Ҡаһарманов Рәшит Рәжәп улы
Ҡаһарманов Рәшит Рәжәп улы — Рәсәй Федерацияһының «атҡаҙанған нефть һәм газ ятҡылыҡтарын табыусы һәм почетлы белгесе»
Ҡаһарманов Рәшит Рәжәп улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 22 август 1955 (69 йәш) |
Тыуған урыны | Ғәлиәкбәр, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | Нефтсе (стадион, Ишембай) |
Биография
үҙгәртергәРәшит Рәжәп улы Ҡаһарманов (22 август 1955 йыл) — Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған.
Ауылдағы 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас , 9 — 10 синыфтарҙы Иҫке Собханғол урта мәктәбендә дауам итә.
Әрме сафында уңышлы хеҙмәт иткәндән һуң, 1976 йылда Өфө нефть техник институтына уҡырға инә, уны 1981 йылда уңышлы тамамлай һәм Удмурт Республикаһына нефть ятҡылыҡтарын эҙләүсе предприятиеға эшкә ебәрелә. 1986 йылда киләсәге уңышлы нефть Себер компанияһына ебәрелә. 1986—2007 йылдар дәүерендә ул ябай инженер вазифаһын «Себер» нефть компанияһының баш инженеры, уның генераль директорының беренсе ярҙамсыһы дәүеренә тиклем күтәрелә[1].
Рәшит Рәжәп улы Ҡаһарманов — 30-ға яҡын фәнни хеҙмәт һәм уйлап табыу авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһының «атҡаҙанған нефть һәм газ ятҡылыҡтарын табыусы һәм почетлы белгесе».
- Ямалоненецк автономиялы өлкәһенең «атҡаҙанған нефтсеһе һәм белгесе»
Ғаиләһе
үҙгәртергәРәшит Рәжәп улы Ғафури районы Һабай ауылы ҡыҙы Фәриҙә менән ғаилә ҡороп 2 ул тәрбиәлап үҫтерәләр.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОБЩЕСТВО С ОГРАНИЧЕННОЙ ОТВЕТСТВЕННОСТЬЮ «ПУРПЕЙСКОЕ БУРОВОЕ ПРЕДПРИЯТИЕ»(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергәКагарманов Рашит Ражапович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 252. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.