беҙҙең эраға тиклем 3 мең йыллыҡтың аҙағы[1] |
Процент совпадений |
34 % |
Телдәрҙең кодтары | |
ГОСТ 7.75–97 |
фиу 742 |
ISO 639-2 | |
ISO 639-5 | |
Өйрәнеү тарихы
үҙгәртергәУрал халыҡтары тәүге тапҡыр Боронғо Рим тарихсыһы Публий Корнелий Тациттың «Германия» тигән әҫәрендә телгә алына, бында Скандинавияның алыҫ төбәктәрендә йәшәүсе фенни халҡы (ғәҙәттә был халыҡты боронғо саамдар тип иҫәпләйҙәр) һәм күҙаллау буйынса ике фин-уғыр ҡәбиләләре тураһында хикәйәләнә.
XV быуат аҙағында Европа тикшеренеүселәре «Һунгария» (Венгрия) һәм «Югрия» (Уралдан көнсығышҡа табан урынлашҡан өлкә) атамаларының оҡшашлығын билдәләп үткәндәр. Улар бәйләнеште фаразлаған, әммә лингвистик дәлилдәрҙе тапмаған. 1671 йылда Швеция ғалимы Георг Шернъельм (1598—1672) саам (лапланд), фин һәм эстон телдәренең оҡшашлығын тасуирлаған, һәм шулай уҡ фин һәм мадьяр телдәрендә бер нисә оҡшаш һүҙҙәрҙе билдәләп үткән. Шул уҡ ваҡытта немец ғалимы Мартин Фогель фин, саам (лапланд) һәм мадьяр телдәре араһында бәйләнеш табырға маташҡан. Шулай итеп, был ике тикшеренеүсе тәүгеләрҙән булып аҙаҡ фин уғыр телдәре ғаиләһе тип аталған төшөнсәне өйрәнгәндәр.
1717 йылда швед профессоры Улоф кесе Рудбек (1660—1740) фин һәм мадьяр телдәре араһында 100-гә яҡын этимологик бәйләнештәрҙе тәҡдим иткән, шуларҙың яҡынса 40 хәҙерге ваҡытта дөрөҫ тип иҫәпләнә (Коллиндер, 1965). Шул уҡ йылда немец ғалимы Иоганн Георг фон Экхарт (уның хеҙмәте Лейбництың Collectanea Etymologica йыйынтығында баҫылған)тәүге тапҡыр самодий телдәре менән бәйләнеште фаразлаған.
Фин-уғыр ғаиләһен тәшкил иткән барлыҡ телдәр 1770 йылға ҡарай билдәле булған. Шулай ҙа тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре шунда уҡ танылыу алмаған. Айырым әйткәндә, мадьяр интеллигенцияһында мадьярҙарҙың төрки халыҡтары менән бәйләнеше булыуы тураһында теория таралған булған. 1799 йылда мадьяр ғалимы Шамуэль Дьярмати ул ваҡыт өсөн иң тулы булған фин-уғыр телдәренең тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләрен баҫтырған.
XIX быуат аҙағында мадьяр телсеһе Игнац Халас 1890-сы йылдарҙа фин-уғыр һәм самодий телдәре буйынса ҙур сағыштырма материалдарҙы баҫтырған. Уның хеҙмәттәре ошо телдәр араһында туғанлыҡты таныу өсөн нигеҙ булып торған.
1990-сы йылдарҙа тел белгестәре Калеви Виик, Янош Пустай һәм Аго Кюннап, шулай уҡ тарихсы Кюёсти Юлку боронғо фин телен беҙҙең эраға тиклем 10000 йыл менән билдәләп «урал телдәрен хәҙерге өйрәнеүҙә ныҡ алға китеүе» тураһында иғлан иткәндәр, әммә был теория ғәмәлдә фәнни йәмғиәттә хуплау тапмаған тиерлек.
