Мерәҫ — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Ураҙай ауыл биләмәһе составына керә.

Ауыл
Мерәҫ
татар. Мерәс
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Аҡтаныш

Ауыл биләмәһе

Ураҙай

Координаталар

55°44′ с. ш. 53°53′ в. д.HGЯO

Халҡы

90 человек (2002)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423750 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

922 058 300 04 

Код ОКТМО

92 605 430 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Мерәҫ (Рәсәй)
Мерәҫ
Мерәҫ
Мерәҫ (Татарстан) (Татарстан)
Мерәҫ

География

үҙгәртергә

Ауыл Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көнбайышҡа табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Мерәҫ (Юғары Мерәҫ) — гәрәй ырыуы башҡорттарының ауылы. 1738 йылдан билдәле[1]. Ә. З. Әсфәндиәров буйынса, Гәрәй улусының Байсар ауылы башҡорто Мерәҫ Солтанаев булыуы мөмкин[2]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Гәрәй улусы Әжәкүл түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Шәрип улусы составына керә.

1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда ауыл халҡы Е. И. Пугачёв яғында әүҙем сығыш яһай[1].

ХХ быуат башында ауылда мәсет (1806 йылдан билдәле), мәктәп, тирмән (1848 йылда — 2), мануфактура һәм бакалея кибете, хужалыҡ магазины теркәлгән[2][1].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].

1795 йылда ир енесле 104 башҡорт; 1816 йылда — 81 башҡорт; 1850 йылда — 129 башҡорт; 1870 йылда — 321 башҡорт; 1905 йылда — 520 башҡорт йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
185918701884189719061913192019261938194919581970197919892002
31832140252752050841142943532126222619913890

Инфраструктура

үҙгәртергә

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп бар[1].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 383—386. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.