Иҫке Аҡбулат (Тәтешле районы)
Иҫке Аҡбулат (рус. Староакбулатово) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. Аҡбулат ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 426 кеше[1].
Ауыл | |
Иҫке Аҡбулат | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Почта индексы — 452844, ОКАТО коды — 80250805001.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 426 | 201 | 225 | 47,2 | 52,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (96 %) йәшәй[2].
Ауыл тарихы
үҙгәртергә1795 йылда Варза йылғаһы урынлашҡан буйында Аҡбулат ауылында 7 хужалыҡта 30 аҫаба башҡорт йәшәгән. 1870 йылда урман-гәрәләр ауылға типтәрҙәрҙе ҡабул итә, 1834 йылда уларҙың һаны 17 кешегә етә, ә башҡорттар 166 ир-ат була. 1816 йылғы иҫәп алыу буйынса Аҡбулатта 16 йортта 80 башҡорт һәм 20 типтәр йәшәгән.[3]
Х ревизияла 52 йортта 323 башҡорт, 4 йортта 46 типтәр теркәлгән. 1870 йылда 389 башҡорт һәм 45 типтәр була. ХХ быуат башында Аҡбулаттан бөтә типтәрҙәр айырылып сыға һәм 1908 йылда тиклем Яңы Аҡбулат йәки Кәргек ауылдары булыуы теркәлә. 1920 йылда был ауылдарҙа 21 хужалыҡта 98 кеше иҫәпләнгән. Иҫке Аҡбулат тип аталған төп ауылда аҫаба Урман-гәрәйҙәр генә ҡалған. Ул ваҡытта улар 765 кеше булған. Уларҙың 150 йорт-хужалығы булған.
Был ауылдың исеменә килгәндә, ул Урман-Гәрә улусы башҡорто Аҡбулат исеменән килә. XVII быуат документтарында уның улы һәм ейәне булауы билдәле. 1696 йылда Апас Аҡбулатов батша Петр Алексеевич указы, Өфө воеводаһы В. Ф. Леонтьевтың ҡарары буйынса Вәрәш һәм Кочаш йылғаһы бассейндарында «Бустой аҫаба урман»ын биләргә рөхсәт ала. Был территория Иҫке Аҡбулатовтан 20 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Уның улы Апаш шулай уҡ аҫабалыҡты алып ҡалырға тырышҡан.[3]
Аҡбулаттарҙың хужалығы тураһында бер нисә мәғлүмәт буйынса 1842 йылда башҡорттар ғына (166 кеше) ужым икмәген 69 сирек ергә (552 бот) һәм яҙғы игенде 76 сирек ергә (608 бот), йәғни бер кешегә 6,9 бот сәскән. 25 башҡорт хужалығында 2 тирмән, 124 йылҡы малы (яҡынса һәр хужалыҡта 5), 130 һыйыр (һәр хужылҡта яҡынса 5,2), 210 һарыҡ (һәр хужылҡта 8,4-әр) һәм 114 кәзә (һәр хужалыҡта 4,6-шар) булған.
Ул ваҡытта 27 типтәр 4 йортта йәшәгән. Һәр типтәр хужалығына 1,7-шәр йылҡы малы, 3,7-шәр һыйыр, 4,2-шәр һарыҡ, 5-әр кәзә булған. Уларға Варзы йылғаһы буйында башҡорттар менән килешеү нигеҙендә түбәндәге ерҙәр бүленгән: 300-шәр дисәтинә һөрөнтө ер, сабынлыҡ һәм уңайһыҙ ерҙәр, 800 дисәтинә урман һәм 50 дисәтинә йорт-ҡаралты ере.
Башҡорттар умартасылыҡ менән шөғөлләнгән: 1842 йылда 60 умарта һәм 9 солоҡ иҫәпләнгән, тиртәрҙәрҙәң 4 умартаһы булған.
Мәсет ҡарамағында конфессия мәктәбе («училище») булған. 1908 йылда Яңы Аҡбулат ауылында бер класлы министрлыҡ училищеһы асыла. Ул ваҡытта 4 бүлектә 21 малай белем алған.[3]
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 50 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 60 км
Урамдары
үҙгәртергә- Варзи урамы (рус. Варзи улица)
- Йылҡа буйы урамы (рус. Заречная улица)
- Кооператив урамы (рус. Кооперативная улица)
- Тау буйы урамы (рус. Нагорная улица)
- Пионер урамы (рус. Пионерская улица)
- Ялан урамы (рус. Полевая улица)
- Баҡса урамы (рус. Садовая улица)
- Баҡса А урамы (рус. Садовая А улица)
- Һандуғас урамы (рус. Сандугач улица)
- Социалистик урамы (рус. Социалистическая улица)
- башҡ. Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[4]
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Иҫке Аҡбулат (Тәтешле районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Ревизия документтары
үҙгәртергә- Материалы ревизских сказок по: Огбулатова д., Бирский уезд; год 1795, фонд И-138, опись 2, дело 25(недоступная ссылка)
- Материалы ревизских сказок по: Акбулатова д., Бирский уезд; год 1816, фонд И-138, опись 2, дело 165(недоступная ссылка)
1917 йылғы Рәсәйҙә ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары
үҙгәртергә- Материалы поземельной переписи 1917 года по: с. Акбулатово, Бирский уезд, Кызылъяровская волость; фонд Р-473, опись 1, дело 2482(недоступная ссылка)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.316
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 29 по Республике Башкортостан
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |