Уразай (Аҡтаныш районы)
Уразай — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Уразай ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Ауыл | |
Уразай татар. Уразай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
406 человек (2010) |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423330 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
География үҙгәртергә
Ауыл Ағиҙел йылғаһынан 3 км, Аҡтаныш ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих үҙгәртергә
Уразай (Иҫке Ураҙай) — гәрәй ырыуы башҡорттарының ауылы. 1674 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Гәрәй улусы Әжәкүл түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Шәрип улусы составына керә.
XX быуат башында 2 мәсет, мәктәп, икмәк магазины, 2 ел тирмәне (1870 йылда — 5), бакалея кибете теркәлгән[2][1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Халҡы үҙгәртергә
1795 йылда ир енесле 119 башҡорт; 1834 йылда — 412 башҡорт; 1859 йылда — 625 башҡорт; 1870 йылда — 518 башҡорт; 1906 йылда — 549 аҫаба башҡорт (Яңы Ураҙай ауылында — 370 аҫаба башҡорт ) йәшәй[2].
1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
628 | 657 | 777 | 509 | 549 | 548 | 586[3] | 570 | 650 | 659 | 583 | 645 | 586 | 511 | 454 | 406 |
Инфраструктура үҙгәртергә
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].
Билдәле шәхестәре үҙгәртергә
- Абдулмоталап Әбделкәримов (1785—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.