Бахрейн

(Бәһрәйен битенән йүнәлтелде)

Бахре́йн, рәсми исеме Бахре́йн короллеге[2] (ғәр. مملكة البحرين‎ — Мәмләкә әл-Баһрәйн) — Фарсы ҡултығында шул уҡ исемдәге архипелагта урынлашҡан утрау-дәүләт. Был дәүләт территорияһының 83 процентҡа яҡын өлөшө Бахрейн утрауы тирәләй урынлашҡан 51 тәбиғи һәм 33 яһалма утрауҙан торған ҙур булмаған архипелагта ята. Ил Катар ярымутрауы һәм Сәғүд Ғәрәбстанының төньяҡ-көнсығыш яр буйҙары араһында урынлашҡан, Сәғүд Ғәрәбстаны менән 25 километрлы күпер аша тоташҡан (күпер Король Фәхд исемен йөрөтә). 2010 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Бахрейнда 1,2 миллиондан ашыу кеше йәшәй, уларҙың яҡынса яртыһы ил гражданы булып иҫәпләнмәй[3]. 780 квадрат километр майҙанды биләгән ил (300 квадрат миль) Азияла Мальдив утрауҙары һәм Сингапурҙан ҡала өсөнсө иң бәләкәй ил[4] Баш ҡалаһы һәм архипелагтағы иң ҙур ҡала — Манама.

Бахрейн Короллеге
مملكة البحرين  Мамля́ка аль-Бахре́йн
Бахрейн гербы
Флаг
Гимн: «Беҙҙең Бахрейн»
Үҙаллылыҡ датаһы 14 август 1971Бөйөк Британиянан)
Рәсми тел Ғәрәп теле
Баш ҡала Манама
Эре ҡалалар Манама
Идара итеү төрө Абсолют монархия
Король

Премьер-министр

Хамад ибн Иса аль-Халифа

Халифа ибн Салман аль-Халифа

Дәүләт дине Ислам
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
184
750 км²
0%
Халыҡ
• Һаны (2011)
• Халыҡ тығыҙлығы

1 234 571 чел. (155)
1189,5 чел./км²
Валюта Бахрейн динары (BHD, код 48)
Интернет-домен .bh[d]
Код ISO BH
МОК коды BRN
Телефон коды +973
Сәғәт бүлкәте 3
Бахрейндың яҡынайтылған картаһы

Бахрейн — боронғо Дильмун иленең урынлашҡан ере[5]. Боронғо замандарҙан ынйы табыу кәсебе менән билдәле була, ынйыһы XIX быуатҡа тиклем донъялағы иң сифатлыһы тип иҫәпләнә[6]. Бахрейн — беҙҙең эраға тиклем 628 йылда, Мөхәммәт Пәйғәмбәр иҫән саҡта уҡ, ислам динен ҡабул иткән тәүге төбәктәрҙең береһе. Ғәрәп хакимлығы осоронан һуң Бахрейн 1521 йылдан 1602 йылға тиклем Португалия империяһы, Сәфәүиҙәр династияһынан булған шаһ Аббас I тарафынан яулап алынғандан һуң Фарсы империяһы ҡулы аҫтында йәшәй. 1783 йылда Утуб кланы Бахрейнды Наср әл-Мадһкурҙан тартып алғандан һуң Әл Хәлифә король ғаиләһе идара итә, ә Әхмәт әл Фәтих Бахрейндың беренсе хакимы була.

1800-сө йылдар аҙағында, Британия менән килешеүҙәр төҙөлгәндән һуң, Бахрейн Берләшкән короллек протекторатына буйһона. 1971 йылда ул бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә. Элекке Бахрейн әмирлеге 2002 йылда ислам конституцион монархияһы тип иғлан ителә.

2011 йылда төбәктәге Ғәрәп яҙы менән рухланған болалар башлана[7]. Хакимлыҡ иткән король ғаиләһе төрлө төркөмдәргә, бигерәк тә сәйәси оппоненттарға һәм мосолман шығыйҙарға ҡарата кеше хоҡуҡтарын боҙоуҙа тәнҡитләнә[8].

Бахрейн беренселәрҙән булып Фарсы ҡултығында пост-нефть иҡтисадын үҫтерә башлай[9], тиҫтә йылдар дауамында банк һәм туризм секторҙарына инвестициялар һала[10]; шуға ла донъялағы иң эре финанс институттарының күбеһе илдең баш ҡалаһында урынлаша. Бахрейнда кешелек үҫеше индексы бик юғары, һәм Бөтә донъя банкы уны килем кимәле юғары булған ил тип таный. Ул — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы, Ҡушылмау хәрәкәте, Ғәрәп илдәре лигаһы, Ислам Хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм Фарсы ҡултығы илдәре хеҙмәттәшлеге советы ағзаһы.

Короллек Фарсы ҡултығындағы ерҙәрен АҠШ-ҡа авиабазалар урынлаштырыу өсөн бирә.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Bahr ғәрәп телендә («диңгеҙ») al — ике һүҙен аңлата, шуға күрә al-Bahrain «ике диңгеҙ» тигәнде аңлата. Шулай итеп, уның төп килештәге формаһы һәр ваҡыт Bahrain. Һүҙгә, дәүләт гимны исемендәге (Bahrainunā («беҙҙең Бахрейн»)) кеүек, ялғауҙар үҙгәрешһеҙ өҫтәлә. Урта быуат грамматикаһы белгесе аль-Джаухари, формаль яҡтан дөрөҫ булған Bahrī терминын дөрөҫ аңланмаҫтар ине һәм шуға күрә ҡулланмаҫтар, тигән аңлатма бирә[11].

Bahrain атамаһының ниндәй «ике диңгеҙгә» ҡағылыуы бәхәсле булып ҡала[12]. Был термин Ҡөрьәндә биш тапҡыр осрай. Әммә ул ғәрәптәргә Awal атамаһы таныш булған хәҙерге утрауға түгел, ә тотош Көнсығыш Ғәрәбстанға (тәү сиратта Эль-Катифа һәм Эль-Хасе) ҡағыла[12].

Бөгөн Бахрейндың «ике диңгеҙе» тигән һүҙ аҫтында утрауҙың көнсығышында һәм көнбайышында ҡултыҡтар[13], утрауҙың төньяғында һәм көньяғында диңгеҙҙәр[14] йәки ер өҫтөндә һәм аҫтында булған тоҙло һәм сөсө һыуҙар тип аңлайҙар[11]. Ҡоҙоҡтарҙан тыш, Бахрейндан төньяҡтараҡ урынлашҡан диңгеҙҙә сөсө һыуҙың тоҙло һыу уртаһында ҡыуыҡланып сығыуы боронғо замандан алып күҙәтелә[15]. Бахрейн топонимияһының альтернатив теорияһын әл-Ахса төбәге тәҡдим иткән, ул ике диңгеҙҙең Оло Йәшел Океан (Фарсы ҡултығы) һәм Ғәрәбстандың материк өлөшөндәге күл булыуын күҙ уңында тота.

Урта быуаттарға тиклем «Бахрейн» атамаһы Көнсығыш Ғәрәбстаны төбәгенә ҡарай, уға Көньяҡ Ираҡ, Күвейт, Әл-Хаса, Катиф, Бахрейн инә. Был төбәк Ираҡтағы Басранан Омандағы Хормуз боғаҙына тиклем һуҙыла. Ул — Iqlīm al-Bahrain-аның «Bahrain провинцияһы». «Бахрейн» терминының Awal архипелагына ғына ҡағыла башлауының аныҡ датаһы билдәһеҙ[16]. Көнсығыш Ғәрәбстандың бөтә яр буйы һыҙаты меңәр йылдар дауамында «Бахрейн» булараҡ билдәле[17].

Боронғо дәүере

үҙгәртергә

Бахрейн территорияһында бронза быуатының мөһим сауҙа үҙәге Дильмун урынлашҡан була, ул Месопотамияны һәм Һинд үҙәнен бәйләп тора[18]. Аҙағыраҡ Бахрейнда ассирийҙар һәм вавилондар идара итә[19].

Беҙҙең эраға тиклем VI быуаттан III быуатҡа тиклем Бахрейн Әһәмәниҙәр империяһының бер өлөшө була. Беҙҙең эраға тиклем яҡынса 250 йылдарға Парфия Фарсы ҡултығын үҙ контроленә ала һәм йоғонтоһон Оманға тиклем алып барып еткерә. Парфиялылар сауҙа юлдарын контролдә тотоу өсөн гарнизондарын Фарсы ҡултығының көньяҡ ярҙары буйлап урынлаштыра[20].

Антик дәүерҙә Бахрейнды боронғо гректар Tylos (Τύλος) тип атай һәм Искәндәр Зөлҡәрнәй һарайында хеҙмәт иткән адмирал Неарх Бахрейн ярҙарына аяҡ баҫҡанда ынйы менән сауҙа итеү үҙәге була[21]. Александрҙың хәрби начальниктарынан Неарх беренсе булып утрауға аяҡ баҫҡан, тип иҫәпләнелә; ҙур сауҙа селтәренең бер өлөшө булған йәшеллек менән ҡапланған ер тураһында ул түбәндәгеләрҙе яҙа: "Фарсы ҡултығында урынлашҡан Tylos утрауында ҙур мамыҡ ағастары үҫә, уларҙан sindones тип аталған кейем тегәләр. Кейемдәрҙең бер төрө бик ҡиммәт, ә икенсе бер төрө арзаныраҡ тора. Был кейем Һиндостанда ғына түгел, ә Ғәрәп илендә лә киң ҡулланыла[22]. Грек тарихсыһы Теофраст, Бахрейндың күп өлөшөн ошо мамыҡ ағастары биләй, бынан тыш Бахрейн экспортҡа һүрәт төшөрөлгән таяҡтар менән сауҙа итеүе менән дә танылған (уларҙы Вавилонда киң ҡулланалар), тип яҙа[22].

