Ҡытай календары ике төр календары менән күрһәтелгән: ҡояш (ауыл хужалығы) һәм ҡояш-ай. Һуңғыһы ике вариантта билдәле: бигерәк тә Көнсығыш Азияла популяр булған Ся календары (ҡыт. , Ся династияһы исеме буйынса аталған) — йылды яҙ миҙгеле буйынса һанай; һәм шулай уҡ Чжуань календары (ҡыт. 顓頊曆, Цинь династияһын нигеҙләүсе Чжуань-сюй исеме буйынса аталған) — йылды көҙ миҙгеле буйынса һанай.

Календарь
Календарь хаҡында мәғлүмәт
Календарь
төрө

Ай-ҡояш

Календарь
эраһы
Кәсибәләрҙе
өҫтәү

Башҡа календарҙар
Армелина · Армянский: древнеармянский, христианский · Ассирийский · Ацтек · Бахаи · Бенгал · Буддийский · Вавилон · Византийский · Вьетнам · Гильбурда · Голоценский · Григориан · Грузин · Дариский · Древнегреческий · Боронғо Мысыр · Боронғо һинд · Боронғо фарсы · Древнеславянский · Йәһүд · Зороастрийский · Индийский · Инки · Иран · Ирланд · Мосолман · Кельт · Ҡытай · Конта · Копт · Малай · Майя · Масон · Миньго · Непал · Новоюлианский · Пролептический: юлианский, григориан · Рим · Румийский · Симметрик · Советский · Стабильный · Тамил · Тайский: лунный, солнечный · Тибет · Трёхсезонный · Тыва · Төркмән · Французский · Хакас · Ханаанейский · Хараппский · Чучхе · Швед · Шумер · Эфиопский · Юлиан · Ява · Япон

Хәҙерге Ҡытайҙа шулай уҡ ҡулланышҡа григориан календары индерелгән, әммә ай календары, элекке замандағы һымаҡ, бөтә урындарҙа ла традицион байрамдарҙың ваҡытын билдәләү өсөн ҡулланыла: «Яҙ байрамы» (Ҡытай Яңы йылы), Көҙ уртаһы байрамы һәм башҡаларҙы, шулай уҡ теге йәки был ауыл хужалығы эш төрҙәрен башлау ваҡытын билдәләү өсөн файҙаланыла. Ай календары буйынса «Яҙ байрамы» (Яңы йыл) үҙгәреүсән һәм йыл һайын «Тәүге яңы ай» көнөнә тура килә. Яңы йылдың килеп етеүе тип ҡышҡы ҡояш торошонан (21—22 декабрь) һуң, 1645 йылдан 2644 йылға ҡәҙәр 21 ғинуарҙан иртәрәк һәм 21 февралдән һуң булмаған икенсе яңы ай һанала[1] (мәҫәлән, 4713 ҡыҙыл маймыл йылы 2016 йылдың 8 февраленән 2017 йылдың 27 ғинуарына тиклем дауам итә). Ся календарына ярашлы, «Яҙ башланыу» йыл һайын 4, 5 йәки 6 февралгә тап килә.

Ся календарын мантик маҡсаттарҙа ла, мәҫәлән, никах тантанаһын уҙғарыуҙың, учреждениеларҙы асыуҙың һ.б. иң уңайлы көнөн һайлауҙа, шәхсән «яҙмыш картаһын» (мин шу 命书) иҫәпләүҙә ҡулланалар.

Ҡытайҙа григориан календарын «стандарт» (公曆 gōnglì), «көнбайыш» (西曆 xīlì) йәғни "ҡояш" (日曆 rìlì) календары тип атайҙар. Григориан календары индерелгәндән һуң уны шулай уҡ - яңы, ә ай календарын иҫке тип исемләйҙәр.

Шан дәүере календары

үҙгәртергә

Шан дәүеренең (б.э.т. XVI—XI бб.) күҙаллау һөйәктәрендәге (цзягувэнь) боронғо яҙыуҙарҙа йыл 12 ай айҙан тора тип һүрәтләнә. Календарь шылмаһын өсөн һәм уны йыл миҙгелдәренә, ҡояш торошона бәйләү маҡсатында уға эмпирик рәүештә 13-сө һәм 14-се айҙар өҫтәлмәләр булып торған.

Шул ваҡытта уҡ йылдарҙы һәм көндәрҙе иҫәпләү маҡсатында алтмыш йыллыҡ цикл ҡулланылған. Был традиция буйынса йыл ҡышҡы ҡояш торошонан һуң беренсе яңы айҙан башланған.

Чжоу дәүере календары

үҙгәртергә

Чжоу дәүеренең (б.э.т. XI—III бб.) иртә яҙмалары, шул иҫәптән Чуньцю хроникаһы, йылды 12 ай айынан тора тип һүрәтләгән, йыл аҙағында эмпирик күҙлектән сығып, ун өсөнсө ай өҫтәлгән. Айҙарҙың оҙонлоғо алмашынып 29 һәм 30 көндән тора, ә ай аҙағында ҡайһы саҡта, айҙың башланыуын һәм күҙәтелгән яңы айҙы тап килтереү өсөн, йәнә бер көн өҫтәлгән.

Өҫтәмә көн һәм ай һайлауҙа башбаштаҡлыҡ элементы булғанға күрә, төрлө батшалыҡтарҙың календарҙары бер ни тиклем айырылған, әммә рәсми календарь булып Чжоу батшалығы календары иҫәпләнгән.

Йылдың башы бер айға артҡа шылдырылған, һәм ҡышҡы ҡояш торошона тиклемге яңы ай тулыу иҫәпләнгән. Әммә Чуньцю хроникаһына ярашлы, урыны менән (мәҫәлән Лу батшалығында) хатта б.э.т. VII быуатта, Шан дәүерендә һымаҡ, яңы йыл башланыуы ҡышҡы ҡояш торошонан һуң билдәләнгән һәм уның бер айға артҡа шылыуы б.э.т. 650 йылда булған тип фаразлайҙар.

Цинь дәүере календары

үҙгәртергә

Б.э.т. 221 йылда император Цинь Шихуанди Ҡытайҙы берләштергәс, берҙәм календарь урынлаштыра. Стихиялар өҫтөнлөгө нигеҙендә, йыл башы йәнә бер айға артҡа, ҡышҡы ҡояш торошо алдынан икенсе яңы айға (унынсы айҙың аҙағына) шылдырыла.

Цинь династияһы осоронда эклиптикалағы ҡояш торошо (йондоҙнамәнең 12 знагы аналогияһы), буйынса билдәләнгән 24 миҙгел ғәмәлгә индерелә, аҙаҡ улар ауыл хужалығы календарының нигеҙе була. Миҙгелдәр Ай хәрәкәтенә тура бәйләнмәгәндәр.

Хань календарҙары

үҙгәртергә
  • Тайчу

Конфуциан ғалимдарының, шул иҫәптән Сыма Цяндең, күп йыллыҡ эштәре һөҙөмтәһендә хәҙерге заман төрөнә яҡын булған Ҡытай календары Хань династияһы императоры У-ди указына ярашлы б.э.т. 104 йылда ҡабул ителә[2] Был календарь Тайчу (太初, Бөйөк Башланғыс) исемен ала, У-ди идара итеүенең яңы дәүере шул уҡ рәүештә аталған. Ошо календарға ярашлы йыл башы яҙ башына (Инь юлбарыҫ өсөнсө цикл знагына) күсерелгән, йылдың башланыуы ғинуар аҙағы — февраль башы яңы айға тура килгән, ә өҫтәмә ай айы ҡояш ай дауамында эклиптиканың ("йондоҙлоҡ билдәһенә", дөрөҫөрәге ике ауыл хужалығы миҙгеле) тейешле секторы сиктәренән сыҡмағанда индерелә, ай башы ҡояш менән айҙың уртаса хәрәкәте буйынса иҫәпләнә.

  • Саньтун ли 三统历

Лю Синь етәкселегендәге комиссия тарафынан Ван Мандың (б. э . т. 9 - 23 йылдарҙа) реформалары аҙымы булараҡ эшләнә. Астрономик принциптар менән бер рәттән нумерологик принциптарҙы ла файҙалана.

  • Хань ли

Көнсығыш Хань календары саньтун ли календарына төҙәтмәләр индерә. Беҙҙең эраның 85 йылында ҡабул ителә.

  • Цяньсян ли 乾象历

Лю Хун 刘洪 (яҡынса 135—210) тарафынан тәҡдим ителгән календарь реформаһы проекты: Хань 220 йылда Хань империяһы тарҡалғандан һуң барлыҡҡа килгән батшалыҡтарҙың береһе менән ҡабул ителгән.

Варианттар

үҙгәртергә

Башҡа көнсығыш календарҙары йә тулыһынса ҡытайҙыҡына тап килә (корей), йә күбеһенсә ҡытайҙыҡына оҡшаш, әммә бер ни тиклем айырмалары була (вьетнам календарында — йондоҙлоҡ циклда Ҡуян Бесәй менән алыштырылған; тибет календарында — зодиак буйынса хайуандарҙың исемдәре бер ни тиклем үҙгәртелгән; япон календарында — иҫәпләү принцибы үҙгәртелгән, шунлыҡтан башҡа календарҙар менән сағыштырғанда йылдарҙа айырмалыҡтар барлыҡҡа килә).

Ҡытай (ҡытай-уйғыр) календары элементтары монгол баҫып алыуҙары арҡаһында мосолман халыҡтары араһында таралыу ала. Айырым әйткәндә, монгол теленән төрөк (ғосман) һәм фарсы телдәренә тәржемә ителгән хайуан атамалары хронологик яҙмаларҙы, рәсми һәм тарихи документтарҙы алып барыу өсөн урта быуаттарҙан яңы тарихҡа тиклем фарсы һәм төрөк телдәре таралған территорияларҙа — Кесе Азиянан Һиндостанға ҡәҙәр ҡулланылған. Иранда ай календары менән крәҫтиәндәр һәм һалым йыйыусылар 1925 йылда тыйылыуына тиклем файҙаланған.

Ҡытай ауыл хужалығы календары

үҙгәртергә

Был календарь йылды Ҡояштың эклиптикалағы торошо буйынса 24 ауыл хужалығы сезонына бүлеүҙе билдәләй. Сезондар бер нисектә Айҙың хәрәкәтенә бәйләнмәгән.

Эклиптик
оҙонлоҡ
Тәржемә Ҡытай
атамаһы[3]
Япон
атамаһы
Корей
атамаһы
Вьетнам
атамаһы
Григориан календарында
яҡынса көнө[3]
315° Яҙ башы 立春
личунь
立春
риссюн
입춘 (立春)
ипчхун
Lập xuân
лэп сюан
4—5 февраль
330° Ямғыр һыуы 雨水
юйшуй
雨水
усуй
우수 (雨水)
усу
Vũ thủy
ву тхюи
19—20 февраль
345° Ҡарышлауыҡтар уяныу осоро 驚蟄 (惊蛰)
цзинчжэ
啓蟄
кэйтицу
경칩 (驚蟄)
кёнъчхип
Kinh trập
кинь чап
5—6 март
Яҙғы көн һәм төндөң тигеҙләнеүе 春分
чуньфэнь
春分
сюмбун
춘분 (春分)
чхунбун
Xuân phân
сюан фан
20—21 март
15° Асыҡ һәм яҡты 清明
цинмин
清明
сэймэй
청명 (清明)
чхёнъмён
Thanh minh
тхань минь
4—5 апрель
30° Икмәк ямғырҙары 穀雨 (谷雨)
гуюй
穀雨
коку:
곡우 (穀雨)
когу
Cốc vũ
кок ву
20—21 апрель
45° Йәй башы 立夏
лися
立夏
рикка
입하 (立夏)
ипха
Lập hạ
лап ха
5—6 май
60° Бәләкәй муллыҡ 小滿 (小满)
сяомань
小満
сё: ман
소만 (小滿)
соман
Tiểu mãn
тьеу ман
21—22 май
75° Икмәк башаҡланыуы 芒種 (芒种)
манчжун
芒種
бо: сю
망종 (芒種)
манъджон
Mang chủng
манг тюнг
5—6 июнь
90° Йәйге ҡояш торошо 夏至
сячжи
夏至
гэси
하지 (夏至)
haji
Hạ chí
ха ти
21—22 июнь
105° Бәләкәй селлә 小暑
сяошу
小暑
сё: сё
소서 (小暑)
сосо
Tiểu thử
тьеу тхы
7—8 июль
120° Ҙур селлә 大暑
дашу
大暑
тайсё
대서 (大暑)
дэсо
Đại thử
дай тхы
23—24 июль
135° Көҙ башы 立秋
лицю
立秋
риссю:
입추 (立秋)
ипхчху
Lập thu
лап тху
7—8 август
150° Селлә бөтөүе 處暑 (处暑)
чушу
処暑
сёсё
처서 (處暑)
чхосо
Xử thử
сьы тхы
23—24 август
165° Аҡ ысыҡтар 白露
байлу
白露
хакуро
백로 (白露)
пэкхро
Bạch lộ
бать ло
7—8 сентябрь
180° Көҙгө көн һәм төндөң тигеҙләнеүе 秋分
цюфэнь
秋分
сю: бун
추분 (秋分)
чхупун
Thu phân
тху фан
23—24 сентябрь
195° Һалҡын ысыҡтар 寒露
ханьлу
寒露
канро
한로 (寒露)
халло
Hàn lộ
хан ло
8—9 октябрь
210° Бәҫ яуыуы 霜降
шуанцзян
霜降
со: ко:
상강 (霜降)
санъган
Sương giáng
шыонг зянг
23—24 октябрь
225° Ҡыш башы 立冬
лидун
立冬
ритто:
입동 (立冬)
ипдон
Lập đông
лап донг
7—8 ноябрь
240° Бәләкәй ҡарҙар 小雪
сяосюэ
小雪
сё: сэцу
소설 (小雪)
сосоль
Tiểu tuyết
тьеу тует
22—23 ноябрь
255° Ҙур ҡарҙар 大雪
дасюэ
大雪
тайсэцу
대설 (大雪)
дэсоль
Đại tuyết
дай тует
7—8 декабря
270° Ҡышҡы ҡояш торошо 冬至
дунчжи
冬至
то: дзи
동지 (冬至)
тонъджи
Đông chí
донг ти
21—22 декабрь
285° Бәләкәй һыуыҡтар 小寒
сяохань
小寒
сё: кан
소한 (小寒)
сохан
Tiểu hàn
тьеу хан
5—6 ғинуар
300° Ҙур һыуыҡтар 大寒
дахань
大寒
дайкан
대한 (大寒)
дэхан
Đại hàn
дай хан
20—21 ғинуар

Ҡытай циклик календары

үҙгәртергә

Ҡытай циклик календары алтмыш йыллыҡ циклды ҡуллана, 10 йыллыҡ («күк олондары») һәм 12 йыллыҡ («ер ботаҡтары») циклдар комбинацияһынан тора.

Циклда йыл ике иероглиф менән билдәләнә: [күк олоно] һәм [ер ботағы]. Ҡайһы саҡта «ер ботағын» ғына күрһәтәләр.


Алтмыш йыллыҡ цикл (干支)
Григориан календары буйынса ҡытай календары йылдарының башланыуы[1][4]

Циклда йылдың иероглифтары
2-се \ 1-се
Күк олоно Ҡытай зодиагы тәүлек ваҡыты
ағас 木 mù ут 火 huŏ ер 土 tŭ металл 金 jīn һыу 水 shuĭ
甲 jiă 乙 yĭ 丙 bĭng 丁 dīng 戊 wù 己 jĭ 庚 gēng 辛 xīn 壬 rén 癸 guĭ
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10
Е
р

б
о
т
а
ҡ
т
а
р
ы

I 1
05.02.1924
02.02.1984
13
24.01.1936
19.02.1996
25
10.02.1948
07.02.2008
37
28.01.1960
25.01.2020
49
15.02.1972
11.02.2032
ҡомаҡ

shŭ
23…1

chŏu
II 2
24.01.1925
20.02.1985
14
11.02.1937
07.02.1997
26
29.01.1949
26.01.2009
38
15.02.1961
12.02.2021
50
03.02.1973
31.01.2033
үгеҙ

niú
1…3

yín
III 51
23.01.1974
19.02.2034
3
13.02.1926
09.02.1986
15
31.01.1938
28.01.1998
27
17.02.1950
14.02.2010
39
05.02.1962
01.02.2022
юлбарыҫ

3…5

măo
IV 52
11.02.1975
08.02.2035
4
02.02.1927
29.01.1987
16
19.02.1939
16.02.1999
28
06.02.1951
03.02.2011
40
25.01.1963
22.01.2023
ҡуян

5…7

chén
V 41
13.02.1964
10.02.2024
53
31.01.1976
28.01.2036
5
23.01.1928
17.02.1988
17
08.02.1940
05.02.2000
29
27.01.1952
23.01.2012
аждаһа

lóng
7…9

VI 42
02.02.1965
29.01.2025
54
18.02.1977
15.02.2037
6
10.02.1929
06.02.1989
18
27.01.1941
24.01.2001
30
14.02.1953
10.02.2013
йылан

shé
9…11

VII 31
03.02.1954
31.01.2014
43
21.01.1966
17.02.2026
55
07.02.1978
04.02.2038
7
30.01.1930
27.01.1990
19
15.02.1942
12.02.2002
йылҡы

11…13

wèi
VIII 32
24.01.1955
19.02.2015
44
09.02.1967
06.02.2027
56
28.01.1979
24.01.2039
8
17.02.1931
15.02.1991
20
05.02.1943
01.02.2003
һарыҡ

yáng
13…15

shēn
IX 21
25.01.1944
22.01.2004
33
12.02.1956
08.02.2016
45
30.01.1968
26.01.2028
57
16.02.1980
12.02.2040
9
06.02.1932
04.02.1992
маймыл

hóu
15…17

yŏu
X 22
13.02.1945
09.02.2005
34
31.01.1957
28.01.2017
46
17.02.1969
13.02.2029
58
05.02.1981
01.02.2041
10
26.01.1933
23.01.1993
әтәс

17…19

XI 11
14.02.1934
10.02.1994
23
02.02.1946
29.01.2006
35
18.02.1958
16.02.2018
47
06.02.1970
03.02.2030
59
25.01.1982
22.01.2042
эт

gŏu
19…21

hài
XII 12
04.02.1935
31.01.1995
24
22.01.1947
18.02.2007
36
08.02.1959
05.02.2019
48
27.01.1971
23.01.2031
60
13.02.1983
10.02.2043
сусҡа

zhū
21…23
Соответ-
ствия:
фирүзә, йәшел ҡыҙыл һары аҡ ҡара, күк —төҫ
Юпитер Марс Сатурн Сулпан Меркурий —планета
яҙ йәй йәй аҙағы көҙ ҡыш —йыл миҙгеле
көнсығыш көньяҡ урта көнбайыш төньяҡ —сторона света

Григориан календары йылы буйынса циклдың номерын иҫәпләп сығарыу

үҙгәртергә
  • Хәҙерге заман ысулы:[5]
2006 年 − 3 = 60 × 33 + 23; 2006 ≈ 34-се цикл, 23-сө йыл
  • Традицион ысул:[5]
2006 年 + 2397 = 60 × 73 + 23; 2006 ≈ 74-се цикл, 23-сө йыл
  • Бик боронғо ысул:[5]
2006 年 + 2697 = 60 × 78 + 23; 2006 ≈ 79-сы цикл, 23-сө йыл
  • Тағы бер ысул:[6]
2006 年 + 2637 = 60 × 77 + 23; 2006 ≈ 78-се цикл, 23-сө йыл

Йылдарҙы (1888…2067) һәм ботаҡтарҙы тап килтереү буйынса ябайлаштырылған таблица

үҙгәртергә
Ағас (фирүзә, йәшел) Ут (ҡыҙыл) Ер (һары) Металл (аҡ) Һыу (ҡара, күк)
ҡомаҡ 1924, 1984, 2044 1936, 1996, 2056 1888, 1948, 2008 1900, 1960, 2020 1912, 1972, 2032
үгеҙ 1925, 1985, 2045 1937, 1997, 2057 1889, 1949, 2009 1901, 1961, 2021 1913, 1973, 2033
юлбарыҫ 1914, 1974, 2034 1926, 1986, 2046 1938, 1998, 2058 1890, 1950, 2010 1902, 1962, 2022
ҡуян 1915, 1975, 2035 1927, 1987, 2047 1939, 1999, 2059 1891, 1951, 2011 1903, 1963, 2023
аждаһа 1904, 1964, 2024 1916, 1976, 2036 1928, 1988, 2048 1940, 2000, 2060 1892, 1952, 2012
йылан 1905, 1965, 2025 1917, 1977, 2037 1929, 1989, 2049 1941, 2001, 2061 1893, 1953, 2013
йылҡы 1894, 1954, 2014 1906, 1966, 2026 1918, 1978, 2038 1930, 1990, 2050 1942, 2002, 2062
һарыҡ 1895, 1955, 2015 1907, 1967, 2027 1919, 1979, 2039 1931, 1991, 2051 1943, 2003, 2063
маймыл 1944, 2004, 2064 1896, 1956, 2016 1908, 1968, 2028 1920, 1980, 2040 1932, 1992, 2052
әтәс 1945, 2005, 2065 1897, 1957, 2017 1909, 1969, 2029 1921, 1981, 2041 1933, 1993, 2053
эт 1934, 1994, 2054 1946, 2006, 2066 1898, 1958, 2018 1910, 1970, 2030 1922, 1982, 2042
сусҡа 1935, 1995, 2055 1947, 2007, 2067 1899, 1959, 2019 1911, 1971, 2031 1923, 1983, 2043

60 йыллыҡ циклды беҙҙең эра быуаттарына күсереүҙең хронологик таблицаһы

үҙгәртергә
Быуат Циклдың
тәүге
йылы
Быуат Циклдың
тәүге
йылы
Быуат Циклдың
тәүге
йылы
Быуат Циклдың
тәүге
йылы
I 04
64
VIII 724
784
XV 1444 XXII 2104
2164
II 124
184
IX 844 XVI 1504
1564
XXIII 2224
2284
III 244 X 904
964
XVII 1624
1684
XXIV 2344
IV 304
364
XI 1024
1084
XVIII 1744 XXV 2404
2464
V 424
484
XII 1144 XIX 1804
1864
XXVI 2524
2584
VI 544 XIII 1204
1264
XX 1924
1984
VII 604
664
XIV 1324
1384
XXI 2044

Ай календары буйынса дөрөҫ даталар

үҙгәртергә

(Даталар КК.АА.ЙЙ форматында бирелгән, йылдың тәүге 2 цифрҙары күрһәтелмәгән)[4]

Йылдың тәүге ике цифрҙары: 19

үҙгәртергә
31.01.00 19.02.01 08.02.02 29.01.03 16.02.04 04.02.05 25.01.06 13.02.07 02.02.08 22.01.09
10.02.10 30.01.11 18.02.12 06.02.13 26.01.14 14.02.15 03.02.16 23.01.17 11.02.18 01.02.19
20.02.20 08.02.21 28.01.22 16.02.23 05.02.24 24.01.25 13.02.26 02.02.27 23.01.28 10.02.29
30.01.30 17.02.31 06.02.32 26.01.33 14.02.34 04.02.35 24.01.36 11.02.37 31.01.38 19.02.39
08.02.40 27.01.41 15.02.42 05.02.43 25.01.44 13.02.45 02.02.46 22.01.47 10.02.48 29.01.49
17.02.50 06.02.51 27.01.52 14.02.53 03.02.54 24.01.55 12.02.56 31.01.57 18.02.58 08.02.59
28.01.60 15.02.61 05.02.62 25.01.63 13.02.64 02.02.65 21.01.66 09.02.67 30.01.68 17.02.69
06.02.70 27.01.71 15.02.72 03.02.73 23.01.74 11.02.75 31.01.76 18.02.77 07.02.78 28.01.79
16.02.80 05.02.81 25.01.82 13.02.83 02.02.84 20.02.85 09.02.86 29.01.87 17.02.88 06.02.89
27.01.90 15.02.91 04.02.92 23.01.93 10.02.94 31.01.95 19.02.96 07.02.97 28.01.98 16.02.99

Йылдың тәүге ике цифрҙары: 20

үҙгәртергә
05.02.00 24.01.01 12.02.02 01.02.03 22.01.04 09.02.05 29.01.06 18.02.07 07.02.08 26.01.09
14.02.10 03.02.11 23.01.12 10.02.13 31.01.14 19.02.15 08.02.16 28.01.17 16.02.18 05.02.19
25.01.20 12.02.21 01.02.22 22.01.23 10.02.24 29.01.25 17.02.26 06.02.27 26.01.28 13.02.29
03.02.30 23.01.31 11.02.32 31.01.33 19.02.34 08.02.35 28.01.36 15.02.37 04.02.38 24.01.39
12.02.40 01.02.41 22.01.42 10.02.43 30.01.44 17.02.45 06.02.46 26.01.47 14.02.48 02.02.49
23.01.50 11.02.51 01.02.52 19.02.53 08.02.54 28.01.55 15.02.56 04.02.57 24.01.58 12.02.59
02.02.60 21.01.61 09.02.62 29.01.63 17.02.64 05.02.65 26.01.66 14.02.67 03.02.68 23.01.69
11.02.70 31.01.71 19.02.72 07.02.73 27.01.74 15.02.75 05.02.76 24.01.77 12.02.78 02.02.79
22.01.80 09.02.81 29.01.82 17.02.83 06.02.84 26.01.85 14.02.86 03.02.87 24.01.88 10.02.89
30.01.90 18.02.91 07.02.92 27.01.93 15.02.94 05.02.95 25.01.96 12.02.97 01.02.98 21.01.99

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 The Mathematics of the Chinese Calendar. (инг.)
  2. Сыма Цянь, Исторические записки, перевод Р. В. Вяткина, т.2 гл. 12, стр. 282.
  3. 3,0 3,1 Климишин И. А. Календарь и хронология. — Изд. 3. — М.: Наука, 1990. — С. 201. — 478 с. — 105 000 экз. — ISBN 5-02-014354-5..
  4. 4,0 4,1 New year on the Chinese calendar year of 1645—2644. (инг.)
  5. 5,0 5,1 5,2 Климишин И. А. Календарь и хронология. — Изд. 3. — М.: Наука, 1990. — С. 196—197. — 478 с. — 105 000 экз. — ISBN 5-02-014354-5..
  6. Володомонов Н. В. Календарь: прошлое, настоящее, будущее. — Изд. 2. — М.: Наука, 1987. — С. 15. — 80 с. — 310  000 экз.
  • Воробьёв А. Н. Традиционный китайский календарь: Ежегодник, 2002 год /Авт. ст. и пер. с кит. А. Н. Воробьёв; Отв. ред. М. Л. Титаренко.- М.: Изд. дом «Восток», 2001.- 102 с.: ил., схемы, вкладыш.
  • Крюков М. В. К проблеме циклических знаков в древнем Китае // Древние системы письма. Этническая семиотика. М., 1986.

Һылтанмалар

үҙгәртергә