Үҙенсәлектәре
үҙгәртергәБарлыҡ фин-уғыр телдәре дөйөм үҙенсәлектәргә һәм уртаҡ нигеҙле һүҙлек запасына эйә. Был үҙенсәлектәр гипотетик боронғо фин-уғыр теленән башланғыс алған. Ошо телдән яҡынса 200 төп һүҙҙәр тәҡдим ителгән, шул иҫәптән туғандаш мөнәсәбәттәрҙең, тән өлөшөтәренең, төп һандарҙың атамалары исемлеге төҙөлгән. Лайл Кэмпбелл буйынса был һүҙлек запасына балыҡ тотоуға ҡараған 55 һүҙ, һунар итеүгә — 33 һүҙ, боландарға — 12 һүҙ, үҫемлектәргә — 17 һүҙ, климатҡа — 18 һүҙ, технологияға — 31 һүҙ, кейемгә — 11 һүҙ, йәмғиәткә — 4 һүҙ, дингә — 11 һүҙ, сауҙаға — 3 һүҙ инә.
Фин-уғыр телдәренең күпселеге агглютинатив телдәренә ҡарай.
Күп кенә фин-уғыр телдәрендә «минең» йәки «һинең» һымаҡ эйәлек сифаттары һәм алмаштары бик һирәк ҡулланыла. Эйә булыу килеш үҙгәреше менән күрһәтелә. Флектив яғына ҡарай үҫешкән телдәрҙә эйә булыуҙы күрһәтеү өсөн эйәлек килешендәге шәхси алмаш ҡулланыла. Мәҫәлән, «минең этем» эстон телендә mu koer, фин һөйләү телендә mun koira, төньяҡ саам телендә mu beana (һүҙмә-һүҙ «эт мине») йәғни beatnagan (һүҙмә-һүҙ «эт-минеке»), коми телендә — менам пон (минең этем) йәғни менам понмӧй.
Башҡа телдәрҙә бының өсөн суффикстар, ҡайһы саҡта эйәлек килешендәге алмаш менән бергә, ҡулланыла: «минең этем» фин телендә minun koirani (һүҙмә-һүҙ «мине эт-минеке»), бында koira — эт. Шулай уҡ мари телендә мыйын пием, бында пий — эт. Мадьяр телендә төп килештәге алмаштар һүҙгә эйәлек суффиксы менән һүҙгә өҫтәлергә мөмкин. Мәҫәлән, «эт» — kutya, «минең этем» — az én kutyám (һүҙмә-һүҙ «(был) мин эт-минеке (этем)», az — билдәлелек артикле) йәғни a kutyám (һүҙмә-һүҙ «(был) эт-минеке» йәғни «этем»). Мадьяр телендә шулай уҡ үҙаллы эйәлек алмаштары бар: enyém (минең), tiéd (һинең) һәм башҡалар. Улар шулай уҡ килеш буйынса үҙгәрә ала, мәҫәлән, enyém (төп килеш), enyémet (төшөм килеш), enyémnek (төбәү килеш) һәм башҡалар. Был алмаштар исемле хәбәр ролендә ҡулланыла: Kié ez a kutya? («Был кемдең эте?») һорауына enyém kutya тип әйтеүе дөрөҫ булмаҫ ине, ошолай итеп яуап әйтергә мөмкин: Ez a kutya az enyém («Был эт — минеке») йәки Az enyém («Минең»).
Классификацияһы
үҙгәртергәФин-уғыр телдәре составында ғәҙәттә артабаны төркөмдәрҙе һәм телдәрҙе айырылар:
- Уғыр тармаҡсаһы
- мадьяр теле
- обь-уғыр төркөм (Көнбайыш Себерҙә)
- ханты теле (обь-остяк теле)
- манси теле (вогул теле), уларҙың һәр береһе күп һаны һөйләштәргә (бәлки, айырым телдәргә) бүленә.
- Фин-пермь тармаҡсаһы
- Пермь төркөмө
- удмурт теле
- коми теле, уның өс әҙәби варианты бар:
- Мари төркөмө
- тау мари теле (көнбайыш мари теле)
- төньяҡ-көнбайыш мари теле
- туғай-көнсығыш мари теле
- Мордва төркөмө
- мокша-мордва теле (мокша теле)
- эрзя-мордва теле (эрзя теле)
- фин-волга телдәре, уларҙың классификацияла урыны аныҡ түгел:
- муром теле †
- меря теле †
- мещера теле †
- Балтик буйы-фин төркөмө (фин төркөмө)
- Төньяҡ тармаҡсаһы
- Көнсығыш тармаҡсаһы
- Көньяҡ тармаҡсаһы
- водь теле
- төньяҡ эстон теле (эстон теле)
- көньяҡ эстон теле
- лив теле — төньяҡ-көнбайыш Латвия (Курземе)
- Саам төркөмө
- Көнбайыш саам кластеры
- көньяҡ саам теле — Норвегия һәм Швеция
- уме-саам теле (ууме) — Норвегия һәм Швеция
- луле-саам теле (лууле) — Норвегия һәм Швеция
- пите-саам теле (пите) — Норвегия һәм Швеция
- төньяҡ саам теле — Норвегия, Швеция һәм Финляндия
- Көнсығыш саам кластеры
- бабин саам теле (аккала) † — Рәсәй
- кеми-саам теле † — үҙәк Финляндия
- инари-саам теле — Финляндия
- йоканьга-саам теле (терск-саам) — Рәсәй
- кильдинск саам теле — Рәсәй
- колтта-саам теле (сколт, шул иҫәптән Рәсәйҙәге нотозерск диалектын индерә)
- Көнбайыш саам кластеры
- Пермь төркөмө
Һаманда юҡҡа сыҡҡан биарм теленең сығышы тамам асыҡланмаған, был телдә биарм (Биармия) халҡы аралашҡан, улар элек Төньяҡ Двина тамағында һәм Аҡ диңгеҙҙең көнсығыш яр буйында йәшәгән. Ҡайһы бер тел белгестәре, норвег сагаларының «биармдарҙың телдәре урман финдарының телдәренә оҡшаш» тигән мәғлүмәттәренә таянып, уны балтик буйы-фин төркөмөнә ҡарай тип иҫәпләй, башҡалары «Биармия» менән «Пермь» атамаларының оҡшашлығында нигеҙләнеп биарм телен пермь төркөмөнә индерә, йәғни бөтөнләй йыльяҙма биармдарын хәҙер йәшәгән коми-пермяктар менән тап килтерә. Һуңғы осорҙа фәндә фин-уғыр халыҡтары составында айырым төньяҡ-фин төркөмө тураһында фекер нығына башлаған, был төркөмгә Заволочье финдарын, шул иҫәптән биармдарҙы игдерәләр[2]).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Blažek, Václav. Uralic Migrations: The Linguistic Evidence
- ↑ Едовин А. Г. Заволочье в средневековой русской истории X—XIII вв. Диссертация на соискание степени кандидата исторических наук.— Архангельск, 2001.— Л.99.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Основы финно-угорского языкознания: Вопросы происхождения и развития финно-угорских языков. — М.: Наука, 1974. — 484 с.
- Историко-типологические исследования по финно-угорским языкам. / Отв. ред. Б. А. Серебренников. — М.: Наука, 1978.
- Напольских В. В. Введение в историческую уралистику. — Ижевск: УИИЯЛ, 1997. — ISBN 5-7691-0671-9
Һылтанмалар
үҙгәртергә- [ Уральские языки] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Электронные коллекции на финно-угорских языках
- Финно-Угорская Интернет-библиотека
- Цифровое обеспечение финно-угорских языков
Фин-уғыр телдәре Викимилектә | |
Фин-уғыр телдәре Викияңылыҡтарҙа |