Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ

Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ (Зыя Ураҙов; 1904—1967) — Төркиә уҡытыусыһы, профессор.

Биографияһы үҙгәртергә

1904 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районының Байыш (Ураҙ) ауылыда тыуған. Атаһы иртә үлгән, әсәһе Сәхибә улы Зыя һәм ҡыҙы Хөбәйбә менән яңғыҙы тороп ҡалған.

Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы йылдарында Төркиәгә эмиграциялаған.

1923 йылда паспорт алғанда үҙенә Өсҡай­наҡ тигән фамилия ала, Трабзон ҡалаһында йәшәгәндә тулы хоҡуҡлы Төркиә гражданины булып китә, паспорт алғанда тыуған ерем тип шул Трабзон ҡалаһын яҙҙыра.

Яҡынса 1925 йылда Анкаралағы Ғази институтына уҡырға инә һәм тарихсы дәрәжәһен алып тамамлай.

1930 йылдан алып төрлө урта һәм юғары уҡыу йорттарында уҡытыусы булып эшләй башлай, әкренләп фән донъяһына ла юл аса.

1930-сы йылдар уртаһында Төркиәнең мәғариф һәм фән етәкселәре тарафынан ике йылға Венгрияға ғилми команди­ровкаға ебәрелә. Бында мадьяр һәм төрки халыҡтарының сағыштырмаса тарихын төплө өйрәнә.

1938 йылда Трабзон ҡалаһында йәшәгән һәм эшләгән сағында өйләнә. Бер-ике йылдан ғаилә бөтөн­ләйгә Зонгулдак ҡалаһына йәшәргә һәм эшләргә күсә. Ирле-ҡатынлы Өсҡайнаҡтар, икәүләп, ундағы бер лицейҙа уҡыта башлай. Бер нисә йылдан Зыя Өсҡайнаҡ шул уҡ ҡалалағы юғары уҡыу йорттарында ла дәрес бирә.

Икенсе донъя һуғышы башланғас, уны Төркиә ғәскәренә алалар. Яралана, яраһы уңала бир­гәс, тағы һуғышҡа алып китә­ләр. Икенсе тапҡыр яраланып, лейтенант Зыя Өсҡайнаҡ 1944 йылда тулыһынса демобилизациялана.

Артабан ул ғүмере буйы Зонгул­дактағы ауыл хужалығы институтында, башҡа урта һәм юғары уҡыу йорттарында тарихтан уҡыта, профессор булып китә. Музейҙа ла эшләп ала. Зәки Вәлиди менән дуҫ булған.

1967 йылда Зонгулдакта вафат була.

Ғаиләһе үҙгәртергә

  • улы Исыҡ Өсҡайнаҡ (1945 тыуа) АҠШ-та юғары белемле ҙур белгес, инженер-электроник.
  • ҡыҙы Исәләй (1949 тыуа)

Һылтанмалар үҙгәртергә