Шуме́р [1] — Көньяҡ Месопотамияның (хәҙерге замандағы Ираҡтың) тарихи өлкәһендәге халколит һәм башланғыс бронза дәүерендәге беренсе ҡала цивилизацияһы. Донъяның беренсе цивилизацияһы булыуы ла мөмкин.[2]

Энки (Эа), шумерский Бог-создатель реки Тигр, упоминаемой в Ветхом Завете. Река Тигр течёт из Эдема, рая

Б. э. тиклем IV мең йыллыҡта бында тәүяҙманың башланғысы барлыҡҡа килә. Урук һәм Джемдет-Наср ҡалаларының иң боронғо яҙмалары яҡынса б. э. тиклемге 3300 йыл менән даталана. Шына яҙыуҙың иң боронғо формалары б. э. тиклем яҡынса 3000-се йылдарында барлыҡҡа килгән.

Хәҙерге заман тарихсыларының фекеренсә, Месопотамияның көньяғында шумерҙарҙың тәүге утыраҡтары б. э. тиклем 5500 һәм 4000 йылдарҙа барлыҡҡа килгән. Был фекерҙе агглютинатив изолятлы шумер телендәге ҡалалар, йылғалар һәм шундай атамалар иҫбатлап тора.

Был осорҙа йәшәүселәр шумер булғандармы, юҡмы, быныһы билдәһеҙ, бары тик уларҙың Убейд мәҙәниәтен йөрөтөүселәр булыуы билдәле. Ә был мәҙәниәт үҙ нәүбәтендә Месопотамияның төньяҡ өлөшөндәге (Ассириялағы) Самарр мәҙәниәтенән үҫешеп сыҡҡан. Убейдтар (уларҙы тәүге евфратлылар тип тә йөрөтәләр) бер генә шумер текстарында ла телгә алынмаһалар ҙа, тап уларҙы хәҙерге заман тарихсылары Шумерҙағы тәүге цивилизация көсө тип һанай, сөнки улар һаҙлыҡтарҙы киптергән, ауыл хужалығы, сауҙа һәм һөнәрселек менән, шул иҫәптән туҡымалар туҡыу, тире-күндән, металдан әйберҙәр эшләү менән, көршәк яһау, таштан йорттар һалыу менән шөғөлләнғән.

Шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер ғалимдар тәү евфрат теленең булыуы һәм шумер теле был төбәктәге тел субстратынан барлыҡҡа килгән тигән гипотезаны инҡар итә. Улар фаразлауынса,шумер теле башта Убейд мәҙәниәтенең теле булмаған, ә Көнсығыш Аравияның һаҙлыҡлы ярҙарҙа йәшәгән һәм Аравияның бифациаль мәҙәниәтенә ҡараусы һунарсылар һәм балыҡсыларҙың теле булған. Шумер телендәге хаҡ, иң дөрөҫ яҙмалар Эн-Мебарагеси (яҡынса б. э. тиклемге 26 быуат) идара иткән осорҙа килеп сыға. Юрис Заринс иҫәпләүенсә, шумерҙар боҙлоҡ дәүерендә һыу аҫтында баҫылып ҡалған Көнсығыш Аравияның яр буйҙарында йәшәгән.

Төп шумер цивилизациһы Урук осоронда (б. э. тиклемге 4 мең йыллыҡ) формалаша, өҫтәүенә тарих аренаһына ул, әйтерһең дә бер ниндәй ҙә тәутарих эпохаһын үткәрмәгән кеүек, тулыһынса формалашҡан көйө килеп инә. Ләкин б. э. тиклем 3 мең йыллыҡта аккад телендә һөйләшеүсе шумер һәм семиттар мәҙәниәтенең синтезы барлыҡҡа килә. Шумер һәм аккад телдәренең бер-береһенә йоғонтоһо лексик үҙләштереүҙән башлап, синтаксик, морфологик һәм фонологик конвергенцияларҙың барлыҡ өлкәләрендә лә күренә. Ошо күренештәрҙән сығып, ғалимдар шумер һәм семит телдәренең берләшмәһе б. э. тиклемге 3 мең йыллыҡта барлыҡҡа килгән тигән гипотезаны постулатлай. Яҡынса б. э. тиклемге 2270 йылдарҙа (ҡыҫҡаса хронология) Шумер семит телле Аккад батшалары тарафынан баҫып алынған, тик шулай ҙа шумер теле байтаҡ ваҡыт изге тел статусын һаҡлап ҡала алған.

Шумерҙар Ураның Өсөнсө династияһы (яҡынса б. э. тиклемге 2100–2000 йылдарҙа) ваҡытында хакимлыҡты үҙ ҡулына төшөрә, ләкин уларҙың хакимлығы семит-аморейҙар һәм эламиттар тарафынан юҡҡа сығарыла.

Атамаһының килеп сығышы

үҙгәртергә

Аккаданың көнсығыш семит кешеләре «Шумер» термины менән Месопотамияның семиттарға тиклемге халҡын атаған. Шумерҙар үҙҙәрен ùĝ saĝ gíg-ga (𒌦 𒊕 𒈪 𒂵), /uŋ saŋ giga/ тип атаған, был һүҙмә-һүҙ әйткәндә «ҡара башлы кеше» тигәнде аңлата, ә улар үҙ илен — ki-en-gi(-r) (урын + хаким, бойороусы + затлы нәҫел) тип атай, был яҡынса «затлы нәҫелдән сыҡҡан хаким, бойороусылар иле» тигәнде аңлата. Аккад һүҙенең сығышы билдәһеҙ, ләкин был һүҙгә, ихтимал, йәһүд һүҙе Shinar, египет һүҙе Sngr һәм хетт һүҙе Šanhar(a) барып тоташа.

Шумерҙар

үҙгәртергә

Шумерҙар — тарихи осорҙоң башында Тигр менән Евфрат йылғалары араһындағы Көньяҡ Месопотамияла (хәҙерге Ираҡтың көньяғында) йәшәгән халыҡ. Шумерҙар - шына яҙыуын уйлап сығарыусылар. Улар шулай уҡ тәгәрмәс технологияһын һәм яндырылған кирбестең технологияһын белгән.

Шумер теле - агглютинатив структуралы тел. Хәҙерге ваҡытта уға туған торған телдәр билдәһеҙ, бары тик бер нисә гипотеза ғына эшкәртеү аҫтында тора.

Шумер яҙмаһының нигеҙендә пиктограммалар ята. Иң тәүҙә шумер телендәге билдәләрҙең һаны меңгә яҡын булған. Аҡрынлап уларҙың һаны 600-гә тиклем кәмегән. Шуларҙың яҡынса яртыһы логограмма һәм бер үк ваҡытта силлабограмма итеп ҡулланылған (сөнки шумер һүҙҙәренең күпселегенә моно силлаблыҡ хас), ә ҡалғандары бары тик логограмма ғына булған. Уҡыған саҡта һәр бер айырым алынған контекста билдә-идеограмма бары тик бер генә билдәле һүҙҙе барлыҡҡа килтергән һәм идеограмма логограммаға, йәғни, конкрет яңғырашлы һүҙҙең билдәһенә әйләнгән.

Шумер телендә бер ижекле һүҙҙәр бик күп, шунлыҡтан бындай һүҙҙәрҙе аңлатҡан, һүҙҙең фонетик бирелешен һәм грамматик күрһәткестәрен танытҡан логограммаларҙы файҙаланыу мөмкинлеге булған. Был һүҙҙәр бер ниндәй рәсемле билдә-идеограммалар ярҙамында күрһәтелә алмаған. Шулай итеп ло­гограммалар силлабограммалар булып ҡулланыла башлаған.

Б. э. тиклемге 4-се мең йыллыҡта Көньяҡ Месопотамияла шумер халҡы килеп сыҡҡан. Улар яңыраҡ яҙма документтарҙа үҙҙәрен « ҡара башлылар» (шумерса «санг-нгига», аккадса «цальмат-каккади») тип йөрөткән. Был халыҡ - этник, лингвистикһәм мәҙәни яҡтан шумерҙар менән яҡынса бер ваҡытта йәки бер аҙ һуңғараҡ Төньяҡ Месопотамияла йәшәгән семит ҡәбиләләренә сит халыҡ. Ғәжәйеп грамматикалы шумер теле беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған бер телгә лә туған түгел. Ул телдең тәүге тыуған илен табырға тырышыу хәҙерге көнгә тиклем уңышһыҙ барып бөтә.

Моғайын, шумерҙар килгән ил ҡайҙалыр Азиялағы таулы һәм шул уҡ ваҡытта диңгеҙгә табан төшкән ерҙәрҙә булған, шулыҡтан уның халҡы диңгеҙҙә йөҙөү оҫталығына эйә була алған. Шумерҙарҙың ҡорамдарҙы яһалма күтәртелгән ерҙә, йә булмаһа кирбестән йәки балсыҡ блоктарҙан уба-террасаларҙа һалыу ысулы уларҙың таулы илдән килгәнлеген иҫбатлап тора. Тигеҙлектә йәшәгән кешеләр бындай ысулды, ихтимал, ҡуллана белгәнме икән? Бындай ысулды үҙҙәренең дине менән бергә хоҙайҙарына ҙур хөрмәт йөҙөнән тауҙа ҡорам төҙөгән бары тик тау кешеләре генә үҙҙәре менән алып килә алған. Тағы ла ошо фаразды раҫлаусы бер дәлил — шумер телендәге «ил» һәм «тау» һүҙҙәре бер иш яҙыла.

Шулай уҡ шумерҙар Месопотамияға диңгеҙ юлы менән килгән тип фаразлана. Беренсенән, улар йылға тамаҡтарында күренгән. Икесенән, уларҙың динендә төп ролде Ану, Энлиль һәм Энки исемле хоҙайҙары уйнаған. Һәм, ахырҙа, Месопотамияға килгәс тә шумерҙар ирригациялы хужалыҡ, диңгеҙҙә йөҙөү һәм йылға, каналдар буйлап караптар йөрөтөү меән шөғөлләнә башлаған. Месопотамияға иң тәү килгән шумерҙар аҙ һанлы кешеләр төркөмөнән торған. Уларҙың ул ваҡытта күпләп диңгеҙ юлы менән миграцияға килгәнлеге тураһында уйларға ла мөмкин түгел. Шумерҙарҙың эпосында уларҙың иле итеп бөтә кешелектең тәү ере тип аталған Дильмун утрауы иҫкә алына, әммә был утрауҙа бер ниндәй ҙә тау юҡ.

Йылға тамаҡтарында утраҡланған шумерҙар Эреду ҡалаһын ҡулға төшөрә. Был уларҙың беренсе ҡалаһы. Һуңғараҡ шумерҙар Эреду ҡалаһын үҙ дәүләттәренең сәңгелдәге тип һанай башлай. Байтаҡ йылдар үткәс, шумерҙар Месопотамия тигеҙлегенә табан күсә, ундағы ҡалаларҙы баҫып ала һәм яңы ҡалаларға нигеҙ һала. Бынан алдағы боронғо замандар өсөн шумер традициялары шул тиклем легендаға оҡшаш, шунлыҡтан уның бер ниндәй ҙә тарихи әһәмиәте юҡ. Берос иҫәпләүҙәре буйынса, вавилон ҡанбабалары (жрецтары) үҙ иле тарихын ике осорға бүлеп йөрөтә: «һыу баҫҡанға тиклем» һәм «һыу баҫҡандан һуң». Берос үҙенең тарихи хеҙмәтендә «һыу баҫҡанға тиклемге» осорҙа йәшәгән 10 батша һәм уларҙың идара итеүе тураһында фантастик цифрҙар килтерә. Ошондай уҡ күрһәткестәрҙе шумерҙарҙың б. э. тиклемге 21-се быуатында яҙылған «Царский список» тексы бирә. Эредунан башҡа «һыу баҫҡанға тиклем» осорҙа шумерҙарҙың үҙәге тип «Царский список» тексында Бад-Тибира, Ларак (һуңынан әҙ әһәмиәтле тораҡтар), һәм шулай уҡ төньяҡта Сиппар һәм илдең үҙәгендәге Шуруппак ҡалалары һанала.

Башланғыс (иртә) династия осороноң I этабы (яҡынса б. э. тиклемге 2750—2615 йылдар.)

үҙгәртергә

Б. э. тиклемге 3-сө мең йыллыҡта Тигр һәм Евфрат йылғалары араһында бер тиҫтәгә яҡын ҡала-дәүләттәр булған. Яҡын-тирәләге бәләкәй утраҡтар үҙәккә буйһонған. Һәр бер үҙәк ҡаланың башында идара итеүсе хаким торған, ул бер үк ваҡытта юғары ҡанбаба ла (жрец) була. Хәҙерге ваҡытта ундай ваҡ дәүләттәрҙе грек термины менән «номдар» тип атау ҡабул ителгән. Башланғыс (иртә) династия осороноң башында бында йәшәгән түбәндәге «номдар» билдәле:

 
Древняя Месопотамия
  1. Эшнунна. Эшнунна номы Дияла йылғаһының үҙәнендә урынлашҡан.
  2. Сиппар. Евфрат йылғаһының икегә: Евфрат һәм Ирнина йылғаларына - айырылған ерҙән юғарыраҡ торған.
  3. Исемһеҙ ном. Ирнина йылғаһының каналы янында торған. Һуңғараҡ уның үҙәге Куту ҡалаһы була. Был номдың тәүге ҡалалары үҙәге хәҙерге Джедет-Наср һәм Телль-Укайр ҡаласыҡтары. Б. э. тиклемге 3-сө мең йыллыҡта был ҡалалар юҡҡа сыҡҡан.
  4. Киш. Евфрат йылғаһының Ирнина менән ҡушылған ерҙән юғарыраҡ торған.
  5. Кеш. Евфратҡа Ирнина йылғаһы ҡушылған ерҙән түбәнерәк (аҫтараҡ) урынлашҡан.
  6. Ниппур. Был ном Евфраттан Интурунгаль айырылып киткән ерҙә урынлашҡан булған.
  7. Шуруппак. Евфрат янында, Ниппурҙан түбәнерәк торған. Шуруппак, күренеүенсә, һәр ваҡыт күрше номдарға буйһонған.
  8. Урук. Евфратта, Шуруппактан түбәндә урынлашҡан.
  9. Ур. Евфрат тамағында торған.
  10. Адаб. Интурунгалдең юғары өлөшөндә урынлашҡан.
  11. Умма. Интурунгалдән И-нина-гена каналы айырылып киткән урында була.
  12. Ларак (ҡала). Тигр йылғаһы менән И-нина-гена каналы юлағы буйында урынлашҡан.
  13. Лагаш. Лагаш номы үҙ эсенә бер нисә ҡала һәм утраҡтарҙы алып торған. Улар И-нина-гена каналы һәм уға килеп ҡушылған каналдар янын биләгән.
  14. Акшак. Был номдың ултырған урыны билдәһеҙ. Ғәҙәттә уны һуңғы осорҙағы Описта булған тип иҫәпләйҙәр һәм ул Диялы йылғаһының Тигрға ҡойған еренә ҡаршы торған тип фаразлайҙар.

Түбәнге Месопотамиянан тыш торған шумер-көнсығыш семит мәҙәниәте ҡалаларынан башҡа, Урта Евфратта торған Мари, Тигрҙан көнсығышҡа табан Эламға табан барған юлдағы Урта Тигр янындағы Ашшур ҡалаларын әйтеп үтергә мөмкин.

Шумер-көнсығыш семит ҡалаларының культ үҙәге -Ниппур ҡалаһы. Ниппур номының иң башта Шумер тип аталыуы ла мөмкин. Ниппурҙа дөйөм шумер хоҙайы Энлилгә бағышланған Э-кур ҡорамы булған. Тарихта, тарихҡа тиклемге осорҙа һәм шумерҙарҙың мифы менән легендаларында Ниппур бер ваҡытта ла сәйәсәт үҙәге тип һаналмаһа ла, Энлиль бер нисә мең йылдар буйына шумерҙар һәм көнсығыш семиттәре (аккадтар) тарафынан иң баш хоҙай тип һаналған.

«Царский список» һәм археологик күрһәткестәр буйынса, Башланғыс (иртә) династия осоронда Түбәнге Месопотамияның ике төп үҙәге булып төньяҡта — Киш (Евфрат-Ирнина каналдары селтәрҙәренә хаким иткән) ҡалаһы, ә көньяҡта сиратлашып — Ур һәм Урук ҡалалары торған. Төньяҡ һәм көньяҡ үҙәктәрҙең йоғонтоһона ҡарамайса ҡалған ҡалалар: Эшнунна һәм, бер яҡтан, Диялы йылғаһы үҙәнендәге башҡа ҡалалар, икенсе яҡтан И-нина-гена каналы янындағы Лагаш ҡалаһы була.

