Острава[16][17], Острава[18] (чех.Ostrava ) (IPA: [ˈɔstrava], сил.Uostrawa) — Чех Республикаһының көнсығышында статуслы ҡала, Моравскосилез крайының һәм Острава ҡалаһы районының административ үҙәге. Көньяҡ Силезияла Остравица, Одра һәм Опава йылғаларының ҡушылдығы урынында урынлашҡан.

Острава
чех Ostrava
Байраҡ[d]Герб[d]
Нигеҙләү датаһы 1267
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы Ostrava[1] һәм Statutární město Ostrava[2][3]
ХФА-лағы транскрицияһы /ˈɔstrava/
Дәүләт  Чехия[4][3][5]
Административ үҙәге Моравскосилезский край[d], Острава-город[d], Североморавский край[d] һәм Моравскосилезский регион[d]
Административ-территориаль берәмек Острава-город[d][6] һәм Острава-город[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Историческая область Чешская Силезия[d] һәм Моравия[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Остравице[d] һәм Одра
Геомәғлүмәттәр Data:Map of Ostrava, Ostrava-město District.map[6]
Хөкүмәт башлығы Jan Dohnal[d][7]
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы городской или административный округ Праги[d][3]
Халыҡ һаны 284 765 кеше (1 ғинуар 2024)[8]
Йорттар һаны 28 000[9]
Административ рәүештә бүленә Antošovice[d][10], Bartovice[d][10], Bělský Les[d][10], Dubina[d][10], Heřmanice[d][10], Hošťálkovice[d][10], Hrabová[d][10], Hrabůvka[d][10], Грушов[d][10], Hulváky[d][10], Koblov[d][10], Krásné Pole[d][10], Kunčice[d][10], Kunčičky[d][10], Lhotka[d][10], Mariánské Hory[d][10], Martinov[d][10], Michálkovice[d][10], Moravská Ostrava[d][10], Муглинов[d][10], Nová Bělá[d][10], Nová Ves[d][10], Petřkovice[d][10], Plesná[d][10], Polanka nad Odrou[d][10], Poruba[d][10], Proskovice[d][10], Přívoz[d][10], Pustkovec[d][10], Radvanice[d][10], Силезская Острава[d][10], Stará Bělá[d][10], Свинов[d][10], Třebovice[d][10], Витковице[d][10], Výškovice[d][10] һәм Zábřeh[d][10]
Ауыл биләмәһен үҙ эсенә ала Q122701121? һәм Q124248080?
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 260 метр
Туғандаш ҡала Сплит[d], Мишкольц[d], Дрезден, Уральск, Ковентри[d][11][12], Катовице, Кошице, Питтсбург[d], Шривпорт[d], Пирей һәм Сумы[13]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Острава[3]
Сиктәш Богумин[d], Петршвальд[d], Šenov[d], Vřesina[d], Čavisov[d], Stará Ves nad Ondřejnicí[d], Климковице[d], Vratimov[d], Velká Polom[d], Dolní Lhota[d], Jistebník[d], Глучин[d], Šilheřovice[d], Ludgeřovice[d], Dobroslavice[d], Děhylov[d], Крмелин[d], Пасков[d] һәм Рихвальд[d]
Майҙан 214,229602 км²[14]
Почта индексы 700 30–739 34[6]
Электрон почта info@ostrava.cz
Рәсми сайт ostrava.cz
Һәйкәлдәр исемлеге Q12052198?
Портал открытых данных Open data Ostrava[d]
Вид с воздуха
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1267[15]
Средний возраст 43,2[9]
Номер тамғаһы коды T
Категория для почётных граждан субъекта Категория:Почётные граждане Остравы[d]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Category:Burials in Ostrava[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Ostrava[d]
Карта
 Острава Викимилектә

Ҙурлығы буйынса Чехияла өсөнсө (Прага һәм Брнонан ҡала) һәм Моравияла икенсе ҡала. Илдә икенсе һәм Моравияла миллиондан ашыу ҡала агломерацияһын формалаштыра. Ҡала халҡы — 299,6 мең кеше (2012), тулы агломерацияһы ( Larger Urban Zone) — 1,15 миллион кеше (2004)[19]. Ҡала майҙаны — 214 км² тәшкил итә.

