Әхмәт ибн Хәнбәл
Әбу́ Абдулла́һ Әхмәт ибн Мөхәммәт әш-Шәйба́ни, Әхмәт ибн Хәнбәл булараҡ билдәле (ғәр. أحمد بن حنبل; 780, Бағдад — 855, Бағдад) — мосолман хоҡуҡ белгесе һәм дин белгесе, хәнбәли мәҙһәбенә нигеҙ һалыусы һәм эпонимы.
Биографияһы
үҙгәртергәУның тулы исеме: Әбу Абдуллаһ Әхмәт ибн Мөхәммәт ибн Хәнбәл әш-Шәйбани әҙ-Ҙәһәли. 780 йылда Бағдад ҡалаһында тыуған. Уның атаһы, Әхмәт әле бик бәләкәй саҡта, вафат була. Атаһы үлгәндән һуң уға йәшәү өсөн бер аҙ мал-мөлкәт һәм өй тороп ҡала. Уны әсәһе тәрбиәләп үҫтерә. Табыш айына 17 дирһәмдән артмай. Әхмәт имам үҙенең бала сағын былай тип хәтерләй: «Мин атайымды ла, олатайымды ла күрмәнем. Мине әсәйем үҫтерҙе»[4]. 15 йәштән алып 816 йылға тиклем хәҙистәр һәм фиҡһ өйрәнә. Төп мосолман дини тәғлимәт үҙәктәрендә була, шул осорҙағы бөтә башлап барыусы ғөләмә («белеүселәр, ғалимдар») менән, шул иҫәптән Әбү Йософ һәм әш-Шәфиғи менән осраша. Ул Хижәздең, Сүриәнең, Ираҡтың Уаки ибн әл-Жәррәх, Йәзид ибн Һарун, Яхъя ибн Мөғәйн кеүек абруйлы кешеләре менән бәйләнеш урынлаштыра. Үҙенең тәрән белеме, дин юлында булыуы, күренекле кешеләр менән танышлығы арҡаһында Әхмәт ибн Хәнбәл аҡрынлап билдәлелек яулай [5].
Эшмәкәрлеге
үҙгәртергәӘхмәт ибн Хәнбәлдең эшмәкәрлеге сәскә атҡан осор традицион дини тәғлимәт менән мөғтәзили кәләм араһында көрәш көсәйгән ваҡытҡа тап килә. Хәлиф әл-Мамун йәмғиәткә ҡайһы бер мутазилит ҡарашын (шул иҫәптән, Ҡөрьәндең ижад ителгән булыуы тураһында догматты) көсләп тағырға маташа. Әхмәт ибн Хәнбәл хәлифәнең һынау үтеүсе махсус төркөмөнә эләгә һәм ике йыл дауамында (833—834 йылдар) уны төрмәлә тоталар. Мамунға алмашҡа власҡа килгән әл-Мутасим Әхмәт ибн Хәнбәлде ҡамсыларға бойороҡ бирә, ләкин халыҡтың баш күтәреү ҡурҡынысы булыу сәбәпле Әхмәт ибн Хәнбәлде иреккә ебәрәләр. Ул ике хәлифәнең алдында Ҡөрьәндең ижад ителгән булыуын танымаусы беренсе билдәле дин белгесе була[5]. Сөнниселәр сығанағы, Әхмәт ибн Хәнбәлдең һынау ваҡытында, башҡа ҡайһы берәүҙәр кеүек, ике мәғәнәлелеккә һәм аңлайышһыҙлыҡҡа (Амфиболия) мөрәжәғәт итмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алалар. Унан: «Башҡалар кеүек кинәйәләп һөйләштеңме һин, әллә көс ҡулланыуға түҙмәй, улар менән (мутазилиттар менән) килештеңме?» тигән һорауға ул былай тип яуап бирә: «Аллам һаҡлаһын мине ундай эштән! Миңә ҡарап торалар бит, миңә ышаналар. Әгәр мин шулай эшләһәм, кешеләр Ҡиәмәт көнөнә тиклем Ҡөрьәндең ижад ителгәнен раҫлай башларҙар ине»[6]. Әхмәт ибн Хәнбәлдең һуңғы йылдарында абруйы шул тиклем ҙур була, традиционализм позицияһын тергеҙеүсе хәлиф әл-Мөтәүәккил, дин белгесенең ярҙамлашырға ризалығын алыу өсөн ҙур көс һала. Әхмәт ибн Хәнбәл хәлифә менән мутазилиттарға ҡаршы көрәштә хеҙмәттәшлек итә: хәлифә һорауы буйынса ул Бағдад һәм Бәсраның иң әүҙем мутазилиттары исемлеген төҙөй, мутазилиттарға һәм башҡа кәләм яҡлыларға туранан-тура ҡаршы сығыш яһау инициаторы була [5]. Әхмәт ибн Хәнбәл һижри 241 йылда, йәки миләди 855 йылда Бағдадта вафат була. Уның бик күп шәкерттәре һәм юлынан барыусылары ҡала [5]. Бына тик ҡайһы берәүҙәренең исемдәре: Сәлих ибн Әхмәт ибн Хәнбәл һәм Абдулла ибн Әхмәт ибн Хәнбәл (Әхмәт имамдың ике улы), Хәнбәл ибн Исхак, Хәсән ибн Саббах Баззар, Аббас ибн Мөхәммәт, Мәхәммәт ибн Исмаил әл-Бохари, Әбу Зура ар-Рази, Ибраһим Хараби, Хөсәин ибн Мансур, Дауыт ибн Әмир, Хәләф ибн Хишам, Абул-Ҡасим әл-Багави[4].
Ҡарашы
үҙгәртергәУл дин ҡанундарын рационалистик аңлатыу мөмкинлеген кире ҡаҡҡан. Йәмғиәттә IX быуаттың 20-се — 40-сы йылдарҙағы кризисы һөҙөмтәһендә килеп тыуған дини-сәйәси ситуацияны баһалап, Әхмәт ибн Хәнбәл Мөхәммәт пәйғәмбәр һәм уның эйәрсендәренең беренсе быуыны (салафтар) осоронда хөкөм һөргән тәртипкә кире ҡайтыу кәрәклеге тураһында һығымтаға килә. Әхмәт ибн Хәнбәл үҙенең яҙмаларында яңылыҡтар индереүгә (бида) ҡарата яңы мөнәсәбәт эшләүгә айырым иғтибар бирә. Уның буйынса, Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә нигеҙләү булмаған һәм мосолман авторитеттарының тәүге өс быуыны риза булған фекер менән (иджма) нығытылмаған диндәге һәм тормоштағы бөтә яңылыҡ индереүҙәр ғәйепләп хөкөм ителергә тейеш [5]. Әхмәт ибн Хәнбәлдең сәйәси ҡараштары прагматизмлыҡ менән айырылып тора. Бер яҡтан ул курайшиттар ырыуынан теләһә ҡайһы вәкилдең халифатлыҡҡа хоҡуғын таный; икенсе яҡтан - «кешеләрҙә иманға шик тыуҙырған» хакимды вазифаһынан бушатыу мөмкин тип һанай. Ул дини-сәйәси көрәште, боланы (фетнәне) мөмкин тип һанай һәм болаға йәлеп ителеп киткәндә, аҙағына тиклем инанған ҡарашты яҡларға саҡыра. Дин белгестәре, уның фекеренсә, хакимға йоғонто яһарға тейеш.[5].
Әҫәрҙәре
үҙгәртергәӘхмәт ибн Хәнбәлдең һаҡланып ҡалған әҫәрҙәре араһында иң әһәмиәтлеләре[5]:
- Әхмәт имамдың Муснады — 30 000-дән артыҡ хәҙис ингән йыйынтыҡ;
- 6 акыд;
- Китап ас-салат — Намаҙ ҡағиҙәләренә һәм дин белгестәренең йәмғиәттә роленә арналған китап;
- Китаб ар-радд аля аль-джамхийа ва-з-занадика — Илаһи атрибуттар тураһында традицион төшөнсә һүрәтләнгән бәхәсле әҫәр
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 D. B. Ma. Aḥmad ibn Ḥanbal (ингл.) // Encyclopædia Britannica: a dictionary of arts, sciences, literature and general information / H. Chisholm — 11 — New York, Cambridge, England: University Press, 1911. — Vol. 1. — P. 430—431.
- ↑ 2,0 2,1 Али-заде А. Ахмад ибн Ханбал (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Aḥmad ibn Ḥanbal // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 4,0 4,1 Имам Әхмәт ибн Хәнбәл . Askimam.ru (8 февраль 2011). Дата обращения: 24 май 2015.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 Ислам: ЭС, 1991
- ↑ Игнатенко, Александр Ватылған ай тураһында һорау. Урта быуат ислам теологтарының шаяртыуы . ИГ-диндәр (15 июль 1998). Дата обращения: 16 май 2014. 2013 йыл 11 май архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ермаков Д. В. Әхмәт ибн Хәнбәл // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 30-31.
- Мөхәммәт Али ал-Кутб. Дүрт мазхабҡа нигеҙ һалыусы. Мәскәү — Санкт-Петербург «Диля», 2005. — 96 с. — ISBN 5-88503-298-X
- Хамит әл-Факи. Табакат аль-ханабиля ли Ибн Аби Йаала. Каир, 1952.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- «Әхмәт ибн Хәнбәл» 2007 йыл 27 сентябрь архивланған. — «Иман»- Ҡазан гәзитендәге мәҡәлә на сайте kcn.ru
- «Имам Әхмәт ибн Хәнбәл» islamhouse.com