Иҫке Балтас (Татарстан)
Иске Балтач[3] (Иҫке Балтас[4]; татар. Иске Балтач, рус. Старое Балтачево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.
Иҫке Балтас | |
Дәүләт |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Старокурмашевское сельское поселение[d][1] |
Халыҡ һаны |
6 кеше (1762)[2], 66 кеше (1795)[2], 104 кеше (1816)[2], 163 кеше (1834)[2], 220 кеше (1848)[2], 136 кеше (1859)[2], 490 кеше (1870)[2], 405 кеше (1905)[2], 451 кеше (1912)[2] |
Почта индексы | 423733 |
География
үҙгәртергәАуыл Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көнбайышҡа табан 22 км алыҫлыҡта урынлашҡан[5].
Тарих
үҙгәртергәАуылға гәрә ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Тәүге тапҡыр 1732 йылда телгә алына[4]. Ауыл Гәрәй улусының Әжәҡул түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Шәрип улусы, ә артабан Таҡталасыҡ улусы составына керә[6].
Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[5].
1870 йылда ауылда мәсет (1808 йылдан билдәле), мәктәп, 3 тирмән (шул иҫәптән 1 ел тирмәне) теркәлгән[6].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[5].
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда ауылда 66 аҫаба башҡорт, 1816 йылда — 104 башҡорт, 1834 йылда — 163 башҡорт, 1848 йылда — 183 башҡорт һәм 37 типтәр иҫәпләнгән. 1902 йылда 72 ихатала — 200 йән ир затлы аҫаба башҡорт, 1912 йылда 82 ихатала — 451 аҫаба башҡорт йәшәй[6].
1795 | 1834 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
70 | 163 | 471 | 321 | 371 | 405 | 451 | 454 | 493 | 473 | 271 | 294 | 325 | 248 | 146 | 135 | 130 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 2,8 улы Ә. Ә. З. Аулы мензелинских башкир — Китап.
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 383. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Иҫке Балтас (Татарстан) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Татарская энциклопедия.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 293—296. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.