Ҡаланың ете йөҙлөк тарихы бар, уның үҫеше төбәктәге яҡшы сифатлы күмерҙе эксплуатациялау һәм эшкәртеү менән бәйле, был Остраваға индустриаль ҡиәфәт һәм социалистик Чехословакия осоронда рәсми булмаған «республиканың ҡорос йөрәге» тигән атама бирә. Хәҙер күп кенә ауыр индустрия компаниялары ябыла йәки үҙгәртелә.

 
Острава күренеше, XVIII быуат

Археологик ҡаҙыуҙар хәҙерге Острава урынында кешеләр 25 000 йыл элек төпләнгән тип раҫлай. Урта быуаттарҙа был урындар аша Гәрәбә юлы үткән. Ҡала үҙе 1267 йылда барлыҡҡа килгән. Ваҡыт үтеү менән Остраваның иҡтисади әһәмиәте кәмей, һәм XVIII быуат аҙағына тиклем яҡынса 1000 кешеһе менән бәләкәй провинциаль һөнәрселек ҡаласығы була.

1763 йылда күмерҙең эре запасы табыла, был ҡаланың индустриаль үҫешенә һәм халыҡтың күпләп килеүенә булышлыҡ итә. 1830 йылда ҡалала металлургия заводы барлыҡҡа килә, 1847 йылда ҡаланы Вена менән тоташтырыусы тимер юлдар төҙөлә.

 
Ҡыҙыл армияның еңеүенә арналған мемориал.

1941 йылда[16] Моравия Остраваһы (чех.Moravská Ostrava) һәм Силезия Остраваһы (чех.Slezská Ostrava) берләштерелә. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Острава металлуригя үҙәге булараҡ инглиз-америка авиацияһының утына тотола. 1945 йылдың ғинуарынан апреленә тиклем совет ғәскәрҙәре Морава-Острава операцияһы барышында Морава-Остраваны яулап алырға маташа, был ваҡытта ҡалаға килеп ингән ерҙәрҙә ҡаты һуғыштар бара. Острава немецтарҙан тик 1945 йылдың 30 апрелендә генә азат ителә. Социалистик осорҙа ҡала һуғыштан һуң тергеҙелә һәм ҡабаттан Чехословакияның иң мөһим сәнәғәт үҙәктәренең береһе була.

1989 йылда бәрхәт революцияһынан һәм баҙар иҡтисадына күскәндән һуң Острава көрсөк осорон кисерә һәм реструктуризацияға дусар була. 1994 йылда рентабелһеҙлек сәбәбе һәм чех властарының был тармаҡты дотацияларға теләмәүе арҡаһында күмер сығарыу туҡтатыла. Металлургия предприятиелары трансмилли компанияларға һатыла: Nová huta 2003 йылда заводы Mittal Steel һатыла, Vitkovice заводы 2005 йылда ЕвразХолдингҡа һатыла.

Климаты һәм географияһы

үҙгәртергә
 

Острава Чех Республикаһының төньяҡ-көнсығыш ситендә, Польша сигенә (15 км) һәм һәм Словакия (55 км) сигенә яҡын урынлашҡан. Ул төньяҡтан көньяҡҡа һуҙылған Морава Ҡапҡалары үҙәненең (Moravská brána) төньяҡ өлөшө өҫтөндә йәйелеп ята. Диңгеҙ кимәленән уртаса бейеклеге — яҡынса 210 м.

Урындағы климат уртаса, йәй йылы, ҡыш дымлы, һалҡын килә. Ҡаланың көнсығышта урынлашыуы арҡаһында континенталь климат илдең ҡалған өлөшөнә ҡарағанда киҫкенерәк. Йыллыҡ уртаса температура — 8,6 °C (ғинуарҙың — -2.4°, июлдең — 17,8°), уртаса йыллыҡ яуым-төшөм күләме яҡынса 700 мм.

  • Уртаса йыллыҡ һауа температураһы — 8,7 °C
  • Уртаса һауа дымлылығы — 77,6 %
  • Уртаса ел тиҙлеге — 3,6 м/с
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C 0,4 2,8 7,7 13,5 18,9 21,9 23,6 23,4 19,4 14,0 6,7 2,0 12,9
Уртаса температура, °C −1,7 −0,6 3,3 8,6 13,8 16,5 18,7 18,3 13,8 9,3 3,6 −0,3 8,7
Уртаса минимум, °C −5,6 −4,1 −0,8 3,0 7,3 10,6 11,9 11,6 8,7 4,7 0,9 −3,2 3,8
Яуым-төшөм нормаһы, мм 27 30 34 52 91 104 91 92 59 42 45 34 701
Сығанаҡ: worldweather.org RETScreen

Тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы

үҙгәртергә

Остравала бер нисә бик ҙур металлургия һәм кокс заводтары бар. Иң ҙур бысратыусы завод — ArcelorMittal Ostrava; уға сиктәш булған Острава ҡалаһы өлөшө Бартовицела Чехия буйынса ғына түгел, ә бөтә Европа буйынса иң бысраҡ һауа. Был районда һауаға сикләнгән зарарлы матдәләр һәм бензапирен сығарыу күләме ҡайһы бер көндәрҙә 5-10 тапҡырға арта. Острава халҡында аллергия, астма, йөрәк сирҙәре, тын юлдарының хроник ауырыуҙары йыш, һәм грипп һәм тымау кеүек дөйөм сирҙәр һөҙөмтәһендә етди өҙлөгөү барлыҡҡа килеүе мөмкин. Мәҫәлән Бартовицих районында астма менән мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың 30 проценты ауырый, ә ҡалған балаларҙа ул киләһе йылдарҙа йыш ҡына барлыҡҡа килә.

Острава халҡында XRCC5 гены табылған, ул ДНК генетик мәғлүмәтте зарарланыуҙан һаҡлай. Был ген остраген тип аталған[20].

 
Острава, 2011.
 

2003 йылға 34 элекке ҡалалары һәм ауылдары ҡушылып барлыҡҡа килгән 23 районда йәшәгән Острава халҡы 315 442 кеше тәшкил итә. . Острава майҙаны — 212 км². Халыҡ тығыҙлығы — 1505 км²/кеше .

Остравала чехтарҙан тыш күп поляктар, немецтар һәм йәһүдтәр йәшәгән. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында күп йәһүдтәр юҡ ителгән йәки концентрацион лагерҙарға һөрөлгән. Һуғыштан һуң немецтар Бенеш Декретына ярашлы Остраванан ҡыуыла, һәм ҡалаға словактар килә башлай. Шулай итеп, Остраваның күп халҡын ( 90 % күберәк) хәҙер чехтар тәшкил итә, ҡалала шулай уҡ словактарҙың аҙсылығы йәшәй (яҡынса 3,4 %)[21]

Острава халҡы чех теленең айырым диалектында һөйләшә, унда бөтә һуҙынҡы өндәр ҡыҫҡа әйтелә, ә баҫым һуңғынан алдағы ижеккә төшә, шуға диалект поляк теленә оҡшай.

Райондың ауыр сәнәғәтен күптән булмаған реструктуризациялау арҡаһында илдәгегә ҡарағанда эшһеҙлек кимәле күпкә юғары — 18,4 процент ( 2004 йылға), 30,000 самаһы тәшкил итә.

Мәҙәниәте

үҙгәртергә

Остравала 4. театр: Národní divadlo moravskoslezské (Моравия-Силезияның милли театры).Уның ике бинаһы бар: Divadlo Antonína Dvořáka ( Антонин Дворжак) һәм Divadlo Jiřího Myrona. Башҡа театрҙары: Divadlo Petra Bezruče (Петр Безруч исемендәге), Komorní Aréna scéna ( камера-арена театры) һәм Divadlo loutek (ҡурсаҡ театры).

Милан Кундерыаның «Шаяртыу» романында ваҡиғалар Острава ҡалаһында бара.

1999 йылда Петр Котик Ostrava Center for New Music нигеҙ һала.

Университеттары

үҙгәртергә
 
Острава техник университеты

Ҡалала өс университет бар:

  • Острава техник университеты[22]
  • Острава Университеты[23]
  • Острава Бизнес Мәктәбе[24]

Транспорты

үҙгәртергә

Ҡала транспорты трамвай (Моравияла иң эре һәм илдә икенсе селтәр), троллейбус, автобус һәм таксиларҙан ғибәрәт.

Трамвайҙары

үҙгәртергә

Трамвай ҡалала Остраваның хәҙерге төп тимер юлы вокзалынан Витковицеға тиклем беренсе линия асылғас 1894 йылдың 18 авгусынан йөрөй башлаған, линияла трамвайҙар пар менән йөрөгән. Юл бөтә маршрутта 42 минут биләгән. Бөтә юлдарҙың оҙонлоғо 65,7 км тәшкил итә, колеяһының киңлеге — 1435 мм. 2008 йылға Остравала 16 трамвай линияһы эшләгән. 1-ҙән алып 14 һәм 17-се линиялар — көндөҙгө, һәм 18, 19 линиялар — төнгө.

Троллейбустары

үҙгәртергә

Беренсе троллейбус линияһы 1952 йылдың 9 майында асыла. Яҡынса 1960 йылдарҙа троллейбустарҙы трамвайҙар алмаштыра. Бөгөнгө көндә 9 троллейбус линияһы бар. Яҡын киләсәктә Бартовице һәм Франтишоков ҡала өлөштәренә линиялар булдырыу планлаштырыла.

Автобустары

үҙгәртергә

Автобустар хәрәкәте 1930 йылда асыла. Бөгөн яҡынса 60 автобус линияһы эшләй. Линия номерҙары — 20-нән алып 99-ға тиклем. 1970—1980 йылдарҙа автобустар киң ҡулланыш ала. Етмешенсе йылдарға тиклем автобустарҙы Карос компанияһы етештергән, һуңғы йылдарҙа автобустарҙы Икарус компнаияһы етештерә башлай. 2000 йылдан Острава маршруттарына автобустарҙы шулай уҡ Соларис компанияһы тәьмин итә. 90-сы йылдарҙан башлап бөтә техника Острава транспорт предприятиеһының төҫтәренә буяла.

Авиатранспорты

үҙгәртергә

Ҡаланан 20 км өҫтәрәк Леош Яначектың халыҡ-ара аэропорты урынлашҡан, унан Вена һәм Прагаға даими рейстар башҡарыла.

Остравала спорт.

үҙгәртергә
 
Баник

Футбол командалары:

  • «Баник»
  • «Витковице» футбол клубы

Хоккей командаһы:

  • «Витковица» хоккей клубы

Еңел атлетика ярышы йыл һайын үтә — Остраваның Гран-при.

Баскетбол буйынса Европа чемпионаты FIMBA.

Шайба менән хоккей буйынса донъя чемпионаты-2015

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә
  • Балабан Ян — яҙыусы һәм тәржемәсе
  • Безруч Петр — шағир. Остраваның почетлы гражданы
  • Бенеш Эдвард — Чехословакияның икенсе президенты. Остраваның почетлы гражданы
  • Бобырева Мария Максимовна — совет разведчигы. Остраваның почетлы гражданы
  • Будинова Славка — театр, кино һәм телевидение актрисаһы
  • Еременко Андрей Иванович — совет полководецы. Остраваның почетлы гражданы
  • Кольдер Драгомир — Чехославкия компартияһының Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзаһы.
  • Кубин Рудольф — композитор
  • Лендл Иван — тенниссы
  • Масарик Томаш — Чехословакияның беренсе президенты. Остраваның почетлы гражданы
  • Ногавица Яромир — шағир, музыкант, композитор, автор-башҡарыусы (бард)
  • Девил Несса (Никола Йираскова) — порноактриса
  • Свобода Людвик — ЧССР президенты. Остраваның почетлы гражданы
  • Тамара Черна псевдоним SofiG — балерина, балетмейстер, фотограф

