1873 йылдың 1 ғинуарында Японияла григориан календары ҡабул ителә. 1873 йылға тиклем япон традицион ай-ҡояш календары киң ҡулланылған, ул ҡытай календарында нигеҙләнгән. Хәҙерге ваҡытта традицион календарь башлыса церемониаль, астрологик һәм мәҙәни маҡсаттарҙа файҙаланыла. Ә традицион япон йыл хисаплауы (императорҙар буйынса йылдар хисабы) әле лә көндәлек тормошта киң ҡулланыла[1].

Япон календары
Рәсем
Календарь
Календарь хаҡында мәғлүмәт
Календарь
төрө

Ай-ҡояш

Календарь
эраһы
Кәсибәләрҙе
өҫтәү

Башҡа календарҙар
Армелина · Армянский: древнеармянский, христианский · Ассирийский · Ацтек · Бахаи · Бенгал · Буддийский · Вавилон · Византийский · Вьетнам · Гильбурда · Голоценский · Григориан · Грузин · Дариский · Древнегреческий · Боронғо Мысыр · Боронғо һинд · Боронғо фарсы · Древнеславянский · Йәһүд · Зороастрийский · Индийский · Инки · Иран · Ирланд · Мосолман · Кельт · Ҡытай · Конта · Копт · Малай · Майя · Масон · Миньго · Непал · Новоюлианский · Пролептический: юлианский, григориан · Рим · Румийский · Симметрик · Советский · Стабильный · Тамил · Тайский: лунный, солнечный · Тибет · Трёхсезонный · Тыва · Төркмән · Французский · Хакас · Ханаанейский · Хараппский · Чучхе · Швед · Шумер · Эфиопский · Юлиан · Ява · Япон

Йылды хисаплау

үҙгәртергә

Григориан календарын ҡабул иткәндән һуң Японияла фактик рәүештә өс төрлө йыл хисабы системалары тиң ҡулланыла:

  • Японияны нигеҙләгәндән алып (япон. 皇紀ко: ки?) — боронғо календарь система, уның башланыу нөктәһе беҙҙең эраға тиклем 660 йыл булып тора, риүәйәт буйынса был ваҡытта император Дзимму Япон дәүләтенә нигеҙ һалған;
  • император хакимлыҡ итә башлағандан алып (япон. 元号гэнго: ?) — йылдар император хакимлыҡ итеү йылынан алып хисаплана, мәҫәлән 2012 йыл — Хэйсэйҙың 24 йылы;
  • Христос тыуғандан алып (Беҙҙең эра) (япон. 西暦сэйрэки?).

Өс системаларҙан һуңғы икеһе бөгөндә ҡулланыла. Японияны нигеҙләгәндән алып хисапланған система 1873 йылдан Икенсе донъя һуғышы тамамлағанға тиклем файҙаланылған.

Япон айҙарының хәҙерге атамалары һүҙмә-һүҙ тәржемә иткәндә «буренсе ай» (Ерҙең юлдашы мәғәнәһендә), «икенсе ай» һам башҡалар, бында тап килеүсе һан ай (япон. гацу?) суффиксы менән ҡушыла:

Ғинуар 一月 итигацу
Февраль 二月 нигацу
Март 三月 сангацу
Апрель 四月 сигацу
Май 五月 гогацу
Июнь 六月 рокугацу
Июль 七月 ситигацу
Август 八月 хатигацу
Сентябрь 九月 кугацу
Октябрь 十月 дзю: гацу
Ноябрь 十一月 дзю: итигацу
Декабрь 十二月 дзю: нигацу

Көндәрҙе билдәләү өсөн япон һандары урынына ғәрәп һандарын ҡулланыу (3月, 2月 һәм башҡалар) киң таралған һәм ғәмәлдә норма булып тора.

Традицион

үҙгәртергә

Япон традицион календары өсөн һәр ай тик уға хас булған бер нисә атамаға эйә, улар йыл ваҡыты һынамыштарын, ауыл хужалығы шөғөлдәренең ҡылыҡһырламаһын, йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙесағылдыра[1].

Иҫке япон календары ҡытай ай календарында нигеҙләнгән. Ай календары буйынса йыл григориан календарынан 3-7 аҙнаға һуңыраҡ башлана, шулай итеп традицион календарҙың тәүге айы ғинуарға тура килмәй.

1-се ай 睦月 муцуки дуҫлыҡ айы
2-се ай 如月 йәғни 衣更着 кисараги йәғни кинусараги кейем айы, йәғни тюсюн — яҙҙың уртаһы
3-се ай 弥生 яёи үҫеп сығыу айы
4-се ай 卯月 удзуки унохана йәғни уцуги айы, унохана — ҡыуаҡ (дейцияның бер төрө)
5-се ай 皐月 йәғни 早月 йәғни 五月 сацуки дөгө ссеүлектәре көнө, йәғни тюка — йәйҙең уртаһы
6-се ай 水無月 минацуки йәғни минадзуки һыуһыҙ ай
7-се ай 文月 фумидзуки йәғни фудзуки шиғриәт яҙыу айы
8-се ай 葉月 хадзуки (ҡойолоусы) япраҡ айы, йәғни цукимидзуки — Ай (Ерҙең юлдашы) менән һоҡланыу айы, йәғни тюсю — көҙҙөң уртаһы
9-се ай 長月 нагацуки оҙон төндә айы, йәғни кикудзуки — хризантемалар айы
10-се ай 神無月 каминадзуки йәғни каннадзуки илаһһыҙ айҙар, йәғни каминари — күк күкрәмәгән ай, йәғни каминасу — сакэ әҙерләү айы
11-се ай 霜月 симоцуки боҫ айы, йәғни тюто — ҡыштың уртаһы
12-се ай 師走 сивасу эш тамамланыу айы

Миҙгелдәр

үҙгәртергә

Бынан башҡа ҡытайҙарҙан алынған календарь буйынса йыл 24 айға бүленә. Хәҙерге ваҡытта был миҙгелдәр кимононы һәм сәс биҙәүестәрен һайлағанда (бигерәктә гейшалар тарафынан) иҫәпкә алына.

Япондар көнбайыш календарына тура килгән ғәҙәти ете көнлөк аҙнаны ҡулланалар. Японияла ете көнлөк аҙна астрология һәм ҡайһы бер башҡа маҡсаттар өсөн григориан календарын ҡабул ителеүгә тиклем файҙаланылған. Фукудзава Юкити был системаны рәсми рәүештә ҡабул итеүҙә төп ролде уйнаған. Көндәрҙең алмашыныуы айҙан һәм ҡояштан (инь һәм ян), һәм шулай уҡ күренгән биш планеталарҙың атамаһынан килгән, улар үҙ сиратында биш ҡытай элементтары (У-син: ағас, ут, ер, металл, һыу) хөрмәтенә аталғандар.

Японса Уҡылышы Элемент Башҡортса
日曜日 нитиё: би Ҡояш Йәкшәмбе
月曜日 гэцуё: би Ай Дүшәмбе
火曜日 каё: би Ут (Марс) Шишәмбе
水曜日 суйё: би Һыу (Меркурий) Шаршамбы
木曜日 мокуё: би Ағас (Юпитер) Кесаҙна
金曜日 кинъё: би Металл (Сулпан) Йома
土曜日 доё: би Ер (Сатурн) Шәмбе

Ай шулай уҡ өс 10-көнлөк осорҙарға (декадаларға) б-ленә. Һәр береһе дзюн (япон. ) тип атала. Беренсеһе дзё: дзюн (япон. 上旬), икенсеһе тю: дзюн (япон. 中旬), өсөнсөһө гэдзюн (япон. 下旬). Был атамалар яҡынса булған ваҡытты күрһәтеү өсөн ҡулланыла, мәҫәлән: «температура апрелдең дзё: дзюн өсөн ғәҙәти».

Айҙың һәр бер көнө систематик исемгә эйә:

1 一日 цуйтати (ҡайһы саҡта итидзицу) 11 十一日 дзю: итинити 21 二十一日 нидзю: итинити
2 二日 фуцука 12 十二日 дзю: нинити 22 二十二日 нидзю: нинити
3 三日 микка 13 十三日 дзю: саннити 23 二十三日 нидзю: саннити
4 四日 ёкка 14 十四日 дзю: ёкка 24 二十四日 нидзю: ёкка
5 五日 ицука 15 十五日 дзю: гонити 25 二十五日 нидзю: гонити
6 六日 муйка 16 十六日 дзю: рокунити 26 二十六日 нидзю: рокунити
7 七日 нанока 17 十七日 дзю: ситинити 27 二十七日 нидзю: ситинити
8 八日 ё: ка 18 十八日 дзю: хатинити 28 二十八日 нидзю: хатинити
9 九日 коконока 19 十九日 дзю: кунити 29 二十九日 нидзю: кунити
10 十日 то: ка 20 二十日 хацука 30 三十日 сандзю: нити
31 三十一日 сандзю: итинити

Көндәрҙе билдәләү өсөн япон һандары урынына ғәрәп һандарын ҡулланыу (13日, 14日 һәм башҡалар) киң таралған һәм норма тиерлек булып тора.

Цуйтати был цукитати һүҙенең кесерәйтелгән формаһы, ул айҙың беренсе көнөн аңлата. Традицион календарҙә айҙың аҙаҡҡы көнө мисока (япон. 晦日?) тип атала. Хәҙерге ваҡытта 28—31 һандары плюс нити күпкә йышыраҡ осрай. Әммә мисока йыш ҡулланыла, мәҫәлән, контракттарҙа, килешеүҙәрҙә һәм башҡаларҙа, ул һанына ҡарамай түләүҙе айҙың аҙаҡҡы көнөндә индерергә кәрәклеген белдерә. Йылдың аҙҙаҡы көнө — о:мисока (япон. 大晦日?, оло аҙаҡҡы көн) тип атала һәм был термин һаман да киң ҡулланыла.

Рокуё (япон. 六曜рокуё:?)ҡытай календары буйынса иҫәпләнелгән алты көндән торған теҙмәләр, улар буйынса япондар көндөң даланлығын фаразларға маташҡандар. «Рокуё» япон календарҙарында йыш осрай, был системаны никах туйы һәм ерләү көндәрен иҫәпләп сығарыу өсөн ҡулланалар, шулайҙа күп кенә япондар уны менән даими рәүештә файҙаланмайҙар. «Рокуё» терминының башҡа исеме — рокки (япон. 六輝?).

Кандзи Поливанов системаһы Мәғәнәһе
先勝 сэнсё: Төшкә ҡәҙәр уңышлы көн, ә төштән һуң — уңышһыҙ. Иртәнге башланғыстар өсөн яҡшы.
友引 томобики Дуҫтар һәм туғандар өсөн уңышһыҙ көн. ыл көндә кешене ерләмәйҙәр: томо (япон. ?) — «дуҫ», хики (япон. ?) — тартыу, йәғни дуҫтар йәки туғандар үлгән кеше артынан тартылыуы мөмкин. Томобики көнөндә крематорийҙар ғәҙәттә эшләмәйҙәр.
先負 сэмбу Төшкә тиклем уңышһыҙ, төштән һуң уңышлы.
仏滅 буцумэцу Будда вафат булан көндө символлаштыра. Иң бәхетһеҙ көн тип иҫәпләнә. Был көндө никах туйҙары уҙғарылмай, ә ҡайһы бер дзиндзяр был көндө офистарын ябалар.
大安 тайан Иң уңышлы көн. Туйҙар һәм башланғыстар өсөн яҡшы.
赤口 сякко: Йылҡы көнө (11—13 сәғәт) — даланлы, башҡалары — юҡ. Көн йәне — Акасита.

Рокуёны япон ҡояш-ай календары буйынса иҫәпләп сығарыуы еңел. Беренсе ғинуар ул һәр ваҡытта «сэнсё», икенсеһе — томобики, һәм башҡалар. Беренсе февралдә хисап яңынан «томобикинан» ашлана. Беренсе март — «сэмбу», һәм артабан алты ай өсөн. Һуңынан хисап яңынан башлана: 1 июль — «сэнсё», 1 декабрь — «сякко», ә Ерҙең юлдашы — ай артынан күҙәтеү өсөн иң ҡулайлы көн тип 15 август иҫәпләнә һәм ул һәр ваҡыт «буцумэцу». «Рокуё» системаһы Эдо дәүерендә популярлыҡ яулаған.

Милли байрамдар

үҙгәртергә
Дата Башҡортса атама Японса атама Уҡылышы
1 ғинуар Яңы йылдың тәүге көнө 元日 гандзицу
Ғинуарҙың икенсе дүшәмбеһе Бәлиғ булыу 成人の日 сэйдзин но хи
11 февраль Дәүләтте нигеҙләү көнө 建国記念の日 кэнкоку кинэн но хи
20 йәки 21 март Яҙғы көн тигеҙленеү көнө 春分の日 сюмбун но хи
29 апрель Сёва көнө 昭和の日 сё:ва но хи
3 май Конституция көнө 憲法記念日 кэмпо: кинэмби
4 май Йәшеллек көнө みどりの日 мидори но хи
5 май Балалар көнө こどもの日 кодомо но хи
Июлдең өсөнсө дүшәмбеһе Диңгеҙ көнө 海の日 уми но хи
Сентябрҙең өсөнсө дүшәмбеһе Ололарҙы хөрмәтләү көнө 敬老の日 кэйро: но хи
23 йәки 24 сентябрь Көҙгө көн тигеҙленеү көнө 秋分の日 сю:бун но хи
Октябрҙең икенсе дүшәмбеһе Спорт көнө 体育の日 тайику но хи
3 ноябрь Мәҙәниәт көнө 文化の日 бунка но хи
23 ноябрь Хеҙмәткә рәхмәт белдереү көнө 勤労感謝の日 кинро: канся но хи
23 декабрь Императорҙың тыуған көнө 天皇誕生日 тэнно: тандзё:би

      — япондарҙың алтын аҙнаһына ингән байрамдар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Календарь // Япония от А до Я. Популярная иллюстрированная энциклопедия. (CD-ROM). — М.: Directmedia Publishing, «Япония сегодня», 2008. — ISBN 978-5-94865-190-3.

Һылтанмалар

үҙгәртергә