Боронғо Мысыр календары

Нил үҙәнендә Мысыр цивилизацияһы менән бергә яҡынса 4 мең йыллыҡ йәшәгән календарь төҙөлгән. Был календарҙың сығышы тропик күк йөҙөнөң иң яҡты йондоҙо — Сириус менән бәйле. Боронғо Мысырҙа йәйге ҡояш торошо һәм Нилдың ташыу алдына тура килгән Сириустың ике гелиактик ҡалҡыуҙары араһындағы ваҡыт осоро 365,25 тәүлек тәшкил итә. Әммә мысырлыларға үҙ йылының оҙонлоғо итеп бөтөн һан алынған — 365 көн. Шулай итеп 4 йыл һайын миҙгел күренештәре календарҙан 1 тәүлеккә арҡа ҡалып барған. Кәбисә йылдары булмағанда Яңы йыл 1460 (365 × 4) йыл эсендә бөтә миҙгелдәрҙе үтә һәм башланғыс һанға ҡайта. 1460 йыл осоро сотис осоро, циклы йәғни Сотистың бөйөк йылы тип аталған.

Календарь
Календарь хаҡында мәғлүмәт
Календарь
төрө

Ҡояш

Календарь
эраһы
Кәсибәләрҙе
өҫтәү

Башҡа календарҙар
Армелина · Армянский: древнеармянский, христианский · Ассирийский · Ацтек · Бахаи · Бенгал · Буддийский · Вавилон · Византийский · Вьетнам · Гильбурда · Голоценский · Григориан · Грузин · Дариский · Древнегреческий · Боронғо Мысыр · Боронғо һинд · Боронғо фарсы · Древнеславянский · Йәһүд · Зороастрийский · Индийский · Инки · Иран · Ирланд · Мосолман · Кельт · Ҡытай · Конта · Копт · Малай · Майя · Масон · Миньго · Непал · Новоюлианский · Пролептический: юлианский, григориан · Рим · Румийский · Симметрик · Советский · Стабильный · Тамил · Тайский: лунный, солнечный · Тибет · Трёхсезонный · Тыва · Төркмән · Французский · Хакас · Ханаанейский · Хараппский · Чучхе · Швед · Шумер · Эфиопский · Юлиан · Ява · Япон

Рәсми календарь (рәсми документтар өсөн) үҙгәртергә

Боронғо Мысырҙа рәсми календарь буйынса йыл һәр береһе 4-шәр ай булған 3 миҙгелгә бүленгән:

  • Ташҡын ваҡыты (ахет) — июль уртаһынан ноябрь уртаһына тиклем
  • Сығыу ваҡыты (перет) — ноябрь уртаһынан март уртаһына тиклем
  • Ҡоролоҡ ваҡыты (шему) — март уртаһынан июль уртаһына тиклем

Миҙгелдәрҙең атамаһы ауыл хужалығы эштәренә (мәҫәлән, «Сығыу» миҙгелендә уңыштың үҫеүе барған, ә «Ҡоролоҡ» миҙгелендә уңыш йыйылған), Названия сезонов связаны с сельскохозяйственными работами (например, в сезон «Всходы» происходило созревание урожая, а в сезон «Засуха» производился сбор урожая), шулай уҡ игенселеккә туранан тура йоғонто яһаған йыл һайын Нил йылғаһының ташыуына бәйле (шунлыҡтан миҙгелдең атмаһы «Ташҡын»). Айҙар һан менән билдәләнгәндәр (Ташҡындың беренсе айы, Ташҡындың икенсе айы һәм башҡалар). Һәр бер айҙа 30 көн булған (был Ерҙең юлдашы Айҙың фазаһына бәйле булмаған). Мысырҙар йылда 360 көн (30-шар көн менән 12 ай) түгел, 365 көн икәнен белгәндәр, шунлыҡтан календарға инмәгән ҡалған 5 көндө һуңғы ай аҙағына өҫтәгәндәр. Был көндәр Hrj.w-rnp.t (хериу-ренпет) тип аталғандар, ул һүҙмә-һүҙ әйткәндә «йыл өҫтөндәгеләр» тип аңлатылған. Бындай һәр бер көн тура килгән илаһты тыуған көнө булараҡ билдәләнгән: Осирис, Гор, Сет, Исида һәм Нефтида. Ҡайһы саҡта беренсе айҙы билдәләү өсөн tpj (тэпи) тигән махсус һүҙҙе ҡулланғандар, ул «беренсе/тәүге» тип аңлатыла, ә һуңғы айҙы arky (арки) тип атағандар, ул «һуңғы/аҙаҡҡы» тип тәржемә ителә. Боронғо батшалыҡ аҙағынан мысырҙар йылды хисаплауҙы яңы хакимдың тәхеткә ултырыу мәленән алып барған. Рәсми документтарҙа дата артабанғы схема буйынса яҙылған: 1) «хакимлыҡ йылы» (rnpt-Hsb) һәм йылдың һаны; 2) айҙың билдәһе һәм миҙгелдә айҙың һаны; 3) миҙгелдең атамаһы; 4) көндөң билдәһе һәм тәртип буйынса көндөң һаны; 5) «ике ерҙәр батшаһы хакимлыҡ итеү ваҡытында» (xr Hm n nswt-bjt); 6) картушта батшаның тәхет исеме.

Мәҫәлән:

M4t
O50
Z1Z1N11
Z2
M8x
tN5
Z1
x
rU36Z1
n
M23
t
L2
t
<
N5
n
C10
>

rnpt-Hsb 2 (jbd) 3 Axt (sw) 1 xr Hm n nswt-bjt n(j)-mAat-ra

Ике ерҙәр батшаһы Аменемхет III-нөң хакимлыҡ итеүенең икенсе йылы, Ташҡын миҙгеленең өсөнсө айының беренсе көнө[1]

 
Сененмут төрбәһендә Боронғо Мысыр календары

Календарҙы индергәндә йылдың башы Сириустың гелиакик ҡалҡыуы (йылда Ҡояш ҡалҡыуы алдынан тәүге килеп сығыуы) менән синхронлаштырылған. Сириустың мысырса атамаһы — spd.t (Сопдет). Әммә кәбисә көндәре өҫтәлмәгәнгә күрә, һәр 4 йыл һайын мысыр Яңы йылы 1 көнгә алдараҡ килгән, һәм тик 1460 йылдан һуң («Сотис» циклы) ул йәнә Сириус йондоҙо «ҡалҡыуы» көнөнә тура килгән. Рәсми календарҙы индереү ваҡтын иҫәпләп сығырға мөмкин: мәҫәлән, Сириус йондоҙо «ҡалҡыуы» беҙҙең эраның 136 йылдан 139 йылдар осорона Яңы йылдың беренсе көнөнә тап килгән[2]. Бындай күренеш беҙҙең эраға тиклем 1317—1314 һәм 2770—2767 йылдарҙа булған тип фаразларға мөмкин. Сөнки бындай календарҙы Боронғо Батшалыҡта уҡ ҡулланылған икәне билдәле булғас, һуңғы осор бик ихтимал булыуы мөмкин[3].

Птолемейҙар осоронда реформа уҙғарылған — дүрт йыл һайын кәбисә йылы индерелгән. Беҙҙең эраға тиклем 238 йылда Птолемей III Эвергеттең батшалыҡ итеүенең туғыҙынсы йылына ҡарай Дельтаоа жрец декреты иғлан ителгән. Ул элекке быуатта Таниста табылған һәм Каноп декреты (календарь реформаһын әҙерләгән урындың атамаһы буйынса аталған) булараҡ билдәлелек алған. Розеттанан таш кеүек ул өс телле (грек тексы, иероглифтар һәм мысыр демотик яҙыуы) булған. Мысыр йылы (365 көн) урта быуат һәм иртә яңы ваҡыт астрономдары өсөн ваҡытты үлсәү берәмеге булып хеҙмәт иткән.

Ай календары үҙгәртергә

Ай календары дини һәм көнкүреш маҡсаттарҙа файҙаланылған (мәҫәлән, дини байрамдарҙың көнөн билдәләү өсөн йәки шәхси хаттарҙа), шулай уҡ ауыл хужалығы эштәренең төрлө этаптары башланыуын билдәләү өсөн ҡулланылған. Ай календары буйынса айҙар рәсми календарҙың айҙарына тап килмәгән, сөнки рәсми календарь буйынса «Сотис» циклына ярашлы Нил ташыуының башланыуы һәр төрлө айға тура килеүе мөмкин булған, әммә ай календары буйынса Нил ташыуының башланыуы һәр ваҡыт Тот айына тап килгән. Ай календарында һәр бер ай киләһе айҙа билдәләнгән дини байрам буйынса аталған. Яңы батшалыҡ осоронда ҡайһы бер айҙарҙың атамаһы Үрге Мысырҙың баш ҡалаһы Фивта билдәләнгән урындағы байрамдарҙың атамаһына ярашлы үҙгәртелгән. Һирәк осраҡта ай календары айҙарының атамалары рәсми календарь буйынса датаны билдәләгәндә административ документтарҙа ҡулланылған. Ай календары үҙенә һәр береһе 29-30 көндән торған 12 айҙы индергән. Һәр бер айҙың беренсе көнөнә айырым атама булған — psDntjw (песджентиу), был «яңы ай байрамын» аңлатҡан. Артабанғы көндәр уларҙың иҫәбенә ярашлы (шундай айҙың икенсе, өсөнсө, дүртенсе һәм башҡа көнө). Хәҙерге календарҙың айҙарына тап килеүен билдәләр өсөн ай календарының айының башланыуы төбәккә бәйле булыуын иҫәпкә алғанда ғына билдәләп була (сөнки Нилдың ташыуы Боронғо Мысыр территорияһында бер үк ваҡытта башланмаған): Элефантинаға ҡарағанда Мемфиста ай иртәрәк башланған (түбәндәге таблицала яҡынса тура килешлеге бирелгән).

