Иске Жиәш[4] (Иҫке Зиәш[5]; татар. Иске Җияш, рус. Старое Зияшево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.

Иҫке Жиәш
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Тлякеевское сельское поселение[d][1]
Халыҡ һаны 223 кеше (1795)[2],
11 кеше (1795)[2],
18 кеше (1816)[2],
283 кеше (1816)[3],
12 кеше (1834)[2],
425 кеше (1834)[2],
254 кеше (1850)[2],
19 кеше (1850)[2],
280 кеше (1859)[2],
425 кеше (1902)[2],
662 кеше (1905)[2],
767 кеше (1912)[2]
Почта индексы 423732
Карта

География

үҙгәртергә

Ауыл Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көнбайышҡа табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан[6].

Ауылға гәрә ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Тәүге тапҡыр 1732 йылда телгә алына[5]. Ауыл Гәрәй улусының Әжәҡул түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Шәрип улусы, ә артабан Таҡталасыҡ улусы составына керә[7].

Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[6].

1848 йылда ауылда мәсет (1816 йылдан билдәле), мәктәп, 1905 йылда — 4 тирмән (шул иҫәптән 1 ел тирмәне), икмәк магазины теркәлгән[7].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[6].

1795 йылда ауылда 27 ихатала 223 аҫаба башҡорт һәм 2 ихатала 11 типтәр, 1816 йылда — 283 башҡорт һәм 19 типтәр, 1834 йылда — 425 башҡорт һәм 12 типтәр иҫәпләнгән. 1902 йылда 141 ихатала — 425 йән ир затлы аҫаба башҡорт, 1905 йылда 145 ихатала — 662 кеше, 1912 йылда 156 ихатала — 767 аҫаба башҡорт йәшәй[7].

1795 1834 1859 1865 1870 1884 1897 1906 1913 1920 1926 1938 1949 1958 1970 1979 1989 2002[6][5]
234 425 548 585 652 697 662 767 740 662 560 404 365 368 340 215 189 184

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 улы Ә. Ә. З. Аулы мензелинских башкирӨфө: Китап, 2009.
  3. улы Ә. Ә. З. Ауыл мензелинских башкирӨфө: Китап, 2009.
  4. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 384. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  5. 5,0 5,1 5,2 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Иҫке Жиәш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Татарская энциклопедия.
  7. 7,0 7,1 7,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 321—325. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.