Әхмәт Хужа Йәсәүи (ҡаҙ. Қожа Ахмет Ясауи,үзб. Xoja Ahmad Yassaviy, төркм. Hoja Ahmet Ýasawiy, шулай уҡ халыҡта Солтан Хәҙрәт булараҡ билдәле. үзб. Ҳазрат Султон, ҡаҙ. Әзірет Сұлтан; 1103, Сайра — 1166, Төркөстан[1]) — суфыйсы шағир, төрөк телле донъяла тәүге суфый мистиктәренең береһе. Сығышы буйынса төрөк тип иҫәпләнә. Ул шағатай (иҫке узбәк) телендә яҙған[2][3][4]. «Хикмәттәр китабы» («Дивани хиҡмәт», (Диуан — лирик шиғырҙар йыйынтығы) «Книга мудрости») шиғырҙар циклы авторы.

Әхмәт Йәсәүи
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Караханидское государство[d]
Тыуған көнө 1100
Тыуған урыны Сайрам[d], Караханидское государство[d]
Вафат булған көнө 1166
Вафат булған урыны Төркөстан
Ерләнгән урыны Мавзолей Ходжи Ахмеда Ясави[d]
Ҡәбере һүрәте
Яҙма әҫәрҙәр теле хаканский язык[d]
Һөнәр төрө шағир
Эшмәкәрлек төрө суфыйлыҡ
Уҡыусылар Сөләймән Баҡырғани
Кемдә уҡыған Арыстан-Баб[d] һәм Юсуф Хамадани[d]
Йәшәү рәүеше мистицизм[d]
Сәнғәт йүнәлеше Йәсәүилек
Изображение памятной доски
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Әхмәт Йәсәүи Викимилектә
Сайрамда юл эргәһендәге яҙыу (үзбәксә) «Бында ошо хан күперендә Арыстанбаб төрки халыҡтарының изгеһе Хәҙрәт Солтанға пәйғәмбәрҙең аманаты хөрмәне тапшырған»

Хужаған тәриҡәтенең өсөнсө хәлифе, Йәсәүиә тәриҡәтен нигеҙләүсе.

СССР почта маркаһы, 1989 йыл

Биографияһы

үҙгәртергә

Уның ысын биографияһы билдәһеҙ, әммә уның тураһында күп легендалар бар. 1103 йылда хәҙерге Ҡаҙағстан биләмәһендә Сайрам ҡалаһында тыуған. Уның атаһы шәйех Ибраһим, ул малай ғына саҡта вафат була, һәм уларҙың ғаиләһе Яс ҡалаһына (хәҙерге Төркөстан ҡалаһы) күсеп китә. Унда Арыстанбаб Әхмәт Хужа Йәсәүиҙең уҡытыусыһы була. Уҡытыусыһы вафат булғас, ул Бохараға килә һәм Йософ Хәмәдани уҡыусыһы булып китә[5].

Ул Яс ҡалаһына әйләнеп ҡайтҡан ваҡытта, был ҡала Дәште Ҡыпсаҡ далаһында мөһим ғилем һәм мәҙәниәт үҙәгенә әйләнгән була. Әхмәт Хужа Йәсәүи, үҙенең һуңғы көндәренә тиклем подвалда хөжрәгә бикләнеп, был донъянан 63 йәшендә, Мөхәммәт пәйғәмбәр йәшендә китергә ҡарар итә, сөнки ул берәү ҙә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙән юғары була алмай, һәм ярашлы рәүештә, ул, ислам тәғлимәтенә тоғро кеше булараҡ, артабан ҡояшты күрергә тейеш түгел тип иҫәпләй.

Йәсәүи изге кеүек ерләнә. Ул Үҙәк Азияла йәшәгән бөтә төрки халыҡтарының милли изгеһе тип һанала. Уның ҡәберендә Ҡарахан күрһәтеүе буйынса төҙөлгән кәшәнә монголдар походы ваҡытында емерелгән. Ә ул үлгәндән һуң 223 йыл үткәс, әмир Аҡһаҡ Тимерҙең шәхси күрһәтмәһе буйынса, Әхмәт Хужа Йәсәүиҙең абруйын таныу сифатында, шулай уҡ далала йәшәүсе күсмә халыҡтар араһында үҙ позицияларын нығытыуға йүнәлтелгән сәйәси аҙым итеп, уның ҡәбере өҫтөндә «Хәҙрәт солтан» мавзолейы төҙөлә. Мавзолей 1396 йылда, Аҡһаҡ Тимерҙең Алтын Урҙа ханы Туҡтамышҡа ҡаршы еңеүле походынан һуң шунда уҡ төҙөлә башлай. Ул нигеҙ һалған тәғлимәт Йәсәүиә тәриҡәте тигән исем ала. Был мәктәптең шәйехтәре Бохарала XIX быуатта әмирҙәр һарайында почетлы урынды биләйҙәр[6].

 
Төркөстан ҡалаһында Әхмәт Хужа Йәсәүи Мавзолейы, Ҡаҙағстан

Әхмәт Хужа Йәсәүи легендалары

үҙгәртергә

Риүәйәттәр Арыстанбабты Әхмәт Хужа Йәсәүиҙең рухи остазы һәм уҡытыусыһы тип атай. Тап Арыстанбаб, үлер алдынан Йәсәүигә хөрмә һөйәге эсенә һалынған аманатты тапшыра. Легенда буйынса Арыстанбаб Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең сәхәбәләре була. Бер ваҡыт Мөхәммәт пәйғәмбәр һәм уның сәхәбәләре хөрмә ашап ултырғандар. Бер емеш һәр ваҡыт табаҡтан төшөр булған, һәм пәйғәмбәр яңылыҡ ишетә: «Был хөрмә һеҙҙән 400 йыл һуңыраҡ тыуасаҡ мосолман Әхмәт өсөн тәғәйенләнгән». Пәйғәмбәр сәхәбәләренән, кем был хөрмәне буласаҡ хужаһына тапшырыр тип һорай. Бер кем дә өндәшмәй. Пәйғәмбәр үҙенең һорауын ҡабатлай, һәм шул саҡта Арыстанбаб яуап бирә: «Әгәр Һеҙ алланан 400 йыл ғүмер һорап алып бирһәгеҙ, мин хөрмәне тапшырам».

Яҙма сығанаҡтарға һәм халыҡ риүәйәттәренә ярашлы («Рисолаи Сарем-Исфижоб» һәм Куприлозад китабы), Арыстанбаб Әхмәт Хужаға ысынлап та 400 йылдан һуң хөрмә һөйәген тапшыра һәм уның остазы була[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Islam in the Soviet Union: From the Second World War to Perestroika
  2. Писал на чагатайском языке
  3. переводы с чагатайского на казахский язык(недоступная ссылка)
  4. Ясави первым из религиозных деятелей своего времени стал излагать духовные наставления на чагатайском(недоступная ссылка)
  5. Y. N. Öztürk: The Eye of the Heart (Redhouse Press Istanbul 1988), p.49
  6. Devin Deweese «The Politics of Sacred Lineages in 19th-century Central Asia: Descent groups linked to Khwaja Ahmad Yasavi in Shrine Documents and Genealogical Charters» International Journal of Middle Eastern Studies Vol.31 (1999) pp507-530
  7. АРЫСТАН-БАБА МАВЗОЛЕЙ 2010 йыл 22 май архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • [ Ахмед Ясави] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә