Сәфәр( صفر )— һижри иҫәп менән икенсе ай.

Һ М Беренсе көн Аҙаҡҡы көн
1431 2010 16 ғинуар 14 февраль
1432 2011   5 ғинуар   3 февраль
1433 2011 2012 26 декабрь 23 ғинуар
1434 2012 2013 14 декабрь 12 ғинуар
1435 2013 2014   4 декабрь   1 ғинуар
1436 2014 23 ноябрь 22 декабрь
1437 2015 13 ноябрь 11 декабрь
Сәфәр айы

Сәфәр һүҙенең мәғәнәһе ике төрлө аңлатыла. Беренсеһе — һары сифатынан, сөнки тәү тапҡыр сәфәр айы башланған саҡта, тәбиғәттең һары ваҡытына тура килгән. Икенсе мәғәнәһе — сифр, йәғни буш, ноль.

Был ай тураһында хөрәфәттәр ҙә бик күп.Яһилиәт заманында йәшәгән ғәрәптәрҙә төрлө хөрәфәттәргә ышаныу көслө була. Сәфәр айын шомланып ҡаршы алғандар, сәфәр сығырға ҡурҡҡандар.

Сәфәр айы тураһында пәйғәмбәребеҙ Мостафа салаллаһу ғәләйһис-сәләм : "Сәфәр айының хәүеф-хәтәре исламда юҡ" - тигән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә