Иҫке ТеләкәйРәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Теләкәй ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Ауыл
Иҫке Теләкәй
татар. Иске Теләкәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Аҡтаныш

Ауыл биләмәһе

Теләкәй

Координаталар

55°42′ с. ш. 53°51′ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1724 йыл[1]

Халҡы

428 человек (2008)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423749 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

922 058 770 01 

Код ОКТМО

92 605 477 101

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Иҫке Теләкәй (Рәсәй)
Иҫке Теләкәй
Иҫке Теләкәй
Иҫке Теләкәй (Татарстан)
Иҫке Теләкәй

География

үҙгәртергә

Ауыл Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көнбайышҡа табан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Иҫке Теләкәй — гәрәй ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1724 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Гәрәй улусы Таҡталасыҡ түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Шәрип (һуңыраҡ - Таҡталасыҡ) улусы составына керә.

1870 йылда мәсет (1811 йылдан билдәле), мәктәп, ике һыу тирмәне эшләгән[1]. 1905 йылда 2 тирмән, бакалея кибете, хужалыҡ магазины, мәсет теркәлгән[2].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[1].

1795 йылда ир енесле 80 башҡорт; 1816 йылда — 270 башҡорт; 1834 йылда — 379 башҡорт; 1848 йылда — 418 башҡорт; 1870 йылда — 373 башҡорт; 1912 йылда — 630 башҡорт йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
185918701884189719061913192019261938195819701979198920022008
3243734005054756306256491080607668599466418428

Инфраструктура

үҙгәртергә

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 2,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 423—426. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.