Һанновер

(Ганновер битенән йүнәлтелде)

Һанновер (нем.Hannover [haˈnoːfɐ]) — Германия Федератив Республикаһында Түбәнге Саксония еренең административ үҙәге. Ганновер – Түбәнге Саксонияла иң ҙур ҡала.

Һанновер
нем. Hannover
БайраҡГерб
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы Hannover
Ҡыҫҡаса атамаһы Han[1]
Архивы хранятся в Municipal Archive Hannover[d]
Этнохороним Hannoveraner, Hannoveranerin, Hannoveranerinnen, hannoverià, hannoveriana, hannoverians һәм hannoverianes
Дәүләт  Германия[2]
Административ үҙәге Түбәнге Саксония, княжество Каленберг[d], Брауншвейг-Люнебург[d], Королевство Ганновер[d], Ганновер[d] һәм Ганновер[d]
Административ-территориаль берәмек Ганновер[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Лайне[d], Име[d], Maschsee[d] һәм Среднегерманский канал[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Ганновер[d]
Геомәғлүмәттәр Data:Hannover.map
Хөкүмәт башлығы Онай, Белит[d][3]
Ойошма ағзаһы Climate Alliance[d][4], Мэры за мир[d][5], Niedersächsischer Städtetag[d][6], Creative Cities Network[d][7] һәм International Cities of Refuge Network[d][8]
Халыҡ һаны 548 186 кеше (31 декабрь 2023)[9]
Административ рәүештә бүленә Митте[d], Vahrenwald-List[d], Bothfeld-Vahrenheide[d], Buchholz-Kleefeld[d], Misburg-Anderten[d], Кирхроде-Бемероде-Вюльфероде[d], Зюдштат-Бульт[d], Döhren-Wülfel[d], Ricklingen[d], Linden-Limmer[d], Ahlem-Badenstedt-Davenstedt[d], Херренхаузен[d] һәм Nord[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 55 метр
Туғандаш ҡала Перпиньян[d][10], Бристоль[d][10], Хиросима[d][10], Лейпциг[10][11][12], Познань[d][10], Руан[d][10], Блантайр[d][10], Канзас-Сити[d][13], Монреаль, Ла-Пас[d] һәм Ньюкасл-апон-Тайн[d][14]
Сиктәш Герден[d], Ронненберг[d], Гарбсен[d], Лангенхаген, Изернхаген[d], Лерте[d], Зенде[d], Латцен[d], Хемминген[d], Зельце[d], Devese[d] һәм Hemmingen-Westerfeld[d]
Туристический центр Hannover Marketing und Tourismus[d]
Майҙан 204,15 км² (1 ғинуар 2021)[15]
Почта индексы 30159–30659
Рәсми сайт hannover.de
Урынлашыу картаһы
Коллаж
Изображение знака с названием места или объекта
Классификация климата Кёппена морской климат[d]
Һәйкәлдәр исемлеге list of cultural heritage monuments in Hanover[d] һәм Q50841704?
Тема иҡтисады economy of Hanover[d]
Вид с воздуха
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1150
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 28 981 һәм 35 873
Урындағы телефон коды 511
Номер тамғаһы коды H
Категория для почётных граждан субъекта Категория:Почётные граждане Ганновера[d]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Ганновере[d]
Карта
 Һанновер Викимилектә

Дөйөм мәғлүмәттәр

үҙгәртергә
  • Лайне йылғаһында һәм Урта герман каналындағы порт
  • Халыҡ-ара аэропорт
  • Йыл һайын сәнәғәт йәрминкәләре үтә, уларҙың иң ҙуры - Hannover Messe һәм CeBIT

Төньяҡ диңгеҙгә тиклем алыҫлыҡ 160 км тәшкил итә, Балтик диңгеҙенә — 200 километр. Һанновер Люнебург буш ерҙәренең һәм таулы Везербергланд ялғауында ята. Иң юғары нөктәһе: Кронсберг тауы — 118 м.

Күп йыллыҡ уртаса йыллыҡ температура — 8,7 °C, яуым-төшөм 644 мм.

34,1 % майҙанды ҡаланың биналары биләй, 15,5 проценты — коммуникациялар, юлдар, 11,4 проценты — урмандар, 14,7 % — башҡа ултыртылған йәшеллектәр, 15,8 % — баҡсалар һәм ауыл хужалығы ерҙәре тәшкил итә.

Һанноверҙың 2015 йылдың 31 декабренә ҡарата халҡы 532 163 кеше тәшкил итә[16]

Йылдар менән Һанноверҙың халыҡ һаны[16]
25.05.1987 31.12.1995 31.12.2001 09.05.2011 31.12.2014 31.12.2015
494 864 523 147 415 516 416 506 642 523 532 163
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C {{{Янв_а_макс}}} 18,3 24,4 29,7 32,2 33,9 35,8 38,0 33,0 26,7 20,6 16,3 38,0
Уртаса максимум, °C {{{Янв_ср_макс}}} 4,9 8,9 14,0 18,6 21,0 23,6 23,3 18,9 13,7 8,1 4,5 13,6
Уртаса температура, °C {{{Янв_ср}}} 1,9 5,0 8,9 13,4 16,0 18,4 17,9 14,1 9,9 5,5 2,3 9,6
Уртаса минимум, °C {{{Янв_ср_мин}}} −1,1 1,4 3,9 7,9 10,9 13,3 13,0 10,0 6,5 2,9 −0,1 5,6
Абсолют минимум, °C {{{Янв_а_мин}}} −24,3 −18,3 −7,4 −3,2 0,3 3,3 3,3 −1,3 −7,9 −17,1 −20,9 −24,8
Сығанаҡ: Погода и Климат

1150 — Һанновер тураһында беренсе тапҡыр телгә алына. Вельф герцогы Генрих Лев (1139—1195) Лайне йылғаһының һул ярына Лауенроде замогын төҙөй.

1241 — ҡалаға Магдебург хоҡуғы бирелә.

1256 — ҡала советы Изге Руз госпитален ойоштора.

1526 — тәүге тапҡыр һыраның популяр сорты ҡайнатыла.

1533 — Реформация. Католик сиркәү советы Хильдесхаймға ҡаса. Ҡала халҡы XIX быуат уртаһына тиклем лютеранлы булып ҡала.

1626 — Һанновер халҡының өстән бер өлөшө чума ҡорбаны була.

1636 — герцог Георг фон Каленберг Һанноверҙы үҙенең резиденцияһы сифатында һайлай, оборона ҡоролмаларының яңы комплексын төҙөй.

Герцог Йоһанн Фридрих (1665—1679) Лейбницҡа Херренхаузенда баҡсаға нигеҙ һалырға ҡуша (1676) һәм үҙе ойошторған китапхана менән етәкселек итеүҙе йөкмәтә.

Йоһанн Фридрихтың вариҫы Эрнст-Август (1679—1698) Изге Рим империяһының курфюрст титулын ала. Һанновер Брауншвейг-Люнебург герцоглығының баш ҡалаһы була.

1701 йыл — кенәз ҡыҙы Софи (Kurfürstin Sofie) Бөйөк Британияның тәхет вариҫы иғлан ителә.

1714 йыл — курфюрст Георг-Людвиг (1698—1727 йылдарҙа) Георг Беренсе исеме аҫтында Бөйөк Британияның короле тип иғлан ителә. Бөйөк Британия менән шәхси уния урынлаштырыла, ул 1837 йылға тиклем була.

1732 йыл — «Wöchentliche hannoversche Intelligenz-Zettel» — Һанноверҙа тәүге гәзит сығарыла.

1788 йыл — Мәғрифәтселек дәүере яҙыусыһы А. фон Книггестың «Об обращении с людьми» («Über den Umgang mit Menschen») китабы сыға.

1790 йыл — һауала осоусы Бланшар (Blanchard) һауа шарында осоп күрһәткәне өсөн магистраттан ҡаланың почетлы гражданы исемен ала.

1803 йыл — Һанноверҙың француз ғәскәрҙәре тарафынан ун йыллыҡ оккупацияһы башлана. Күпмелер ваҡыт ҡала Вестфалия короллеге составына инә, унда Наполеондыың ир туғаны Жером Бонапарт хакимлыҡ итә.

1719 йылда Бремен һәм Верден герцоглыҡтары, 1803 йылдаОснабрюк, 18141815 йылдарҙа — Көнсығыш Фрисландия, Хильдесхайм, Линген, Меппен берләштерелә. 1814 йылда Вена конгресы ҡарары буйынса һәм Эрнст Мюнстр тырышлығы ярҙамында (Ганновер эштәре менән 1815—1831 йылдарҙа идара итеүсе), Һанновер короллек статусын ала һәм Германия союзына инә.

1826 йыл — континенталь Европала тәүге тапҡыр урамдар яҡтылыҡ бирә торған газ ярҙамында яҡтыртыла

1828 йылГётеның «Страдания юного Вертера» романындағы Лоттаның прототибы Шарлотта Кестнер вафат була.

1837 йылда Һанновер тәхетенә Камберленд герцогы Эрнст Август ултыра ( 1837 йыл1851 йылдарҙа хакимлыҡ иткән) — йөҙҙән ашыу йыл эсендә беренсе тапҡыр Бөйөк Британия короле булмаған һәм даими рәүештә Германияла йәшәгән Һанновер хакимы.

1843 йыл — Һанновер һәм Лерте араһында беренсе тимер юлы бәйләнеше. Һанноверҙа төп тимер юл вокзалы — туранан-тура схема буйынса планлаштырылған Германияла беренсе вокзал.

1851 йыл —«Victoria regia» рауза сорты Херренхаузен баҡсаһында беренсе тапҡыр сәскә ата.

1866 йылПруссия Һанноверҙан короллекте тартып ала. Ҡала пруссия провинцияһы Һанноверҙың баш ҡалаһы була. Король Георг V илде ташлап китә.

1887 йыл — Эмиль Берлинер тарафынан граммофон уйлап табыла.

1902 йыл — донъяла беренсе тапҡыр үҙйөрөшлө пожар экипажын эксплуатациялау башлана.

1905 йыл — Германияла «Бальзен» фирмаһының кондитер фабрикаһында беренсе конвейеры сафҡа индерелә.

1916 йылРейн — Һанновер участкаһында урта герман судоходство өсөн каналды эксплуатациялау башлана.

1924 йыл — «Hanomag» фирмаһы әҙ һыйҙырышлы «Коммисброт» автомобилдәре сериялы сығарыла башлай. Һанновер ҡалаһында радиотапшырыуҙар башлана.

1928 йыл — Урта герман судоходство каналында Гинденбург исемендәге шлюз сафҡа индерелә.

1933 йыл — власҡа Национал-социалистар килә. Коммунистарҙы һәм социалистарҙы эҙәрлекләү һәм үлтереү башлана. Бойондороҡһоҙ матбуғат тыйыла. Теодор Лессинг һөргөндә үлтерелә.

1939 йыл — яҡынса 60 мең әсир ҡала предприятиеларында мәжбүри хеҙмәт менән шөғөлләнә.

1943 йыл — Һанновер биҫтәһендә: Алеман Лиммерҙа, Мисбургта һәм Штокенда концлагерҙар төҙөлә

1944 йыл — Лангенхагенда концлагерь төҙөлә.

1945 йыл — Зеельхорст зыяратында 154 кешене күпләп атыу.

1940 йылдан башлап союздаш авиация Һанноверға 88 хәрби осош яһай, һөҙөмтәлә ҡала 90 процентҡа емерелә, 6 меңгә яҡын кеше һәләк була, вермахт хәби хеҙмәткәрҙәре араһында юғалтыуҙар Һанноверҙан 10 мең кеше тәшкил итә.

1946 йыл — Һанновер британ оккупацияһы зонаһында урынлаша һәм яңы барлыҡҡа килгән Түбәнге Саксония еренең баш ҡалаһы була.

1946 йыл — «Һанновер мөғжизәһе» — емерек ҡаланы тергеҙеүҙең новаторлы концепцияһы ойошторола. Концепцияның артабанғы үҫеше «Автомобиль өсөн ҡала».

