Татар Ямалы
Татар Ямалы — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Татар Ямалы ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Ауыл | |
Татар Ямалы татар. Татар Ямалы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
398 человек (2008) |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423753 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
География
үҙгәртергәАуыл Ямалы күле һәм Ағиҙел буйында, Аҡтаныш ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
үҙгәртергәЯмалы (Моншино, Татар Ямалы) — гәрәй ырыуы башҡорттарының ауылы. XVII быуатта нигеҙләнгән[1]. 1896 йылда ауылда йәшәүсе мариҙар бүленеп сығып яңы ауылға нигеҙ һала, урыҫ телендә ул Черемисские Ямалы[2] тигән исемде йөрөтә, ә төп ауыл — Татарские Ямалы[3] тип атала башлай. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Гәрәй улусы Таҡталасыҡ түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Шәрип улусы составына керә.
ХХ быуат башында мәсет (1808 йылдан билдәле), икмәк магазины, бакалея кибете теркәлгән[1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда ир енесле 87 башҡорт; 1816 йылда — 139 башҡорт, 45 типтәр; 1834 йылда — 162 башҡорт, 35 типтәр; 1859 йылда — 156 башҡорт; 1870 йылда — 320 башҡорт, 66 мари; 1912 йылда — 625 аҫаба башҡорт (Чирмес Ямалыһында — 76 керҙәш татар) йәшәй[4].
1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
355 | 386 | 424 | 484 | 575 | 593 | 624 | 425 | 577 | 381 | 516 | 516 | 435 | 408 | 398 |
Инфраструктура
үҙгәртергәИгенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Татарская энциклопедия.
- ↑ Мариҙар ул осороҙағы рус сығанаҡтарында черемис тип йөрөтөлгән.
- ↑ Төрки халыҡтар ул осороҙағы рус сығанаҡтарында татар тип йөрөтөлгән.
- ↑ Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 495—497. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.