Рәжәб
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Рәжәб, Рәжәп (ғәр. رجب) — һижри иҫәп менән йылдың етенсе айы. Рәжәб айындағы беренсе йома — рәғәиб кисәһе. 26 рәжәб — миғраж кисе. Рәжәб айы мосолмандарҙа кесе хаж — Үмрә айы булып та һанала. Ғәрәптәр элек-электән был айҙы ураҙалар тотоп, ҡорбандар салып үткәрә торған булғандар. Төрлө һуғыштарға һәм яу сабыуҙарға сик ҡуйылған. Ғөләмәләр Рәжәб айы — сәсеү айы тип һанай. Шағбан иһә шул сәскәнгә һыу һибеү, тәрбиәләү айы. Рамаҙан айы шул ғәмәлдәр өсөн рәхмәттәр алыу айы. Йәғни был өс ай үҙ-ара бик тығыҙ бәйле.
Был ай — «һаңрау» ай. Бәндәләрҙең гонаһтары хаҡында Аллаһы Тәғәлә ишетеп бармай, рәхмәт-бәрәкәттәре яуып тора.
Был айҙа Мөхәмәт ғәләйһис-сәләмдең ата-әсәһе никахҡа инә, ошо уҡ айҙа Пәйғәмбәр, салләЛлааһу ғәләйһи үәс-сәләм, миғражға аша.
Рәғәиб кисәһе
үҙгәртергәБыл төндә Мөхәмәт ғәләйһис-сәләмдең атаһы менән әсәһе ҡушылған төн.
Рәғәиб — ғәрәп теленән нимәлер теләү тип тәржемә ителә. Берлектә — рәғиб. Рәжәб айының беренсе йома төнө. Аллаһ был төндә үҙенең ҡолдарына күп рәхмәттәрен бирә. Намаҙ, ураҙа, саҙаҡа биреү — сауаплы ғәмәлдәр. Был төндө ғибәҙәттәр менән үткәреү хәйерле.
Хәҙистәр
үҙгәртергә- «Йыл ун ике айҙан тора, уларҙың дүртәүһе — харам айҙар. Өсәүһе бер-бер артлы килә: Зөлҡәғиҙә, Зөлхизә һәм Мөхәррәм, шулай уҡ Йөмәҙиә һәм Шәғбән айҙарынан һуң килә торған Рәжәб айы»[1].
- «Ҡайһы саҡ Рәсүлуллаһ бик оҙаҡ ураҙа тота ине, хатта ки Ул әллә ураҙаһын туҡтатмаймы икән тип уйлап китә инек. Ҡайһы саҡ Ул бик оҙаҡ ураҙа тотмай йөрөнө, хатта ул бөтөнләй ураҙа тотмай ти башлай инек. Шулай уҡ уның Рәжәб айындағынан күберәк ураҙа тотҡанын күрмәнем»[2].