Александр Бахрейнға грек колонистарын урынлаштырырға йыйына, ул фаразлаған күләмдә был идея тормошҡа ашыу-ашмауы билдәһеҙ, әммә Бахрейн эллинлашҡан донъяның бер өлөшөнә әйләнә: юғары синыфтар грек телендә аралаша (әммә көндәлек тормошта арамей теле киң ҡулланыла), ғәрәптәрҙең ҡояш аллаһы Шамс кейемендәге Зевсҡа табыналар[23]. Бахрейн хатта грек спорт ярыштарын үткәреү урыны булып китә[24].

Грек тарихсыһы Страбон финикийлылар Бахрейнда барлыҡҡа килгән, тип иҫәпләгән[25]. Геродот та, финикийҙарҙың тыуған иле Байрейн, тип иҫәпләгән[26][27]. Был теорияны XIX быуаттағы немец классигы Арнольд Херен да хуплай[28].

Беҙҙең эраға тиклемге III меңйыллыҡта Бахрейн урынында нығытмалар менән уратып алынған алға киткән цивилизация була. Дильмун тип аталған боронғо дәүләт мөһим диңгеҙ сауҙаһы үҙәге ролен үтәй, ул шумер халҡын һәм Ике йылға араһындағы башҡа халыҡтарҙы Һинд уйһыулығы халыктары менән бәйләүсе үҙәк булып тора.

 
Бахрейнда бола

Рәсәй Федерацияһы менән дипломатик мөнәсәбәттәр (1990 йылдың 29 сентябрендә СССР менән килешеү төҙөлгән) урынлаштырылған.

Ләззәтләнеүселәр Некрополе (Некрополь блаженствующих)

үҙгәртергә
 
Алла Энки — боронғо мөһөрҙән алынған эҙ

Утрау элек-электән хозурлығы һәм сифаты менән урындағы ынйыларҙың матурлығы менән дан тота[30]. Бахрейн ынйыларының үҫеү процесы тоҙ менән сөсө һыуҙы ҡушылыуҙың уникаль шарттарында бара. Һыуға сумыусылар ғәҙәти булмаған тәбиғәт күренешен — Фарсы ҡултығының диңгеҙ үҙәненән сөсө һыу сығанаҡтарының бүленеп сығыуын асыҡлай. Утрау атамаһында «ике диңгеҙҙең ҡушылыуы» (маджму ‘у-ль-Бахрейн, бахр — ғәрәпсәнән «диңгеҙ», ейн — ғәрәп телендә ул өҫтәлгән һүҙҙе ике тапҡырға арттырыуҙы аңлата) булараҡ мифологияла сағылыш таба. Угарит аллаһы Илуның булыу урыны "ике йылғаның тамағы"нда[31]. Аҡыл һәм ер өҫтө, ер аҫты һыуҙары илаһы Энки — төп шумер аллаларының береһе. Ул батша кешеһе ҡиәфәтендә һүрәтләнгән, уның яурынынан төшкән ике ағым һыуҙа балыҡтар йөҙөп йөрөй.[32].

 
Ерләү урындарын урынлаштырыу схемаһы

Археологтар тапҡан һәм аңлатҡан текстар боронғо Шумер халҡы Бахрейн утрауын изге урын итеп хөрмәт иткәнен иҫбатлай. «Үлгән кешеләрҙең йәне йәннәттә була, ә унда ерләнеү хоҡуғы ғүмер буйы Аллаға тоғролоҡ өсөн иң ҙур бүләктәрҙең береһе тип һанала»[33].

М. Б. Пиотровский былай тип яҙа[34]: «Бахрейндың мистик мәғәнәһе уның ерләнгән урыны булараҡ айырым йәлеп итеүсәнлегендә сағыла».

Бахрейндың дини-тарихи мираҫы ҡомартҡыһы булып, һаҡланып ҡалған боронғо некрополдәр тора, улар утрауҙың төньяҡ өлөшөндә киң араларҙы биләй. Уларҙың килеп сығышын тикшеренеүселәр б.э.т. дүртенсе һәм өсөнсө мең йыллыҡтарға бәйләй. Ерләү һаны йөҙәрләгән мең менән иҫәпләнгән. Тикшеренеүселәр фекеренсә, ҡайһы берҙә кәшәнәләргә алдан заказ бирелгән һәм уларҙың бер өлөшө буш ҡалған. Ҡурғандар күләме буйынса төрлөсә. Уларҙың иң боронғолары оҙонса түңәрәк формала булған, бейеклеге 1,5 метр самаһы. Таш камерала ерләү әйберҙәре өсөн уйымдар ҡоролған. «Элиталы» кәшәнәләрҙә таш менән теҙелгән ике ҡәберлек урынлаштырылған, береһе икенсеһе өҫтөндә булған. Бөтә ҡоролма таш диуар менән уратып алынған. Диуар менән камералар араһындағы һәм улар өҫтөндәге арауыҡ ваҡ таш менән тултырылған. Бындай ҡурғандарҙың бейеклеге 15 метрға еткән. Бахрейнда ерләү йолаһы эллин дәүеренә тиклем һаҡланған. Уларҙың һуңғыһы беҙҙең эраның тәүге быуаттарына ҡарай[35]. Ерләүҙәрҙең бер өлөшө тәбиғи эрозия арҡаһында ғына түгел, ә 1950 йылдарҙа ҡала биләмәләрен үҫтереү өсөн буш территорияларҙы үҙләштерә башлауға бәйле юғала.

 
2020 йылға Бахрейн халҡының Йәш-енес пирамидаһы

2021 йылда илдә йәшәүселәр һаны 1 526 929 кеше тәшкил итә, уларҙың 45 процентҡа яҡыны Ирандан күсеп килгән эшсе-эммигранттар һәм уларҙың ғаилә ағзалары; Европа, Көньяҡ Азия вәкилдәре күп[36]. Ғәрәп теле рәсми тел, шулай уҡ инглиз, фарсы, урду телдәре ҡулланыла. 85 проценты мосолмандар, шул иҫәптән 75 проценты шиғыйҙар, 2 проценты сөнниҙәр (шулай ук идара итеүсе ғаилә лә). Шулай уҡ христиандар, йәһүдтәр, бахаистар, индуистар, буддистар һәм парстар бар. Халыҡтың тығыҙлығы — 1 142,9 кеше/км².

2017 йылда Бахрейн халҡының төп өлөшөн мосолмандар тәшкил итә (73,7 %). Уларҙың күпселеге шиғыйҙар. Шулай уҡ христиандар (9,3 %), йәһүдтәр (0,1 %), ҡалғандары — 16,9 %.[36].

Дәүләт ҡоролошо

үҙгәртергә
 
Бахрейндағы фонтан

Бахрейн — дуалистик монархия. Дәүләт башында король (2002 йылға тиклем — әмир) тора. Хөкүмәткә Бахрейндың премьер-министры етәкселек итә. Кабинет 23 министрҙан тора.

Парламент ике палаталы. Түбәнге палата — Депутаттар палатаһы бөтә халыҡтың тауыш биреүе юлы менән һайлана, үрге — Консультатив совет (Мәжлес аш-Шура) король тарафынан тәғәйенләнә. Ике палатала ла 40-ар кеше. Сәйәси партиялар тыйылған.

Иҡтисады

үҙгәртергә
 
Манама

Бахрейн — үҫеш осорон кисергән дәүләт, нефть экспортёры[37]. 1932 йылда нефть ятҡылығын асҡанға тиклем ынйы йыйыу Бахрейн иҡтисадының төп тармағы була (ул әле лә төп тармаҡтарҙың береһе булып ҡала). Бер ни тиклем ваҡыт нефть сығарыу һәм эшкәртеү эске тулайым продукттың 60 процентын, ә хәҙер 30 процентын тәшкил итә. Бахрейнда «ҡара алтыны» ятҡылығы аҙайыуға бара. Шуға ҡарамаҫтан, 2015 йылда илдә 18,462 млн баррель нефть сығарыла, был 2014 йыл кимәленән 3,7 процентҡа күберәк[38]. Әммә 2018 йылдың апрель айы башында Бахрейн властары Хәлит-әл-Бахрейн бассейнында дөйөм күләме 80 млрд баррелгә еткән донъялағы иң ҙур сланец нефте ятҡылығын асыуҙары тураһында иғлан итә[39].

Илдә шулай уҡ тәбиғи газ сығарыла һәм эшкәртелә, уның запастары ла байтаҡ.

Офшор банк бизнесы ла үҫешкән.

Манамала күп кенә ғәрәп транснациональ корпорацияларының штаб-квартиралары урынлашҡан. Бахрейнда супертанкерҙар ремонтлана, шулай уҡ алюмин заводы эшләй (тау тоҡомо Австралиянан ташыла).

Оазистарҙа ерле халыҡ хөрмә пальмалары (эшкәртелгән ерҙең 2/3 өлөшөн биләй), цитрустар, емеш-еләк, помидор, мал аҙығы, йәшелсә, сәтләүек үҫтерә. Бынан тыш улар балыҡ һәм креветкалар тота. Илдә халыҡ-ара туризм үҫешкән. Кустар кәсептәр: алтын һәм балсыҡ изделиелар, ынйынан биҙәүестәр эшләү, сигеү, кәрзин үреү, «дхоу» судноларын эшләү юлға һалынған.

Экспорттың төп статьялары: нефть продукттары һәм нефть, алюмин һәм ынйы.

Өҫтөнлөктәре: нефть һәм газ ятҡылыҡтары. Үҫешкән офшор банк секторы. Эске инвестициялар. Туризм. Алюмин етештереү. Аҙыҡ-түлек менән тулыһынса тип әйтерлек тәьмин ителеү.

Йомшаҡ яҡтары: нефть резервтарының бөтә барыуы, башҡа өлкәләргә йүнәлеш алыуҙың йомшаҡ ойошторолоуы. Эшһеҙлектең (15 %) һәм дәүләт заемдарының юғары кимәлдә булыуы.[сығанаҡ 1445  көн күрһәтелмәгән]

Аҡса берәмеге — бахрейн динары, 1000 филсҡа тигеҙ.

Географияһы

үҙгәртергә
 
Бахрейндың һәм Сәғүд Ғәрәбстанының көнсығыш өлөшөнөң юлдаштан төшөрөлгән фотоһүрәте
 
Бахрейн картаһы

Бахрейн 33 утрауҙа урынлашҡан.

Ил 33 йәйенке утрауҙан торған Бахрейн архипелагын биләй. Иң ҙур утрау — Бахрейн, төньяҡтан көньяҡҡа табан 50 километрға, көнбайыштан көнсығышҡа табан 15 километрға һуҙыла. Был утрау эзбизташтарҙан хасил булған, ә ҡалғандары — коралдарҙан йыйылған. Утрау уртаһында 30-35 метр бейеклегендәге яйла урынлашҡан, Эд-Духан тауы (134 м) яйланың иң бейек нөктәһе.

Илдә климат ҡоро, тропик климат. Ҙур утрауҙарҙа һәм яр буйҙарында сөсө һыулы ер аҫты шишмәләре ағып ята. Бахрейн территорияһында сүллектәр күп. Диңгеҙ һыуында коралдар бихисап. Бахрейн тропик арид климат зонаһында урынлашҡан. Ҡыш йылы (ғинуарҙа уртаса температура — +17° С), йәй бик эҫе (июлдәге уртаса температура — +40°С). Йылына уртаса 90 мм яуым-төшөм яуа.

Флора һәм фауна

үҙгәртергә

Бахрейн архипелагында флора сағыштырмаса төрлө. Сүллектәрҙә саҡсауыл, дөйә дегәнәге, тамариск, астрагал һәм башҡа үҫемлектәр үҫә. Сөсө һыулы шишмәләр янында хөрмә пальмалары һәм башҡа культуралар үҫә. Фаунаһы ҡоштар, кимереүселәр һәи һөйрәлеүселәрҙән тора. Яр буйы һыуҙарында 400 төргә яҡын балыҡ үрсей, промысла балыҡтары ла бар. Диңгеҙ ташбаҡалары киң таралған. Коралл рифтарында краб, омар, креветка, моллюскылар бихисап, шул иҫәптән ынйы малюскылары ла бар. Утрауҙа коралдарҙың 2000-дән ашыу төрө бар.

Административ бүленеше

үҙгәртергә

2010 йылдан Бахрейн 4 мухафазаға бүленә.

Карта Мухафазалар Административ
үҙәк
Майҙан,
км² (2014)[40]
Халҡының
иҫәбе, кеше
(2014)[41]
Тығыҙлыҡ,
кеше/км²
  Мухаррак мухафазаһы Мухаррак 64,8 221 009 3411
Төньяҡ мухафаза Саар (Бахрейн) 145,5 316 280 2174
Баш ҡала мухафазаһы Манама 75,4 516 717 6853
Көньяҡ мухафаза Эр-Рифа 485,0 260 556 537
Бөтәһе 770,9 1 314 562 1705

Мәҙәниәт

үҙгәртергә
 
Бахрейндың шығыйҙары

Бахрейндың мәҙәни мираҫы ислам традициялары менән тығыҙ бәйле. Хәҙерге заман әҙәбиәте Бахрейн йәмғиәтенең социаль һәм сәйәси ысынбарлығын сағылдыра. Һынлы сәнғәте живопистә һәм ваянияла «бойондороҡһоҙ бахрейн стиле» булыуы менән айырылып тора. Бахрейндың күренекле урындарына ислам архитектураһы шедевры — Манамала урынлашҡан Әл-Фәтиха мәсете, Ҡөрьән Йорто, Милли музей.

Байрамдар

үҙгәртергә

Дини булмаған байрамдар:

  • 1 ғинуар — Яңы йыл
  • 1 май — Хеҙмәт көнө
  • 16 декабрь — Милли көн
  • 17 декабрь — Королдең тәхеткә ултырған көнө.

2004 йылдан утрауҙа илдең үҙәк өлөшөндә, шул уҡ исемле сүллек уртаһында төҙөлгән Сахир автодромында, Бахрейн Формула-1 ярышының Гран-приһы үтә.

2008 йылдың ноябрендә Бахрейнда миҙгелдең рейтинг турнирҙары иҫәбенә ингән снукер турниры уҙа.

Бахрейн Олимпия уйындарында

үҙгәртергә

Бахрейн 1984 йылдан алып 7 йәйге Олимпия уйындарында ҡатнаша, әммә ҡышҡы Олимпия уйындарында бер тапҡыр ҙа сығыш яһамай. Олимпия уйындарының беренсе призеры Мариям Йософ Джамал була — 2012 йылда Лондонда еңел атлетика буйынса бронза миҙал яулай. 2016 йылда Рио-де-Жанейролағы Олимпия уйындарында еңел атлет Рут Джебет стипль-чезда еңеү яулай, шуның менән Бахрейн тарихында беренсе олимпия чемпионы була.

Ҡораллы көстәре

үҙгәртергә
 
Америка Хәрби-Диңгеҙ көстәренең бишенсе флоты

Бахрейн ҙур булмаған, әммә яҡшы йыһазландырылған оборона көстәренә эйә. Улар башлыса АҠШ-та етештерелгән ҡорал (F-16, F-5 самолеттары, UH-60 вертолеттары, М60 танкылары, RBNS Sabha RBNS Perry класлы фрегаты) менән йыһазландырылған. Бахрейн хөкүмәте АҠШ хәрбиҙәре менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөй һәм 1990-сы йылдар башынан АҠШ-ты Джуффэйр хәрби-диңгеҙ базаһы менән тәьмин итә. Был базала АҠШ Хәрби-диңгеҙ флотының Үҙәк командованиеһы (Бишенсе флот командованиеһы), шулай уҡ Халыҡ-ара диңгеҙ хәүефһеҙлеге коалицияһының төп штабы урынлашҡан. База хәрбиҙәренең дөйөм һаны — АҠШ-тан һәм уларҙың союздаштарынан 1500 самаһы хәрби хеҙмәткәр.

ХХ быуат башында ислам мәктәптәре (куттабтар) Бахрейнда белем биреүҙең берҙән-бер формаһы була. Улар балаларҙы һәм йәштәрҙе Ҡөрьән уҡырға өйрәткән традицион мәктәп була. Беренсе донъя һуғышынан һуң Бахрейнға Көнбайыш йоғонто яһай башлай, был заманса белем биреү учреждениеларына ихтыяж тыуҙыра. 1919 йылда Бахрейнда дәүләт мәктәптәренең хәҙерге системаһы барлыҡҡа килә башлай, ул саҡта Мөхәррәк ҡалаһында малайҙар өсөн Аль-Хидайя Аль-Халифа мәктәбе асыла. 1926 йылда Мәғариф комитеты Манамала малайҙар өсөн икенсе дәүләт мәктәбе, ә 1928 йылда Мөхәррәк ҡалаһында ҡыҙҙар өсөн беренсе дәүләт мәктәбе асыла.

2004 йылда король Хамад бин Иса Әл Хәлиф Бахрейнда 12 йыллыҡ белем алыуға булышлыҡ итеү өсөн мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу проектын башлап ебәрә. Был проект буласаҡ король Хамад мәктәбе тип атала. Проекттың маҡсаты — короллектең барлыҡ мәктәптәрен интернетҡа тоташтырыу. Британия урта мәктәптәренән тыш, утрауҙа Шулай уҡ Америка Бахрейн мәктәбе эшләй (АҠШ Оборона департаменты мәктәбе, ул Халыҡ-ара бакалавриат программаһы буйынса 12 йыллыҡ уҡытыуҙы тәьмин итә). Ҡайһы бер шәхси мәктәптәр уҡытыуҙы ошо уҡ программа, шулай уҡ Британияның алдынғы кимәлдәге программаһы (A-Level) буйынса тәьмин итә.

Мәктәптә уҡыу дәүләт тарафынан финанслана. Урта белем биреү мотлаҡ булмаһа ла, башланғыс һәм урта мәктәптәргә йөрөү ярайһы уҡ юғары.

Бахрейн уҡытыусылар сифатында сит илдә уҡып ҡайтҡан экспатрианттарҙы ла, Бахрейн граждандарын да йәлеп итеп, юғары белем биреү учреждениеларын үҫтереүҙе хуплай. Бахрейн университеты стандарт юғары һәм дипломдан һуң белем бирә. Шәхси юғары уҡыу йорттары 2001 йылда тейешле закон ҡабул ителгәндән һуң барлыҡҡа килә башлай. Беренсе шәхси университеттар булып Манамалағы Ахлиа университеты һәм Саарҙағы Бахрейн университет колледжы тора. 2005 йылда Король ҡатын-ҡыҙҙар университетына нигеҙ һалына. Ул Бахрейнда тик ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәрбиәләүгә йүнәлтелгән беренсе шәхси халыҡ-ара университет була.

Киң мәғлүмәт саралары

үҙгәртергә
Пресса

Ундан ашыу ваҡытлы матбуғат ғәрәп һәм инглиз телдәрендә донъя күрә. Бөтә полиграфик ҡеүәттәр ҙә тиерлек Манамала тупланған. Көндәлек гәзиттәрҙең иң ҙуры — «Аль-Айям» (Көндәр, 37 000 экземпляр), «Ахбар аль-Халидж» («Ҡултыҡ яңылыҡтары», 25 000 экземпляр), Gulf Daily News (20 000 экземпляр). Манамала ғәрәп телендә аҙна һайын сыҡҡан «Сада аль-Усбуа» журналы («Аҙна шаңдауы», 35 000 экземпляр) донъя күрә һәм Фарсы ҡултығының бөтә илдәрендә лә уҡыусылары бар. Бынан тыш, Бахрейнда легаль булмаған партия ойошмаларының айлыҡ гәзиттәре таратыла.

Мәғлүмәт агентлыҡтары

Манамала (Фарсы) ҡултығы илдәренең (Бахрейн, Ираҡ, Катар, Күвейт, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Сәғүд Ғәрәбстаны) мәғлүмәт агентлыҡтарының штаб-фатиры урынлашҡан. Ул эшмәкәрлеген 1978 йылда башлай.

Телерадиотапшырыуҙар

BRTC дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы (Bahrain Radio and Television Corporation, تلفزيون البحرين), 1971 йылда ойошторола. Үҙ эсенә Bahrain TV һәм Sport TV телеканалдарын, Радио Бахрейн, Радио Бахрейн 96,5, Ҡөрьән 106,1, Йәштәр радиоһы 98,4, Лирик радио 93,9 радиоканалдарын ала[42].

Илдә Монте-Карло Дуалия радиоһы (Arabic Service of France Media Monde) тапшырыуҙар алып бара.

Бахрейнға йылына 8 миллиондан ашыу турист килә. Уларҙың күбеһе — күрше ғәрәп илдәрендә йәшәүселәр. Әммә төбәктән ситтән килгән туристар һаны ла арта. Уларҙы илдең тарихи мираҫы, шулай уҡ хәҙерге һәм либераль дәүләттең абруйы йәлеп итә[43]. Туристарҙы йәлеп итеүҙә илдә үткән Формула-1 класында автоуҙыш буйынса донъя чемпионаты этабы — Бахрейн Гран-приһы мөһим роль уйнай. Короллек ғәрәп мәҙәниәтен, ҡултыҡтың матурлығын һәм биш мең йыллыҡ цивилизацияның археологик мираҫын берләштерә. Утрауҙа бер нисә ҡәлғә бар, атап әйткәндә, ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән Калат-әл-Бахрейн ҡәлғәһе урынлашҡан. Бахрейн милли музейында утрауҙа 9 мең йыл элек кеше тәүге тапҡыр йәшәй башлағандан алып һаҡланған матди мәҙәниәт объекттары бар.

Арад һәм Риф ҡәлғәһе лә туристарҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Дерево статей|Бахрейн

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/asia
  2. Государства и территории мира. Справочные сведения // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 14. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
  3. General Tables (ингл.) (PDF). Bahraini Census 2010. Бахрейн: Central Informatics Organization. Дата обращения: 15 ноябрь 2020. Архивировано из оригинала 20 март 2012 года. 2018 йыл 22 июль архивланған.
  4. Area of Bahrain Expands to 765.3 square kilometres (ингл.). Central Informatics Organization. Архивировано из оригинала 1 февраль 2018 года. 2018 йыл 1 февраль архивланған.
  5. John Lawton. Saudi Aramco World : Oman: The Lost Land (ингл.). archive.aramcoworld.com. Saudi Aramco World (июнь 1983). Дата обращения: 15 ноябрь 2020. Архивировано 6 октябрь 2014 года.
  6. Baynes, T. S. Bahrein (инг.) // Британская энциклопедия. — Нью-Йорк: Charles Scribner's Sons, 1878. — Vol. III. — № 9. — С. 240.
  7. the CNN Wire Staff. Bahrain says ban on protests is response to rising violence (ингл.). CNN Digital (31 октябрь 2012). Дата обращения: 15 ноябрь 2020.
  8. Conn, David. How Bahrain uses sport to whitewash a legacy of torture and human rights abuses (17 июль 2017). 15 ноябрь 2020 тикшерелгән.
  9. J.E. Peterson. JOSHUA TEITELBAUM: BAHRAIN: REFORM-PROMISE AND REALITY (ингл.) (PDF) 157. Нью-Йорк: Columbia University Press.
  10. Bahrain Economic Development Board. Bahrain's economy praised for diversity and sustainability (ингл.). bahrainedb.com (19 август 2008). Архивировано из оригинала 28 декабрь 2010 года. 2010 йыл 28 декабрь архивланған.
  11. 11,0 11,1 Abbas Faroughy The Bahrein Islands (750–1951): A Contribution to the Study of Power Politics in the Persian Gulf (инг.) // the University of Michigan (изначально). Verry, Fisher. — Нью-Йорк, 1951.
  12. 12,0 12,1 Хаутсма, Мартин Теодор. Baḥrayn (инг.). — Encyclopedia of Islam. — Leiden: E.J. Brill, 1960. — Vol. 1. — P. 941.
  13. Adrian Room. Placenames of the World: Origins and Meanings of the Names for 6,600 Countries, Cities, Territories, Natural Features, and Historic Sites (инг.). — McFarland, Incorporated, 2006. — 448 p. — ISBN 978-0-7864-2248-7. Архивная копия от 29 март 2017 на Wayback Machine
  14. Хаутсма, Мартин Теодор. First Encyclopaedia of Islam: 1913-1936 (инг.). — BRILL, 1993. — Vol. 4. — 556 б. — ISBN 978-90-04-09796-4. Архивная копия от 13 август 2021 на Wayback Machine
  15. Michael Rice. The Archaeology of the Arabian Gulf, C. 5000-323 BC (инг.). — Routledge, 1994. — 388 p. — ISBN 978-0-415-03268-1. — ISBN 0415032687. Архивная копия от 26 ғинуар 2021 на Wayback Machine
  16. Rentz, G., Mulligan, W.E. al-Baḥrayn (инг.) // Encyclopaedia of Islam, Second Edition / P. Bearman, Th. Bianquis, C.E. Bosworth, E. van Donzel, W.P. Heinrichs. — Koninklijke Brill NV, 2012. — DOI:10.1163/1573-3912_islam_com_0089 Архивировано из первоисточника 7 февраль 2019.
  17. Clive Holes. Dialect, Culture, and Society in Eastern Arabia: Glossary (инг.). — BRILL, 2001. — P. XIX. — 644 p. — ISBN 978-90-04-10763-2. — ISBN 9004107630. Архивная копия от 26 июль 2020 на Wayback Machine
  18. UNESCO World Heritage Centre. Qal’at al-Bahrain – Ancient Harbour and Capital of Dilmun (ингл.). UNESCO World Heritage Centre. Дата обращения: 15 ноябрь 2020.
  19. Curtis E. Larsen. Life and Land Use on the Bahrain Islands: The Geoarchaeology of an Ancient Society. — Чикаго, Лондон: University of Chicago Press, 1983. — С. 52—55. — 378 с. — ISBN 978-0-226-46906-5. — ISBN 0-226-46905-0.
  20. Federal Research Division. Bahrain (инг.). — Kessinger Publishing, 2004-06-01. — 160 p. — ISBN 978-1-4191-0874-7.
  21. Curtis E. Larsen. Life and land use on the Bahrain Islands : the geoarcheology of an ancient society (инг.). — Чикаго: University of Chicago Press, 1983. — P. 13. — 374 p. — ISBN 978-0-226-46906-5, 978-0-226-46905-8.
  22. 22,0 22,1 Геерен, Арнольд Герман Людвиг. Historical Researches Into the Politics, Intercourse, and Trade of the Principal Nations of Antiquity (инг.). — H. G. Bohn, 1854. — Vol. 1. —  38.
  23. Ward, Philip. Bahrain, a travel guide (инг.). — Cambridge, England: Oleander Press, 1993. — P. 68. — x, 270 pages p. — ISBN 0-906672-21-X, 978-0-906672-21-1.
  24. The Cambridge history of Iran. (инг.). — Кембридж: Cambridge University Press, 1968-1991. — P. 40. — 7 volumes in 8 p. — ISBN 0-521-06935-1, 0-521-20091-1, 0-521-20092-X, 0-521-24693-8, 0-521-20093-8, 0-521-06936-X, 0-521-20094-6, 0-521-20095-4, 978-0-521-06935-9, 978-0-521-20091-2, 978-0-521-20092-9, 978-0-521-24693-4, 978-0-521-20093-6, 978-0-521-06936-6, 978-0-521-20094-3, 978-0-521-20095-0, 0-521-24699-7, 978-0-521-24699-6, 978-0-521-06035-6, 0-521-06035-4.
  25. Циркин, Юлий Беркович. От Ханаана до Карфагена. Ханаан, Финикия, Сидон. militera.org 274. Москва: Астрель (2001).
  26. R. A. Donkin. Beyond Price: Pearls and Pearl-fishing : Origins to the Age of Discoveries. — American Philosophical Society, 1998. — С. 48. — 488 с. — ISBN 978-0-87169-224-5.
  27. Shaikh Abdullah Bin Khalid Al-Khalifa. Bahrain Through the Ages: The Archaeology / Scheich ʿAbdāllah Bahrain, Haya Ali Khalifa, Shaikha Haya Ali Al Khalifa, Michael Rice. — Routledge, 1986. — С. 401—402. — 528 с. — ISBN 978-0-7103-0112-3.
  28. Arnold Heeren, p441
  29. «Арабская весна» наступает в Бахрейне, Russia Today (10 декабря 2012). 10 декабрь 2012 тикшерелгән.(недоступная ссылка)
  30. 5000 лет истории жемчужного промысла в Бахрейне (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
  31. Древневосточные корни ислама. Дата обращения: 7 ноябрь 2013. Архивировано 13 октябрь 2013 года. 2013 йыл 13 октябрь архивланған.
  32. Афанасьева В. К. Гильгамеш и Энкиду — М.: Наука, 1979, 220 с., — сс. 73, 124
  33. Д. Рол. Генезис цивилизации — М.: Эксмо, 2002, 480 с.
  34. Пиотровский М. Б. Живая вода Бахрейна — /в кн.: Тилос. Путешествие в загробный мир — С.-Пб.: Изд-во Гос. Эрмитажа, 2012, с. 3
  35. Смерть в Тилосе: хорошо подготовленное путешествие. Дата обращения: 7 ноябрь 2013. Архивировано из оригинала 6 март 2016 года. 2016 йыл 6 март архивланған.
  36. 36,0 36,1 file-icon
  37. Бахрейн // Энциклопедический географический словарь / отв. редакторы Е. В. Варавина и др. — М.: Рипол-классик, 2011. — С. 76. — (Словари нового века). — 5000 экз. — ISBN 978-5-386-03063-6.
  38. Бахрейн увеличил добычу нефти в 2015 году
  39. Бахрейн открыл крупнейшее сланцевое месторождение нефти и газа в мире
  40. Бахрейн в числах (2014) 2016 йыл 29 октябрь архивланған.. Открытый портал информации Бахрейна. (инг.)
  41. Bahrain 2016 йыл 14 октябрь архивланған.. CityPopulation.de (инг.)
  42. Радиостанции Манамы. Дата обращения: 30 сентябрь 2016. Архивировано 6 октябрь 2016 года.
  43. Bahrain, Destination Guide 2008 йыл 3 декабрь архивланған. Lonely Planet

Һылтанмалар

үҙгәртергә