Башланғыс (иртә) династия осороноң II этабы (яҡынса б. э. тиклемге 2615—2500 йылдар)

үҙгәртергә

Аганың Урук стеналары янында еңелеүе уның атаһы тарафынан буйһондоролған эламиттарҙың ябырылыуына килтерә. Киштың I династияһынан һуң, Киш традицияһы, күренеүенсә, эламдың Аван ҡалаһы династияһын урынлаштырып ҡуя. Быныһы, үҙ сиратында ,Эламдан башҡа, Ике йылға араһының төньяҡ өлөшөндә үҙ гегемонияһын булдыра. Аван династияһы батшаларының исеме яҙылған бит «Царский список» тексында юҡ, ул бит зыян күргән, ә бәлки, был батшаларҙың береһе Месалим булғандыр.

Көньяҡта Аван династияһына параллель рәүештә Уруктың I династия гегемонияһы хакимлыҡ һөргән. Уның хакимы Гильгамеш, вариҫтары менән бергә, Шуруппак ҡалаһы архивы документтарына ҡарағанда, үҙ янындағы ҡала-дәүләттәрҙе йыйып, хәрби союз (берләшмә) төҙөгән. Был союз Түбәнге Месопотамияның, Ниппурҙан түбәндәрәк, Евфрат, Итурунгаль йылғалары һәм И-нина-гена каналы буйындағы Урук, Адаб, Ниппур, Лагаш, Шуруппак, Умма һәм башҡа ҡала-дәүләттәрҙе үҙ янына туплаған. Әгәр был союздың биләп торған территорияһын иғтибарға алһаң, уларҙың йәшәгән ваҡытын Месалимдың идара итеүенә тиклем булған тип әйтергә мөмкин, сөнки, билдәле булыуынса, Меселим хакимлыҡ иткән саҡта Итурунгаль һәм И-нина-гена каналы уға буйһоноп торған. Был союз тап бәләкәй дәүләттәрҙең хәрби союзы булған, ә берләшкән хөкүмәт түгел. Был осорҙоң архив документтарында Урук хакимдарының Шуруппактың эштәренә ҡыҫылыуы һәм уларға яҫаҡ түләүе тураһында яҙылған бер генә яҙма ла юҡ.

«Номлы» дәүләттәрҙең хакимдары, Урук хакимдарынан айырмалы рәүештә, хәрби союзға берләшкәс, «эн» (номдың культ башлығы) титулына эйә булған, улар үҙҙәрен энси йәки энсиа[к] (аккадса - ишшиаккум, ишшаккум) тип йөрөткән. Был термин, моғайын, «ҡоролмаларға нигеҙ һалыусы хужа әфәнде (йәки ҡанбаба, дин әһеле)» тигән төшөнсәне аңлатҡан. Ысынбарлыҡта иһә, энси культ әһеле генә булып ҡалмайынса, хатта хәрбиҙәр башлығы функцияһын үтәп, үҙ ҡорамының кешеләренән торған ҡораллы ғәскәрҙең башында торған. Номдарҙың ҡайһы бер хакимдары үҙҙәренә хәрби юлбашсы исемен (лугаль) биргән. Был лугаль исеме йыш ҡына хакимдың бойондороҡһоҙлоҡҡа дәғүә итеүен аңлатҡан. Тик «лугаль» титулы һәр ваҡытта ла илдәге гегемонияның таныҡлығы булып тормаған. Хәрби юлбашсы-гегемон үҙен «ном лугале» итеп кенә иҫәпләп ҡалмаған. Ул үҙен төньяҡтың номдары лугале тип дәғүә итһә, «Киш лугале» тип, ә инде бөтә илдең лугалемен тип дәғүә итһә, «ил лугале» (Каламдың лугале) тип атап йөрөтөлгән. Дөйөм шумер культ союзы булып торған Ниппурҙағы хаким ғына уны өҫтөнлөккә эйә хәрби юлбашсы итеп таныһа, юлбашсыға «ил лугале» тигән бындай титул бирелгән. Ҡалған лугалдәр функциялары буйынса ғәмәлдә энсиҙарҙан айырылып тормаған. Ҡайһы бер номдарҙа бары тик энсиҙар булған (мәҫәлән, Ниппурҙа, Шуруппакта, Кисурҙа), икенселәрендә лугалдәр (мәҫәлән Урҙа), өсөнсөләрендә төрлө осорҙа (мәҫәлән,Кишта) йәки уларҙың һуңғыларының икеһендә лә (мәҫәлән,Урукта, Лагашта) хакимдар ваҡытлыса айырым (хәрби йә булмаһа икенсе төрлө) вәкәләтле лугаль исеменә лайыҡ булған.

Башланғыс (иртә) династия осороноң III этабы (яҡынса б. э. тиклемге 2500—2315 йылдар)

үҙгәртергә

Башланғыс (иртә) династия осороноң III этабы байлыҡтың бик шәп артыуы , мөлкәткә эйә булыу буйынса ҡатламдарға тарҡалыу, социаль ҡаршылыҡтарҙың көсәйеүе һәм Месопотамия менән Эламдағы барлыҡ номдарҙың башҡалар өҫтөнән гегемон булырға тырышып, арыу-талыуһыҙ бер-береһенә ҡаршы һуғышыуҙары менән ҡылыҡһырлана.

Был осорҙа ирригация селтәре ныҡ үҫешә. Евфраттан көньяҡ-көнбайышҡа табан Арахту, Апкаллату һәм Ме-Энлила яңы каналдары ҡаҙыла, уларҙың байтаҡ өлөшө көнбайыштағы һаҙлыҡтар һыҙатына тиклем барып етә, ә ҡалғандары үҙ һыуҙарын ерҙәрҙе һуғарыу өсөн бирә башлай. Евфраттан көньяҡ-көнсығышҡа табан, Ирнина каналына параллель рәүештә, Зуби каналы ҡаҙыла. Был канал Ирнинанан юғарыраҡ Евфраттан башланып китә һәм Киш менән Кута номдарының әһәмиәтен түбәнәйтә. Был каналдар янында яңы номдар барлыҡҡа килә.

  • Вавилон (хәҙерге Хилла ҡалаһы янындағы ҡаласыҡтар) Арахту каналы янында торған. Вавилондың община хоҙайы Амаруту (Мардук) булған.
  • Дильбат (хәҙер Дейлем ҡаласығы) Апкаллату каналы янында урынлашҡан. Уның община хоҙайы - Ураш.
  • Марад (хәҙер Ванна ва-ас-Са’дун ҡаласығы) Ме-Энлила каналында. Ном общинаһының хоҙайы - Лугаль-Марад.
  • Казаллу (торған урыны билдәле түгел). Община хоҙайы - Нимушда.
  • Пуш Зуби каналының түбән яғында урынлашҡан.

Яңы каналдар Итурунгалдән дә башлап ҡаҙылған, Лагаш номы еренән дә үткән. Шуға ярашлы яңы ҡалалар ҙа барлыҡҡа килгән. Ниппурҙан түбәндәрәк, Евфратта, элек ҡаҙылған каналдар базаһы нигеҙендә, моғайын, бойондороҡһоҙлоҡҡа дәғүә итеүсе һәм һыу сығанаҡтары өсөн көрәшеүсе яңы ҡалалар үҫеп сыҡҡан. Шуны ла әйтеп китергә кәрәк, Кисура ҡалаһы, (шумерса «сик», моғайын,төньяҡ һәм көньяҡ гегемонияларҙың сиге булып торған, хәҙерге Абу-Хатаб ҡаласығы), тағы ла бер нисә ном һәм ҡаласыҡтар, Башланғыс (иртә) династияның 3 этабы яҙмаларына ҡарағанда, бер ниндәй ҙә локаллеккә бирелмәйсә ҡалған.

Башланғыс (иртә) династия осороноң III этабына Мари ҡалаһының Ике йылға араһына баҫышып инеүе ҡарай. Мариҙың ябырылыуы яҡынса Түбәнге Месопотамияның төньяғындағы элам Аваны гегемонияһының һәм көньяҡта I Урук динстияһының бөтөүе менән бер ваҡытҡа тап килә. Быларҙың сәбәбе бер-береһе менән бәйләнгәнме, юҡмы икәнен иҫбатлау мөмкин түгел. Улар юҡҡа сыҡҡандан һуң илдең төньяғында ике династия, күренеүенсә, уларҙың береһе Евфратта, икенсеһе - Тигр менән Ирнинала, бер-береһе меән ярыша башлай. Былар II Киш династияһы һәм Акшака династияһы була. «Царский список» мәғлүмәттәренә ҡарағанда, улар менән идара итеүсе лугалдәрҙең исемдәре көнсығыш семит (аккад) сығышлы. Моғайын, был ике династия ла телдәре буйынса аккад телле булған, ә батшаларҙың ҡайһы берҙәренең щумер исемле булыуы мәҙәниәт йолаларының оҙайлы көсө менән аңлатылалыр. Аравиянан килгән күсмә халыҡ — аккад халҡы булған, улар, ахырыһы, шумерҙар менән яҡынса бер ваҡытта Месопотамияла урынлашып тороп ҡалған. Улар Тигр менән Евфраттың үҙәк өлөшөнә үтеп ингән һәм шунда ултыраҡ тормошҡа күсеп, ер эшкәртеү менән шөғөлләнә башлаған. Яҡынса 3-сө мең йыллыҡта аккадтар Шумерҙың төньяғындағы Киш һәм Акшта ныҡлап төпләнеп ҡалған. Барыбер был ике династия илдең көньяғының яңы гегемоны булған Ур лугалдәренә ҡарағанда әҙ әһәмиәткә эйә булып торған.

Боронғо шумер эпосы буйынса, яҡынса б. э. тиклемге 2600 йылда Шумер Урук батшаһы Гильгамеш власы аҫтында берләшә, һуңғараҡ власты ул Ур династияһына тапшыра. Артабан тәхетте Адаб хакимы Лугальаннемунду биләй. Ул Шумерға Урта диңгеҙҙән алып көньяҡ-көнбайыш Иранға тикле һуҙылған ерҙәрҙе ҡуша. Б. э. тиклемге XXIV быуатта яңы һуғышып баҫып алыусы Умма батшаһы Лугальзагеси был биләмәләрҙе Персия ҡултығына тиклем ҙурайта.

Б. э. тиклемге XXIV быуатта Шумерҙың ҙур өлөшө Аккад батшаһы Шуррукин (Саргон Древний) тарафынан баҫып алына. Б. э. тиклемге II мең йыллыҡта Шумерҙы көс туплаусы Вавилон империяһы үҙ эсенә йота. Бынан алдараҡ, б. э. тиклемге III мең йыллыҡта, шумер теле үҙ-ара һөйләшеү теле статусын юғалта. Шулай ҙа ул тағы ла киләсәк ике мең йыллыҡта әҙәбиәт һәм мәҙәниәт теле булып ҡала.

Мәҙәниәт

үҙгәртергә
 
Клинописная табличка

Шумер — боронғо билдәле цивилизация. Шумерҙар бик күп әйберҙәр уйлап сығарған, шул иҫәптән, тәгәрмәс, яҙма(әлифба), ирригация системаһы, ауыл хужалығы ҡоралдары, көршәк яһау түңәрәге һәм хатта һыра ҡайнатыу (хәйер, был эсемлек структураһы буйынса һуңғыраҡ замандың эсемлеге структураһына тура килеү-килмәүе тулыһынса билдәле түгел).

Фәлсәфәһе

үҙгәртергә

Шумерҙар үҙҙәренән һуң бик күп сәнғәт әҫәрҙәре ҡалдырған булһа ла, был төшөнсә (Боронғо Греция осорона тиклемге башҡа халыҡтарҙағы кеүек) улар мәҙәниәтендә булмаған, сөнки уларҙың сәнғәт әйберҙәре билдәле бер функцияны : мемориаль, культ һәм йорт-кәрәк-яраҡтары, прагматик функцияһын - үтәгән. Прагматик функцияһы шунан ғибәрәт, мәҫәлән, мисәт кешенең социаль статусын күрһәтеп торған, культ әйберҙәре дини йолаларҙы үткәреүҙә ҡулланылған, ә мемориаль функцияһы киләсәк быуын кешеләренә үткән заман кешеләрен, уларҙың данлыҡлы эштәрен иҫтә тоторға, уларға ҡорбан килтерергә ярҙам иткән. Шумер әйберҙәренең эстетик функцияһы булмаған.

Архитектура

үҙгәртергә
 
Урҙа Зиккурат, Насирия янында, Ираҡ

Көньяҡ Месопотамияла ағастар һәм таштар бик әҙ, шунлыҡтан унда төҙөлөш материалы булып иң башта балсыҡ, ҡом һәм һалам ҡушылмаһынан яһалған яндырылмаған кирбес торған. Шыйыҡ балсыҡ һәм ҡом ҡушылмаһы кирбестәрҙе тоташтырыусы иҙмә булған.

Көньяҡ Месопотамияның архитектураһы нигеҙен батша һарайҙары һәм дини монументаль ҡоролмалар һәм йорттар барлыҡҡа килтергән. Беҙҙең заманға тиклем һаҡланып ҡалған ҡорамдар б. э. тиклемге IV—III мең йыллыҡта төҙөлгән була. Был нығытылған ҡеүәтле культ башнялары зиккурат(ziggurat— изге тау) тип аталған, улар квадрат формала булған, йә булмаһа күп киртләсле пирамиданы хәтерләтеп тора. Киртләстәр баҫҡыстарға тоташҡан, стеналарҙың ситтәрендә ҡорамға алып инеүсе пандустар яһалған. Стеналар ҡара (асфальт), аҡ (эзбиз) һәм ҡыҙыл(кирбес) төҫлө.

Монументаль йорт төҙөүҙөң конструктив үҙенсәлеге булып б. э. тиклемге дүртенсе мең йыллыҡтан һаҡланып тороп ҡалған ысул — яһалма платформалар күтәреп ҡуйыу ысулы торған. Был, моғайын, йортто һыу баҫыу ваҡытта еүешлектән һаҡлар өсөн, ә бәлки, йорт тирә-йүндән ҡараған саҡта һәр яҡтан күренеп торһон өсөн эшләнгәндер. Боронғо традиция буйынса йорт төҙөүҙең икенсе үҙенсәлеге — стеналарҙың алға табан сығып торған киртләсле һыныҡ һыҙыҡлы булыуы. Тәҙрәләр, әгәр эшләнә ҡалһа, стеналарҙың өҫкө яғында булған һәм тар ғына ярыҡ формалы була. Йорт эсе шулай уҡ ишек уйымдары аша һәм йорт түбәһендәге тишек аша яҡтыртылған. Йорт түбәһе нигеҙҙә ялпаҡ формала була, шулай уҡ уларҙың көмбәҙ формалылары ла билдәле.

Шумер көньяғында алып барылған археология ҡаҙыуҙары ваҡытында тораҡ йорттар ҙур эске асыҡ ихата һәм улар тирәһендә төркөм-төркөм торған бер нисә ҡыйыҡлы ҡоролмалар табылған. Йорттарҙы былай планлаштырыу илдең климат шарттарына тура килгән һәм көньяҡ Ике йылға араһында һарайҙар төҙөүҙең нигеҙен тәшкил иткән. Шумерҙың төньяғында, асыҡ ихата булмайынса, үҙәк бүлмә ихата менән бер ҡыйыҡ аҫтында торған өйҙәр табыла.

Шумер әҙәбиәтендәге иң таныҡлы әҫәр - «Эпос о Гильгамеше» — шумер легендалары йыйынтығы, һуңғараҡ ул аккад теленә тәржемә ителгән. Эпос яҙылған йәҙүәлдәр (табличкалар) Ашшурбанапал батшаның китапханаһында табыла. Был эпоста легендар Урук батшаһы Гильгамеш, уның дуҫы ҡырағай Энкид һәм үлемһеҙлек серен эҙләү тураһында бәйән ителә. Кешелекте һәм бөтә донъяны һыу баҫыуҙан ҡотҡарыусы Утнапиштимдың тарихы Тәүраттағы (Библиялағы) Нух кәмәһен ҡабатлай.

Шулай уҡ шумер-аккадтарҙың космогоник эпосы «Энума элиш» һәм «Урра-Хубуллу» йәҙүәлдәр серияһы (шумерса һәм аккадса «бурыс» йәки «процентлы үтес»), 24 китаптан торған энциклопедияһы ла билдәле.

 
Шумерская богиня
 
Статуя 24-го века до н. э. молящегося шумерского человека (современная восточная Сирия)

Шумерҙар пантеоны һәр саҡ башында хоҙай-батша торған ассамблея кеүек эшләп килгән. Хоҙайҙарҙың йыйылмаһы төркөмдәргә бүленгән, шуларҙың иң төп дәрәжәлеһе «Бөйөк Хоҙайҙар (Великие Боги)» 50 хоҙайҙан торған һәм шумерҙарҙың дини ҡарашы, инанысы буйынса кешелектең яҙмышын хәл иткән тип һаналған. Хоҙайҙар шулай уҡ ижади һәм ижади булмағандарға бүленгән. Ижад хоҙайҙары: Ан күкте, алиһә-әсә Нинхурсаг ерҙе, Энки диңгеҙҙе, Энлиль ерҙе - ҡурсалаған һәм улар өсөн яуап биргән. Космос күренештәре һәм мәҙәни феномендар «Мэ» (йәки «Ме») тигән ҡағиҙәләр йыйылмаһы менән һаҡланып, тотолоп торған. Мэ — ҡағиҙәләр йыйылмаһы. Улар һәр бер космос функцияһы һәм мәҙәни феномен өсөн яуаплы булған һәм уларҙың функцияһын һаҡлап тотоп килгән хоҙай кландары тарафынан мәңгелеккә бирелгән. Мэ ҡағиҙәләре:

  • эн — ҡанбаба власы
  • хәҡиҡәт
  • батша власы
  • ҡануниәт
  • сәнғәт

Шумер мифологияһы буйынса кеше хоҙай ҡаны менән балсыҡтың ҡатнашмаһынан яһалған. Шулай уҡ шумерҙарҙа бөтә донъяны һыу баҫыу тураһындағы миф йәшәп килә.

Шумер мифологияһында йыһан түбәнге һәм өҫкө донъянан һәм улар араһындағы ерҙән ғибәрәт була. Түбәнге донъя, күктән айырмалы рәүештә, ер аҫтындағы ҙур космос киңлегенән торған тип һаналған. Түбәнге донъя менән Нергаль һәм Эрешкигаль тигән хоҙайҙар идаралыҡ иткән.

Шумерҙар уларҙы юғары Хоҙайҙарға хеҙмәт итеү өсөн яралған һәм хоҙайҙар араһында бик тығыҙ бәйләнеш бар, тип иҫәпләгән. Үҙ хеҙмәттәре менән улар юғары Хоҙайҙарҙы «туҡландыра» һәм уларҙан башҡа һуңғылары ла , шумерҙар хоҙайҙарҙан башҡа йәшәй алмаған кеүек, үҙаллы йәшәй алмаған.

Хакимдар

үҙгәртергә
  • Шумер һәм Аккад батшалары исемлеге

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. От аккадского Šumeru; на шумерском языке название страны обозначалось 𒆠𒂗𒂠 ki-en-ĝir15, что примерно означает «страна цивилизованных царей» или «родная земля». См. The Pennsylvania Sumerian Dictionary; Stiebing Jr., William H. Ancient Near Eastern History and Culture. Pearson, 2008. ISBN 10: 032142297X / ISBN 13: 9780321422972.
  2. King, Leonid W. (2015) "A History of Sumer and Akkad" (ISBN 1522847308)

Өҫтәлмә әҙәбиәт

үҙгәртергә
  • Антонова Е. В. Месопотамия на пути к первым государствам. — М.: Изд. фирма «Восточная литература» РАН, 1998. — 224 с.: ил. — ISBN 5-02-017934-5.
  • Бадер Н. О. Древнейшие земледельцы Северной Месопотамии. Исследования советской археологической экспедиции в Ираке на поселениях Телль Мацалия, Телль Сотто, Кюльтепе. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1989. — 368 с.: ил. — ISBN 5-02-009429-3.
  • Бардески Кьяра Децци. Месопотамия. Колыбель человечества / Пер. Т. Н. Григорьевой. — М.: Ниола-Пресс, 2008. — 128 с. — Серия «Тайны истории». — ISBN 978-5-366-00327-8.
  • Белицкий Мариан. Забытый мир шумеров / Пер. Д. С. Гальпериной. — М.: Наука, 1980. — 398 с.: ил. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • Бибби Джеффри. В поисках Дильмуна / Пер. с англ. Н. Елисеева. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1984. — 369 с.: ил. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • Вулли Леонард. Ур халдеев / Пер. с англ. Ф. Л. Мендельсона. — М.: Изд-во восточной литературы, 1961. — 256 с.: ил. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • Гласснер Жан-Жак. Месопотамия / Пер. с франц. Л. С. Самуйлова. — М.: Вече, 2012. — 464 с. — Серия «Гиды цивилизаций». — ISBN 978-5-9533-3403-7.
  • Гуляев В. И. Шумер. Вавилон. Ассирия: 5000 лет истории. — М.: Алетейа, 2004. — 440 с. — Серия «Сокровенная история цивилизаций». — ISBN 5-89321-112-X.
  • Дьяконов И. М. О площади и составе населения шумерского «города-государства» // Вестник древней истории. — 1950. — № 2. — С. 77—93.
  • Дьяконов И. М. Люди города Ура. Материалы и исследования. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1990. — 430 с. — Серия «Культура народов Востока». — ISBN 5-02-016568-9.
  • Емельянов В.В. Древний Шумер. Очерки культуры. — СПб: Петербургское Востоковедение, 2001. — 368 с. — (Мир Востока). — 3000 экз. — ISBN 5-85803-161-7.
  • Заблоцка Юлия. История Ближнего Востока в древности. От первых поселений до персидского завоевания / Пер. с пол. Д. С. Гальпериной. Под ред. В. А. Якобсона. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1989. — 416 с. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • История Древнего Востока. Зарождение древнейших классовых обществ и первые очаги рабовладельческой цивилизации. — Ч. 1. Месопотамия / Под. ред. И. М. Дьяконова. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1983. — 534 с.: ил.
  • Канева И. Т. Шумерский язык. — СПб.: Центр «Петербургское востоковедение», 1996. — 224 с. — Серия «Orientalia».
  • Кленгель-Брандт Эвелин. Путешествие в древний Вавилон / Пер.с нем. Б. С. Святского. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1979. — 260 с.: ил. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • Кленгель-Брандт Эвелин. Вавилонская башня. Легенда и история / Пер. с нем. И. М. Дунаевской. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1991. — 160 с.: ил. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • Кривачек Пол. Вавилон. Месопотамия и рождение цивилизации. MV-DCC до н. э. / Пер. Л. А. Карповой.— М.: Центрполиграф, 2015. — 352 с.: ил. — Серия «Memorialis». — ISBN 978-5-227-06261-1.
  • Куртик Г. Е. Звездное небо древней Месопотамии. Шумеро-аккадские названия созвездий и других светил. — СПб.: Алетейя, 2007. — 744 с.: ил.
  • Кьера Эдвард. Они писали на глине. Рассказывают вавилонские таблички. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1984. — 136 с.: ил. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • Ламберг-Карловски К., Саблов Дж. Древние цивилизации. Ближний Восток и Мезоамерика / Пер. с англ. А. А. Пономаренко, И. С. Клочкова. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1992. — 368 с., ил. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • Ллойд Сетон. Реки-близнецы. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1972. — 240 с.: ил. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • Ллойд Сетон. Археология Месопотамии. От древнекаменного века до персидского завоевания. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1984. — 280 с.: ил. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • Нуреев Р. М. Древний Шумер: учёт как основа организации государственного хозяйства // Всемирная история экономической мысли: В 6 томах / Гл. ред. В. Н. Черковец. — М.: Мысль, 1987. — 606 с. — Т. I. От зарождения экономической мысли до первых теоретических систем политической жизни. — С. 50-53. — ISBN 5-244-00038-1.
  • Оппенхейм А. Лео. Древняя Месопотамия. Портрет погибшей цивилизации / Пер. с англ. М. Н. Ботвинника. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1990. — 320 с.: ил. — 2-е изд. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • Флиттнер Н. Д. Культура и искусство Двуречья и соседних стран / Под ред. И. М. Дьяконова. — М.;Л.: Искусство, 1958. — 300 с.: ил.
  • Церен Эрих. Лунный бог / Пер. с нем. Б. Д. Каллистова. Под ред. А. А. Нейхардта. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1976. — 382 с.: ил. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • Церен Эрих. Библейские холмы / Пер. с нем. Н. В. Шафранской. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1966. — 480 с.: ил.
  • Чабб Мэри. Город в песках / Пер. с англ. Н. Г. Коваленской. — М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1965. — 96 с.: ил. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока».
  • Шумер: города Эдема / Пер. с англ. В. Хренова. — М.: Терра, 1997. — 168 с.: ил. — Серия «Энциклопедия Исчезнувшие цивилизации». — ISBN 5-300-01059-6.
  • Якобсен Торкильд. Сокровища тьмы. История месопотамской религии. — М.: Изд. фирма «Восточная литература», 1995. — 293 с. — Серия «По следам исчезнувших культур Востока». — ISBN 5-02-016601-4 / 5020166014
  • Ascalone, Enrico. {0}[13]{/0}} (1936) Mesopotamia: Assyrians, Sumerians, Babylonians (Dictionaries of Civilizations; 1) . Berkeley: University of California Press. ISBN 0-520-25266-7 (paperback).
  • Bottéro, Jean, André Finet, Bertrand Lafont, and George Roux. {0}[13]{/0}} (1936) Everyday Life in Ancient Mesopotamia . Edingurgh: Edinburgh University Press, Baltimore: Johns Hopkins University Press.
  • Crawford, Harriet E. W. 2004. Sumer and the Sumerians . Cambridge: Cambridge University Press.
  • Leick, Gwendolyn. {0}[13]{/0}} (1936) Mesopotamia: Invention of the City . London and New York: Penguin.
  • Lloyd, Seton. {0}[13]{/0}} (1936) The Archaeology of Mesopotamia: From the Old Stone Age to the Persian Conquest . London: Thames and Hudson.
  • Nemet-Nejat, Karen Rhea. {0}[13]{/0}} (1936) Daily Life in Ancient Mesopotamia . London and Westport, Conn.: Greenwood Press.
  • Kramer, Samuel Noah. The Sumerians: Their History, Culture and Character. — University of Chicago Press, 1963. — ISBN 0-226-45238-7.
  • Kramer, Samuel Noah. Sumerian Mythology: A Study of Spiritual and Literary Achievement in the Third Millennium BC .
  • Roux, Georges. {0}[13]{/0}} (1936) Ancient Iraq , 560 pages. London: Penguin (earlier printings may have different pagination: 1966, 480 pages, Pelican; 1964, 431 pages, London: Allen and Urwin).
  • Schomp, Virginia. Ancient Mesopotamia: The Sumerians, Babylonians, And Assyrians .
  • Sumer: Cities of Eden (Timelife Lost Civilizations) . Alexandria, VA: Time-Life Books, 1993 (hardcover, ISBN 0-8094-9887-1).
  • Woolley, C. Leonard. {0}[13]{/0}} (1936) The Sumerians . Oxford: Clarendon Press.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Geography
Language