Боронғо Мысырҙың ай календары буйынса айҙарҙың атамаһы үҙгәртергә

№ п/п Урта батшалыҡ Яңы батшалыҡ Грек Копт
латин транскрипцияһында
ғәрәп Хәҙерге календарь
Башҡорт транскрипцияһы Грек транскрипцияһы Латин транскрипцияһы Ғәрәп транскрипцияһы
1 Техи (Тот)[lower-alpha 1] Джехути Тот Θώθ Thout Tout توت июль — август
2 Менхет (кейем) Панипет Паофи Φαωφί/Φαῶφι Paopi Baba بابه август — сентябрь
3 Хут-Херу (Хатор сәйәхәте) Хут-Херу Хатир Ἀθύρ Hathor Hatour هاتور сентябрь — октябрь
4 Нехеб-Кау Ка-хер-Ка Хойак Χοιάκ/Χοίακ Koiak Kiahk كياك октябрь — ноябрь
5 Шеф-Бедет (бойҙайҙың бүртеүе) Та-Аабет Тиби Τυβί/Τῦβι Tobi Touba طوبه ноябрь — декабрь
6 Рекех-Вер (ҙур янғын)[lower-alpha 2] (Па-Эн-Па) Мехеру Мехир Μεχίρ/Μεχείρ Meshir Amshir أمشير декабрь — ғинуар
7 Рекех-Неджес (бәләкәй янғын) (Па-Эн) Имен-Хетеп Фаменот Φαμενώθ Paremhat Baramhat برمهات ғинуар — февраль
8 Ренен-Утет (Ренутет)[lower-alpha 3] (Па-Эн) Ренен-Утет Фармути Φαρμουθί/Φαρμοῦθι Paremoude Baramouda برموده февраль — март
9 Хенсу (Хонсу) (Па-Эн) Хенсу Пахон Παχών Pashons Bashans بشنس март — апрель
10 Хенет-Хети-Перти (Па-Эн) Инт Паини Παϋνί/Παῦνι Paoni Ba’ouna بئونه апрель — май
11 Ипет-Хемет Ипи-Ипи Эпифи Ἐπιφί/Ἐπείφ Epip Abib أبيب май — июнь
12 Упет-Ренпет (йылды асыу)[lower-alpha 4] Месут-Ра Месоре Μεσορή Mesori Mesra مسرا июнь — июль

Беҙҙең эраға тиклем 25 йылда Александрия (Копт) календары урынлаштырылған, ул юлиан календары менән синхронлаштырылыған һәм уның һәр бер дүртенсе йылына бер көн өҫтәлгән, әммә айҙарҙың элекке атамаларын һаҡлап ҡалған. Хәҙерге замандала урындағы сиркәүҙәр тарафынан ҡулланылған копт һәм эфиоп календарҙары Боронғо Мысыр календары нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Мысыр календарының ҡоролошо Француз инҡилаби календары тарафынан үҙләштерелгән.

Комментарийҙар үҙгәртергә

  1. Техи или Тот символизировал собой начало разлива р. Нил
  2. Рекех-вер или Мехир был самый холодный и дождливый месяц в году.
  3. Ренен-Утет или Фармути символизировал собой не только наступающий сезон Засухи, но и начало сбора урожая. О богине Ренутет, в честь которой был назван месяц, говорили как о Госпоже амбаров и Госпоже плодородной страны.
  4. Упет-Ренпет или Месоре был самым жарким месяцем в году.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. J.Couyat and P.Montet, Les Inscriptions Hieroglyphiques et Hieratiques du Ouadi Hammamat, in Memoires… d’l Institut Francais d’Archeologie Orientale du Caire, 2 vols. Cairo, 1912 — 13, p. 43, 1
  2. James P. Allen, Middle Egyptian. An Introduction to the Language and Culture of Hieroglyphs/ Second Edition, Revised. — Cambridge University Press 2010, p. 111
  3. Гелиактический восход Сириуса и разлив Нила 2011 йыл 21 апрель архивланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • James P. Allen, Middle Egyptian. An Introduction to the Language and Culture of Hieroglyphs/ Second Edition, Revised. — Cambridge University Press 2010, p. 108—111

Ҡалып:Древнеегипетский календарь