Аҡтанышбаш
Аҡтанышбаш — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Аҡтанышбаш ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Ауыл | |
Аҡтанышбаш татар. Актанышбаш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1744 йыл[1] |
Халҡы |
311 человек (2000) |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423740 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
География
үҙгәртергәАҡтаныш ауылынан көнбайышҡа табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
үҙгәртергәАҡтанышбаш — гәрәй ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1744 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Гәрәй улусы Әжәкүл түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Таҡталасыҡ (Шәрип) улусы составына керә.
1847 йылдан ауылда мәсет булыуы билдәле, 1870 йылда уның ҡарамағында мәктәп теркәлә. 1905 йылда һыу тирмәне, икмәк магазины эшләгән[2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Коллективизация осоронда ауылда «Аҡтанышбаш» колхозы ойошторола (1950 йылдан — «Урал» колхозы, 1958 йылдан — «Үҙәк» колхозы составында)[1].
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда ир енесле 140 башҡорт; 1834 йылда — 299 башҡорт; 1848 йылда — 330 башҡорт; 1902 йылда — 333 башҡорт; 1912 йылда — 305 башҡорт йәшәй[2].
1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1921 | 1926 | 1938 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
469 | 466 | 585 | 632 | 648 | 305 | 373 | 330 | 320 | 350 | 341 | 319 | 224 | 311 |
Инфраструктура
үҙгәртергәИгенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда башланғыс мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].