Әхмәт
Әхмәт — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ир-ат исеме.
Әхмәт |
Этимологияһы
үҙгәртергәӘхмәт исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе иң маҡтаулы тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәӘхмәт ибн Фаҙлан (Әхмәт ибне Фаҙлан ибн әл-Ғәббәс ибне Рәшид ибне Хаммад, أحمد بن فضلان بن العباس بن راشد بن حماد) — X быуаттың беренсе яртыһындағы ғәрәп яҙыусыһы һәм сәйәхәтсеһе.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы Вәлидов ((төр. Ahmed Zeki Velidi Togan, 10 (22) декабрь 1890 йыл — 26 июль 1970 йыл) — күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəте етəксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыусы. Шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе, Фәлсәфә докторы (1935), профессор, Манчестер университетының мөхбир докторы (1967).
Әхмәт Йәсәүи (ҡаҙ. Қожа Ахмет Ясауи,үзб. Xoja Ahmad Yassaviy, төркм. Hoja Ahmet Ýasawiy, шулай уҡ халыҡта Солтан Хәҙрәт булараҡ билдәле. үзб. Ҳазрат Султон, ҡаҙ. Әзірет Сұлтан; 1103 йыл — 1166 йыл) — суфый шағир, төрөк телле донъяла тәүге суфый мистиктәренең береһе. Сығышы буйынса төрөк тип иҫәпләнә. Ул шағатай (иҫке узбәк) телендә яҙған. «Хикмәттәр китабы» («Дивани хиҡмәт», (Диуан — лирик шиғырҙар йыйынтығы) «Книга мудрости») шиғырҙар циклы авторы. Хужаған тәриҡәтенең өсөнсө хәлифе, Йәсәүиә тәриҡәтен нигеҙләүсе.
Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы (15 март 1939 йыл — 21 ноябрь 2016 йыл) — башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, фольклорсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Гуманитар Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (академик, 1995), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы ағзаһы (2016), филология фәндәре докторы (1991), профессор (1995). 1995 йылдан Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союздары ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), Башҡортостандың мәғариф отличнигы (1999). Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1987) һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014). Бөрйән районының почётлы гражданы.
Әхмәт Шакири (тулы исеме — Әхмәт Мирғәсим улы Шакиров; 1920—1941) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт совет шағиры, тәржемәсе.
Бейешев Әхмәт Әлмөхәмәт улы (24 февраль 1896 йыл — 27 сентябрь 1937 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт милли хəрəкəтендә ҡатнашыусы һәм уның идеологы, Башҡорт ғәскәрен ойоштороусыларҙың береһе, РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты политсекретары, 1920—1921 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе. Сәйәси золом ҡорбаны.
Абдуллин Әхмәт Ғатаулла улы (1912 йыл — 1951 йыл) — дәүләт, партия, комсомол органдары эшмәкәре. 1938 йылда ВКП (б)-ның Өфө ҡалаһы Сталин район комитетының өсөнсө секретары, 1938—1940 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1941—1943 йылдарҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының полибүлек начальнигы, гвардия майоры.
Закиров Әхмәт Закир улы (19 март 1911 йыл — 29 март 1988 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының взвод командиры, гвардия лейтенанты (1944). Советтар Союзы Геройы (1944).
Хөсәйенов Әхмәт Ғәли улы (Әхмәт Мөхәмәтғәле улы Хөсәйенов) (1838 — 10 декабрь 1906) — 1-се гильдия сауҙагәре (1898), меценат.
Ғайсин Әхмәт Исламғәли улы (1 сентябрь 1937—1982) — башҡорт шағиры, журналист. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1966 йылдан КПСС ағзаһы.
Лотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улы (4 февраль 1928 йыл — 10 июль 2007 йыл) — СССР-ҙың (1989) һәм РСФСР-ҙың халыҡ (1982), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1966). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1982). Үҙенең художество стилен, үҙенең «доминанта»һын — башҡорт неореализмын булдыра.
Әһлиуллин Әхмәт Кәбир улы (Әхмәт Әһлиуллин) (23 февраль 1927 йыл — 21 август 2003 йыл) — яҙыусы. 1982 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Әхмәт ибн Хәнбәл Әбу́ Абдулла́х Әхмәт ибн Мөхәммәт әш-Шәйба́ни, Әхмәт ибн Хәнбәл булараҡ билдәле (ғәр. أحمد بن حنبل; 780, Бағдад — 855, Бағдад) — мосолман хоҡуҡ белгесе һәм дин белгесе, ханбалит Мәзһабына нигеҙ һалыусы һәм эпонимы.
Баҡыев Әхмәт Вәхит улы (15 ғинуар 1939 йыл — 13 август 2016 йыл) — ғалим-инженер‑механик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1974—1989 йылдарҙа Өфө нефть институтында ситтән тороп һәм киске уҡыу буйынса проректор. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1998), техник фәндәр докторы (1985), профессор (1986). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1989).
Ҡотошов Әхмәт Шаһиәхмәт улы (2 октябрь 1900 йыл — 26 июнь 1973 йыл) — журналист, тәржемәсе, лексикограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1958 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт алфавитын латин графикаһынан кириллицаға күсереү буйынса терминология комиссияһы ағзаһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1949).
Дәүләтов Әхмәт Сәғәҙәтгәрәй улы (1898—1974) — совет хирургы, медицина фәндәре докторы (1965), профессор (1965). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, (1967), РСФСР-ҙың (1958) һәм БАССР-ҙың (1948) атҡаҙанған табибы.
Дәүләтҡолов Әхмәт Хажмөхәмәт улы (17 июль 1944 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1999), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2004), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2012), Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (2014).
Әминев Әхмәт Ғата улы (1 сентябрь 1924 йыл — 20 сентябрь 1999 йыл) — СССР-ҙың партия, дәүләт һәм юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. 1965—1973 йылдарҙа КПСС-тың Дүртөйлө район комитетының беренсе секретары, 1973—1982 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығы министры, 1982—1986 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты проректоры. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1972). РСФСР-ҙың VI саҡырылыш Юғары Советы, БАССР-ҙың VII—X саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
Иҫәнсурин Әхмәт Рыҫмөхәмәт улы (30 октябрь 1897 йыл — 10 июль 1938 йыл) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1930—1931 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы мәғариф халыҡ комиссары, 1931—1937 йылдарҙа — ВКП(б)‑ның Башҡортостан өлкә комитетының икенсе секретары. Башҡортостандың 8—9‑сы саҡырылыш Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ленин ордены кавалеры (1935). Сәйәси золом ҡорбаны.
Әхмәт Хәйеров Әхмәт Хәйер улы Хәйеров — башҡорт кантон башлығы.
Танпынар Әхмәт Хәмди Әхмәт Хәмди Танпынар (23 июнь 1901 йыл, Константинополь — 24 ғинуар 1962 йыл, Истанбул) — төрөк яҙыусыһы, шағир һәм әҙәбиәт тарихсыһы.
Даушев Әхмәт Ғәләүетдин улы (7.01.1929 — 15.11.1992)— хирург һәм уролог, юғары категориялы табип, тыуған яҡты өйрәнеүсе. А. А. Даушеваның атаһы.
Рәхимов Әхмәт Зәки улы (6 август 1934 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-психологы, педагог. Психология фәндәре докторы (1993), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995) һәм мәғариф отличнигы (2001).
Хәҙисов Әхмәт Мостафа улы (1905−1938) — журналист, Башҡортостандың күренекле партия һәм дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан өлкә комсомол комитетының беренсе секретары (май 1929—ноябрь 1931). Сәйәси золом ҡорбаны (1938).
Фәйзи Әхмәт Сафа улы (ысын фамилияһы — Фәйзуллин) (1903—1958) — татар совет яҙыусыһы, шағир-лирик, либреттолар яҙыусы, драматург, әҙәбиәт белгесе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957). Ғабдулла Туҡай исемендәге ТАССР дәүләт премияһы лауреаты. (1958).
Вилданов Әхмәт Шафиҡ улы (рус. Вильданов Ахмет Шафикович; 26 февраль 1932 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. 1992 йылдан «Уфимтрансстрой» трестының генераль директоры. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Сәнәғәт, энергетика, элемтә информатика, төҙөлөш һәм архитектура буйынса комиссия ағзаһы.
Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ (Зыя Ураҙов; 1904—1967) — Төркиә уҡытыусыһы, профессор.
Әсхәҙуллин Әхмәт Мөхтәр улы (4 апрель 1895 йыл — 27 ноябрь 1937 йыл) — Башҡортостандың дәүләт эшмәкәре.
Фамилия
үҙгәртергәАбдулла Әхмәт (тулы исеме Абдулла Сафиулла улы Әхмәтов; 25 март 1905 йыл — 28 октябрь 1976 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан татар яҙыусыһы, драматург һәм публицист. 1938 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
Әхмәтғәлин Хәкимйән Рәхимйән улы (15 июнь 1923 йыл — 19 июль 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт яугиры, Советтар Союзы Геройы (үлгәндән һуң, 1945).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Әхмәт ауыл Советы (Кушнаренко районы) Әхмәт ауыл Советы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районы муниципаль районының муниципаль берәмеге. Административ үҙәге — Әхмәт
- Әхмәт (Саҡмағош районы) Әхмәт (рус. Ахметово) — Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районындағы ауыл.
- Әхмәт Сөләймәновтың йорт-музейы — Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы Ленин урамының 21 һанлы йортонда урынлашҡан музей. 2018 йылдың 30 июнендә, төбәк-ара йәш сәсәндәр конкурсы барғанда асыла.
- Зәңгәр мәсет йәки Солтанәхмәт мәсете (төр. Sultanahmet Camii) — 6 манаралы Истанбулдын иң ҙур мәсете. 1609—1616 йылдарҙа ғосман солтаны Әхмәт I тарафынан Седефкадар Мәхмүт Ага архитектор проекты буйынса төҙөлгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |