Шайбалы хоккей буйынса Канада йыйылма командаһы
Шайбалы хоккей буйынса Канада йыйылма командаһы — шайбалы хоккей буйынса халыҡ-ара турнирҙарҙа Канада исеменән сығыш яһаусы милли команда. Канада хоккей федерацияһы тарафынан идара ителә. Йыйылма команда 1920 йылдан алып Халыҡ-ара хоккей федерацияһы ағзаһы булып тора. Һуңғы йылдарҙа тулыһынса Милли хоккей лигаһы нан комплектлана. «Канада командаһы» тип 1972 йылдағы СССР — Канада суперсерияһынан һуң атала башлай һәм артабан йыш ҡулланыла.
Шайбалы хоккей буйынса Канада йыйылма командаһы | |
---|---|
Ҡушаматы | Саған япраҡтары англ. Maple Leafs фр. Feuilles d'Errables |
Федерация | Канада хоккей федерацияһы |
Халыҡ-ара хоккей федерацияһы коды | CAN |
Ил | Канада |
Команданың төҫтәре | |
Форма | |
Баш тренер | Андре Туриньи |
Капитан | Тайлер Тоффоли (ЧМ-2023) |
Иң күп уйын иҫәбе |
Брэд Шлегел (304) |
Иң яҡшы бомбардир (гол+пас) |
Клифф Роннинг (156) |
Рейтинг ИИХФ | Халыҡ-ара хоккей федерацияһы рейтингы (ағымдағы) |
1 (макс.) | |
5 (мин.) | |
Беренсе уйын Канада 8:1 Швейцария (Лез Аван, Швейцария; 10 ғинуар 1910) | |
Иң ҙур еңеү Канада 47:0 Дания (Стокгольм, Швеция; 12 февраль 1949) | |
Иң ҙур еңелеү СССР 11:1 Канада (Вена, Австрия; 24 апрель 1977) | |
Олимпия уйындары | |
Ҡатнашыу | 22 (Беренсе уйын: 1920) |
Уңыштары | (1920, 1924, 1928, 1932, 1948, 1952, 2002, 2010, 2014) (1936, 1960, 1992, 1994) (1956, 1968, 2018) |
Донъя чемпионаты | |
Ҡатнашыу | 72 (Беренсе 1920) |
Уңыштары | (1920, 1924, 1928, 1930, 1931, 1932, 1934, 1935, 1937, 1938, 1939, 1948, 1950, 1951, 1952, 1955, 1958, 1959, 1961, 1994, 1997, 2003, 2004, 2007, 2015, 2016, 2021, 2023) (1933, 1936, 1949, 1954, 1960, 1962, 1985, 1989, 1991, 1996, 2005, 2008, 2009, 2017, 2019, 2022) (1956, 1966, 1967, 1968, 1978, 1982, 1983, 1986, 1995) |
Хоккей барлыҡҡа килгән ил командаһы булараҡ, Канада йыйылма командаһы халыҡ-ара сәхнәлә иң көслө командаларҙың береһе тип һанала, 2018 йылда Халыҡ-ара хоккей федерацияһы рейтингында беренсе урында тора[1]. 1972 йылда СССР-Канада суперсерияһында, Канаданың 5 кубогының дүртәүһендә, Олимпия уйындарының туғыҙында һәм 28 донъя чемпионатында еңә. 16 тапҡыр Шпенглер кубогын һәм ике тапҡыр (2004 һәм 2016 йылдарҙа) Донъя кубогын яулай. Рәсәй, Швеция, Финляндия, Чехия һәм АҠШ йыйылма командалары менән бер рәттән иң көслө командаларҙың береһе булып тора.
Тарихы
үҙгәртергә1920 йылдан 1963 йылға тиклем Канада йыйылма командаһын һәүәҫкәр клубтарҙың береһе, йышыраҡ Аллан Кубогын яулаусы йәки финалисы тәшкил итә. 1962 йылда Дэвид Бауэр Канада һәүәҫкәр хоккей ассоциацияһына бөтә Канада һәүәҫкәрҙәренән торған йыйылма хоккей командаһы йыйырға тәҡдим итә. Тәҡдим ҡабул ителә, һәм Британ Колумбияһы университеты команданың базаһына әйләнә. Яңы команданың беренсе ҙур турниры 1964 йылғы Олимпиада була, унда Канада дүртенсе урынды биләй. 1964 йылдан Канада йыйылма командаһы донъя чемпионатының 5 тапҡыр еңә һәм 2 Олимпия уйындары миҙалы яулай.
СССР халыҡ-ара хоккей аренаһына килгәнгә тиклем Канада тулыһынса халыҡ-ара хоккейҙа өҫтөнлөк итә. 1954 йылға тиклем Канада командаһы донъя чемпионатының 18 алтын миҙалының 15-ен яулай.
Әммә 1954 йылдан һуң канадалылар СССР командаһынан, шулай уҡ Чехословакия һәм Швеция йыйылма командаларынан йыш еңелә башлай.
1977 йылға тиклем профессиональ уйынсыларға Халыҡ-ара хоккей федерацияһы турнирҙарында ҡатнашыу тыйыла. СССР, Чехословакия һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙең хоккейсылары һәүәҫкәр тип һанал, әммә спорт уларҙың берҙән-бер шөғөлө була. Бындай хәл Канада хоккей федерацияһын оҡшамай һәм 1970 йылда ИИФХ составынан сыға. 1977 йылда, ИИФХ башлығы Гюнтер Сабецки һәм Канада һәм АҠШ хоккейсылары араһында һөйләшеүҙәрҙән һуң, профессионалдарға халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашырға рөхсәт ителә, ә Канада кире инә. Шуға ҡарамаҫтан, Канада йыйылма командаһы бер тапҡыр ҙа донъя чемпионатына көслө состав йыя алмай, сөнки донъя чемпионаты Стэнли Кубогының плей-офф уйындары менән бер үк ваҡытта үткәрелә.
Донъяның иң көслө хоккейсылары ҡатнашлығындағы биш Олимпиаданың өсәүһендә — 2002, 2010, 2014 йылдарҙа Канада командаһы алтын яулай.
- Беркетелгән номерҙар
Уңыштары
үҙгәртергәОлимпия уйындары
үҙгәртергәШулай уҡ 1920 һәм 1968 йылдар араһында хоккей буйынса Олимпия турнирҙары донъя чемпионаттары тип һанала[2].
Йыл | Үткәрелеү урыны | Һөҙөмтә |
---|---|---|
1920 | Антверпен, Бельгия | Алтын |
1924 | Шамони, Франция | Алтын |
1928 | Санкт-Мориц, Швейцария | Алтын |
1932 | Лейк-Плэсид, АҠШ | Алтын |
1936 | Гармиш-Партенкирхен, Германия | Көмөш |
1940 һәм 1944 йылдарҙа Олимпиада Икенсе донъя һуғышы арҡаһында үткәрелмәй. | ||
1948 | Санкт-Мориц, Швейцария | Алтын |
1952 | Осло, Норвегия | Алтын |
1956 | Кортина д'Ампеццо, Италия | Бронза |
1960 | Скво-Вэлли, АҠШ | Көмөш |
1964 | Инсбрук, Австрия | 4-се урын |
1968 | Гренобль, Франция | Бронза |
1972 һәм 1976 йылдарҙа Олимпиадала ҡатнашмай. | ||
1980 | Лейк-Плэсид, АҠШ | 6-сы урын |
1984 | Сараево, Югославия | 4-се урын |
1988 | Калгари, Канада | 4-се урын |
1992 | Альбервиль, Франция | Көмөш |
1994 | Лиллехаммер, Норвегия | Көмөш |
1998 | Нагано, Япония | 4-е место |
2002 | Солт-Лейк-Сити, АҠШ | Алтын |
2006 | Турин, Италия | 7-се урын |
2010 | Ванкувер, Канада | Алтын |
2014 | Сочи, Рәсәй | Алтын |
2018 | Пхёнчхан, Корея Республикаһы | Бронза |
2022 | Пекин, Ҡытай | 6-сы урын |
Донъя чемпионаттары
үҙгәртергә1920 һәм 1968 йылдар араһында хоккей буйынса Олимпия турнирҙары донъя чемпионаттары тип һанала[2], шулай итеп, хоккей буйынса 1920 йылғы Олимпия уйындарында хоккей буйынса беренсе донъя чемпионаты һанала. Донъя чемпионаты 1980, 1984 һәм 1988 йылдарҙа ҡышҡы Олимпия уйындары һәм 2020 йылда коронавирус пандемияһы арҡаһында үткәрелмәй.[2].
СССР йыйылма команда менән суперсериялар
үҙгәртергәКанада Кубогы
үҙгәртергәДонъя Кубогы
үҙгәртергәШпенглер кубогы
үҙгәртергәШпенглер кубогында Канада йыйылма командаһы Европа клубтары командаларына ҡаршы көс һынаша Башта был турнирҙа Канада исеменән даими милли йыйылма команда сығыш яһай, әммә һуңыраҡ Европа лигаларында йәки Америка хоккей лигаһында сығыш яһаусы канадалыларҙан тора. Бөтәһе Канада йыйылма командаһы Шпенглер кубогын 16 тапҡыр яулай.
Һөҙөмтә | Йыл |
---|---|
Еңеү | 1984, 1986, 1987, 1992, 1995, 1996, 1997, 1998, 2002, 2003, 2007, 2012, 2015, 2016, 2017, 2019 |
2-се урын | 1985, 1988, 1990, 2000, 2001, 2005, 2006, 2008, 2010, 2018 |
3-сө урын | 1989, 1991, 1994, 1999, 2004, 2009 |
Тренерҙар
үҙгәртергә
Олимпия уйындары
Суперсериялар
Канада Кубогы
Донъя Кубогы
|
Донъя чемпионаттары
|
Формаһы
үҙгәртергә-
Олимпия уйындары-1994
-
Олимпия уйындары-1998
-
2008-2014
-
Олимпия уйындары-2014
-
Донъя чемпионаты-2015
-
Донъя Кубогы-2016
-
Олимпия уйындары-2018
-
Олимпия уйындары-2022
-
Донъя чемпионаты-2022
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 2016 Men’s World Ranking . Дата обращения: 17 июль 2016. Архивировано 23 сентябрь 2018 года.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Hockey Canada-Чемпионат мира IIHF . Дата обращения: 2 сентябрь 2008. Архивировано 19 август 2007 года.
- ↑ ВХА не имела юридического права представлять сборную Канады
Һылтанмалар
үҙгәртергәШайбалы хоккей буйынса Канада йыйылма командаһы Викимилектә | |
Шайбалы хоккей буйынса Канада йыйылма командаһы Викияңылыҡтарҙа |
- Мельцер, Билл NHL.com статья, посвящённая победе Канады на ЧМ 2007(недоступная ссылка). Проверено 2008-09-02.
- Официальный сайт