Ғәрәп хәлифәлеге
Ғәрәп хәлифәлеге (ғәр. خلافة إسلامية — Ислам хәлифәлеге) — VII—IX быуаттарҙа мосолман яулап алыуҙары һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән, хәлифәләр идара иткән теократик Ислам дәүләте. Боронғо Русь сығанаҡтарында уны Һәжәриҙәр батшалығы (царство Агарянское) һәм Исмәғил батшалығы (царство Измаильтянское) тип атап, шул ваҡыттағы батшалыҡтар (империялар) исемлегенә индергән.
Ғәрәп хәлифәлеге | |
Нигеҙләү датаһы | 632 |
---|---|
Рәсми тел | Ғәрәп теле |
Донъя ҡитғаһы | Азия, Африка һәм Европа |
Эра | Урта быуаттар |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1517 |
Мәҙинә өммәте
үҙгәртергәХәлифәлеккә нигеҙҙе VII быуатта Көнбайыш Ғәрәбстандағы Хижаз төбәгендә Мөхәммәт Пәйғәмбәр төҙөгән мосолман өммәте һала. Яулап алыу һуғыштары (ғазауаттар) һөҙөмтәһендә ҙур дәүләт барлыҡҡа килә. Уға Ғәрәбстан ярымутрауы, Ираҡ, Иран, Кавказдың күп өлөшө, Каспий диңгеҙе буйҙары, Урта Азия, Сүриә, Фәләстин, Мысыр, Төньяҡ Африка, Пиреней ярымутрауының күп өлөшө, Синд инә.
Хәлифәлек (ғәр. خليفة — Khalīfah — «вариҫ», «вәкил») — хәлифә титулын да, улар идара иткән дәүләтте лә аңлата.
Ғәрәп хәлифәлеге, һәм унан һуңғы бер нисә быуат көнбайыш тарихнамәһендә Исламдың алтын быуаты тип атала.
Ғәҙел хәлифәт (632—661)
үҙгәртергәМөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң 632 йылда Ғәҙел хәлифәт төҙөлгән. Уға дүрт Ғәҙел Хәлифә: Әбү Бәкер, Ғүмәр ибн әл-Хәттаб, Усман ибн Әффан һәм Али ибн Әбү Талип етәкселек иткән.
Дәүерҙәре
үҙгәртергәҒәрәп хәлифәлеген төп өс дәүергә бүлеп ҡарарға була:
- Рәшидиә хәлифәлеге (الخلافة الراشدية), йәғни Хаҡ хәлифәлек (632—661)
- Өмәүиҙәр хәлифәлеге (661—750)
- Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге йәки Бағдад хәлифәлеге (750—1258)
Баш ҡалаһы үҙгәреп торған:
Төп мәҡәләләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- http://bibliotekar.ru/encW/100/25.htm
- http://sekrets.ru/sobytyasrednevekovya/arabskiezavoevaniya.html
- Daniel, Elton L. (2010). «The Islamic East». In Robinson, Chase F. The New Cambridge History of Islam, Volume 1: The Formation of the Islamic *World, Sixth to Eleventh Centuries. Cambridge University Press. ISBN 9780521838238.
- Donner, Fred M. (2014). The Early Islamic Conquests. Princeton University Press.
- Edward Gibbon, The History of the Decline and Fall of the Roman Empire, Chapter 51