Яңы Балтас (Татарстан)

Яңы Балтас — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Иҫке Ҡормаш ауыл биләмәһе составына керә.

Ауыл
Яңы Балтас
татар. Яңа Балтач
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Аҡтаныш

Ауыл биләмәһе

Иҫке Ҡормаш

Координаталар

55°40′ с. ш. 53°47′ в. д.HGЯO

Халҡы

144 кеше (2002)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423733

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

922 058 540 03 

Код ОКТМО

92 605 454 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Яңы Балтас (Рәсәй)
Яңы Балтас
Яңы Балтас
Яңы Балтас (Татарстан) (Татарстан)
Яңы Балтас

География

үҙгәртергә

Ауыл Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көнбайышҡа табан 21 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Яңы Балтас — гәрәй ырыуы башҡорттарының ауылы. XVIII быуаттың 1-се яртыһында нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Гәрәй улусы Әжәкүл түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Шәрип (1913 йылдан — Таҡталасыҡ) улусы составына керә.

ХХ быуат башында ауылда мәсет (1894 йылда төҙөлгән), 2 тирмән, хужалыҡ магазины теркәлгән[2][1].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].

1816 йылда ир енесле 84 башҡорт; 1834 йылда — 102 башҡорт; 1870 йылда — 192 башҡорт; 1912 йылда — 372 башҡорт йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
18591870188418971913192019261938194919581970197919892002
187192210325372308323350328241273241143144

Инфраструктура

үҙгәртергә

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп бар[1].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 2,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 293—296. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.