Ғәрәп яҙы

2011 йыл башында ғәрәп илдәрендә булған ихтилалдар һәм сыуалыштар

Ғәрәп яҙы (ғәр.الربيع العربي) — ғәрәп донъяһында 2011 йыл башында булып үткән ихтилалдар һәм сыуалыштар тулҡыны. Тәүге билдәләре 2010 йылда уҡ күренә[2]. Түңкәрелештәр — Туниста[3], Мысырҙа[4] һәм Йемендә[5]; граждандар һуғышы — Ливияла[6] (режим ҡолай) һәм Сүриәлә[7] (дауам итә); граждандар ихтилалы — Бахрейнда[8]; күмәк кеше ҡатнашлығындағы болалар — Алжирҙа[9], Ираҡта[10], Иорданияла[11], Мароккола[12] һәм Оманда[13]; ваҡ-төйәк болалар Күвейттә[14], Ливанда[15], Мавританияла, Сәғүд Ғәрәбстанында[16], Суданда[17], Джибутиҙа[18] һәм Көнбайыш Сахарала[19] була. 2011 йылдың майында Израиль сигендәге бәрелештәрҙе лә Ғәрәп яҙы рухландыра[20].

Ғәрәп яҙы
По часовой стрелке сверху слева: протестующие собираются на площади Тахрир в Каире (в Египте); демонстранты маршируют по центральной улице Туниса (в Тунисе); политические диссиденты в Сане (в Йемене) требуют отставки президента; тысячи демонстрантов на Жемчужной площади в Манаме (в Бахрейне); сотни тысяч в Дамаске (в Сирии); демонстранты в Аль-Байде (в Ливии).
По часовой стрелке сверху слева: протестующие собираются на площади Тахрир в Каире (в Египте); демонстранты маршируют по центральной улице Туниса (в Тунисе); политические диссиденты в Сане (в Йемене) требуют отставки президента; тысячи демонстрантов на Жемчужной площади в Манаме (в Бахрейне); сотни тысяч в Дамаске (в Сирии); демонстранты в Аль-Байде (в Ливии).
Урыны

ғәрәп донъяһы (см. список стран)

Дата

2010 йылдың 18 декабренән

Сәбәптәре

структура-демографик факторҙар,[1] авторитар режимдар, фәҡирлек, коррупция, кеше хоҡуҡтарын боҙоу, инфляция, клептократия, эшһеҙлек

Төп маҡсаты

иҡтисади һәм сәйәси үҙгәрештәрҙән алып власты тулыһынса алмаштырыуға тиклем

Ҡаршы тороусылар

Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африка илдәренең хөкүмәттәре

Һәләк булыусылар

400 000-дән 650 000-гәсә (халыҡ-ара баһа)

 Ғәрәп яҙы Викимилектә

Сыуалыштар ваҡытында ризаһыҙлыҡ күрһәтеүҙең дөйөм ысулдары файҙаланыла: забастовкалар, демонстрациялар, митингылар; уларҙы ойоштороу, аралашыу һәм мәғлүмәт таратыу өсөн социаль медиа ҡулланыла[21]. Демонстрацияларҙың күбеһенә ҡарата властар көс ҡуллана[22][23][24], шулай уҡ хөкүмәт яҡлы ополчениены һәм контр-демонстранттарҙы ҡаршы ҡуя[25][26][27]. Демонстранттар «Халыҡ режимдың ҡолауын теләй»[28] (ғәр. الشعب يريد إسقاط النظام‎‎)[29] тигән төп лозунг аҫтында эш итә.

Тотош Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африка буйлап үткән протестар һәм демонстрациялар «ғәрәп яҙы»[30][31][32][33][34][35], шулай уҡ «ғәрәп яҙы һәм ҡышы»[36], «ғәрәп уяныуы»[37], «панғәрәп инҡилабы», «ғәрәп ихтилалдары»[38] тигән атамалар алды, әммә протестарҙа ҡатнашыусылар араһында ғәрәп түгелдәр ҙә була. Протестар 2010 йылдың октябрендә Көнбайыш Сахарала башлана, әммә ғәмәлдә Туниста 2010 йылдың 18 декабрендә Мөхәммәт Буазизиҙың полиция коррупцияһына һәм ҡаты мөғәмәләгә ҡаршы протест рәүешендә үҙ-үҙен яндырыуынан башлана[39][40]. Тунистан һуң тәртипһеҙлектәр Алжир, Иордания, Мысыр һәм Йеменде[41] солғай, шунан бүтән илдәргә лә тарала. Иң ойошҡан демонстрациялар йыш ҡына йома намаҙынан һуң башлана[42][43][44].

2012 йылдың майына инҡилаптар дүрт дәүләттең башлыҡтарын ҡолата. Тунистағы инҡилаптан һуң Тунис президенты Зинәләбиддин бин Али 2011 йылдың 14 ғинуарында Сәғүд Ғәрәбстанына ҡаса. Мысырҙа президент Хөсни Мөбәрәк халыҡтың 18 көнлөк акцияларынан һуң 2011 йылдың 11 февралендә, 30 йыллыҡ президентлығын тамам итеп, отставкаға китә. Ливия лидеры Муаммар Ҡаддафи 2011 йылдың 23 авгусында ҡолатыла һәм 2011 йылдың 20 октябрендә тыуған ҡалаһы Сиртта үлтерелә. Йемен президенты Али Абдулла Сәлих 2012 йылдың 27 февралендә власты сираттан тыш һайлауҙа һайланған яңы президентҡа тапшыра.

Төбәктәрҙәге тәртипһеҙлектәр осоронда ҡайһы бер лидерҙар етәкселек итеү мөҙҙәттәре тамамланғас отставкаға китәсәктәрен белдерә. Судан президенты Омар әл-Бәшир 2015 йылда кандидатураһын ҡуймаясағын әйтә[45], Ираҡ премьер-министры Нури әл-Малик та (мөҙҙәте 2014 йылда бөтә) шуны уҡ белдерә[46][47]. Иорданиялаға протестар король Абдулланың ике хөкүмәтте таратыуына сәбәп була[48][49][50]. Йемен президенты Али Абдулла Сәлих 23 апрелдә 30 көндән отставкаға китәсәге тураһында хәбәр итә[51];[52] ләкин кире уйлай, ә инҡилап дауам иттерелә[53].

Протестарҙың геосәйәси эҙемтәләре дөйөм иғтибарҙы тарта[54], хатта баш күтәреүселәрҙең ҡайһы берҙәре тыныслыҡ буйынса Нобель премияһына күрһәтелеүе ихтимал тип фараз ителә[55]. Йемендән Тәвәкүл Ҡарман Ғәрәп яҙының мәшһүр лидеры булараҡ 2011 йыл өсөн тыныслыҡ буйынса Нобель премияһы бирелгән өс лауреаттың береһе була.

     Хөкүмәт ҡолатылған      Ҡораллы конфликт      Граждандарҙың оҙайлы сыуалыштары һәм хөкүмәттә үҙгәрештәр      Протестар һәм хөкүмәттә үҙгәрештәр
     Күмәк протестар      Ваҡ-төйәк протестар      Ғәрәп донъяһынан тыш протестар
  • Илдәр буйынса протест белдереүҙәр исемлеге

Сыуалыштар башы

Ил

Сыуалыштар ахыры

Протест төрҙәре

Эҙемтәләре

Һәләк булғандарҙың һаны

2010 йылдың 17 декабре

  Тунис

2011 йылдың 14 ғинуары

Мөхәммәт Буазизиҙың үҙ-үҙен яндырыуы; күмәк демонстрациялар; дөйөм халыҡ протесы; офистарға һәм биләмәләргә һөжүм

Хөкүмәтте ҡолатыу; президент Бен Али ғаиләһе менән илдән ҡаса (2011 йылдың 14 ғинуары)

219[56][57]

2010 йылдың 28 декабре

  Алжир

2011 йылдың 24 феврале

Күмәк демонстрациялар

Президент 19 йыл дауам иткән ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү тураһында иғлан итә (2011 йылдың 3 феврале)[58]

8[59]

2011 йылдың 13 ғинуары

  Ливия

2011 йылдың 20 октябре

Ливия башлығының 40 йыл идара итеүенә ҡаршы бөтә ил буйлап барған протестар артынан граждандар һуғышы һәм интервенция башлана[60]

Муаммар Ҡаддафиҙы үлтереү; властың Күсмә милли советҡа күсеүе[61][62]

50.000[63]

2011 йылдың 14 ғинуары

  Иордания

Ваҡ-төйәк протестар

Король Абдулла II хөкүмәтте тарата (2011 йылдың 1 феврале)

2[64][65]

2011 йылдың 17 ғинуары

  Мавритания

2011 йылдың 17 ғинуары

Үҙ-үҙен яндырыу

3[66]

2011 йылдың 17 ғинуары

  Судан

Ваҡ-төйәк протестар, Көньяҡ Судандың бойондороҡһоҙлоғо тураһында референдум

Көньяҡ Судандың бойондороҡһоҙлоғон таныу

1[67]

2011 йылдың 17 ғинуары

  Оман

Протестар, сыуалыштар

Солтан вәкәләттәренең бер өлөшөн парламентҡа тапшыра[68]

6[69]

2011 йылдың 18 ғинуары

  Йемен

Хөкүмәттең президент сәйәсәте менән риза түгеллеге[70]; күмәк демонстрациялар[71][72]

Президент вәкәләттәрҙе ил вице-президентына тапшырыу тураһында указға ҡул ҡуя (2011 йылдың 23 ноябре)[73]

1500[74]

2011 йылдың 21 ғинуары

  Сәғүд Ғәрәбстаны

Үҙ-үҙен яндырыу[75]; демонстрациялар[76]

Абдулла ибн Әбделғәзиз әс-Сәғүд, Сәғүд Ғәрәбстанының короле, социаль түләүҙәргә 16 миллиард доллар бүлергә вәғәҙә итә[77]

10[78][79][80][81][82]

2011 йылдың 25 ғинуары

  Мысыр

2011 йылдың 11 феврале

Күмәк протестар һәм ихтилалдар

Хөкүмәт алмашыныу (2011 йылдың 29 ғинуары); Хөсни Мөбәрәктең президент посынан отставкаға китеүе (2011 йылдың 11 феврале)[83]

887[84][85]

2011 йылдың 26 ғинуары

  Сүриә

дауам итә

Үҙ-үҙен яндырыу, күмәк протестар, сыуалыштар

Президент 48 йыллыҡ ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү тураһында белдерә

100 000[86]

2011 йылдың 20 феврале

  Марокко

2011 йылдың 20 феврале

Үҙ-үҙен яндырыу, протестар[87]

Марокко короле Мөхәммәт VI халыҡҡа телмәр менән мөрәжәғәт итә, тамырҙан конституция реформаһы үткәрергә вәғәҙә итә[88]

9[89][90]

2011 йылдың 1 феврале

  Джибути

2011 йылдың 1 феврале

Ваҡ-төйәк протестар

2[91]

2011 йылдың 13 феврале

  Сомали

Ваҡ-төйәк протестар

5[92]

2011 йылдың 4 феврале (рәсми ҡараштан 14 февралдә)

  Бахрейн

Протестар, сыуалыштар

Король Хәмәт дәүләттең һәр ғаиләгә 1000 динар (79 500 һум) түләйәсәге тураһында иғлан итә (11 февралдә)

86[93]

2011 йылдың 10 феврале

  Ираҡ

Демонстрациялар

35[94]

2011 йылдың 18 феврале

  Күвейт

Ваҡ-төйәк протестар

Күвейт властары дәүләт хеҙмәтендәгеләрҙең эш хаҡын, студенттарҙың стипендияларын арттыра, шулай уҡ ерле күвейттәргә гранттар тарата[95]

0

2011 йылдың 26 феврале   Көнбайыш Сахара Ваҡ-төйәк протестар, сыуалыштар 56
2011 йылдың 27 феврале   Ливан Ваҡ-төйәк протестар 17
Һәләк булғандар бөтәһе: 150 000-дән ашыу

Заманса аралашыу сараларын һүндереү

үҙгәртергә

Заманса бәйләнеш саралары аша ойоштороу мөмкинлектәренең ни тиклем ҙур булыуын аңлағас, Тунис властары "Йәнле Көндәлек"тә һәм Twitter микроблогинг селтәрендәге хәбәрҙәрҙе юйҙыра.

Мысырҙа эре провайдерҙар (Etisalat Misr, Link Egypt, Telecom Egypt и Vodafone/Raya) Интернетты тулыһынса, мобиль элемтәне өлөшләтә һүндерә[96]. «Google» компанияһы Мысыр халҡына Twitter селтәрендә мобиль элемтә аша тауышлы хәбәрҙәр тапшырыу мөмкинлеген бирә[97]. Ливия ла 19 февраль төнөнә Интернетты һүндерә.

Илдәр буйынса

үҙгәртергә

Туниста 2011 йылдың 14 ғинуарында президент Зинәләбиддин бин Али илдән ҡасҡас, сыуалыштар инҡилапҡа әүерелә.

 
Блидала (Алжир) боласыларҙың полиция менән бәрелеше, 8 ғинуар 2011 йыл

2011 йылдың 3 февралендә Алжир президенты Әбделғәзиз Бутефлика яҡын арала сәйәси реформалар башланасағы — 1992 йылда индерелгән ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү, партияларға радио аша сығыш яһарға рөхсәт итеү, тыныс демонстрациялар үткәрергә рөхсәт биреү (Алжир ҡалаһынан тыш) — тураһында хәбәр итә[98].

Иордания

үҙгәртергә

2011 йылдың 1 февралендә Иордания короле Абдулла II оппозиция талабы буйынса Самир әл-Рифаи хөкүмәтен отставкаға ебәрә[99]. Король протестарҙы финанстар өҫтәү юлы менән дә һүндерергә тырыша. 2011 йылда ул дәүләт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡтарын арттырыуға һәм бензин, көндәлек тауарҙар хаҡтарын көйләүгә 0,5 миллиард доллар бүлә (аҡсаның бер өлөшөн АҠШ менән Европа берләшмәһе бирә)[100]. Бынан тыш, 2011 йылда Иордания Сәғүд Ғәрәбстанынан 1,6 миллиард долларлыҡ ярҙам ала[101].

Йемен парламентында сығыш яһап, президент Али Абдулла Сәлих 2013 йылда мөҙҙәте тулыу менән власта ҡалырға йә уны улына тапшырырға йыйынмауы тураһында белдерә[102]. Ләкин халыҡ баҫымы аҫтында Сәлих президент һайлауын 2011 йыл аҙағына тиклем үткәрергә һәм отставкаға китергә тәҡдим итә, ләкин оппозиция уның кисекмәҫтән отставкаға сығыуын талап итә. Шул уҡ ваҡытта Йемендә Сәлих яҡлыларҙың да демонстрациялары үтә.

2011 йылдың 23 ноябрендә Сәлих власты вице-президентҡа тапшыра.

 
2011 йылдың 29 ғинуарында Ҡаһирәлә Таһрир майҙаны эргәһендә танк

Кешеләр түбән тормош кимәленә ҡаршы протест белдерә һәм президенттың отставкаға сығыуын талап итә. 2011 йылдың 29 ғинуарында президент Хөсни Мөбәрәк хөкүмәтте тарата[103]. 1 февралдә халыҡҡа ашығыс мөрәжәғәтендә Мысыр президенты 2011 йылдың көҙөнә тәғәйенләнгән киләһе президент һайлауҙа ҡатнашмаясағын белдерә. Шулай уҡ конституцияның президентлыҡҡа кандидатуралар тәҡдим итеү механизмы һәм һайлау процедураһы һүрәтләнгән 76-сы һәм 77-се статьяларын үҙгәртеүҙе яҡлап сыға[104].

Moody’s халыҡ-ара агентлығы Мысырҙың бурыс йөкләмәләре буйынса рейтингтарын «Ва1» кимәленән «Ва2» кимәленә тиклем түбәнәйтә; шулай уҡ рейтингтар буйынса прогноз да үҙгәрә: «тотороҡло» урынына "кире"гә әйләнә[105].

10 февралдә Мөбәрәк президент вәкәләттәренең бер өлөшөн вице-президент Омар Сөләймәнгә тапшыра[106], был хаҡта халыҡҡа телевидение аша мөрәжәғәттә белдерә, шунан һуң 11 февралдә отставкаға китә. Артабан ул йортона бик аҫтына ултыртыла[107].

2012 йылдың 1—4 декабрендә Мөхәммәт Мурсиҙың власты үҙ ҡарамағында ғына тотоуына ҡаршы мысыр халҡының протестары көсәйә. 5 һәм 6 декабрҙә халыҡ, протестар, стачкалар ойоштороп һәм «Молотов коктейле» — яндырғыс матдәле шешәләр — ҡулланып, полиция менән бәрелешә. Дүрт кеше ҡорбан була[108].

2013 йылдың 3 июлендә Мысырҙа ил президенты Мөхәммәт Мурсиға ҡаршы оҙайлы протест ғәмәлдәренән һуң Мысырҙың оборона министры Абдул Фәтәх әл-Сиси президенттың ҡолатылыуы[109] һәм конституцияның ғәмәлдә булыуы туҡтатып торолоуы хаҡында иғлан итә[110].

2014 йылдың 25 ғинуары. Мысырҙа 2011 йылдың 25 ғинуарында булған инҡилаптың йыллығын билдәләүгә арналған демонстрациялар барышында унда ҡатнашыусыларҙың полиция менән бәрелештәре ваҡытында 49 кеше һәләк булды, тип хәбәр итә Франс Пресс агентлығы[111].

Мавритания

үҙгәртергә

2011 йылдың 17 ғинуарында Мавритания баш ҡалаһы Нуакшотта генерал Мөхәммәт үлд Әбделғәзиз режимы менән ризаһыҙлығын белдереп, бер ир үҙенә-үҙе ут төртә. 43 йәшлек Яҡуп үлд Даһуд иртән автомобилен Мавритания Сенатының бинаһы алдына ҡуя ла машина эсендә ултырған көйө, өҫтөнә яныусан матдә һибеп, ут төртә. Полиция тиҙ килеп етә — ут тиҙ генә һүндерелеп, бите һәм тәне ныҡ бешкән ир дауаханаға илтелә. Һаулығының торошо тураһында мәғлүмәт бирелмәй. Журналистар әйтеүенсә, Даһуд үҙен-үҙе яндырырғандан бер нисә минут элек ниәте тураһында уларға шылтыратып хәбәр иткән. Даһуд журналистарға «илдәге сәйәси хәл менән риза түгеллген һәм идара итеүсе режимға ҡаршы сығыуын» белдергән. Мавританияға 2008 йылдың авгусында хәрби түңкәрелеш ваҡытында илдә власты ҡулына эләктергән һәм 2009 йылдың июлендә Мавритания Ислам Республикаһының президенты итеп һайланған генерал Мөхәммәт үлд Әбделғәзиз идара итә[112].

2011 йылдың 20 февралендә Facebook аша протестарға саҡырыу таратыла. 20 февралдә Марокко ҡалаларында король власын сикләү, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү талаптары менән тыныс демонстрациялар үтә.

Көнбайыш Сахара

үҙгәртергә

26 февралдә Дахла ҡалаһында протест акцияһы үтә. Сыуалыштарҙа 2 кеше һәләк була, 100-ләбе яралана.[113]

5 мартта ҡасаҡтар лагерында 200 кеше тыныс протест күрһәтеүҙә ҡатнаша.[114]

27 февралдә Ливандың баш ҡалаһы Бәйрүттә күп кешеле демонстрация үтә, конфессионализмды, йәғни дәүләт власын йәмғиәттең дини общиналарға бүленеүенә ҡарап ойоштороуҙы, бөтөрөү талабы ҡуйыла. Марш Facebook социаль селтәре аша ойошторола.[115] [116]

13 мартта тиҫтәләрсә мең кеше Бәйрүттә Ғазаплылар майҙанындағы митингыла ҡатнаша. Митинг «эрбет инҡилабының» алты йыллығы уңайынан ойошторола. Был инҡилап Сүриә ғәскәрҙәрен Ливандан ҡыуып сығара. Манифестанттар радикаль шиғый төркөмө "Хезболла"ның, ҡорал һалып, Ливан армияһына ҡушылыуын талап итә.[117]

Оманда протест күрһәтергә сыҡҡан 200-ләп кеше 2011 йылдың 17 ғинуарында эш хаҡын күтәреү, тормош кимәлен яҡшыртыу талаптарын ҡуя. Сыуалыштар Оманды «сәйәси яҡтан тотороҡло һәм һүлпән ил» тип баһалаған репортёрҙарҙы бик аптырата[118]. 19, 26 февралдә акциялар үтә. Солтан Ҡабул бин Сәйет хөкүмәткә үҙгәрештәр индерә, 6 кешене урынынан ала. 27 февралдәге акцияларҙа 2 кеше һәләк була. 28 февралдә, властарҙың 6 кешене һәләк итеп, демонстрацияны баҫтырыуына ҡаршы асыулы манифестанттар сыға. 13 мартта Ҡабус бин Сәйет закондар сығарыу советының закондар сығарыу һәм көйләү вәкәләттәренән эйә булыуы, илдең төп законынан үҙгәрештәр индереү өсөн комитет ойоштороу тураһында указ сығара.

Сәғүд Ғәрәбстаны

үҙгәртергә

21 ғинуарҙы 65 йәшлек бер ир Джизан провинцияһы Самта ҡалаһында үҙен-үҙе яндырыуы һөҙөмтәһендә һәләк була. Был, моғайын, Сәғүд Ғәрәбстанында кемдең дә булһа үҙ-үҙен яндырыуҙың беренсе билдәле осрағы булғандыр[119][120].

29 ғинуарҙа Джиддәлә йөҙҙәрсә демонстрант 11 кешене һәләк иткән ташҡын арҡаһында килеп тыуған ҡала инфраструктураһы проблемаларына ҡаршы сығыш яһай[121]. Полиция демонстрацияны башланғанынан алып 15 минут тигәндә туҡтата. 30-ҙан 50-гә тиклем кеше ҡулға алына[122].

23 февралдә Сәғүд Ғәрәбстаны короле Ғабдулла ибн Ғәбдел Ғәзиз әс-Сәғүд, өс ай сит илдә дауаланып ҡайтҡандан һуң, йәмғеһе 35 миллиард долларлыҡ финанс льготалары йыйылмаһын ғәмәлгә ашырыу тураһында белдерә. Был йыйылмаға ингән саралар араһында дәүләт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын 15 процентҡа арттырыу, эшһеҙ йәштәргә һәм сит илдәрҙә белем алған Сәғүд Ғәрәбстаны граждандарына ярҙам күрһәтеү, ғаиләләргә фатир табышыуҙа булышлыҡ итеү инә. Монарх финанс енәйәтендә ғәйепләнгән бер нисә кешене ярлыҡай, әммә сәйәси реформалар тураһында бер ни ҙә әйтелмәй[123].

10 мартта Әш-Шәрҡиә провинцияһындағы Кәтип ҡалаһында шиғыйҙарҙың демонстрацияһы үтә, унда 200-ләп кеше ҡатнаша. Халыҡты ҡыуып таратыу өсөн хоҡуҡи тәртип һаҡсылары тауыш гранаталары ҡуллана. Кәм тигәндә дүрт кеше яралана[124].

30 ғинуарҙа Хартумда ике университеттан 15 000-ләп студенттың хөкүмәт отставкаһын талап иткән протесы була. Полиция университеттарҙы ҡамай, студенттар төркөмөн туҡмай һәм ҡулға ала[125][126]. Студенттарҙың хаҡтар үҫеүенә ҡаршы сығышын яҡтыртҡан ундан ашыу журналист ҡулға алына[127].

Бынан ике аҙна алда, 2011 йылдың 17 ғинуарында Судан властары тарафынан президент Омар әл-Бәширҙең яҡын көрәштәше, әле күренекле оппозиционер Хәсән Тураби ҡулға алына[128].

2011 йылдың 9—15 ғинуарында Көньяҡ Судандың бойондороҡһоҙлоғо тураһында референдум үткәрелә, 2011 йылдың июленән Көньяҡ Судан башҡа дәүләттәр тарафынан таныла һәм 193-сө ағза итеп БМО-ға ҡабул ителә.

Джибутиҙа 31 ғинуарҙа 300 кеше баш ҡала Джибутиҙа президент Исмаил Омар Геллеға ҡаршы протест белдерергә сыға. 18 февралдә Джибутиҙа 63 йәшлек президенттың отставкаға китеүен талап иткән демонстрация үтә[129].

13 февралдә йөҙҙәрсә йәш кеше Сомали баш ҡалаһы Могадишола күсмә федераль хөкүмәткә ҡаршы демонстрацияға сыға.[130]

15 февралдә күсмә федераль хөкүмәт яҡлы көстәр уларға ата, 4 кеше һәләк була, 11 манифестант яралана.[131]

2011 йылдың 4 февраленә Сүриәлә әүҙемселәр төркөмө тарафынан Facebook селтәрендә Мысырҙағыға оҡшаш «Асыу белдереү көнө» планлаштырыла[132][133].

Ләкин президент Бәшәр Асад уның власына бер ни ҙә янамай, сөнки илдә төп үҫеш мәсьәләләре уңышлы хәл ителә, тип иҫәпләй. Сүриәлә биш йыл (2007 йылдан 2011 йылдың февраленә тиклем) Facebook, YouTube, Twitter социаль селтәрҙәренә һәм күп кенә яңылыҡтар сайттарына инеү бикле була[134].

20 апрелдә Бәшәр Асад илдә 48 йыл барған ғәҙәттән тыш хәлде туҡтатыу тураһында рәсми раҫлай. Оппозиция фекеренсә, был «саралар һуңлаған»[135].

22 апрелдә яңылыҡтар сығанаҡтары белдереүенсә, хөкүмәткә ҡаршы демонстрацияларҙы баҫтырғанда 72 кеше һәләк булған[136].

2011 йылдың мартынан бирле Сүриәлә һуғыш туҡтамай. 2014 йылда ҡайһы бер ваҡытлы матбуғат сараларында, тыштан ҡыҫылыусылар булмаһа, һуғыш күптән тамамланған булыр ине, тигән раҫлауҙар сыға[137][138].

Бахрейнда үҙгәрештәр талап иткән демонстрациялар 2011 йылдың 14 февралендә башлана. Демонстранттар Манама үҙәгендәге Ынйы майҙанын баҫып ала. Беренсе демонстрацияла уҡ протеста ҡатнашҡан бер кеше һәләк була[139]. 15 февралдә был ҡорбанды ерләгәндә тағы берәү үлтерелә. 16 февралдә меңәрләгән бахрейнлы Ынйы майҙанына йыйыла һәм уға, Ҡаһирәләге кеүек, Таһрир (Азатлыҡ) тигән исем бирә. Майҙанға палаткалар ҡорола[140]. 17 февралдә полиция майҙандан демонстранттарҙы ҡыуа башлай, кәм тигәндә 6 кеше һәләк була[141]. 18 февралдә демонстранттар Таһрирға йәнә йыйылмаҡ була, ләкин полиция уларҙы утҡа тота: 60 кеше яралана. Бахрейн короле вариҫ принцҡа оппозиция менән һөйләшергә ҡуша, ләкин 19 февралдә оппозиция хәлде көйләүҙә принцтың ҡатнашыуына ҡаршы булыуын белдерә. Властар ғәскәргә Ынйы майҙанынан китергә бойора. Демонстранттар тағы килә һәм тағы палаткалар ҡора.

14 мартта Бахрейн хөкүмәте үтенсе буйынса Фарсы ҡултығы ғәрәп дәүләттәренең хеҙмәттәшлек советына ингән илдәрҙең интервенцияһы башлана: король Фәхд күпере аша Бахрейнға 1000 сәғүд һалдаты һәм БҒӘ-нең 500 полицейскийы килә. 15 мартта Бахрейнда ғәҙәттән тыш хәл индерелә. Шул уҡ көндө сәғүд һалдаты үлтерелә. Демонстранттар менән хоҡуҡ тәртибе һаҡсыларының бәрелештәрендә 3 кеше һәләк була, 200-ләп кеше яралана. 16 мартта ғәскәрҙәр Манаманың төп майҙанына инә һәм демонстранттарҙы ҡыуа. 5 кеше һәләк була, йөҙҙәрсә кеше яралана. 17 мартта оппозицияның 6 етәксеһе ҡулға алына. 8 оппозиция әүҙемсеһе дәүләт түңкәрелешен әҙерләгән өсөн ғүмерлеккә иректән мәхрүм ителә, 13-ө ошо уҡ статья буйынса 2-нән 15 йылға тиклем мөҙҙәткә ябыла.[142]

Күвейттә протест акциялары 2011 йылдың 18 февралендә башлана. Илдең бер нисә ҡалаһында, илдә йәшәһә лә, гражданлығы булмаған ғәрәптәрҙең демонстрацияһы була.

Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, 2011 йылда Күвейттә ошондай саралар күрелә: үҙенең хеҙмәткәрҙәренә түләүҙәрҙе арттырыу тураһында Kuwait Petroleum Corporation компанияһы иғлан итә. Парламент өйләнмәгән студенттарға стипендияны ике тапҡырға арттырып, $700-ға еткерә, ә ғаиләлеләргә $1200 итә. Сиратта — уҡытыусылар. Парламент бөтә хәрбиҙәргә, полицейскийҙарға һәм янғын һүндереүселәргә эш хаҡын 70-115 процентҡа арттыра. Былар әмирлек бюджетына йылына өҫтәмә $700 миллионға төшөргә тейеш була. Дәүләт хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын 100 процентҡа арттырыу ҡарала. Иҡтисад мәсьәләләре буйынса вице-премьер Күвейттең бөтә граждандарын электрға, һыуға һәм телефон бәйләнешенә түләүҙән азат итергә тәҡдим итә. Әмирҙең идара итеүенең биш йыллығы уңайынан Amiri grant тураһында иғлан ителә. Был грант бер тапҡыр бирелә торған 1000 күвейт динарынан һәм 14 ай буйы аҙыҡ-түлекте бушлай алыу хоҡуғынан тора. 1000 динарҙы 2011 йылдың февралендә 1 150 000 кувейтлы алырға тейеш була[143].

Буркина-Фасо

үҙгәртергә

Протест акциялары 22 ғинуарҙа полиция участкаһында бер студент үлтерелгәс башлана. Артабан граждан акциялары бөтә ерҙә барған сыуалыштарға, хәрби фетнәләргә әйләнә, ҡан ҡойола[144]. Хөкүмәт социаль саралар үткәрергә мәжбүр була, ил конституцияһына төҙәтеүҙәр индереү буйынса фекер алышыу башлай, әммә был сара оппозиция тарафынан бойкот менән ҡаршы алына.

Ираҡ ҡалаларында 2011 йылдың 25 февралендә үткән Нури әл-Малики хөкүмәтенә ҡаршы сығыштар 23 кешенең һәләк булыуы, йөҙҙәрсә кешенең яраланыуы менән тамамлана.

2011 йылдың 15 февралендә Ливияның портлы ҡалаһы Бенғазиҙа протесҡа сығыусыларҙың полиция һәм хөкүмәт яҡлылар менән бәрелештәре була[145]. Урындағы бойондороҡһоҙ интернет киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре буйынса, хоҡуҡ яҡлаусыларҙың береһен ҡулға алыу акцияға һылтау булып хеҙмәт иткән. Бер төркөм кеше Бенғази ҡала хакимиәте бинаһы алдына килгән һәм әүҙемсене сығарыуҙы талап иткән, шунан үҙәк майҙанға киткән, унда полиция менән бәрелеш булған. Демонстрацияла 500—600 кеше ҡатнашҡан, ярһыған кешеләр хакимиәт бинаһына һәм полицейскийҙарға таштар ырғытҡан,[146], хөкүмәткә ҡаршы лозунгылар ҡысҡырған[147]. Ләкин власть башында 1969 йылдан бирле торған Ливия инҡилабы етәксеһе Муаммар Ҡаддафиға ҡаршы һүҙҙәр ишетелмәгән.

Илдең баш ҡалаһы Триполиҙа, Муаммар Ҡаддафиҙы яҡлап, митингылар үтә[148][149]. Бының алдынан 213 интеллигенция вәкиле Ҡаддафиҙың отставкаға китеүен, тыныс юл менән власты алмаштырыуҙы, демонстранттарҙы эҙәрләмәүҙе талап иткән[150]. 17 февралдә Үл-Бәйдә ҡалаһында дүрт кеше һәләк була[151]. Унан һуң 14 кешенең, көн аҙағына 19 кешенең үлтерелеүе тураһында хәбәр ителә[152].

Парламент эшен туҡтата. Ҙурлығы буйынса Ливияның дүртенсе ҡалаһы булған Әл-Бәйдә баш күтәреүселәр ҡулына күсә, урындағы полиция ла улар яғына сыға. Ҡаланы хөкүмәт ғәскәрҙәре ҡамай[153].

Би-би-си хәбәр итеүенсә, ил властары ҙурлығы буйынса икенсе урындағы Бенғази ҡалаһына ғәскәр кертә. Шаһиттар белдереүенсә, унда бер нисә танк та инә, дүрт танк суд бинаһын һаҡ аҫтына ала. Бенғазиҙың бер нисә биҫтәһендә электр һүнә, аэропорт ябыла. Раҫланмаған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, полицияның бер өлөшө оппозицияға ҡушыла. Ҡала кварталдарының ҡайһы берҙәрендә ҡыйралыш бара. Хоҡуҡ яҡлаусылар мәғлүмәттәренә ярашлы, акция барған өс көндә Ливияла 84 кеше һәләк була.

2011 йылдың 28 февралендә АҠШ Ливия сигенә яҡын урынлашҡан ғәскәрҙәрен күсерә башлай.[154].

Ливияла Ҡаддафи яҡлылар менән баш күтәреүселәр араһында граждандар һуғышы башлана, конфликтҡа халыҡ-ара көстәр килеп ҡыҫыла.

17-19 октябрҙә күсеү милли советының хөкүмәт ғәскәрҙәре Бени-Вәлит менән Сирт ҡалаларын ала. М. Ҡаддафи Сирт эргәһендә боласылар тарафынан тотоп алына һәм үлтерелә.

23 октябрҙә күсеү милли советы Ливияны Ҡаддафи режимынан азат тип иғлан итә[155].

Эҙемтәләр

үҙгәртергә
Freedom House мәғлүмәттәре буйынса Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африка илдәрендә азатлыҡ кимәле үҙгәрештәре. Рейтинг юғарыраҡ булған һайын, илдә азатлыҡ күберәк тип һанала[156]
' азатлыҡтар
Дәүләт сәйәси граждан
2010 2012 2010 2012
Алжир 4 4 5 5
Бахрейн 4 4 5 4
Мысыр 4 4 5 5
Иран 4 4 4 4
Ираҡ 5 5 4 4
Иордания 4 4 5 5
Күвейт 6 6 6 5
Ливан 5 5 7 6
Ливия 3 3 3 4
Марокко 5 5 6 6
Оман 4 4 5 5
Катар 4 4 5 5
Сәғүд Ғәр. 3 3 4 3
Сүриә 3 3 4 3
Тунис 3 7 5 6
БҒӘ 4 4 5 4
Йемен 4 4 5 4


Ғәрәп илдәренең лидерҙары бер-бер артлы үҙҙәрендә реформалар үткәрә башлай (Күвейт, Иордания, Оман, Алжир[157], Катар[158]), ҡайһы бер илдәрҙә (Мысыр, Ливия, Тунис) хөкүмәт ҡолатыла йә отставкаға ебәрелә, Сәғүд Ғәрәбстанында һәм Бахрейнда протестар баҫтырыла, Сүриәлә оппозицияның властар менән бәрелешеүҙәре дауам итә, Йемен президенты тейелгеһеҙлегенә алмашҡа власты тапшыра. Мысырҙа, Сүриәлә, Ливияла һәм Йемендә радикаль исламсыларҙың позицияһы көсәйә.{{{заглавие}}}.

Ғәрәп яҙының иҡтисади хаҡы

үҙгәртергә

ХВФ Ғәрәп яҙының күпмегә төшөүен иҫәпләп сығара, төп илдәрҙең юғалтыуҙары 55 миллиард доллар тәшкил итә[159].

2012 йылдың 1 ғинуарындаында Ғәрәп дәүләттәре лигаһы генераль секретарының иҡтисад мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Мөхәммәт әл-Таваржи хәбәр итеүенсә, «ғәрәп яҙының» тура финанс зыяны ғына ла хәҙерге мәлгә кәм тигәндә 75 миллиард доллар тора[160].

  • 2013 йылдың 10 октябрендә британ банкы HSBC отчёт баҫтыра, унан күренеүенсә, 2014 йыл аҙағына иң күп зыян күргән ете илдә — Мысырҙа, Туниста, Ливияла, Сүриәлә, Иорданияла, Ливанда һәм Бахрейнда — эске тулайым продукт 2011 йылғы ихтилал булмаған осраҡтағы мөмкинлектән 35 процентҡа кәмерәк буласаҡ. Яҡын Көнсығыш иҡтисады «яҙғы» ваҡиғалар арҡаһында 2014 йыл аҙағына тиклем 800 миллиард доллар юғалтасаҡ. Отчёт тура иҡтисади юғалтыуҙарҙы ла, ЭТП үҫешенең әкренәйеүен һәм инвестициялар күләме кәмеүен дә иҫәпкә ала[161].

Биш йылдан һуң да Ливия менән Сүриә өҙлөкһөҙ барған граждандар һуғышы эсендә яныуын дауам итә, ә Мысырҙа 2013 йылда хәрбиҙәр түңкәрелеш яһап, протест тулҡынында килгән президент Мурсиҙы алып ырғыталар.[162] Был ваҡиғалар Мысырҙа «30 июнь инҡилабы» тигән исем ала, ул илдә йыл да киң билдәләнә.[163] Элекке президент Мурси ғүмерлеккә иректән мәхрүм ителә.[164]

Яҡын Көнсығышта 2011 йылдан алып «ғәрәп яҙы» арҡаһында юғалтылған иҡтисади үҫеш, БМО хисаплауҙары буйынса, 614 миллиард доллар тәшкил иткән.[165]

Донъя иҡтисадына йоғонтоһо

үҙгәртергә

2011 йылдың 31 ғинуарынан фьючерс контракттары буйынса нефть хаҡтары күтәрелеүе күҙәтелә. Был аналитиктарҙың сыуалыштар бөтә ғәрәп донъяһын солғар тигән хәүефенә нигеҙләнгән була[166][167]. Из-за событий в Египте отменён проход нефтяного каравана через Суэцкий канал[168].

Айырыуса Ливиялағы сыуалыштар нефттең хаҡын ныҡ арттыра. 23 февралгә ул баррель өсөн 100 долларға — 2008 йылғы иҡтисади кризистан бирле иң юғары хаҡҡа — етә. Ливия күп кенә экспорт контракттарын үтәй алмауы хаҡында белдерә. Ливия порттарының ҡайһы берҙәре ябыла, нефть тейәү туҡтала. Шулай уҡ Ливияны Италия менән бәйләгән Greenstream газ үткәргесе лә туҡтап ҡала. Ул ғына ла түгел, Time журналы хәбәр итеүенсә, Ливия хакимы Муаммар Ҡаддафи тышҡы баҙарҙарға нефть ҡыуҙырған үткәргес торбаларҙы шартлатырға бойора[169][асыҡларға].

2011 йылда ғәрәп яҙы осорона был илдәрҙән миграция артыуы күҙәтелә, Евросоюзға 140 меңләп кеше ҡаса[170].

Спорт сараларына йоғонтоһо

үҙгәртергә
  • Бахрейнда сәйәси тотороҡһоҙлоҡ арҡаһында Формула-1 автоуҙыштары буйынса Бахрейн Гран-прийын ойоштороусылар беренсе этапты үткәреүҙән баш тарта[171][172].
  • Иорданияла Ралли буйынса донъя беренселегенең дүртенсе этабы өҙөлөү хәүефе аҫтында ҡала[173]. Из-за возникших трудностей при транспортировке оборудования, связанных с волнениями в Сирии[174], был отменён первый день этапа, а сам этап сокращён до двухдневного формата[175].
  • Мысырҙа февраль-мартта үтергә тейешле ACM ICPC финалы күсерелә.[176]

Ғәрәп донъяһынан ситтәге сыуалыштар

үҙгәртергә

2010—2011 йылдарҙа ғәрәп конфликттары йоғонтоһо аҫтында донъяның күп кенә илдәрендә оҡшаш сыуалыштар була.



Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Коротаев А.В., Зинькина Ю. В. Египетская революция 2011 г.: структурно-демографический анализ // Полис. Экстратекст.. — 2011. — В. 1.; Ортокузенный брак и нестабильность на Ближнем Востоке. Йеменцы не были арабами до ислама. Наука 2.0 31 Августа 2013.
  2. Волнения в Западной Сахаре произошедшие в октябре 2010 называют частью арабской весны
  3. Middle East In Revolt (11 February 2011). 11 февраль 2011 тикшерелгән.
  4. Peterson, Scott. Egypt's revolution redefines what's possible in the Arab world (11 February 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  5. Thousands in Yemen Protest Against the Government, The New York Times (28 January 2011).
  6. Spencer, Richard. Libya: civil war breaks out as Gaddafi mounts rearguard fight, The Daily Telegraph (23 February 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  7. 'It Will Not Stop': Syrian Uprising Continues Despite Crackdown (28 March 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  8. McLean, Jesse. Death turns ‘harmless man’ into Bahrain uprising’s martyr, The Star (16 February 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  9. Algeria protest draws thousands (12 February 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  10. McCrummen, Stephanie. 13 killed in Iraq's 'Day of Rage' protests (25 February 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  11. Thousands protest in Jordan (28 January 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  12. Morocco King on holiday as people consider revolt. Afrol.com (2011). Дата обращения: 1 февраль 2011. Архивировано 13 июль 2012 года.
  13. Vaidya, Sunil. One dead, dozen injured as Oman protest turns ugly (27 February 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  14. Kuwaiti stateless protest for third day (20 February 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән. 2011 йыл 22 февраль архивланған.
  15. Lebanon: Protests against Sectarian Political System (27 February 2011). 8 март 2011 тикшерелгән. 2011 йыл 24 ноябрь архивланған.
  16. Man dies after setting himself on fire in Saudi Arabia, BBC News (23 January 2011). 29 ғинуар 2011 тикшерелгән.
  17. Sudan opposition leader arrested. IR: Press TV (19 ғинуар 2011). Дата обращения: 29 ғинуар 2011. Архивировано 13 июль 2012 года.
  18. Somalilandpress: People in Djibouti protest against President Gelleh (инг.)
  19. New clashes in occupied Western Sahara (27 February 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  20. Syria Blocks New Border Protest as Death Toll Rises to 23, Fox News (6 June 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  21. The Arab Uprising's Cascading Effects. Miller-mccune.com (23 февраль 2011). Дата обращения: 27 февраль 2011. Архивировано 13 июль 2012 года.
  22. Many wounded as Moroccan police beat protestors (23 May 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән. 2012 йыл 10 ғинуар архивланған.
  23. Syria's crackdown (31 May 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  24. Bahrain troops lay siege to protesters' camp (16 March 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  25. Syria clampdown on protests mirrors Egypt's as thugs join attcks (19 April 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  26. Almasmari, Hakim. Yemeni government supporters attack protesters, injuring hundreds (17 March 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  27. Libya Protests: Gaddafi Militia Opens Fire On Demonstrators (24 February 2011). 12 июнь 2011 тикшерелгән.
  28. ПОЛИТ.РУ: Истоки и смысл арабской революции 2018 йыл 26 ноябрь архивланған. (стенограма)/Теория социального взрыва — Наука 2.0 (аудиоверсия) — Андрей Коротаев
  29. Uriel Abulof. What Is the Arab Third Estate? The Huffington Post (10 март 2011). Дата обращения: 1 май 2011. Архивировано 13 июль 2012 года.
  30. Hardy, Roger. Egypt protests: an Arab spring as old order crumbles, BBC (2 February 2011). 9 март 2011 тикшерелгән.
  31. Smith, Kate. Arab 'spring' a chance for U.S. to rewrite relationships, San Angelo Standard-Times (8 March 2011). 9 март 2011 тикшерелгән. 2011 йыл 11 июль архивланған.
  32. Moisi, Dominique. An Arab Spring?, Project Syndicate (26 January 2011). 9 март 2011 тикшерелгән.
  33. Khalidi, Rashid. http://www.thenation.com/article/158991/arab-spring, The Nation (3 March 2011). 9 март 2011 тикшерелгән.
  34. Ashley, Jackie. The Arab spring requires a defiantly European reply, The Guardian (6 March 2011). 9 март 2011 тикшерелгән.
  35. Arab Spring – Who lost Egypt?, The Economist (1 March 2011). 9 март 2011 тикшерелгән.
  36. Miller, Aaron What Is Israel’s Next Move In The New Middle East? Moment Magazine. Moment Magazine. Дата обращения: 5 июнь 2011. Архивировано 13 июль 2012 года. 2011 йыл 6 май архивланған.
  37. Template error: argument title is required.Template error: argument title is required. 2012 йыл 18 июль архивланған.
  38. Template error: argument title is required.
  39. Fahim, Kareem. Slap to a Man's Pride Set Off Tumult in Tunisia, The New York Times (22 January 2011). 1 февраль 2011 тикшерелгән.
  40. Noueihed, Lin. Peddler's martyrdom launched Tunisia's revolution (19 January 2011). 1 февраль 2011 тикшерелгән. 2011 йыл 9 февраль архивланған.
  41. Raghavan, Sudarsan. Inspired by Tunisia and Egypt, Yemenis join in anti-government protests, The Washington Post (27 January 2011). 1 февраль 2011 тикшерелгән.
  42. Yemenis square off in rival 'Day of Rage' protests, Arab News (3 February 2011). 6 февраль 2011 тикшерелгән. 2011 йыл 7 июль архивланған.
  43. Police in south Yemen disperse 'day of rage' protests, Google (11 February 2011). 13 февраль 2011 тикшерелгән.
  44. White, Gregory. Bahrain Now Bracing For Its Own Day Of Rage After Giving Every Family $2,660 Fails (13 February 2011). 13 февраль 2011 тикшерелгән.
  45. Party: Bashir is not standing for re-election (22 February 2011). 22 февраль 2011 тикшерелгән.
  46. Iraq PM plans no re-election (5 February 2011). 27 февраль 2011 тикшерелгән. 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.
  47. Iraq angered protesters call for Maliki resignation (26 February 2011). 27 февраль 2011 тикшерелгән. 2011 йыл 25 сентябрь архивланған.
  48. Jordanians stage anti-gov't sit-in in Amman, Xinhua (30 January 2011). 13 апрель 2011 тикшерелгән.
  49. Jordan's king 'appoints new prime minister' (17 October 2011). 17 октябрь 2011 тикшерелгән.
  50. Jordan king appoints new PM, government quits (1 February 2011). 2 февраль 2011 тикшерелгән. 2011 йыл 4 февраль архивланған.
  51. Worth, Robert F.. President of Yemen Offers to Resign for Immunity, The New York Times (23 April 2011). 24 апрель 2011 тикшерелгән.
  52. Almasmari, Hakim. Yemen Protesters Accept Deal (26 April 2011). 27 апрель 2011 тикшерелгән.
  53. Abu-Nasr, Donna. Yemen Accord Signing Has Been Postponed, Gulf Official Says (2 May 2011). 5 май 2011 тикшерелгән.
  54. AFP 27 January 2011. Unrest across the Arab world. Vancouver Sun (28 ғинуар 1986). Дата обращения: 29 ғинуар 2011. Архивировано 31 ғинуар 2011 года. 2011 йыл 31 ғинуар архивланған.
  55. Arab protests attract Nobel interest: News24: World: News. News24 (31 ғинуар 2011). Дата обращения: 8 февраль 2011. Архивировано 13 июль 2012 года.
  56. Tunisia protests against Ben Ali left 200 dead, says UN, BBC, February 1, 2011.  (инг.)(инг.)
  57. 4 dead in Tunisia after renewed violence, CTV News (27 February 2011). 2011 йыл 28 февраль архивланған.
  58. Algeria to lift emergency powers' (ингл.). Al-Jazeera (3 февраль 2011). Дата обращения: 3 февраль 2011. Архивировано 13 июль 2012 года.(инг.). Al-Jazeera (2011-02-03). Тәүге сығанаҡтан архивланған 13 июль 2012. 3 февраль 2011 тикшерелгән.
  59. Obama Poised to Step Up Criticism of Mubarak If Crackdown Is Intensified — Bloomberg
  60. Lenta.ru: В мире: Гражданская война в Ливии 2011 йыл 14 март архивланған.
  61. Сторонники Каддафи написали конституцию
  62. Режим Каддафи согласился провести свободные выборы
  63. Al menos 50,000 personas han muerto en Libia, aseguran los rebeldes (31 August 2011).
  64. خبرني :|نبض الشارع : توقيف 21 شخصا على خلفية احداث الداخلية. Khaberni.com. Дата обращения: 28 октябрь 2011. Архивировано 13 июль 2012 года. 2011 йыл 19 август архивланған.
  65. Jordan protest turns violent. Al Jazeera. Дата обращения: 28 октябрь 2011. Архивировано 13 июль 2012 года.
  66. Ҡалып:Флагификация/Mauritania
  67. Sudanese student dies after protests-activists 2011 йыл 9 февраль архивланған.
  68. BBC Russian — Лента новостей — Султан Омана передаст после протестов часть полномочий парламенту
  69. Protesters defy crackdown in Oman — Middle East — Al Jazeera English
  70. Bryan, Angie. Yemeni tribal leader: for Saleh, Saudi involvement in Sa’ada comes not a moment too soon (инг.), WikiLeaks (28 December 2009). 31 ғинуар 2011 тикшерелгән.
  71. Yemenis in anti-president protest  (инг.), Irish Times (January 27, 2011).(инг.), Irish Times (January 27, 2011).
  72. BAKRI, NADA. Thousands in Yemen Protest Against the Government  (инг.), The New York Times (27 Jan 2011).
  73. Yemen President Ali Abdullah Saleh 'to quit in 2013'  (инг.), BBC News (2 February 2011). 2 февраль 2011 тикшерелгән.(инг.), BBC News (2 February 2011). 2 февраль 2011 тикшерелгән.
  74. Yemen says more than 2,000 killed in uprising(недоступная ссылка)
  75. Man dies after setting himself on fire in Saudi Arabia (ингл.). BBC News (23 ғинуар 2011). Дата обращения: 23 ғинуар 2011. Архивировано 13 июль 2012 года.(инг.). BBC News (23 January 2011). Тәүге сығанаҡтан архивланған 13 июль 2012. 23 ғинуар 2011 тикшерелгән.
  76. Flood sparks rare action (ингл.). Montreal Gazette (29 ғинуар 2011). Дата обращения: 29 ғинуар 2011. Архивировано 1 февраль 2011 года.(инг.). Montreal Gazette (29 January 2011). Тәүге сығанаҡтан архивланған 1 февраль 2011. 29 ғинуар 2011 тикшерелгән.
  77. Saudi Arabia’s King Abdullah promises $36 billion in benefits 2011 йыл 28 февраль архивланған.
  78. Man dies after setting himself on fire in Saudi Arabia, BBC News (23 January 2011). 23 ғинуар 2011 тикшерелгән.
  79. Report: Saudi Facebook activist planning protest shot dead, Monsters and Critics (2 March 2011). 2 март 2011 тикшерелгән.
  80. Saudi Arabia: Renewed Protests Defy Ban, BBC News, Human Rights Watch (30 December 2011). 7 ғинуар 2012 тикшерелгән.
  81. Saudi forces clash with protesters in Qatif, Al Jazeera (13 January 2012). 14 ғинуар 2012 тикшерелгән.
  82. Saudi forces kill another protester, Press TV, Human Rights Watch (27 January 2012). 27 ғинуар 2012 тикшерелгән.
  83. Лента.
  84. 846 killed in Egypt uprising (20 апрель 2011). Дата обращения: 20 апрель 2011. Архивировано 23 апрель 2011 года.
  85. Egypt protests: Death toll rises to 41
  86.  
  87. Region’s Protests Spread to Morocco — WSJ.com
  88. Король Марокко пообещал народу конституционную реформу
  89. Yemen: Death Toll There at 11, Morocco: Five pro-democracy protesters dead | Eagainst.com — Autonomy against Barbarism 2011 йыл 23 февраль архивланған.
  90. Man beaten to death by Police at Teachers Protest in Rabat, Morocco. 2011 йыл 13 июль архивланған.
  91. Mass arrests stopped further Djibouti protests 2011 йыл 5 март архивланған.
  92. Somalia — Government Forces Fire on Demonstrators, Killing 5 — NYTimes.com
  93. Check Casualties of the 2011—2012 Bahraini uprising for comprehensive list
  94.  
  95. Кувейт раздал жителям $4 миллиарда 16.02.2011
  96. Египет стёр себя с интернет-карты мира, BFM.ru, 28.01.2011.
  97. В крупных городах Египта проходит «протест миллионов», Би-Би-Си, 01.02.2011
  98. Lenta.ru: Ближний Восток: Президент Алжира объявил о начале политических реформ
  99. Ведомости: Король Иордании отправил в отставку правительство
  100. Крылов А. В. Особенности демократических реформ в Иордании // Вестник МГИМО Университета. — 2013. — № 2 (29). — С. 117—118
  101. Крылов А. В. Особенности демократических реформ в Иордании // Вестник МГИМО Университета. — 2013. — № 2 (29). — С. 118
  102. NEWSru.ua: Президент Йемена пообещал, что не будет баллотироваться на новый срок, но «День гнева» там всё же пройдёт
  103. Мубарак распустил правительство Египта
  104. РБК: Президент Египта не будет участвовать в следующих выборах 2011 йыл 2 февраль архивланған.
  105. NEWSru.com: События в Египте приблизили нефть вплотную к 100 долларам за баррель
  106. Defiant Mubarak refuses to resign  (инг.), Al-Jazeera (10.02.2011).(инг.), Al-Jazeera (10.02.2011).
  107. Экс-президента Египта Мубарака арестовали | Новости. 2011 йыл 14 сентябрь архивланған.
  108. Жертвами уличных боев в Египте стали уже четыре человека | Вести.
  109. Армия Египта уведомила Мурси, что он больше не является президентом
  110. Египетская армия сместила Мухаммеда Мурси и приостановила действие Конституции, Russia Today (3 июля 2013). 3 июль 2013 тикшерелгән.
  111. Почти 50 человек стали жертвами столкновений в Египте — Новости Политики — Новости Mail. 2017 йыл 12 март архивланған.
  112. Mauritanie: mécontent du régime, un homme s’immole par le feu à Nouakchott — Flash actualité — Monde — 17/01/2011 — leParisien.fr 2011 йыл 24 февраль архивланған.
  113. Riots erupt after Western Sahara concert (Magharebia.com)
  114. afrol News — Peaceful Western Sahara anti-government protests
  115. Новости — Радио Свобода © 2011 2011 йыл 9 март архивланған.
  116. Lebanese protest against sectarian political system | News by Country | Reuters 2011 йыл 24 ноябрь архивланған.
  117. Митингующие в Бейруте требуют разоружить «Хизболлу» — Новости Политики. 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.
  118. Oman protestors call for fight against corruption - Culture & Society. ArabianBusiness.com. Дата обращения: 29 ғинуар 2011. Архивировано 13 июль 2012 года.
  119. Man dies after setting himself on fire in Saudi Arabia. BBC News (23 ғинуар 2011). Дата обращения: 23 ғинуар 2011. Архивировано 13 июль 2012 года.
  120. Mohideen Mifthah. Man dies in possible first self-immolation in Saudi. The Sunday Times, http://sundaytimes.lk/+(22 ғинуар 2011). Дата обращения: 23 ғинуар 2011. Архивировано 13 июль 2012 года. 2011 йыл 25 ғинуар архивланған.
  121. Flood sparks rare action. Montreal Gazette (29 ғинуар 2011). Дата обращения: 29 ғинуар 2011. Архивировано 1 февраль 2011 года.
  122. Dozens detained in Saudi over flood protests, The Peninsula (Qatar)/Thomson-Reuters (29 ғинуар 2011). 31 ғинуар 2011 тикшерелгән.
  123. Эр-Рияд заливает грядущие протесты дождем финансовых льгот | euronews, мир 2011 йыл 28 февраль архивланған.
  124. Протесты в Саудовской Аравии | euronews, мир 2011 йыл 16 март архивланған.
  125. Институт религии и политики: Полиция Судана разогнала студентов, требующих отставки правительства 2012 йыл 17 ғинуар архивланған.
  126. KM.(недоступная ссылка)
  127. РИА Новости: В Судане арестованы журналисты, освещавшие акцию протеста в Хартуме
  128. Al Jazeera: Al-Turabi arrested in Khartoum
  129. Демонстранты в Джибути потребовали отставки президента 2011 йыл 20 февраль архивланған.
  130. allAfrica.com: Somalia: Anti Al Shabaab-TFG Demostration in Mogadishu
  131. allAfrica.com: Somalia: Govt Seizes Persons Linked to Mogadishu Demonstrators' Deadly
  132. Новые Известия: Сирийцы планируют акции протеста, аналогичные египетским, через интернет(недоступная ссылка)
  133. Официальная страница The Syrian Revolution 2011 الثورة السورية ضد بشار الاسد в социальной сети Facebook  (ғәр.)(ғәр.)
  134. В Сирии разрешили Facebook, YouTube и Twitter | Деловой портал BFM.ru 2012 йыл 20 ғинуар архивланған.
  135. Новая Политика — В Сирии отменен режим чрезвычайного положения 2011 йыл 14 июль архивланған.
  136. Вести.
  137. 10 главных военных событий 2013 года / Концепции / Независимая газета
  138. «п п╬п╪п©п╩п╣п╨я│я▀ п║-300 п╬я│я┌я┐п╢я▐я┌ п©я▀п╩ п╤п╣п╩п╟я▌я┴п╦я┘ п╡п╡п╣я│я┌п╦ п╠п╣я│п©п╬п╩п╣я┌п╫я┐я▌ п╥п╬п╫я┐ п╫п╟п╢ п║п╦я─п╦п╣п╧» — п²п╬п╡п╬я│я┌п╦ — п÷п╬п╩п╦я┌п╦п╨п╟ — п⌠п╬п… 2014 йыл 17 ғинуар архивланған.
  139. В Бахрейне в результате столкновений погиб демонстрант(недоступная ссылка)
  140. Волнения в Бахрейне набирают силу 2011 йыл 23 апрель архивланған.
  141. Al Jazeera Transparency
  142. Lenta.ru: Ближний Восток: Лидерам восстания в Бахрейне дали пожизненные сроки
  143. Из-за арабских революций Кувейт построил коммунизм.
  144. Lenta.ru: В мире: К беспорядкам в Буркина-Фасо присоединилась полиция
  145. TIMELINE-Libya’s uprising against Muammar Gaddafi 2011 йыл 11 апрель архивланған. — агентство Reuters
  146. как сообщил Reuters один из очевидцев, пожелавший сохранить анонимность "Last night was a bad night, " a Benghazi resident, who did not want to be identified, told Reuters by telephone. 2011 йыл 19 февраль архивланған.
  147. / One witness, who did not want to be named, told the BBC: "A couple of people in the crowd started chanting anti-government slogans and the crowd took that on — агентство BBC News
  148. Оппозиция захватила город в Ливии  (рус.), Радио «Маяк» (18.02.11).(недоступная ссылка)
  149. При столкновениях в Ливии погибли 46 человек  (рус.), Радио «Маяк» (19.02.11).(недоступная ссылка)
  150. Ливийская интеллигенция просит Каддафи оставить свой пост 2011 йыл 18 февраль архивланған.
  151. В результате беспорядков в Ливии погибли 4 человека 2011 йыл 20 февраль архивланған.
  152. В столкновениях демонстрантов с полицией в Ливии погибли 19 человек | Происшествия | Лента новостей "РИА Новости
  153. Ситуация в Ливии выходит из-под контроля 2011 йыл 19 февраль архивланған.
  154. США передислоцируют войска вокруг Ливии 2011 йыл 1 март архивланған.
  155. НПС провозгласил Ливию свободной от режима Каддафи
  156. Источник данных. Для наглядности рейтинги были инвертированы: рейтинг_в_таблице = 10 — рейтинг_в_источнике
  157. Lenta.ru: Ближний Восток: Фактор страха
  158. Emir von Katar will 2013 erstmals wählen lassen (Politik, International, NZZ Online)
  159. Lenta.ru: В мире: МВФ подсчитал стоимость «арабской весны»
  160. Экономические убытки от «арабской весны» — 75 миллиардов долларов(недоступная ссылка)
  161. Арабская весна обойдется Ближнему Востоку в $800 млрд. Дата обращения: 10 октябрь 2013. 2013 йыл 11 октябрь архивланған.
  162. Шульц Э.Э. Технологии бунта: «цветные революции» и «арабская весна» (рус) // Национальные интересы: приоритеты и безопасность. — 2014. — № 19. — С. 52.
  163. В Египте отмечается третья годовщина "революции 30 июня" (рус) // ИТАР-ТАСС. — 2016.
  164. Экс-президент Египта Мурси приговорен к пожизненному заключению за шпионаж (рус) // ИТАР-ТАСС. — 2016.
  165. ООН оценила потери от «арабской весны» в 614 млрд долларов.
  166. РИА Новости: Нефть дорожает на новостях из Египта
  167. Арабская весна продолжится. Финам 28.11.2011 2013 йыл 24 май архивланған.
  168. Fox News: отменен проход нефтяного каравана через Суэцкий канал // Газета. Ru
  169. Алекс Григорьев. Ливия: нефть и кризис, Голос Америки (23 февраля 2011). 24 февраль 2011 тикшерелгән.
  170. Вести Экономика ― Лидеры ЕС проигнорировали тему миграции 2013 йыл 28 октябрь архивланған.
  171. Гран При Бахрейна отменён
  172. Bahrain withdraws opening race
  173. «Ралли Иордании» будет отменено? 2014 йыл 7 июль архивланған.
  174. Ралли Иордании оказалось под угрозой срыва
  175. Первый день Ралли Иордании отменён
  176. Финал чемпионата мира по программированию ACM ICPC перенесён / Хабрахабр