Халыҡ-ара бәйләнештәр

үҙгәртергә

Туғандаш ҡалалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Реестр территориальной идентификации, адресов и недвижимости (RUIAN) Чехии
  2. https://www.gleif.org/lei-files/20170831/GLEIF/20170831-GLEIF-concatenated-file.zip
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Administrativní registr ekonomických subjektů
  4. archINFORM (нем.) — 1994.
  5. Aligned ISNI and Ringgold identifiers for institutions (ингл.) // zenodo — 2017. — doi:10.5281/ZENODO.758080
  6. 6,0 6,1 6,2 Реестр территориальной идентификации, адресов и недвижимости (RUIAN) Чехии
  7. https://www.idnes.cz/ostrava/zpravy/ostrava-politika-dohnal-petikoalice-tichankova.A230426_075432_ostrava-zpravy_jog (чеш.) — 2023.
  8. Český statistický úřad Počet obyvatel v obcích – k 1. 1. 2024 (чеш.)Praha: ČSÚ, 2024.
  9. 9,0 9,1 Český statistický úřad https://www.czso.cz/csu/czso/vysledky-scitani-2021-otevrena-data (чеш.)
  10. 10,00 10,01 10,02 10,03 10,04 10,05 10,06 10,07 10,08 10,09 10,10 10,11 10,12 10,13 10,14 10,15 10,16 10,17 10,18 10,19 10,20 10,21 10,22 10,23 10,24 10,25 10,26 10,27 10,28 10,29 10,30 10,31 10,32 10,33 10,34 10,35 10,36 набор данных ISÚICzech Office of Surveying and Cadastre.
  11. https://www.ostrava.cz/cs/o-meste/mezinarodni-vztahy
  12. https://www.coventry.gov.uk/info/222/twin_towns_and_cities
  13. http://www.sumy.net.ua/News/re/0705161.html
  14. Czech Statistical Office Malý lexikon obcí České republiky – 2017Czech Statistical Office, 2017.
  15. Jakl L. Jak stará jsou česká města? Legendy a fakta. (чеш.) // iDNES.cz — 2011.
  16. 16,0 16,1 Острава // Океанариум — Оясио. — М. : Большая российская энциклопедия, 2014. — С. 597. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 24). — ISBN 978-5-85270-361-3.
  17. Географический энциклопедический словарь. Географические названия / Трёшников А.Ф. (гл. ред.). — Москва: Советская энциклопедия, 1989. — С. 359a. — ISBN 5-852720-057-6.
  18. Агеенко Ф.Л. Словарь собственных имён русского языка. Ударение. Произношение. Словоизменение. — Москва: Мир и Образование, 2010. — С. 16.
  19. Urban Audit: City Profiles. Дата обращения: 17 сентябрь 2012. Архивировано 17 декабрь 2007 года.
  20. ВШБ – Остравский технический университет. VŠB-TU Ostrava. Дата обращения: 15 апрель 2010. Архивировано 11 ноябрь 2009 года. 2009 йыл 11 ноябрь архивланған. (чех.) (инг.)
  21. University of Ostrava (ингл.). University of Ostrava. Дата обращения: 15 апрель 2010. Архивировано 3 июнь 2012 года. 2006 йыл 15 июнь архивланған. (чех.)
  22. Business School Ostrava (ингл.). Vysoká škola podnikání Ostrava. Дата обращения: 15 апрель 2010. Архивировано 3 июнь 2012 года. 2012 йыл 29 июнь архивланған. (чех.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә