Угарит

Урта диңгеҙҙең көнсығыш ярындағы боронғо сауҙа ҡала-дәүләте

Угари́т — Урта диңгеҙҙең көнсығыш ярындағы боронғо сауҙа ҡала-дәүләте, ул Сүриә территорияһында урынлаша. Тораҡ пункттарының ҡалдыҡтарын Клод Шеффер етәкселегендәге француз археологтары 19291939 һәм 19481963 йылдарҙа Латакиянан (Сүриә) төньяҡҡа табан 12 километрҙағы (Урта диңгеҙ ярынан яҡынса 1 километр алыҫлыҡта) Рас-Шамра убаһын ҡаҙғанда таба.

Угарит
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-uga" does not exist.
Нигеҙләү датаһы 6 б.э.т. мең йыллыҡ
Рәсем
Культура Ханаан[d]
Дәүләт Сүриә[1]
Административ-территориаль берәмек Латакия[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1190 б.э.т.[2]
Карта
 Угарит Викимилектә

Угарит на карте

Боронғо Угарит

үҙгәртергә

Угарит Урта диңгеҙ буйында Рас-Шамра булараҡ билдәле булған убала урынлаша, хәҙер унда Сүриәнең төньяҡ өлөшө. Археологик ҡаласыҡты 1928 йылда ерен һөрөп йөрөгән крәҫтиән осраҡлы рәүештә генә аса.

Угаритта ҡала тибындағы боронғо тораҡ пункты неолит осоронда, беҙҙең эраға тиклем 6000 йылдар тирәһендә барлыҡҡа килә. Күп милләтле Угариттың сәскә атыу мәле беҙҙең эраға тиклем икенсе мең йыллыҡҡа тура килә. Сәскә атҡан осоронда уның территорияһы төньяҡтан көньяҡҡаса, Касиос тауынан Тель-Сукасҡа тиклем 60 километрға, көнбайыштан көнсығышҡа табан 30—45 километрға, Урта диңгеҙҙән Оронт йылғаһы үҙәненә тиклем һуҙыла.

Климаты уңайлы булғанға күрә, Угаритта малсылыҡ ныҡ үҫешә. Иген культураларызәйтүн майы, шарап, шулай уҡ Месопотамияла һәм Мысырҙа етешмәгән һәм һәр саҡ ҙур ихтыяж менән файҙаланылған үҙағас менән дан тота. Угарит аша мөһим сауҙа юлдары үткәнгә күрә, ҡала тәүгеләрҙән булып халыҡ-ара порттарҙың береһенә әүерелә. Эгей диңгеҙе, Анатолия, Вавилон, Мысыр һәм Яҡын Көнсығыштың башҡа илдәре сауҙагәрҙәре Угаритта металл, ауыл хужалығы продукттары һәм урындағы кәсепселәрҙең тауарҙары менән һатыу итә.

180-гә яҡын игенселек общинаһы Угарит батшаһы күҙәтеүендә эшләй. Ҡаҙылмаларҙа табылған керамика Угаритҡа Эгей һәм Кипр цивилизацияларының көслө йонғонтоһо булыуын раҫлай. Ҡаҙылмаларҙа шулай уҡ бик күп крит һыҙма яҙыуы А һәм кипр-миной яҙыуы табыла.

Мысырҙар һәм хеттар йоғонтоһо

үҙгәртергә

Угарит дәүләтенең булыуын иҫбатлаусы боронғо яҙма сығанаҡтар Эбла (беҙҙең эраға тиклем XIX быуат) ҡаҙылмаларында табыла. Башҡа Азия алды сығанаҡтарына килгәндә ҡаланың исеме Ямхад батша менән Мари ҡалаһы батшаһы  Зимри-Лим (беҙҙең эраға тиклем 1774—1759 йылдар тирәһе) араһындағы хат алышыуҙарҙа атап үтелә. Беҙҙең эраға тиклем XV быуатта Угарит ҡалаһының атамаһы күршеләге Алалаха алтаҡталарында ла осрай.

Урта батшалыҡ XII династияһының Мысыр фирғәүендәре (беҙҙең эраға тиклем 1991—1802 йылдар) Угарит менән дипломатик һәм сауҙа бәйләнештәрен урынлаштыра. Фирғәүен Сенусерта I хакимилыҡ иткәндә эшләнгән аҡыҡ мәрйен — Мысыр-Угарит мөнәсәбәттәренең булыуы тураһындағы тәүге дәлил. Угаритта шулай уҡ фирғәүендәр Сенусерта III һәм Аменемхета III осоронда ҡуйылған стела һәм статуэтка, батша ҡыҙы Хнумет-нефер-хеджеттың (Сенусерта Икенсенең ҡатыны) статуяһы һәм Баала ғибәҙәтханаһына ингән ерҙә табылған Аменемхета Өсөнсөнөң сфинксы, шулай уҡ Мысыр вәзире Сенусер-анханың ғаиләһенең ике ағзаһы менән һынландырылған скульптура төркөмө табыла.

Иҡтисади йәһәттән сәскә атыуына ҡарамаҫтан, Угарит һәр ваҡыт буйһондоролған дәүләт берәмеге була. Ҡала Яңы батшалыҡ (XVIII династияның яулап алыусы фирғәүендәре Тутмос III йәки Аменхотеп Икенсенән башлап) Мысыр державаһының төньяҡтағы аванпосы булып тора, унда Мысыр гарнизоны тора. Бындай хәл беҙҙең эраға тиклем XIV быуатта ҡаланы, шулай уҡ бөтә Урта диңгеҙҙең Көнсығышын Хетт батшалығы (Хатти) баҫып алғанға тиклем генә дауам итә.

Амарн архивындағы мәғлүмәттәр тап ошо турала һөйләй. Унда Угарит батшалары Аммистамру II, Никмадду II һәм уның ҡатынының Мысырға яҙған хаттары табыла. Ҡала Аменхотеп Өсөнсөнөң топографик исемлегендә Мысыр вассалы булараҡ атап үтелә, әммә тиҙҙән Угарит Хетт дәүләте составына инә. Угарит хетттарға яһаҡ түләргә һәм уларҙы ғәскәр менән тәьмин итергә тейеш була. Угарит ғәскәре хеттар менән бергә Мукиш (Алалах), Нухашше һәм Ния батшалыҡтарының хеттерға ҡаршы восстаниеһын баҫтыра. Митанни батшаһы Тушраттуны еңгән һәм төньяҡ Сүриәне үҙ контроле аҫтына алған хетт батшаһы Суппилулиума I тоғро хеҙмәте өсөн Мукиш ерҙәренең байтаҡ өлөшөн Угаритҡа бүлеп бирә.

Фиғәүен Хоремхебе хакимлыҡ иткәндә (беҙҙең эраға тиклем 1319—1292 йылдар) Угарит, күрәһең, Мысыр ҡул аҫтына кире ҡайта, ләкин ваҡытлыса һәм һуңғы тапҡыр. Угарит ғәскәрҙәре беҙҙең эраға тиклем 1274 йылда Кадеш янындағы һуғышта Рамсес Икенсегә ҡаршы һуғышҡан хетт коолицияһына инә. Беҙҙең эраға тиклем  XIII быуатта Угарит Хаттиның төп иҡтисады үҙәге була һәм Ассирия менән һуғышта сюзеренға финанс ярҙамы күрһәтә, ә йөҙ йыллыҡтың икенсе яртыһында туранан-тура хәрби ярҙам да ебәрә.

Ҡаланың юҡҡа сығыуы: «диңгеҙ халыҡтары» һәм ер тетрәү

үҙгәртергә
 
Угарит порты ҡаҙылмаларында косметика өсөн тәғәйенләнгән өйрәк формаһындағы һауыт табыла —  «интернациональ стиль өлгөһө». Беҙҙең эраға тиклем XIII быуат.

«Диңгеҙ халыҡтары», Угаритҡа баҫып инеп, Анатолияны (Төркиәнең үҙәге) һәм Сирияның төньяғын талай башлағас, хеттар үҙҙәренең хәрби маҡсаттары өсөн Угарит батшаһы Никмадду Өсөнсөнөң ғәскәрен һәм флотын файҙалана. Уның вариҫы Аммурапи Өсөнсө Аласия батшаға (Кипр) яҙған хаттарында батшалыҡта шул мәлдә барлыҡҡа килгән хәл тураһында аңлатып китә: Угарит ғәскәре һәм ике төгөрмөсле һуғыш арбалары Кесе Азия үҙәгендә, хетт ерҙәрендә, ә флоты Луккула булғанға күрә, ҡала хәрби йәһәттән һаҡһыҙ ҡала. Өҫтәүенә «диңгеҙ халыҡтары» баҫып ингәндән бер нисә ай элек кенә (беҙҙең эраға тиклем 200 йыл тирәһендә) ҡала көслө ер тетрәүҙән ҙур зыян күргән була; ситтән ярҙам килмәй, һөҙөмтәлә ҡала бронза быуаты аҙағында баҫҡынсылар тарафынан тулыһынса юҡ ителә.

Радиоуглерод анализы ҡаланың беҙҙең эраға тиклем 1192—1190 йылдарҙа юҡҡа сығыуын раҫлай. Угарит хеттарҙың баш ҡалаһы Хаттусанан һуңмы, әллә алдараҡмы емерелеүе буйынса бәхәстәр дауам итә.

Угарит урынында «диңгеҙ халыҡтарының» ҙур булмаған тораҡ пункты барлыҡҡа килә, ләкин ҡала бер ҡасан да элекке хәленә кире ҡайтмай һәм ирекле дәүләт була алмай, шулай итеп Угариттың тарихы тамамлана. 

Ҡаҙылмалар ваҡытында ғәйәт ҙур батша һарайы, ҡанбабалар йорто һәм Угариттың яҙма ҡомартҡылары һаҡланған (беҙҙең эраға тиклем 1450—1200 йылдар тирәһе) китапханалар харабалары асыла. Быға тиклем билдәле булмаған дини-мифологик характерҙағы  әҙәбиәт тә табыла, уларСанхуниатон һәм Иҫке Ғәһед хикәйәләре менән бик оҡшаш. Был емерек ҡалала угарит теленән башҡа аккад, шумер, хуррит, этеокрит (миной) һәм этеокипр телдәренең ҡулланылыуы ла асыҡлана.

Эллин Угариты

үҙгәртергә

1961—1962 йылдарҙа Рас-Шамра убаһында беҙҙең эраға тиклем V—III быуаттарҙа кешеләр йәшәгән һәм грек, эллин мәҙәниәттәре эҙҙәре булған тораҡ пункты табыла. 

Ҡаҙылмалар

үҙгәртергә

Емерелгәндән һуң Угарит урынында яҡынса 20 метр бейеклегендәге һәм майҙаны 25 гектарҙан ашыу булған уба хасил була. Әлегә был майҙандың алтынсы өлөшө генә ҡаҙылған.

Угариттың әҙәбиәте

үҙгәртергә
 
Угарит харабалары

Угарит емереклектәрендә меңдән артыҡ балсыҡ таҡталар табыла. Улар араһында иҡтисади, юридик, дипломатик һәм хужалыҡ итеү буйынса документтар бар, яҙмалар һигеҙ телдә һәм биш төр яҙма ҡулланып яҙылған. Клод Шеффер етәкселегендәге француз археологтары төркөмө 1929 йылда элек билдәле булмаған көнбайыш семит телендәге (уны «угарит теле» тип атайҙар) яҙмаларҙы таба. Угарит таҡталарындағы яҙмаларҙың теле йәһүд теленең архаик төрөнә яҡын. Уның нигеҙендә иң боронғо алфавиттарҙың береһе (дөрөҫөрәге, абугида) ята, ул 30 шына яҙыу билдәләренән тора.

1950—1955 йылдарҙа археологтар хуррит дини йырҙары яҙылған шына яҙыулы таҡталарҙың фрагменттарын таба[3][4].

Угаритта дини-мифологик йөкмәткеле әҫәрҙәр («Ваал», «Ваал и Анат», «Брак Никаал и Ава» һәм башҡалар), миф-тарихи-эпик (« Керет[батша] тарихы», «Дани*Ил [судья] тарихы», «Акхит тураһында» һәм башҡалар) әҫәрҙәр, күп һанлы доғалар, гимндар һәм башҡа дини текстар табыла. Угарит текстарын тикшереүселәр тәүҙә үк уларҙың теле һәм стилистикаһының библиялағыларға оҡшаш булыуҙарына иғтибар итә. ХХ быуаттың 30-сы йылдарында Умберто Кассуто һәм Гарольд Луис Гинзберг угарит һәм библия әҙәбиәтен сағыштырып тикшерә башлай. Кассуто, Библия ханаан әҙәбиәтен туранан-тура дауам итеүсе һәм уның  традицияларын үҫтереүсе, тигән һығымтаға килә. Был концепция Израиль мәктәптәрендә Библияны тарихи күҙлектән сығып өйрәнеүгә нигеҙ булып тора.

Угариттың дине

үҙгәртергә
 
Угаритская бронзовая статуэтка Баала, XIV—XII век до н. э., Лувр.

Рас-Шамра текстарында200-ҙән ашыу алла һәм алиһә атала.

Аллалар һәм кешеләр хоҙайы тип иҫәпләнелгән Илу (Эль) иң Юғары Алла була. 


Угаритта күрәҙәлек итеү, астрология һәм сихыр киң таралған була. 

Хакимдары

үҙгәртергә
 
Батша һарайына инеү урыны.

«Угарит батшалары исемлеге»

үҙгәртергә
  • Йакару(м) (1-я пол. XVIII в.)
  • Ибирану I (2-я пол. XVIII в.)
  • Никмадду I (2-я пол. XVIII в.)
  • Никмепа I (ок. 1700)
  • Ибирану II (1-я треть XVII в.)
  • Никмепа II (1-я пол. XVII в.)
  • Аммурапи I (сер. XVII в.)
  • Никмепа III (2-я пол. XVII в.)
  • Ибирану III (2-я пол. XVII в.)
  • Йадурадду (ок. 1600)
  • Аммистамру I (нач. XVI в.)
  • Ибирану IV (1-я пол. XVI в.)
  • Никмепа IV (2-я пол. XVI в.)
  • Аммурапи II (1-я пол. XV в.)
  • Архальбу I (2-я пол. XV в.)
  • Никмепа V (1-я пол. XIV в.)
  • Аммистамру II (до 1349)
  • Никмадду II (1349—1315)
  • Архальбу II (1315—1313)
  • Никмепа VI (1313 (9-й год царствования Мурсилиса III) — самое меньшее 1265 (начало царствования Хаттусилиса III)
  • Аммистамру III (ранее 1265—1240)
  • Ибирану VI (1240—1225)
  • Никмадду III (1225—1215)
  • Аммурапи III (1215 — ок. 1178)

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә
  • Угаритское письмо
  • Угаритский язык
  • Боги Угарита

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Ras Shamra 1929—1979, par la Mission Archéologique de Ras Shamra
  • Сегерт С. Угаритский язык. — М.: Наука, 1965. — 104 с.
  • Шифман И. Ш. Угаритские маргиналии // Памятники письменности и проблемы истории культуры народов Востока : [ Сб. ]. — Ч. 1. — Л.: Наука, Ленинград. отделение, 1975.
  • Шифман И. Ш. Угаритское общество (XIV—XIII вв. до н. э.). — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1982. — 392 с. — 1000 экз.
  • Шифман И. Ш. Культура древнего Угарита (XIV—XIII вв. до н. э.) / Отв. ред. А. Г. Лундин. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1987. — 236 с. — 2000 экз.
  • Угаритский эпос / Пер., введ., коммент. И. Ш. Шифмана; отв. ред. А. Г. Лундин. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1993. — 229 с. — (Памятники письменности Востока). — 1350 экз. — ISBN 5-02-017247-2.