Шулған

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районындағы ауыл

Шулған (рус. Шулганово) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 925 кеше[2]. Почта индексы — 452843, ОКАТО коды — 80250860001.

Ауыл
Шулған
рус. Шульганово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Тәтешле

Ауыл советы

Шулған ауыл Советы (Тәтешле районы)

Координаталар

56°09′12″ с. ш. 55°30′01″ в. д.HGЯO

Ауыл с

ауыл

Халҡы

925[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 333,334

Почта индексы

452843

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 250 860 001

ОКТМО коды

80 650 460 101

ГКГН номеры

0522554

Рәсми сайт

shulgan.ucoz.ru

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Шулған (Рәсәй)
Шулған
Шулған
Шулған (Башҡортостан Республикаһы)
Шулған

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 925 457 468 49,4 50,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (9ҙ %) йәшәй[3].

Географик урыны үҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 40 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 40 км

Тарихы үҙгәртергә

1795 йылда Гәрәй һәм Юрмияҙ йылғалары буйында 22 хужалыҡтан торған 86 аҫаба башҡорт йәшәгән Шулған ауылы теркәлгән. 1816 йылда 25 йорт хужалығы һәм 91 ир-ат йәшәгән. 1834 йылда VIII ревизия 53 хужалыҡта 291 башҡорт йәшәй тип күрһәтә. Ауылда 6 ғаиләлә күп ҡатынлы, был барлыҡ ғаиләләрҙең 11,3 процент тәшкил итә.

1859 йылда ауылда 567 башҡорт (92 йорт) була. 1870 йылда 100 хужалыҡта 297 ир-ат һәм 280 ҡатын-ҡыҙ була. 1920 йылғы Совет халыҡ иҫәбен алыу 253 ихатала 1278 башҡортты иҫәпкә алған, 1816 йылда 91 ир-ат 18-е Ырымбур сик буйы һыҙығын һаҡлау өсөн хәрби хеҙмәттә булған.

1842 йылда 291 кешегә 960 бот ҡышҡы һәм 1448 бот яҙғы икмәк сәселә, йәғни бер кешегә 8,3 бот. 1870 йылда ауылда 3 тирмән була.

53 хужалыҡтың һәр береһендә 3,4 ат, һыйыр — 3,5, һарыҡтар — 4,0, кәзә — 2,7 булған. Умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр (ауылда 155 дәдән һәм 16 умарта булған).

Башҡорт энциклопедияһы мәғлүмәте буйынса, 2002 йылға торошло ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.[4] Ауылда мәсет булған.[5]

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Ревизия мәғлүмәттәре үҙгәртергә

Видеоматериалдар үҙгәртергә

  1. YouTube сайтында Видео История одного села. Шулганово. Татышлинский район

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә