Әжәкүл
Әжәкүл — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы. Аҡтанышбаш ауыл биләмәһе составына керә.
Ауыл | |
Әжәкүл татар. Әҗәкүл | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
География
үҙгәртергәАуыл Ағиҙел буйында пристань булып тора, ул Аҡтаныш ауылынан төньяҡ-көнбайыштараҡ 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1]. Ауыл эргәһендә Әжәкүл күле урынлашҡан.
Тарих
үҙгәртергәӘжәкүл — гәрә ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1722 йылдан билдәле[1]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Гәрәй улусына ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл башта Шәрип, ә артабан Таҡталасыҡ улусы составына керә.
Ауыл мәсете тураһындағы тәүге мәғлүмәт 1831 йылға ҡарай, 1870 йылда уның ҡарамағында мәктәп теркәлә. ХХ быуат башында земство мәктәбе эшләй[1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[1].
Коллективизация осоронда «Урал» колхозы ойошторола, 1958 ул «Үҙәк» колхозына ҡушыла.
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда — 225 йән башҡорт һәм 6 йән типтәр; 1816 йылда — 305 йән башҡорт; 1834 йылда — 363 йән башҡорт (уларҙың 6-һы — ике ҡатынлы, 1-һе — өс ҡатынлы); 1848 йылда — 351 йән башҡорт; 1859 йылда — 404 башҡорт; 1912 йылда — 580 башҡорт йәшәй[2].
1795 | 1859 | 1870 | 1884 | 1906 | 1913 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
231 | 409 | 443 | 441 | 411 | 580 | 590 | 934 | 538 | 446 | 323 | 303 | 359 | 373 |
Инфраструктура
үҙгәртергәИгенселек, малсылыҡ үҫешкән, комбикорм заводы эшләй. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].