Крефельд (нем. Krefeld [ˈkʁeːfɛlt] ; 1929 йылға тиклем: нем. Сrefeld) — Германияның ер буйһоноуындағы ҡалаһы, Төньяҡ Рейн-Вестфалия федераль ерендә урынлашҡан.

Крефельд
нем. Krefeld
ФлагГерб
Flagge Krefeld.svgDEU Krefeld COA.svg
Рәсем
Рәсми атамаһы Krefeld
Ҡыҫҡаса атамаһы Kr[1]
Архивы хранятся в Stadtarchiv Krefeld[d]
Дәүләт Flag of Germany.svg Германия[2]
Административ-территориаль берәмек Дюссельдорф[d]
Хөкүмәт башлығы Франк Мейер[d]
Ойошма ағзаһы association for pedestrian and bicycle-friendly cities, townships and districts in North Rhine Westphalia[d][3], Мэры за мир[d][4], Städtetag Nordrhein-Westfalen[d][5] һәм краевой союз Рейнланд[d]
Халыҡ һаны 227 050 кеше (31 декабрь 2021)[6]
Ир-егеттәр 110 704[7]
Ҡатын-ҡыҙҙар 116 140[7]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 38 ± 1 метр
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Туғандаш ҡала Кайсери, Венло[d], Лестер[d], Дюнкерк[d], Лейден[d], Одер-Шпре[d], Ульяновск ҡалаһы һәм Шарлотт (Төньяҡ Каролина)
Сиктәш Везель[d], Фирзен[d], Рейн-Нойс[d], Дуйсбург һәм Мербуш[d]
Майҙаны 137,77 км²[8][9]
Почта индексы 47798–47809, 47829 һәм 47839
Рәсми сайт krefeld.de
URL-да тасуирланған kek-online.de/medienkonz…
Урынлашыу картаһы
Портал открытых данных Offene Daten Stadt Krefeld[d]
Категория для почётных граждан субъекта Category:Honorary citizens of Krefeld[d]
Урындағы телефон коды 02151
Номер тамғаһы коды KR
Категория для видов элемента Category:Views of Krefeld[d]
Карта
Commons-logo.svg Крефельд Викимилектә

Ҡала Дюссельдорф административ округына буйһонған. Район ер буйһоноуындағы ҡала. Халҡы: 225 144 (2015; 2012 йылда — 222 026; 2009 йылда — 236,3 мең; 2000 йылда — 241,8 мең) кеше. Ҡала 137,68 км² майҙанды биләй. Рәсми коды — 05 1 14 000.

Ҡала туғыҙ районға бүленә.

Крефельд ҡалаһы Ульяновскиҙың туғандаш ҡалаһы.

Ҡалала DUEWAG заводы эшләй.

ТарихҮҙгәртергә

Ҡала Рим ваҡытында уның легиондары Гелдубта хәрби лагерь төҙөгәндә нигеҙләнгән. 1105 йылдағы яҙмаларҙа Крефельд исеме Кринвельд тип яҙылғаны осрай..

Граф ҡатын Вальбурга 1598 йылдың февралендә Крефельдты принц Мориц Оранскийға бүләк итә. Вальбурга үлгәндән һуң 1600 йылда Иоганн Вильгельм Клевский был ерҙәрҙе үҙләштерә, әммә Мориц 1601 йылда мираҫын уңышлы яҡлай. Крефельд ҡалаһы Оранский йорто юрисдикцияһы аҫтында Нидерландтың Алтын быуаты буйына ҡала[10]. Был ҡаланың үҫеше ошо быуатта башлана[11].

Виллен III Оранский вафат булғандан һуң 1702 йылда Крефельд Пруссия короллеге составына индерелә[10]. 1872 йылда Креффельд Рейн Пруссияһы сиктәрендә бойондороҡһоҙ ҡала була. 1918 йылда, Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Бельгия уны оккупациялағандан һуң армияһының базаһы сифатында ҡуллана.

1929 йылда Эрдинген менән Крефельд берләшеп, Крефельд-Эрдинген ҡалаһын ойоштора; 1940 йылда ҡаланың исеме ҡыҫҡартылып Крефельд тип атала башлай.

Иҫтәлекле урындарҮҙгәртергә

  • Линн Бург замогы
  • Хюльзер Берг — Крефельдтең һәм уның тирә-яғының халҡы өсөн ял итеү урыны.
  • Ҡалала теш щеткаһына һәйкәл ҡуйылған, уның бейеклеге — алты метр. Ул 1983 йылда ҡуйылған.

МәҙәниәтҮҙгәртергә

Туҡыу мануфактураһы элек-электән Крефельд ҡалаһын данлап килгән. Ҡалала немец туҡыма музейы (Textilmuseum Deutsches), Ебәк мәҙәниәте музейы (der Haus Seidenkultur) бар. Крефельд ҡалаһында иң билдәле Blind Guardian немец рок төркөмө барлыҡҡа килгән.

СпортҮҙгәртергә

Ҡалала «Крефельд Пингвин» хоккей клубы бар, ул Немец хоккей лигаһында сығыш яһай.

ФотоһүрәттәрҮҙгәртергә

Туғанлашҡан ҡалаларыҮҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә

  • Крефельд янындағы алыш (Хюкельсмае)

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә