Хәҙисов Әхмәт Мостафа улы

Хәҙисов Әхмәт Мостафа улы (19051938) — журналист, Башҡортостандың күренекле партия һәм дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан өлкә комсомол комитетының беренсе секретары (май 1929—ноябрь 1931). Сәйәси золом ҡорбаны (1938).

Хәҙисов Әхмәт Мостафа улы
Тыуған көнө 1905
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Хәҙисов Әхмәт Мостафа улы 1905 йылда БАССР-ҙың Учалы районындағы Ҡолош ауылында тыуған. 1920 йылда партия сафына инә. 1925—1926 йылдарҙа Туңғатар улус комитетының секретары булып эшләй. 1926−1927 йылдарҙа — Тамьян-Ҡатай кантоны комитетының инструкторы, ойоштороу бүлеге мөдире, секретарь урыбаҫары. 1927−1928 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының мәктәп төҙөлөшө бүлегенең мөдире, ойоштороу бүлеге мөдире. 1928—1929 йылдарҙа — «Йәш юҡһыл» һәм «Башҡортостан йәштәре» гәзиттәренең мөхәррире. 1929—1931 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының яуаплы секретары. 1931−1934 йылдарҙа — РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының агитмасса бүлеге мөдире. 1934−1935 йылдарҙа — «Башҡортостан» гәзите мөхәрриренең урынбаҫары.

1935−1936 йылдарҙа Мәскәүҙә ВКП(б)-ның Үҙәк комитеты янындағы марксизм-ленинизм курстарында уҡый.

1936 йылда — РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының инструкторы.

1936−1937 йылдарҙа Мәскәүҙә ИПИКП-ла уҡый.

1937 йылда — РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының мәҙәниәт-ағартыу бүлеге мөдире.

1934 йылда СССР яҙыусыларының I съезында делегаты булараҡ ҡатнаша (кәңәшләшеү хоҡуғы менән)[1].

1937 йылда ҡулға алына. 1938 йылдың 19 апрелендә атып үлтерелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә