Викидатала элемент юҡ

Назар — башҡорт ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Назар башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән. Уй, ҡараш, иғтибар; ярҙам, яҡшы ниәт[1]; үткер ҡарашлы мәғәнәләрен аңлата[2]. Башҡорт телендәге бай, ҡол һүҙҙәре ҡушылып, Назарбай, Назарғол исемдәрен барлыҡҡа килтерә.

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Назар Нәжми (тулы исеме — Хәбибназар Нәжметдин улы Нәжметдинов, 5 февраль 1918 йыл — 6 сентябрь 1999 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (1993), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының VI һәм VII саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР‑ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы (1982), БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1972) лауреаты. Октябрь Революцияһы (1978), I (1985) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы (1945), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955, 1968), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм "Почёт Билдәһе" (1999) ордендары кавалеры.

Хәсән Назар (Назаров Хәсән Мөҙәрис улы) (15 ғинуар 1942 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2017). Журналист-публицист һәм тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2000), Рәми Ғарипов (2007) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премиялар лауреаты (2007).

Фамилияла

үҙгәртергә

Нурсолта́н Әбеш улы Назарбаев(ҡаҙ.   Нұрсұлтан Әбішұлы Назарбаев; 6 июль 1940 йыл) — дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән, Ҡаҙағстан Республикаһының беренсе президенты. Ҡаҙаҡ ССР-ы Министрҙар Советы рәйесе (19841989) һәм президенты (19901991); Ҡаҙаҡ ССР-ы Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының 1-се секретары (1989—1991). «Илбашы» (ҡаҙ. Елбасы) рәсми титулына эйә. 2015 йылдың апрелендә бишенсе тапҡыр президент итеп һайлана. 2019 йылдың 19 мартында үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырҙы[3].

Назаров Рәшит Сәйетбаттал улы (1 ноябрь 1944 йыл — 14 октябрь 2006 йыл) — шағир. 1993 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2004), Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы (1996) лауреаты.

 
Вафаты алдынан, дауаханала ятҡан саҡта

.

Назаров Андрей Геннадьевич (28 апрель 1970 йыл) — дәүләт хеҙмәткәре, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим. Башҡортостан Премьер-министры (2020 йылдың 17 сентябренән). Рәсәй Федерацияһының 5-се саҡырылыш Федераль Йыйылышы депутат Дәүләт Думаһының депутаты (20072011). Сәйәси фәндәр кандидаты (2006).

Назарғәлиев Мөхтәр Бәхтиғәни улы (10 апрель 1930 йыл — 27 май 1990 йыл) — совет нефтсеһе, Ләнтор нефть ятҡылығын асыусы һәм Ләнтор ҡалаһына нигеҙ һалыусы.

Назаров Павел Степанович (1890, Ырымбур — 1942, Йоханнесбург, Трансвааль — Рәсәй геологы һәм яҙыусыһы, Граждандар һуғышында аҡтар яғында ҡатнашыусы һәм Урта Азияла большевиктар хакимлығын ҡолатыу маҡсатын ҡуйған Төркөстан хәрби ойошмаһы хәрәкәте лидерҙарының береһе.

Кла́вдия Ива́новна Наза́рова (1920 йылдың 1 октябре — 1942 йылдың 12 декабре) — Советтар Союзы Геройы, Псков өлкәһе Остров ҡалаһында йәшерен комсомол ойошмаһына нигеҙ һалыусы һәм уның етәксеһе.

Назарбаева Сара Алпыс ҡыҙы(ҡаҙ. Сара Алпыс кызы Назарбаева;12 февраль 1941 йыл) — Ҡаҙағстандың беренсе президенты Нурсолтан Назарбаевтың ҡатыны.

Назар (рус. Назарово) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл.

Назаркин (рус. Назаркино) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Назаровка — Рәсәй йылғаһы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