Ҡашҡаҡ (рус. Кашкаково) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 481 кеше[1]. Почта индексы — 452843, ОКАТО коды — 80250860004.

Ауыл
Ҡашҡаҡ
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Тәтешле районы

Координаталар

56°06′22″ с. ш. 55°27′41″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 250 860 004

ОКТМО коды

80 650 460 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡашҡаҡ (Рәсәй)
Ҡашҡаҡ
Ҡашҡаҡ
Ҡашҡаҡ (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡашҡаҡ

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 481 254 227 52,8 47,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (98 %) йәшәй[2].

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 47 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Шулған): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Янаул): 45 км

1795 йылда Мейәшъяҙы (Вәрәз) йылғаһы буйындағы Ҡашҡаҡ ауылында ни бары 30 йорт була, унда тик башҡорттар ғына (136 кеше) йәшәй. VII ревизияла шул уҡ һанда йорттар һәм 109 ир-егет иҫәпкә алына. 62 ихата-хужалыҡта 310 башҡорт йәшәгәнен VIII ревизия күрһәтә. 1850 йылда 60 йортта 370 кеше, 1870 йылда 92 йортта 570 кеше һәм 1920 йылда 219 йортта 1119 башҡорт теркәлгән.

1842 йылда 310 кешегә 840 бот ҡышҡы һәм 816 бот яҙғы икмәк сәселгән, йәғни бер кешегә 5,3 бот. 1870-се йылдарҙа тирмән дә булған. 1850 йылдағы IX ревизия мәғлүмәттәре буйынса Ҡашҡаҡта йәшәүселәрҙең ҡайһы берҙәренең исемдәрен һанап сығырбыҙ. Был зауряд-яҫауыл Мөхәмәтғәли Күҙәш улы (Ҡуҫаш) Мусеев. Улдары: Мөхәмәтша (уның улы Дәүләтша), Мөхәмәткәрим (уның улы Мөхәмәтсәлим, Мөхәмәтғәлим). Мөсәев Сафарғәли Күҙәш улы, уның улы — Исмәғил. Мөсәйев Мөхәмәтәмин Мусеевтың улы улдары: Мөфәррәх, Мөхәмәттәтиф, Ғабдулфаттах, Мөфтәхетдин, Мөхәммәтсәҙек, Дәүләтбай, Хазиахмет, Ҡорбанғали Кузяшевич Муссев.[3]

Башҡорт энциклопедияһы 2002 йылға ҡарата ауылда төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар тип билдәләй.[4]

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә