Сүл

һирәк, йәки бөтөнләй булмаған флора һәм үҙенсәлекле фауна, тигеҙлек менән билдәленгән ер өҫтөндәге ландшафт

Сүл — һирәк, йәки бөтөнләй булмаған флора һәм үҙенсәлекле фауна, тигеҙлек менән билдәленгән ер өҫтөндәге ландшафт. Сүлде ҡомло, ташлы, балсыҡлы, тоҙло тупраҡлыларға бүләләр. Ҡарлы сүлде (Арктика һәм Антарктидала) айырым ҡарайҙар. Иң билдәле сүл — Африка континентының төньяғын биләп торған Сахара сүле. Ярымсүлдәр, шулай уҡ экстремаль ландшафтлы иҫәпләнә. Сүлдәр ҡоро ерҙең барлығы 16,5 млн км² өлөшөн, йәки 11% биләй (Антарктиданан башҡа). Антарктида менән бергә — 20%.

Сүл
Рәсем
 Сүл Викимилектә
Сүлдәр

Географик үҙенсәлеге

үҙгәртергә
 
Ливия сүле

Күпселек сүллектәр геологик платформаларҙа барлыҡҡа килгән. Азия, Африка һәм Австралиялағы сүллектәр диңгеҙ өҫтөнән 200-600 м бейеклектә урынлашҡан, ә Үҙәк Африкалағы һәм Төньяҡ Америкалағы сүлдәр диңгеҙ өҫтөнән 1000 м бейеклектә. Күбеһе тауҙар менән уратып алынған, йәки тауҙарға сиктәш. Ер өҫтө ҡатламы төрлө һәм территорияның геологик төҙөлөшөнән, тәбиғи процестарҙың тәьҫиренән тора.

Температура режимы географик урынына бәйләнгән. Сүлдәге һауа дымлылығы бик түбән булғанға, ул ҡояш радиацияһынан һаҡламай. + 50 °С — ғәҙәти температура, ә иң максималь температура — + 58 °С Сахарала теркәлгән. Төндә ер өҫтө йылыһын бик тиҙ юғалта. Тропик пояста температура амплитудаһы 40 °С етергә мөмкин. Уртаса пояста температура миҙгел алмашыныуына бәйле. Йәй сүлдә йылы, хатта эҫе, ә ҡыш бик ҡырыҫ, -50 °С һалҡынға тиклем етә, ҡар ҡатламы бөтөнләй булмай.

Ел тиҙлеге 80—100 км/сәғ еткән, елдәр — сүлдең үҙенсәлеге. Улар туҙан һәм ҡом бураны сығара.

Донъя сүллектәренең төп географик характеристикаһы

үҙгәртергә
Исеме Майҙан, мең кв. км. Өҫтөнлөк иткән абсолют бейеклектәр, м. Температураның абсолют юғарылығы, °С Температураның абсолют түбәне, °С Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ күләме, мм.
Урта Азия һәм Ҡаҙағстан
Ҡараҡом 350 100 — 500 + 50 −35 70 — 100
Устюрт һәм Манғышлаҡ 200 200 — 300 + 42 −40 80 — 150
Ҡыҙылҡом 300 50 — 300 + 45 −32 70 — 180
Арал яны Ҡараҡомдары 35 400 + 42 −42 130 — 200
Бетпаҡ-Дала 75 300 — 350 + 43 −38 100 — 150
Мөйөнҡом 40 100 — 660 + 40 −45 170 — 300
Үҙәк Азия
Такла-Макан 271 800—1500 + 37 −27 50 — 75
Алашань (сүл) 170 800 — 1200 + 40 −22 70 — 150
Бэйшан 175 900 — 2000 + 38 −24 40 — 80
Ордос 95 1100 — 1500 + 42 −21 150—300
Цайдам 80 2600 — 3100 + 30 −20 50 — 250
Гоби 1050 900 — 1200 + 45 −40 50 — 200
Иран ҡалҡыулығы
Деште-Кевир 55 600 — 800 + 45 −10 60 — 100
Деште-Лут 80 200 — 800 + 44 −15 50 — 100
Регистан (сүл) 40 500 — 1500 + 42 −19 50 — 100
Аравия ярымутрауы һәм Яҡын Көнсығыш
Руб-эль-Хали 650 100 — 500 + 47 −5 25 — 100
Ҙур Нефуд 80 600 — 1000 + 54 −6 50 — 100
Дехна 54 450 + 45 −7 500 — 100
Сирия сүллеге 101 500 — 800 + 47 −11 100 — 150
Негев 12 600 — 800 +46 −5 50 — 300
Төньяҡ Африка
Сахара 8600 200 — 500 + 59 −5 25 — 200
Ливия сүллеге 1934 100 — 500 + 58 −4 25 — 100
Нубий сүллеге 1240 350 — 1000 + 53 −2 25
Көньяҡ Африка
Намиб 150 200 — 1000 + 40 −4 2 — 75
Калахари 600 900 + 42 −9 100 — 500
Карру 120 450 — 750 + 44 −11 100 — 300
Һиндостан ярымутрауы
300 350 — 450 + 48 −1 150 — 500
Тхал 26 100 — 200 + 49 −2 50 — 200
Төньяҡ Америка
Ҙур Бассейн 1036 100 — 1200 + 41 −14 100 — 300
Мохаве (сүл) 30 600 — 1000 + 56,7 −6 45 — 100
Сонора (сүл) 355 900 — 1000 + 44 −4 50 — 250
Чиуауа (сүл) 100 900 — 1800 + 42 −6 75 — 300
Көньяҡ Америка
Атакама 90 300 — 2500 + 30 −15 10 — 50
Патагон 400 600 — 800 + 40 −21 150 — 200
Австралия
Ҙур Ҡомло сүл 360 400—500 + 44 + 2 125 — 250
Гибсон сүллеге 240 300 — 500 + 47 0 200 — 250
Виктория ҙур сүле 350 200 — 700 + 50 −3 125 — 250
Симпсон (сүл) 300 0 — 200 + 48 −6 100 — 150

Флора һәм фаунаһы

үҙгәртергә

Сүл үҫемлектәренең төр составы бик үҙенсәлекле. Үҫемлек төркөмдәренең йыш ҡына алмашыныуы, комплекслылығы күҙәтелә, быға сүллек өҫтөнөң төҙөлөшө, дымланыу шарттары менән йыш үҙгәргән тупраҡтың төрлөлөгө сәбәп була. Бының менән бер рәттән төрлө континенттарҙағы оҡшаш шарттарҙа үҫкән сүллек үҫемлектәренең бүленешендә һәм экологияһы һыҙаттарында дөйөм яҡтар күп: ҙур ерҙәрҙә күҙәтелгән ныҡ һирәклек, ярлы булған төр составы. Уртаса бүлкәттәге материк эсендәге сүллектәргә склерофил типтағы үҫемлектәр төрө, шул иҫәптән япраҡһыҙ ҡыуаҡлыҡтар, ярым ҡыуаҡлыҡтар хас (саҡсауыл, джузгун, эфедра, тоҙут, әрем һ. б.). Сүллектәрҙең көньяҡ зонаһы фитоценозында мөһим урынды үҫемлек төрҙәре — эфемерҙар һәм эфемероидтар биләй.

Африканың һәм Аравияның субтропик һәм тропик материк эсе сүллектәрендә ксерофил ҡыуаҡлыҡтар һәм күпйыллыҡ үҫемлектәр өҫтөнлөк итә, әммә бында шулай уҡ суккуленттар килеп сыға. Бархан ҡомлоҡтары массивында һәм тоҙ ҡабығы менән ҡапланған майҙандарҙа бер ниндәй ҙә үҫемлек үҫмәй.

Австралия һәм Төньяҡ Америка субтропик сүллектәренең үҫемлектәр ҡатламы байыраҡ (үҫемлектәрҙең күплеге буйынса улар Урта Азия сүллектәренә яҡын) — үҫемлектән мәхрүм булған участкалар бында юҡ тиерлек. Балсыҡлы түбән урындарҙа ҡом теҙмәләре араһында тәпәш акациялар һәм эвкалиптар өҫтөнлөк итә; ҡырсын-ташлы сүллеккә ярым ҡыуаҡлы тоҙуттар — билсән, сыбыҡлыҡтар һ. б. хас. Субтропик һәм тропик диңгеҙ яны сүллектәрҙә (Көнбайыш Сахара, Намиб, Атакама, Калифорния, Мексика) суккулент тибындағы үҫемлектәр өҫтөнлөк итә. Уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәттәрҙәге сүллектәрҙең тоҙло тупарҡтарында дөйөм төрҙәр күп. Был Был — галофиль һәм суккулент ярым ҡыуаҡлыҡтар һәм ҡыуаҡлыҡтар (тамарикс, селитрянка һ. б.), бер йыллыҡ тоҙуттар (тоҙут, сведа һ. б.).

Төп сүл үҫемлектәренән оазис, туғай, эре йылға үҙәндәре һәм дельта фитоценоздары ныҡ айырыла. Азияның сүлле-уртаса бүлкәтендәге үҙәндәрҙә япраҡ ҡойоусы ағастар ҡыуаҡлыҡтары — туранг тирәге, джида, тал, карама; субтропик һәм тропик бүлкәттәрҙә йылға үҙәндәре өсөн — йәшел үҫемлектәр — пальма, олеандр хас.

Сүллектә тереклек итеү шарттары бик ҡаты: һыу юҡлығы, һауаның ҡоролоғо, көслө ҡояш нурҙары, ҡар ҡатламының булмауы менән бергә ҡаты һыуыҡтар. Шуға күрә бында башлыса махсуслаштырылған формалар тереклек итә (морфо-физиологик ҡулланмалар менән дә, йәшәү рәүеше һәм ҡылыҡтары менән дә). Сүллектәр өсөн тиҙ йөрөүсе сүл хайуандары хас, был һыу (һыулау юҡ) һәм аҙыҡ (үлән һирәк) эҙләү, шулай уҡ йыртҡыстарҙың эҙәрлекләүҙәренән һаҡланыу (йәшеренер урын юҡ) менән бәйле. Дошмандарҙан һәм ҡаты климат шарттарынан йәшеренеү өсөн ҡайһы бер хайуандарҙың ҡом ҡаҙыу өсөн ҡулайламалары көслө үҫешкән (оҙон һығылмалы сәстәрҙән щеткалар, аяҡтарҙа тырнаҡ һәм шырттар, улар ҡомдо тырмап алып ташлау өсөн хеҙмәт итә; ҡырҡҡыстар, шулай алғы тәпәйҙәрендә осло тырнаҡтар — кимереүселәрҙә). Улар ер аҫты һыйыныу урыны ҡора (өң), йыш ҡына бик ҙур, ҡатмарлы һәм тәрән (оло песчанка), йәки йомшаҡ ҡомға тиҙ генә күмелергә һәләтле. (круглоголовка кеҫәрткеһе , ҡайһы бер бөжәктәр). Тиҙ йүгерә торған формалар ҙа бар (бигерәк тә тояҡлылар). Күп сүл һөйрәлеүселәре (кәҫәрткеләр һәм йыландар) шулай уҡ тиҙ йөрөүгә һәләтле.

Сүл фаунаһына яҡлаусы «сүллек» төҫө хас — һары, аҡһыл-көрән һәм һоро төҫтәр, был күп хайуандарҙы күренер-күренмәҫ итә. Сүл фаунаһының ҙур өлөшө йәй төнгө йәшәү рәүешен алып бара. Ҡайһы берҙәре йоҡоға тала, айырым төрҙәрҙең (мәҫәлән, йомрандарҙың) ул иң эҫе мәлдә, үҫемлектәрҙең көйөп бөтөүе һәм дымдың етмәүе менән бәйле башлана (йәйге йоҡо, аҙаҡ туранан тура ҡышҡы йоҡоға күсә).

Дымдың, бигерәк тә эсәр һыуҙың етешмәүе — сүлдә йәшәүселәрҙең төп ауырлыҡтарының береһе. Уларҙың ҡайһы берҙәре һыуҙы даими һәм күп эсә, шуға күрә һыу эҙләп байтаҡ арауыҡ үтә (рябка) йәки йылдың ҡоро ваҡытында һыуға яҡын күсә (тояҡлылар). Башҡалары һыулау менән һирәк ҡулланалар йәки, аҙыҡтағы дым менән сикләнеп, бөтөнләй һыу эсмәйҙәр. Сүл фаунаһының күп вәкилдәренең һыу балансында матдәләр алмашыныу процессында барлыҡҡа килгән метаболик һыу ҙур ролгә эйә (тупланған майҙың ҙур запасы).

Сүлдәрҙе хужалыҡта ҡулланыу

үҙгәртергә

Сүллектә малсылыҡ көтөүлектәре үҫешкән. Игенселек тик һуғарыу ярҙамында ғына мөмкин һәм ғәҙәттә ҙур йылға үҙәндәрендә генә атҡарыла. Күп сүлдәр файҙалы ҡаҙылмаларға бай (бигерәк тә Азияла), нефть һәм газ сығарыу етештерелә.

Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендә сүлдәр Ҡаҙағстан, Узбәкстан һәм Төрмәнстандың ҙур өлөшөн биләй. Рәсәйҙә сүлдәр Ҡалмыҡ Республикаһының көнсығышында һәм Әстерхан өлкәһенең көньяҡ яртыһында бар.

Сүлдәрҙе киҫеп үткән ҙур йылға үҙәндәрендә һәм дельталарында (Волга, Аҡтүбә, Һырдарья, Амударья), һуғарыла торған ер эшкәртеү эштәре (йәшелсәселек, дөгөсөлөк, мамыҡсылыҡ, ә урыны менән виноград үҫтереү) киң атҡарыла.

Ҡомло сүлдәрҙә малсылыҡ (һарыҡсылыҡ, дөйәселек) көтөүлектәре өсөн уңайлы шарттар бар (Ҡараҡом, Ҡыҙылҡом, Арал яны Ҡараҡомдары, Сарыесик-Атырау һ. б.), сөнки грунт һыуҙарының ныҡ тәрәндә булыуы арҡаһында (яуым-төшөм парға әйләнеп өлгөрмәйенсә ергә һеңә) бында, тирә-яҡтағы балсыҡлы сүллектәргә ҡарағанда, үҫемлектәр бай. Малдарҙы һыулау өсөн күп һанлы ҡоҙоҡтар һәм артезиан скважиналары бар, улар эргәһендә күп һанлы мал ҡышлауҙары ойошторолған, ә рельефтың бархан араһындағы түбән урындар көслө елдәрҙән, саңлы дауылдарҙан, бурандарҙан һаҡлау сараһы булып тора. Шулай итеп, ҡомло сүлдәр мал көтөү өсөн әүҙем һәм йыл әйләнәһенә ҡулланыла.

Малсылыҡ көтөүлектәре шарттар әҙерәк булыуға ҡарамаҫтан балсыҡлы сүлдәрҙә лә атҡарыла: грунт һыуҙары тәрәнерәк, ҡоҙоҡтар һаны әҙерәк, әммә ваҡытлыса һыу ағымдары һәм яҙғы осорҙа һыу менән тулған ҡороусы йылғалар бар.

Иң ҡырыҫ тәбиғәт шарттары ташлы һәм ваҡ ташлы сүллектәрҙә күҙәтелә (Устюрт яйлаһы, Манғышлаҡ ярымутрауы,Төркмәнстандың көнбайышы): бында грунт һыуҙары ғәмәлдә юҡ, ҡоҙоҡтар һаны әҙ, һәм йылғалар селтәре юҡ. Шуға күрә был төбәктә ауыл хужалығы бөтөнләй юҡ, башҡа типтағы БДБ сүлдәре менән сағыштырғанда халыҡ тығыҙлығы иң түбән.

Экологик билдәләре

үҙгәртергә

Климаттың тотороҡло һәм цивилизациялы прогресстан алыҫлыҡта ятыу сәбәпле, сүл уникаль экология системаларын һаҡлап ҡала. Ҡайһы бер илдәрҙә сүл участкаһы милли ҡурсаулыҡ составына индерелгән. Икенсе яҡтан, кешеләрҙең сүлдәр янындағы эшмәкәрлеге (урман ҡырҡыу, йылғаларҙы быуыу) сүлдәрҙе киңәйтеүгә килтерә. Сүлләнеү — хәҙерге замандың иң ҡурҡыныс, глобаль һәм тиҙ процестарҙың береһе. 90-сы йылдарҙа сүлләнеү иң ҡоро 3,6 миллион гектар ергә янай. Сүлләнеү төрлө климат шарттарында булыуы мөмкин, бигерәк тә ул эҫе һәм ҡоро райондарҙа тиҙ бара. XX быуатта сүлләнеүҙе йәшелләндереү ысулы менән туҡтатырға маташыуҙар була, һыу үткәргес һәм каналдар төҙөлә. Шуға ҡарамаҫтан, сүлләнеү донъяла иң киҫкен экология проблемаларының береһе булып ҡала.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Список пустынь
  • Опустынивание
  • Полупустыня

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Пустынные зоны
  • Классификация пустынь Средней Азии
  • Экологические проблемы пустынь