1947 йыл — беренсе Hannover Messe даими халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәгә нигеҙ һалына, ул ҡала өсөн иҡтисади эшмәкәрлектең яңы мөмкинлектәрен аса.

1952 йыл — граждандар авиацияһы өсөн Һанновер-Лангенхаген (HAJ) аэропорты асыла.

1961 йыл — емерелеп бөткән ҡала үҙәген тергеҙеүҙе тамамлау тураһында рәсми рәүештә иғлан ителә.

1965 йыл —ер аҫты тиҙ йөрөшлө трамвай линияһының беренсе линияһы төҙөлә башлай.

1974 йыл — Һанноверҙа футбол буйынса донъя чемпионаты үтә.

1986 йылIndustriemesse ойошмаһынан CeBIT формаль рәүештә бүленә

1988 йыл — Һанноверҙа футбол буйынса Европа чемпионаты үтә.

 
Төньяҡ немец Ер банкыһының яңы бинаһы (Landesbank Nord Norddeutsche/LB)

2000 — ЭКСПО 2000 — бөтә донъя күргәҙмәһе үткәрелә— һәм бының менән бәйле ҡаланың бөтә инфраструктураһы яңыртыла. Һанноверҙы күргәҙмә үткәреү урыны итеп һайлауҙа, Германияның, буласаҡ федераль канцлеры Герхард Шрёдер (ул саҡта Түбәнге Саксония еренең премьер-министры) булышлыҡ итә, ул әле лә Һанноверҙа йәшәй. 2005 йылда Һанноверҙа уның канцлер вазифаһы менән хушлашыу тантанаһы үтә.

2001 йыл — Һанновер ҡалаһында хоккей буйынса донъя чемпионаты, шул иҫәптән финал үтә.

2006 йыл — реконструкцияланған стадионда көнэлгәре уйындар һәм футбол буйынса донъя чемпионатының һигеҙҙән бер финалы үтә.

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
 
Иҫке ҡала ратушаһы

Kurt-SchwItters-Platz. Ул 1992 йылда асыла һәм 1972 йылда киңәйтелә. Матур архитектура бинаһы. Күркәм коллекция. 1900 —1930 йылдар сәнғәте Пикассо, Клее, Малевич, Швиттерс әҫәрҙәрен тәҡдим итә. Сюрреалистар, дадаистар һәм экспрессионистар киң күрһәтелә.

Август Кестнер музейы

үҙгәртергә

Трамплац, 3 майҙанында урынлашҡан. Грек һәм мысыр сәнғәте, боронғо римлеләр һәм этрусктар әҫәрҙәре, урта быуаттарҙан алып беҙҙең көндәргә тиклем башлап шулай уҡ урта быуаттарҙан беҙҙең көндәргә тиклем һөнәрселек әйберҙәре күрһәтелә. Бина заманса күренә, әммә 1889 йылдағы неоклассик бинаны был бары тик тыштан ғына ҡаплап тора.

Түбәнге Саксония ерендәге музей

үҙгәртергә

Вилли Брандт, 5 майҙанында урынлашҡан. Музейҙың дүрт бүлеге бар: XI быуаттан алып импрессионистарға тиклем һынлы сәнғәт һәм скульптура; тәбиғәт тарихы (геология, зоология һәм аквариум); боронғо дәүергә тиклем бик бай тупланма; этнологик бүлек (бөтә континенттарҙан экспонаттар). Өс юғарыла әйтеп үтелгән музейҙар ҡала үҙәгендә, яңы ратуша эргәһендә (нем. Neues Rathaus) бер-береһенән яҡын урынлашҡан.

Ҙур баҡса

үҙгәртергә

Херренхаузен районында ҙур баҡса, Ганноверҙың ғорурлығы, барокко стилендәге күркәм баҡса, Версаль өлгөһө буйынса, 1666—1714 йылда һалынған. Һарай герцог Ганноверскийҙарҙың йәйге резиденцияһы булып хеҙмәт итә, 1943 йылда емерелә. Ике матур бина ғына емерелмәй ҡала — оранжереяһы һәм галереяһы. Йәй бында театр һәм музыкаль тамашалар күрһәтелә, фейерверктар ойошторола.

1945 йылдан һуң тергеҙелгән герцогтар һарайында билдәле XIX быуат рәссам-сатиригы Вильгельм Буш исемендәге музей урынлашҡан. Музейҙа В. Буштың карикатураларының ҙур коллекцияһы ғына түгел, шулай уҡ үткән һәм хәҙерге заман рәссамдарының эштәре лә бар.

Яңы ратуша

үҙгәртергә
 
Яңы ҡала ратушаһы

Ҡала идаралығы бинаһы, 19011913 йылдарҙа төҙөлгән.

 
Машзее күле

Машзее — 1934—1936 йылдарҙа һаҙлыҡ урынында төҙөлгән яһалма күл. Ҡала был күлде Веймар республикаһы (1918—1933) ваҡытында уҡ ойошторорға планлаштыра, әммә ул саҡта проект тормошҡа ашырылмай. Башланғысты нацистар идеологик маҡсатта элеп ала, улар коллектив саралар культы, хеҙмәттә бәхет тапҡан халыҡ, сәләмәт ял кеүек лозунгтар иғлан итә. Күл яры буйында шул дәүерҙе хәтерләткән колонна һәм скульптура күтәрелә. Колоннаның нигеҙендә ҡурҡыныслы немец бөркөтө һәм фашист свастикаһы менән биҙәлгән буш түңәрәк. Йәй сәғәт һайын ял итеү катеры ҡуҙғала. Машзее янында совет хәрби әсирҙәренең зыяраты урынлашҡан, унда мемориал урынлашҡан, мемориалдың авторы совет скульпторы Николай Мухин-Колода[17].

«Ҡыҙыл еп»

үҙгәртергә

«Ҡыҙыл еп» — 4,2 км оҙонлоҡтағы туристик маршрут, ҡаланың төп иҫтәлекле урындарын үҙ эсенә ала. Маршрут Төп Тимер юлы вокзалынан башлана, король Эрнст Августың шул уҡ исемдәге майҙандағы ат статуяһынан башлана. Юлдың беренсе участкаһы — Крёпке майҙанына (нем. Kröpcke) китә. Был майҙан — Һанноверҙың төп саты. Бында халыҡтың күмәк күңел асыуҙары һәм сәйәси митингтар үтә. Майҙандың түбәнге өлөшөндә «Елдәр розаһы» урынлашҡан, ул Һанноверҙан алып донъяның ҙур ҡалаларына тиклем алыҫлыҡты күрһәтә. Майҙан аҫтында йәнле сауҙа урамы үтә, ул ер аҫтында төп тимер юлы вокзалын һәм Крёпке метро станцияһын — төп күсеп ултырыу үҙәген тоташтыра.

Опера театры

үҙгәртергә
 
Опера театры

Опера майҙанында урынлашҡан. Гүзәл архитектура һәм иң яҡшы спектаклдәр. Был бина неоклассик стилдә һарай яны архитекторы Георг Людвиг Лавес (1814—1864) тарафынан төҙөлгән, ҡала йөҙөн булдырыуҙа ҙур өлөш индерә.

Бегинок башняһы

үҙгәртергә

Ам-Хоэн-Уфер (нем. Am Ufer Hohen) яр буйы урамында X быуаттан беренсе йорттар төҙөлә башлай. Ҡаланың исеме шунан киткән. Бегинок башняһы 1357 йылдан билдәле.

Баҙар сиркәүе

үҙгәртергә
 
Баҙар сиркәүе

XIV быуат сиркәүе кирбес готикаһы стилендә.

Изге Эгидий сиркәүе

үҙгәртергә

XIV быуатта төҙөлгән, утҡа тотолғандан һуң емерелгән, ул һуғыш емереклектәре ҡомартҡыһы булараҡ һаҡлана. Сиркәүҙә ҙур ҡыңғырау бар, уны Японияның Хиросима ҡалаһы Икенсе донъя һуғышы йыллығы хөрмәтенә бүләк иткән.

Иҫке ратуша

үҙгәртергә

Иҫке Ратуша (Rathaus Altes) — Һанноверҙа беренсе ратуша, иҫке ҡала йәмәғәт бинаһы.

Лейбниц йорто (нем. Leibnizhaus) — XX быуатта тергеҙелгән 1499 йылғы бина. Йорт бөйөк ғалим Лейбниц исемен йөрөтә, ул унда 1698 йылдан 1716 йылға тиклем йәшәгән.

Ватерлоо колоннаһы

үҙгәртергә

Бейеклеге 46 м булған колонна 1815 йылда Наполеон өҫтөнән еңеү хөрмәтенә 1832 йылда архитектор Лавес тарафынан төҙөлгән. Ватерлоо янындағы һуғышта Ганноверҙан да ғәскәрҙәр ҡатнашҡан.

Һанновер зоопаркы

үҙгәртергә

Һанновер зоопаркының 22 гектар территорияһында 200 төрҙәге 2000-дән ашыу хайуан бар[18].

Германияла Серенгети паркы (Safari Serengeti Park)

үҙгәртергә

Ганновер менән Бремен араһында Сафари Серенгети паркы урынлашҡан. Майҙаны 200 гектарҙан ашыу. Был паркта африка сафари-парктарында кеүек, иректә жирафтар, филдәр, зебралар, бизондар һәм мөгөҙморондар йөрөй, саҡ-саҡ һиҙелерлек кәртәләр артында йыртҡыс хайуандар, мәҫәлән, африка арыҫландары, леопардтар һәм бенгаль юлбарыҫтары йәшеренә. Шуға күрә бында йәйәү йөрөү тыйыла.

Дёрен башняһы

үҙгәртергә

Дёрен башняһы (нем. Döhrener Turm) — урта быуат ҡарауыл башняһы.

Һаулыҡ һаҡлау

үҙгәртергә

Һанноверҙың ҙур клиникаларының береһе[19] университет клиникаһы (МНН), ул үҙенең фәнни ҡаҙаныштары менән Түбәнге Саксонияла ғына түгел, бөтә Германияла билдәле. Тап ошо клиникала йөрәк ауырыулы балалар өсөн үҫеүсе йөрәк ҡапҡасының уникаль методикаһы булдырылған. Клиника бөтә Европанан, шулай уҡ Рәсәйҙән, БДБ илдәренән һәм Ғәрәм Әмирлектәренән күп һанлы пациенттарҙы ҡабул итә. Һанноверҙың университет клиникаһы дәүләт дауалау учреждениеһы булып тора, шуға күрә дәүләт ҡаҙнаһынан финанслана.

Университеты клиникаһынан тыш, Һанноверҙа төрлө милектә булған тағы бер нисә эре медицина үҙәктәре бар. Тәү сиратта был Нордштад ҡалаһының төньяҡ өлөшөндәге клиника, Хайдехаустың көнсығыш районындағы дауахана, Силоа клиник дауаханаһы һәм Линдендың тире ауырыуҙары клиникаһы. Һанновер төбәге клиникаларына шулай уҡ сиркәү хәйриә фонды аҡсалата ярҙам итә. Уларға Фридерикен клинникаһы кеүек билдәле клиника инә, уның составына ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы, Генриетта клиникаһы һәм Винсент дауаханаһы инә.

Транспорты

үҙгәртергә

Тимер юл бәйләнеше

үҙгәртергә
 
Тимер юл вокзалы

Һанновер — ике магистраль БерлинАмстердам һәм Гамбург—Мюнхен сатындағы эре тимер юл үҙәге. Пассажир вокзалының үткәреү һәләте көнөнә 250 мең кеше (вокзал бинаһында урынлашҡан сауҙа үҙәгенә килеүселәрҙе иҫәпкә алып). Көн һайын 686 поезд ебәрелә, шуларҙың 64 тиҙ йөрөшлө ICE Deutsche Bahn поезд .

Һанновер ҡалаһында Deutsche Bundesbahn тимер юл дирекцияһының береһе урынлашҡан [20].

Ҡала яны-ҡала юлдары үҫешкән. Һанновер ҡала эсе тимер юлы (S-Bahn) халыҡ-ара аэропорт менән күргәҙмә комплексы араһында тура юлды тәьмин итә.

Автомобиль юлдары

үҙгәртергә
 

Һанновер аша ике федераль автобан — А2/Е30 һәм А7/Е45 үтә. Ҡалала тиҙлекле юлдар селтәре үҫешкән. Ҡала үҙәгендә парковкалар бөтә ерҙә лә тиерлек түләүле. Ҡала-ара һәм халыҡ-ара бәйләнеш өсөн — ZOB (Zentralomnibusbahnhof Hannover) автовокзал бар.

Ҡала транспорты

үҙгәртергә
 
Крёпка ер аҫты станцияһында тиҙ йөрөшлө трамвай

Тиҙ йөрөшлө трамвай маршрутының дөйөм оҙонлоғо ~167 км, уларҙың — 20 км ер аҫты туннеле, автобус маршруттары.

Ике төр транспорт өсөн берҙәм юл йөрөү документтары GVH тариф килешеүенә ярашлы яраҡлы (өлөшләтә ҡала яны поездары Bahn AG. Deutsche өсөн яраҡлы). Һанновер һәм округтар тарифтар зонаһына бүленгән, юл хаҡы зоналарҙың һанына һәм билеттың/абонементтың ваҡытына бәйле. Ҡала ситендә яраҡлы көндөҙгө билет 2014 йылдың 1 сентябренә ҡарата 4,90 Евро тора.

Авиация транспорты

үҙгәртергә

Һанновер-Лангенхаген (HAJ) халыҡ-ара аэропорты Һанноверҙың төп тимер юл вокзалы, шулай уҡ күргәҙмә комплексы территорияһы поездар тармағы менән бәйле S-Bahn, Һауа юлы БДБ ҡалалары менән бәйле.

Йылға транспорты

үҙгәртергә

Йылға транспортының йыллыҡ ташыу күләме 2,8 млн тонна тәшкил итә, навигация Урта герман судоходство каналы буйынса башҡарыла.

Билдәле шәхестәре һәм почетлы граждандары

үҙгәртергә

Ганноверҙың билдәле кешеләре[21]:

үҙгәртергә
  • Ханна Арендт (19061975) — йәһүд сығышлы немец-америка философы, тарихсы һәм сәйәси теоретик, тоталитаризм теорияһына нигеҙ һалыусы.
  • Рудольф Аугштайн (19232002) — немец журналисы, билдәле «Шпигель» журналына нигеҙ һалыусы, 55 йыл дауамында ул уның яуаплы мөхәррире була.
  • Бакмейстер Иван Григорьевич (17321788) — немец библиографы, Рәсәй фәндәр академияһы китапханасыһы.
  • Эмиль Берлинер (18511929) — америка уйлап табыусыһы, граммофонды уйлап тапҡан.
  • Франк Ведекинд (18641918) — немец шағиры һәм драматургы, экспрессионизмдан алда эшләүсе.
  • Отто Зандер (1941—2013) — немец актёры.
  • Август Вильгельм Иффланд (17591814) — немец актёры, драматург, режиссёр.
  • Паскуаль Йордан (1902—1980) — немец математигы һәм физигы.
  • Теодор Лессинг (1872—1933) — йәһүд сығышлы немец философы һәм публицисы, нацизм ҡорбандарының береһе.
  • Тео Линген (1903—1978) — немец комик актёры, режиссёр һәм яҙыусы.
  • Луиза Августа Вильгельмина Амалия Мекленбургская (17761810) — принцесса Мекленбург-Стрелицкая, Фридрих Вильгельм III ҡатыны һәм Пруссияның королева-консорты. Рәсәй императоры Александр II оләсәһе.
  • Клаус Майне (1948) — немец рок-йырсыһы, гитарасы һәм шағир, Scorpions төркөмө йырсыһы.
  • Лена Майер-Ландрут (1991) — немец йырсыһы, Осло ҡалаһында үткән халыҡ-ара Евровидение-2010 конкурсы еңеүсеһе.
  • Отто Мейергоф (1884—1951) - немец биохимигы һәм йәһүд сығышлы табип, физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы лауреаты.
  • Оливер Похер (1978) — немец телевидениеһын алып барыусы, комик.

Һанновер ҡалаһының почетлы граждандары

үҙгәртергә

2016 йылдың июнендәге мәғлүмәт буйынса, Ганноверҙың 150 кешеһе 2016 йылда иҫтәлекле миҙалдар менән бүләкләнгән[22]. Уларҙан ике кеше был маҡтаулы исемдән нацист енәйәтселәре булараҡ 1978 йылда мәхрүм ителә (Адольф Һитлер һәм Бернгард Руст).

Туғандаш ҡалалар

үҙгәртергә
  1.   Бристоль, Бөйөк Британия
  2.   Хиросима, Япония
  3.   Перпиньян, Франция
  4.   Ру, Франция
  5.   Познание, Польша
  6.   Петропавловск, Ҡаҙағстан
  7. Ҡалып:Флаг Малави Блантайр, Малави[23]
  8.   Иваново, Рәсәй

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Kestnergesellschaft
  • Малайҙар хоры Ганноверский

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ISIL- und Sigeladressen mit Koordinaten ausgestattetБерлинская государственная библиотека, 2016.
  2. archINFORM (нем.) — 1994.
  3. https://www.ndr.de/nachrichten/niedersachsen/hannover_weser-leinegebiet/Belit-Onay-will-Oberbuergermeister-fuer-alle-sein,onay174.html
  4. https://web.archive.org/web/20180806123507/http://www.klimabuendnis.org/nc/kommunen/das-netzwerk.html
  5. http://www.mayorsforpeace.org/english/membercity/map/europe.html
  6. https://www.nst.de/%C3%9Cber-uns/Mitglieder/index.php?ModID=9&object=tx%7c2606.2&FID=2606.176.1&NavID=2606.10&La=1
  7. https://en.unesco.org/creative-cities/hannover
  8. https://perma.cc/63BJ-D92M
  9. Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2023 (нем.)DESTATIS, 2024.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 10,5 10,6 Städtepartnerschaften der Landeshauptstadt Hannover (нем.)
  11. https://www.hannover.de/Leben-in-der-Region-Hannover/Politik/St%C3%A4dte-Regionspartnerschaften/St%C3%A4dtepartnerschaften-der-Landeshauptstadt-Hannover/Leipzig
  12. https://www.leipzig.de/buergerservice-und-verwaltung/partnerstaedte/hannover/
  13. http://www.kcsistercities.org/sister-cities/hannover-germany
  14. https://www.newcastle.gov.uk/our-city/newcastles-international-relationships
  15. https://www.hannover.de/Leben-in-der-Region-Hannover/Politik/Wahlen-Statistik/Statistikstellen-von-Stadt-und-Region/Statistikstelle-der-Landeshauptstadt-Hannover/Hannover-kompakt/Stadtgebiet
  16. 16,0 16,1 Germany: Niedersachsen (ингл.). CityPopulation. Дата обращения: 21 сентябрь 2017.
  17. Военное кладбище в Ганновере (описание, история).
  18. Zoo-AG Bielefeld. ► Zoo-Infos.de ◄ - die Zoo-Datenbank. www.zoo-infos.de. Дата обращения: 6 февраль 2017.
  19. Тимер юл транспорты. Энциклопедия.: Ҙур Рәсәй энциклопедияһы м., 1995 88-89 стр.
  20. geboren.am. Hannover: Berühmte Hannoveraner (билдәһеҙ). geboren.am. Дата обращения: 5 март 2017.
  21. Neun Stadtplaketten übergeben | Meldungsarchiv für das Jahr 2016 | Landeshauptstadt Hannover | Presse & Medien | Service | Hannover.de | Home - hannover.de (нем.). www.hannover.de. Дата обращения: 5 март 2017. 2017 йыл 6 март архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә