Араме́й телдәре (Arāmāyā; боронғо арамей теле: 𐤀𐤓𐤌𐤉𐤀; империя арамей теле: 𐡀𐡓𐡌𐡉𐡀; йәһүд-арамей אַרָמָיָא, классик сүриә: ܐܪܡܝܐ) — Семит телдәре составындағы телдәр төркөмө. Боронғо заманда имперский арамейский язык[en] Яҡын Көнсығыштың байтаҡ территорияһында халыҡ-ара тел ролен башҡара.

Араме́й телдәре
Таксон

төркөм

Прародина

Төньяҡ Сүриә

Статусы

дөйөм танылған

Таралыуы

Яҡын Көнсығыш

Аралашыусылар һаны

2,2 млн

Классификацияһы
Категорияһы

Евразия телдәре

Афразия макроғаиләһе

Семит ғаиләһе
Көнбайыш семит телдәре/Көнбайыш семит тармағы
Үҙәк семит телдәре/Үҙәк семит тармаҡсығы[Central Semitic languages]
Төньяҡ-көнбайыш семит телдәре/Төньяҡ-көнбайыш семит өҫкө төркөмө[Northwest Semitic languages]
Составы

көнбайыш һәм көнсығыш тармаҡсығы

Айырылыу ваҡыты

б. э. т. 1 мең йыллыҡ башы

Тел төркөмөнөң кодтары
ГОСТ 7.75–97

аре 052

ISO 639-2

ISO 639-5

aii — Ассирия яңы арамей телдәре
aij — лишани
amw — көнбайыш
arc — империя
bhn — бохтан
bjf — барзан теле
cld — халдей теле
hrt — Төньяҡ бохтан теле
huy — Көньяҡ курд йәһүд-арамей теле (хулаула)
jpa — йәһүд-фәләстин
kqd — кой-санжак
lhs — млахсо
lsd — лишана-дени
mid — хәҙерге мандей
myz — классик мандей
oar — боронғо арамей
sam — самаритян
syc — сүриә теле
syn — сеная
tmr — йәһүд-вавилон
trg — Урмий йәһүд-арамей теле (лишан-дидан)
tru — туройо

xrm — армазий

Боронғо заманда яҡынса хәҙерге Сүриә территорияһында күсеп йөрөгән көнбайыш семит ҡәбиләләре төркөмөн «арамейҙар» тип атағандар. Уларҙың теле (дөрөҫөрәге, туғандаш диалекттар төркөмө) ханаан телдәренә, атап әйткәндә, иврит теленә бик яҡын булған. Арамейҙар бер ҡасан да берҙәм халыҡ барлыҡҡа килтермәгән һәм уртаҡ дәүләткә эйә булмаған. Уларҙың теле, шулай булыуға ҡарамаҫтан, биләмәһен бер туҡтауһыҙ киңәйтеп, үҙен сиктән тыш экспансив тотҡан.

Арамей теле бөтә Яҡын Көнсығыштың төбәгендә лингва франка ролен башҡарған, Ассирияла һәм Вавилонда аккад телен ҡулланыуҙан ҡыҫырыҡлап сығарған. Израиль һәм Йәһүҙиә батшалығында илселәр һәм сауҙагәрҙәр арамей телендә аралашҡан. Боронғо фарсы батшалығы Әхмәниҙәр дәүерендә (б. э. т. VI—IV быуаттарҙа йәшәгән) арамей теленең хәле айырыуса көсәйә.

Эллинистик дәүерҙә һәм ғәрәптәрҙең яулап алыуына тиклем (б. э. VII быуаты) арамей теле грек теле менән уңышлы ярышҡан, башҡа семит телдәре урындағы һөйләш ролендә ҡалған. Арамей телдәренең береһе Ғайса Мәсих йәшәгән осорҙа Йәһүҙиәнең һөйләшеү теле булған.

Европала XIX быуаттың 2-се яртыһына тиклем арамей телен (халдейҙар исеме менән) «халдей» теле тип атағандар[1].

Составы үҙгәртергә

Барлыҡ арамей телдәрен ике ҙур төркөмгә бүлергә мөмкин: көнбайыш (Фәләстан (тарихи өлкә), Дамаск) һәм көнсығыш (үҙәк Сүриә һәм Месопотамия). Ике төркөмдөң дә яҙма ҡомартҡыларының күбеһе йәһүд сығанаҡтарында: таргумдарҙа, Иерусалим Талмудында (көнбайыш төркөмө), Вавилон Талмудында (көнсығыш төркөмө) һаҡланған. Был ҙур текстарҙан тыш, төрлө жанрҙағы күп һанлы бәләкәй документтар, шулай уҡ глосс (башҡа телдәрҙәге текстарға әҙләп йыйылған арамей һүҙҙәре) осрай. Арамей сығышлы лексик берәмектәр шулай уҡ хәҙерге идиш теле лексикаһында һиҙелә (йәһүд-арамей телдәре б. э. тәүге быуаттарынан алып идиш киң таралғанға тиклем йәһүдтәрҙең төп аралашыу сараһы булған, тип фараз ителә).

Яҙыу системаһы үҙгәртергә

 
Сүриә алфавиты

Арамей телендә яҙылған тәүге яҙма финикий теле нигеҙендә яҙылған. Ваҡыт уҙыу менән арамейҙар үҙҙәренең «квадрат» стилен эшләгән (хәҙерге йәһүд алфавиты). Тап уны Изге Яҙманың арамей телендәге тексын һәм йәһүдтәрҙең башҡа яҙмаларын яҙыу өсөн ҡулланғандар. Икенсе яҡтан, мәсихселәр Сүриә алфавитының төрлө варианттарын үҙләштергән. Үҙ диалектын яҙыу өсөн мандейҙар айырым яҙма (мандей яҙыуы) менән файҙалана.

Арамей телендә яҙылған тәүге яҙма финикий телендә яҙылған. Ваҡыт уҙыу менән армамейҙар үҙҙәренең «квадрат» стилен эшләгән (хәҙерге йәһүд алфавиты). Тап уны Изге Яҙманың арамей телендәге тексын һәм йәһүдтәрҙең башҡа яҙмаларын яҙыу өсөн ҡулланғандар. Икенсе яҡтан, мәсихселәр Сүриә алфавитының төрлө варианттарын үҙләштергән. Үҙ диалектын яҙҙырыу өсөн мандейҙар айырым хат (мандей хаты) менән файҙалана[2].

Бынан тыш, боронғо заманда үҙ яҙыуына эйә арамей телле төркөмдәр булған: Петрҙағы набатейҙар, Пальмиралағы пальмиралылар. Шулай уҡ ҡайһы бер яңы арамей телдәренә телдәренә (мәҫәлән, туройо) латин алфавитын ҡулланырға маташалар.

Үҫеш стадиялары үҙгәртергә

Б. э. т. II һәм I мең йыллыҡтар сигендә арамей теле хәҙерге Сүриә территорияһының бер өлөшөндә һәм Ираҡ эргә-тирәһендәге райондарҙа таралған була. Тәүге арамей ҡомартҡылары б. э. т. IX быуаттан алып билдәле. Улар хәҙерге Сүриә биләмәһендә табылған.

Хронологик планда арамей телдәре иҫке арамей, урта арамей һәм яңы арамей осорҙарына бүленә. Был периодтарға бүлеү лингвистик эске критерийҙарға һәм дөйөм алғанда немец арамеисы Клаус Байер тәҡдим иткән арамей телдәрен классификациялауға нигеҙләнә.

  • Иҫке арамей осоро (Б. э. т. XII быуат — б. э. II быуат), шул иҫәптән:
    • Империя арамей теле (б. э. т. VII—III быуат)
    • Ҡайһы бер китаптарҙың Тәүрат арамей теле
    • Иисус Христос арамей теле
  • Урта арамей осоро (б. э. II быуат — 1200 йыл), шул иҫәптән:
    • сүриә теле
    • йәһүд-арамей теле
  • яңы арамей теле (1200 йылдан)

Йәһүдтәр ҡулланған һәм файҙаланған арамей телдәре һәм диалекттары берлеген «йәһүд-арамей телдәре» тип атайҙар. Урта арамей осоро тураһында һүҙ барғанда уларҙы йыш ҡына «йәһүд-арамейҙар» тип йөрөтәләр.

Боронғо арамей осоро үҙгәртергә

Тәүге ҡомартҡыларынан (б. э. т. IX быуат) Сәсәниҙәр империяһы сәскә атҡанға тиклем (б. э. 224 йыл) теркәлгән арамей теленең варианттарын «боронғо арамей» теле тип атайҙар. Әһәмәниҙәр империяһының (б. э. т. 500—330 йылдар) рәсми теле сифатында ҡабул ителеүе иҫке арамей теле үҫешенең төп фазаһы булды. Ҡайһы берҙә боронғо (Әһәмәниҙәргә тиклемге) һәм иҫке Әһәмәниҙәр осоро һәм Әһәмәниҙәрҙән һуңғы) телдәр айырыла. Боронғо арамей теле арамей телле ҡалаларҙың Месопотамия, Левант һәм Мысыр менән сауҙа иткәндә әһәмиәте артыуы осорона ҡулланыла. Әһәмәниҙәр ҡолатылғандан һуң, урындағы арамей телле халыҡ күбеһенсә үҙ һыҙаттарын үҫтергән, һөҙөмтәлә төрлө диалект төркөмдәре һәм яҙма стандарттар барлыҡҡа килгән.

Боронғо арамей теле үҙгәртергә

 
Панаммува II улының Бар-Ракиба ҡойолмаһы,[3]Сам’аль батшаныҡы (Төркиәлә хәҙерге Zincirli Höyük)

Уңдырышлы Ярымайҙа лингва франка аяҡҡа баҫҡанға тиклем йәшәп килгән телде тар мәғәнәлә «боронғо арамей теле» тип йөрөтәләр. Үҙенең ғәйәт ҙур күтәрелешенә тиклем арамей теле Сүриәнең арамей ҡала-дәүләттәре: Дамаск, Хамы, Арпада (хәҙеге Тель--Риф’ат) теле генә булған.

Арамей теле ҡулланылған боронғо яҙмалар беҙҙең эраға тиклем Х быуат менән билдәләнә. Был яҙмаларҙың күбеһе — арамей ҡала-дәүләттәре араһында төҙөлгән дипломатик документтар. Уларҙың яҙмаһы финикий теленә нигеҙләнгән. Һуңынан Арамдың көнсығыш төбәктәрендә төрлө алфавиттар барлыҡҡа килә. Бынан тыш, арамей теленең йоғонтоһо Тиглатпаласар III идаралығы осоронда, аккад теле урынына арамит телен империяның халыҡ-ара теле тип иғлан иткән, Ассирия батшалығы ярҙамында киңәйә.

Яҡынса беҙҙең эраға тиклем 700 йылдан тел бөтә өлкәләргә лә бик тиҙ үтеп инә, әммә үҙенең бер төрлөлөгөн юғалта. Ассирияла, Вавилонда, Мысырҙа һәм Левантта төрлө диалекттар барлыҡҡа килә. Ахыр сиктә, аккад теле йоғонтоһона бирелгән Ассирия һәм Вавилондың арамей теле төп телгә әйләнә. Һәм бик мөһим дипломатик тел була. 2Цар. 18:26 тасуирлағанса, йәһүд батшаһының Иезекия дипломаттары, ябай халыҡ уларҙың телмәрен аңламаһын өсөн, ассириялылар менән арамей телендә аралашырға теләк белдергән. Б. э. т. 600 йыл тирәһе Ханаан батшаһы Адон Мысыр фирғәүененә арамей телендә хат яҙған.

«Халдей» һәм «халдей арамей» терминдары вавилон халдей династияһы теленә ҡарата ҡулланыла. Был һүҙ һуңыраҡ стилдә яҙылған Изге Яҙмалағы арамей телен һүрәтләү өсөн дә ҡулланылған. Хәҙерге төньяҡ-көнсығыш яңы арамей телен айырып ҡарарға кәрәк.

Империя арамей теле үҙгәртергә

 
Арамей туй документы. Б. э. т. 449 йыл

Б. э. т. 500 йыл тирәһе, Дарий I осоронда Әһәмәниҙәр империяһы Месопотамияны яулап алғандан һуң, арамей телен яулап алыусылар ҙур күп милләтле империя төбәктәре араһында хат алышыуҙың дөйөм теле итеп яраҡлаштыра. Был осор теле «рәсми», «канцелярия» йәки «империя арамей теле» тип атала.

Империя арамей теле стандартлаштырылған тел була, уның орфографияһы, ниндәйҙер һөйләшеү диалекттарына ҡарағанда, күберәк тарихи тамырҙарға нигеҙләнә. Ул шул тиклем унификацияланған булған, хатта ҡайһы берҙә, һирәк үҙләштермәләрҙән тыш, айырым документтың килеп сығышын билдәләү мөмкин дә түгел. Боронғо фарсы теле менән бер-береһенә ҡотолғоһоҙ йоғонто яһауы, әйтерһең дә, уға яңы һулыш өрҙө. Хатта Әһәмәниҙәр державаһы ҡолағандан һуң быуаттар үтһә лә, күп кенә иран телдәрендә арамей йоғонтоһо күҙәтелә. Арамей яҙмаһы һәм арамей һүҙҙәре (идеограмма сифатында) урта фарсы теле (пехлеви) яҙмаһының айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнә.

Империя арамей телендәге иң ҙур текстар йыйынтығы булып фарсы-полис яҙыуҙары тора, уларҙың иҫәбе 500-гә яҡын дана тәшкил итә. Һаҡланған документтарҙың күбеһе Мысыр, мәҫәлән, Элефантин папирустарына нигеҙләнгән тел формаһын раҫланы. Улар араһында стиле буйынса Изге Яҙмалағы "Сөләймәндең Ғибрәтле һүҙҙәр китабы"на («Книга Притч Соломона») яҡын Ахиакар тураһында хикәйә билдәле.

Бактрияла һәм Согдияла 30 арамей тексынан торған төркөм табылған һәм тикшерелгән, анализ 2006 йылдың ноябрендә баҫылып сыға. Тирегә яҙылған текстар б. э. т. IV быуатта Бактрияла һәм Согдияла Әһәмәниҙәр хакимиәте осоронда арамей телен ҡулланылғанын раҫлай.

Әһәмәниҙәр осоронан һуңғы арамей үҙгәртергә

 
Һинд батшаһы Ашокиҙың б. э. т. III быуаттағы ике телле (грек-арамей) яҙмаһы, Кандагар, Афғанстан

Александр Македонскийҙың яулап алған уңыштары б. э. т. II быуатҡа арамей теленең берҙәмлеген ҡапыл емерә алмаған һәм ул быуатының , ул б. э. т. V быуат башы теленә яҡын булып ҡалған. Селевкидтар осоронда грек теле тиҙҙән Мысырҙа һәм Сүриәнең ҡайһы бер өлөшөнән арамей телен дөйөм ҡулланыуҙан ҡыҫырыҡлап сығара, әммә арамей теле элеккесә Йәһүҙиәлә, Ассирияла, Месопотамияла һәм Сүриә сүллеге аръяғы ерҙәрендә — төньяҡ Ғәрәбстанда һәм Парфияла сәскә ата.

Тәүрат арамей теле үҙгәртергә

Изге Яҙманың арамей теле — Танахтың ҡайһы бер урындарында раҫланған тел:

  1. Езд. 4:8-6:18,7:12-26 — Иерусалим ғибәҙәтханаһын хеҙмәтләндереүгә ҡағылышлы Әһәмәниҙәр осоро документтары.
  2. Дан. 2:4-7:28 — биш төрлө хикәйәләү һәм ахырызаман тураһында күрәҙәлек итеү.
  3. Иеремия. 10:11 — иврит тексындағы ялған илаһтарҙы ғәйепләүсе бер һөйләм.
  4. [[|Быт. ]]31:47 — айырым топоним.

Б. э. т. VIII—VI быуаттарҙан алып тәүҙә Төньяҡ батшалыҡтан Ассирияға, ә шунан Көньяҡ (Йәһүҙиә) батшалыҡтан Вавилонға ҡыуып килтерелгән йәһүдтәр һөйләшә башлаған. Б. э. т. VI быуат аҙағында Вавилон әсирлегенән Йәһүҙиәлә һәм Вавилонға ҡайтҡан йәһүдтәр арамей телендә һөйләшеүен һәм яҙыуын дауам иткән. Йәһүдтәр, б. э. VII быуатында ғәрәптәрҙең яулап алыуы башланғас ҡына, арамей телендә һөйләшмәй башлаған[1].

Изге Яҙмалағы арамей теле үҙенсәлеге буйынса ҡатнаш диалекттан (койне) ғибәрәт. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, Изге Яҙмалағы арамей тексының төрлө өлөштәре Вавилонда һәм Йәһүҙиәлә Әһәмәниҙәр ҡолатылғанға тиклем булдырылған. Даниил китабының киҫәктәре Селевкидтар иҙеүе аҫтында йәшәгән йәһүдтәр араһында протест кәйефе тыуҙырған һәм элек телдән әйтелгән әҙәбиәт булараҡ йәшәй алған, тип фаразлайҙар. Был Даниил тексының Септуагинтала һәм масорет тексында айырмаһына килтергән факторҙарҙың береһе булырға мөмкин.

Әһәмәниҙәр осоронан һүңғы телгә б. э. т. 142 й. — б. э. 37 й. Йәһүҙиәлә рәсми тел булған хасмоней арамей теле инә. Был тел ҡомран ҡулъяҙма текстарына йоғонто яһаған, унда ҡомран общинаһының Изге Яҙмаға нигеҙләнмәгән арамей текстары яҙылған. Байтаҡ таргумдар (Таңах өлөштәренең арамей теленә тәржемәләре) башта ошо диалектта башҡарылған. Ул империя арамей теленән, тәү сиратта үҙенең орфографияһы һәм күп дәрәжәлә — этимологик тигәндән дә бигерәк фонетик яҡтан ныҡ айырылған.

Вавилон таргумик диалекты — «рәсми» йәһүд таргумдары яҙылған Әһәмәниҙәрҙән осоронан аҙағыраҡ булған: Онкелос (Тораға нигеҙләнеп) һәм Йонатан бен Узиэль (Невиимгә нигеҙләнгән) һуңғы диалект. Үҙенсәлекле хасмоней таргумдары Вавилонда б. э. II—III быуатында уҡ барлыҡҡа килгән. Уларҙың редакцияһы йомғаҡтары буйынса, вавилон диалектына ярашлы, быуаттарға иҫәпләнгән Вавилон йәһүд әҙәбиәтенә нигеҙ һалған стандарт таргум теле булдырылған.

Галилей таргумик диалекты вавилондыҡына оҡшаш булған. Хасмонея таргумдары Галилеяға б. э. II быуатында килгән һәм урындағы галилей диалектында ҡулланыу өсөн эшкәртелгән. Галилей таргумы башҡа общиналар өсөн абруйлы булмаған, ул бер нисә тапҡыр эшкәртелгән. Ахыр сиктә Вавилон таргумы стандартҡа әйләнә, ә галилей версияһы иһә уның көслө йоғонтоһон кисерә.

Бер аҙ үҙгәрештәр менән хасмоней редакцияһына нигеҙләнгән Вавилон яҙма-эш арамей теле б. э. III быуатынан ғына ҡулланыла башлай. Тәүҙә был телдә шәхси хаттар һәм документтар яҙылған, ә XII быуаттан бөтә донъяуи йәһүд документтарын ошо телдә яҙғандар.

Набатей, пальмира һәм аршакид диалекттары үҙгәртергә

 
Набатай арамей телендә яҙыу

Набатей теле (йәки диалект) Иордандың көнбайыш ярын, Синайҙы һәм Төньяҡ Ғәрәбстандың бер өлөшөн биләгән Набатей батшалығында (Петр ҡалаһы районы, б. э. т. 200 й. — б. э. 106 й.) 3улланылған. Набатей7ар боронғо төньяҡ ғәрәп телдәренең береһенән арамей телен ҡулланыуға (иҡтисади сәбәптәр арҡаһындалыр, бәлки) күскәнн, тип фаразлайҙар. Уның нигеҙен әһәмәни варианты тәшкил иткән, ләкин уға шулай уҡ боронғо ғәрәп телдәре һәм төп ғәрәп теле йоғонто яһаған, һәм IV быуатҡа уны йотҡан (ассимиляция). Набатейҙар семит яҙмаһының үҙ төрөн файҙаланған, һуңыраҡ ул ғәрәп яҙмаһының (арабица) нигеҙен тәшкил иткән.

 
Пальмир арамей телендәге яҙыу

Пальмира арамей телен б. э. т. 44 йылдан алып б. э. 274 йылына тиклем Пальмира ҡала-дәүләтендә ҡулланғандар. Пальмираның йомро яҙыуы сүриә яҙыуының (эстрангело) прообразы булған. Пальмира диалекты ғәрәп йоғонтоһона, набатей диалектына ҡарағанда, әҙерәк дусар ителгән.

Парфия батшалығында (б. э. т. 247 йыл — б. э. 224 йыл) ҡулланылған Аршакид арамей теле империяның көнбайышында киң таралған империя арамейының дауамы булып торған. Арамей яҙыуы пехлеви, парфяндарҙың яҙыуы өсөн нигеҙ булып торған, улар гетерограммалар ҡулланған, йәғни һүҙҙәрҙе арамейса яҙған, ә парфянса уҡыған. Аршакидтар үҙҙәрен Әһәмәниҙәрҙең вариҫтары тип һанаған, шуға күрә аршакид арамей теле Дарий I заманында башланған канцелярия йолаһын дауам итергә тейеш булған. Был тел бер аҙҙан һуң тиҙ үҫешкән башҡа телдәр — һөйләү арамей, грузин, фарсы телдәре — менән алмаштырыла. Фарсы телле Сәсәниҙәр Аршакидтарҙың парфян династияһын ҡолатҡандан һуң да, аршакид пехлевиһы һәм арамей теле элеккесә Ирандағы тел ситуацияһына йоғонто яһаған.

Урта арамей осоро үҙгәртергә

Б. э. II быуатында ул замандағы һөйләү арамей теленә нигеҙләнгән яңы әҙәби телдәр барлыҡҡа килә. Уларҙың сәскә атыуы 1-се мең йыллыҡҡа тура килә, ә һүлпәнәйеүе VII—IX быуаттарҙағы ғәрәп яулап алыуы һәм бөтә ерҙә ғәрәп телдәренең арамей телен ҡыҫырыҡлап сығарыуы менән бәйле. Ошо осорҙа арамей телдәренең көнбайыш һәм көнсығыш төркөмдәргә бүленеүе асыҡ күҙәтелә, ул иҫке арамей осоронда уҡ күренә башлай.

Төньяҡ-көнсығыш Сүриәлә һәм Месопотамияла таралған көнсығыш арамей телдәре:

  • Классик Сүриә теле
  • Вавилон, йәһүд-арамей теле — Вавилон Талмуды һәм вавилон таргумдары теле
  • Классик мандей теле — мандей общинаһының йәнле һөйләү һәм литургия теле

Левантта был ваҡытта көнбайыш-арамей телдәре ҡулланылған:

  • Йәһүд арамей теле — иртә Византия дәүеренең Талмуд, мидраштар һәм таргумдар теле
  • Мәсихсе арамей теле — иртә византия осоронда христиан әҙәбиәтенең грек теленән тәржемәләре
  • Самаритян-арамей теле — Самаритян общинаһының дини әҙәбиәте теле

Барлыҡ урта арамей телдәре 22 билдәнән торған алфавит ҡулланған. Сүриәләге һәм мандей телдәре айырым графикаға эйә булған, Вавилондағы йәһүд арамейҙар иҫке арамей курсивынан сыҡҡан «квадрат шрифт» ҡулланған. Палестиналағы христиан арамей теле сүриә яҙмаһын ҡулланған, Самаритян фәләстин арамей теле палеойәһүд курсивы менән яҙып алынған.

Ғәрәптәр баҫып ингәндән һуң арамей теленең юҡҡа сығыуы башлана. Шуға ҡарамаҫтан, бөтә урта быуат дауамында күп кенә урындарҙа — Сүриәлә, Ираҡта, Ливанда арамей теле әле ҡулланылышта булған.

Әйтергә кәрәк, бөтә Урта быуаттар дауамында һәм бөгөнгө көнгә тиклем арамей теленең йәһүд диалектында киң раввинистик әҙәбиәт барлыҡҡа килә һәм әле лә дауам итә. Атап әйткәндә, галах хеҙмәттәренең байтаҡ өлөшөн ғәҙәттәгесә ошо телдә яҙалар. Бындай әҙәбиәт тейешле белем алған сағыштырмаса киң булмаған кешеләр өсөн тәғәйенләнгән, шуға күрә ортодоксаль йәһүд общиналарында арамей теленең социаль статусы ярайһы уҡ юғары.

Яңы арамей телдәре үҙгәртергә

Яңы арамей осоронда арамей телдәрен көнбайыш һәм көнсығыш төркөмдәргә бүлеү һаҡлана.

Көнбайыш төркөмө ни бары бер телдән тора:

  • Көнбайыш яңы арамей теле — Сүриәнең Дамаск ҡалаһынан төньяҡта христиандар һәм мосолмандар йәшәгән өс ауылында араһында таралған, уларҙың һәр береһендә үҙ һөйләше бар: Маалула, Баха һәм Джуббадин. Шул телдә 1-2 мең самаһы кеше һөйләшә.

Көнсығыш төркөм — Ғосман империяһы һәм Иран сиктәрендә XX быуат башында күп һанлы яңы армей телдәренән тора, башлыса хәҙерге Төркиәнең көньяҡ-көнсығышында, Ираҡтың төньяғында, Ирандың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә һәм Сүриәнең төньяҡ-көнсығышында курд телдәрен йөрөтөүселәр араһында таралған. Күсеп ултырыусыларҙың айырым утрауҙары Курдистандан ситтә лә, атап әйткәндә, Әрмәнстанда, Грузияла, Хузистанда һәм көньяҡ Ираҡта күҙәтелә. Яҡын Көнсығыштағы көнсығыш яңы арамей телдәрендә һөйләшеүселәр эргәләрендәге башҡа халыҡтарҙан аҙ һанлы дин вәкилдәре: христиандар, йәһүдтәр, мандейҙар булыуы менән айырылып тора. XX быуат дауамында көнсығыш яңы арамей телдәрендә һөйләшеүселәрҙең күбеһе йә юҡ ителә, йә Европаға (Швеция, Германия), Рәсәйгә (шул иҫәптән Кавказ аръяғына) күсеп китергә мәжбүр була. Яңы арамей телдәрен аралашыусылар һаны XX быуат аҙағында, ҡайһы бер иҫәпләүҙәр буйынса, 400 меңгә яҡын кеше тәшкил иткән. Көнсығыш, Яңы арамей телдәренең дөйөм иҫәбе билдәһеҙ. Улар 3 төркөмсәгә бүленә:

  • Туройо теле һәм уға яҡын Төркиәнең көньяҡ-көнсығышындағы 70 меңгә яҡын кеше һөйләшкән (был телдә һөйләшеүселәрҙең күпселеге Тур-Абдиндан ситтә, Яҡын Көнсығыш илдәрендә лә, шулай уҡ Европа һәм Америка илдәрендә лә, йәшәй) млахсо диалекты (Мардин провинцияһындағы Тур-Абдин тау районы)
  • Яңы мандей теле — мандейҙарҙың һөйләшеү теле; Ирандың Ахваз ҡалаһында, шулай уҡ Ираҡтың көньяғында был телдә һөйләшеүсе бер нисә тиҫтә кеше генә ҡалған.
  • Төньяҡ-көнсығыш яңы арамей телдәре араһында үҙ-ара аңлашыу булмаған тиҫтәләрсә телдәр бар, улар; XX быуат дауамында барған геноцид һәм ошо телдәрҙә һөйләшеүселәрҙең төбәктән ситкә күпләп күсенеүе арҡаһында был телдәрҙең һаны кәмегән. Был телдәрҙең береһендә — үрмий яңы арамей XIX быуатта классик сүриә теле лексикаһын ҡулланып, ассирия йәки «яңы сүриә» әҙәби теле булдырылған. Ул көнсығыш-арамей телдәрендә һөйләшеүселәр өсөн әҙәби телгә әүерелде һәм сүриә графикаһын ҡуллана.

Типологик ҡылыҡһырламаһы үҙгәртергә

Арамеистиканың етди проблемаһы булып, арамей текстары беҙҙең осорға тиклем күп кенә килеп етһә лә, уларҙың барыһының да ҡыҫҡа ғына булыуында. Ҡыҫҡа текстар телде идентификациялауға, уның фонетикаһын һәм, кәм тигәндә, морфологияһын өйрәнергә мөмкинлек бирә, әммә синтаксисты һәм һүҙлек запасын тикшергәндә уларҙың продуктлылығы аҙ. Ысынлап та, күп һаенлы һәм бай әҙәбиәт йә йәһүд-арамей (яҡынса Даниил китабының яртыһы һәм Иҫке Ғәһедтән Ездра китабы, төрлө диалекттарҙа яҙылған ике Талмуд, йыш ҡына һуңыраҡ яҙылған дәүерҙәргә ҡаратылған таргумдар һәм һаман тулыландырыла барған бик күп галлах раввин әҙәбиәте индерелгән Зогар китабы), йә сүриә (Тәүраттың Иҫке һәм Яңы Ғәһед тәржемәләре, күп һандағы мәсих әҙәбиәте, тарихи хроникалар, шиғриәт) телдәрендә яҙылған китаптарҙан тора.

Кинематографта үҙгәртергә

Мел Гибсондың «Христос мауығыуҙары» фильмы арамей һәм латин телдәрендә ҡуйылған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Арамей әҙәбиәте

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Арамейский язык. Дата обращения: 25 апрель 2022. Архивировано 31 март 2022 года.
  2. Мандейское письмо. Дата обращения: 4 апрель 2018. Архивировано 5 апрель 2018 года.
  3. Panammuwa II and Bar-Rakib: Two Structural Analyses, K. Lawson Younger, Jr., University of Sheffield (PDF). Дата обращения: 20 март 2014. Архивировано 4 март 2016 года.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Таргумический арамейский — диалект Онкелоса-Йонатана; чтение Таргума к книге Амоса, гл. 1, 2 2020 йыл 7 ноябрь архивланған., гл. 3 — 5 (семинар А. Э. Графова)
 
Википедия

Ҡалып:Wiktionarycat

Ҡалып:Семитские языки Ҡалып:Арамеи