Копенгаген
Копенга́ген (дан. København [kʰøb̥ənˈhaʊ̯ˀn][4] , 1906 йылға тиклем — Kjøbenhavn[5], иҫке дан телендә: Køpmannæhafn — «сауҙа гаване»; лат. Hafnia) — Данияның баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы, Зеландия, Слотсхольмен һәм Амагер утрауҙарында урынлашҡан. Тарихи ҡаланың халҡы 600 меңдән ашыу кеше тәшкил итә, ҡала яны биҫтәләре менән бергә 1,3 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Ҡаланың бер өлөшө үҙ-үҙен иғлан иткән Христиания ирекле ҡалаһы өлөшләтә үҙидаралыҡта тора.
Ҡала | |||||||
Копенгаген дан. København | |||||||
| |||||||
| |||||||
Ил | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Өлкә | |||||||
Коммуна | |||||||
Координаталар | |||||||
Башлыҡ | |||||||
Нигеҙләнгән | |||||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |||||||
Ҡала с | |||||||
Майҙаны | |||||||
Климат тибы |
диңгеҙ | ||||||
Халҡы | |||||||
Тығыҙлығы |
6214,7 кеше/км² | ||||||
Этнохороним |
копенгагенлы | ||||||
Сәғәт бүлкәте | |||||||
Телефон коды |
+45 | ||||||
Почта индексы |
1050–1778, 2100, 2150, 2200, 2300, 2400, 2450 | ||||||
Һанлы танытмалар | |||||||
Рәсми сайт |
kk.dk | ||||||
Ҡала Данияның мәҙәни, иҡтисади һәм хөкүмәт үҙәге, Копенгаген фонд биржаһы менән Төньяҡ Европаның иң ҙур финанс үҙәктәренең береһе булып тора. Эресунн күпере төҙөлөп бөткәс, Копенгаген Швецияның Скания провинцияһы һәм уның иң ҙур ҡалаһы Мальме менән тығыҙ интеграциялана, Эресунн төбәген барлыҡҡа килтерә.
1479 йылда нигеҙләнгән Копенгаген университеты Данияның иң боронғо университеты булып тора.
Этимологияһы
үҙгәртергә1043 йылда хәҙерге ҡала урынында Хавн (дан. havn — «пристань») балыҡсылар ауылы, уның янында 1167 йылда замок төҙөлә. Был ауылдан һәм замоктан үҫкән ҡаланы 1231 йылда Кьобмансхавн (Kjobrmannshavn — «сауҙагәрҙәр пристане», kjobmann — «сауҙагәр, һатыусы», һәм havn — «пристань»), ә һуңынан Кьобенхавн (Kjøbenhavn) тип атайҙар. Хәҙерге дан формаһы — Кёбенхавн (дан. København); «Копенгаген» атамаһы Копенха́ген (Kopenhagen) топонимының немец формаһы йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән[6].
Тарихы
үҙгәртергәКопенгаген урынында XII быуатта ҙур булмаған Хавн ауылы булған, уны епископ Абсалон 1167 йылда замок төҙөлгәндән һуң нығытмалы ҡала тип үҙгәрткән. 1254 йылда Копенгаген беренсе ҡала привилегияларын ала. 1416 йылда король Эрик Померанский Копенгагенды яулап ала һәм 1433 йылда уны үҙенең резиденцияһы иткән[7].
Граф һуғышы ваҡытында Копенгаген ҡаты ҡамауға дусар була, ә 1658-1659 йылдарҙа Швеция ғәскәренән батырҙарса һаҡлап ҡалына[7].
1728 йылда Копенгаген янғыны ҡала ҡоролмаларының дүрттән бер өлөшөн юҡ итә.
Копенгаген XIX быуатта
үҙгәртергә1807 йылда Копенгаген инглиздәрҙең бомбаға тотоуынан ныҡ зыян күрә[8], ә алты йыл элек ҡала янында билдәле диңгеҙ алышы була[7].
Кастеллет цитаделе ғына һаҡланып ҡалған иҫке нығытмалар урынында бульварҙар төҙөлә, уларға тиҙ үҫкән биҫтәләр (Вестербро, Нерребро һәм Эстербро) тоташа, һуңғы йылдарҙа улар ҡала менән ҡушылған тиерлек. Көнбайышта Фредериксберг (46 954 кеше), төньяҡ-көнбайышта Уттерслев (2596 кеше) һәм Амагере утрауында Зундбьерне (13310 кеше) ҡалалары хужалыҡ йәһәтенән Копенгаген менән бер бөтөн булып тора. Копенгаген ҡеүәтле диңгеҙ форттары менән нығытылған[7].
XIX быуат башындағы бәлә-ҡазаларға ҡарамаҫтан, Копенгаген Данияның «Алтын быуаты» булараҡ билдле булған интенсив мәҙәни ижад осорон кисерә.
Копенгаген XX быуатта
үҙгәртергәXX быуат башына ҡарай Копенгаген сәскә атҡан сәнәғәт һәм административ ҡалаға әйләнә. Яңы ратуша һәм тимер юл вокзалы төҙөлгәндән һуң үҙәк көнбайышҡа күсә[9]. Амагерҙың Төньяҡ өлөшө Һәм Велби шулай уҡ 1901-1902 йылдарҙа Копенгаген составына индерелә[10]. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Данияның нейтралитеты Һөҙөмтәһендә Копенгаген Бөйөк Британия һәм Германия менән сауҙа итеүҙән сәскә ата, ә ҡаланы һуғыш ваҡытында яҡынса 40 000 һалдат һаҡлай[11].
1920-се йылдарҙа халыҡ өсөн тауарҙар һәм торлаҡ йорттар етмәүе күҙәтелә. Кристиансхавндың иҫке өлөшөн емереп, ҡаланың иң насар ярлы йорттарынан ҡотолорға ниәтләйҙәр[12]. Шуға ҡарамаҫтан, тик 1930-сы йылдарҙа ғына, 5 ҙур торлаҡ йорт төҙөү өсөн, Кристианхавендағы Torvegade урамының бер яғы емерелә[12].
Копенгаген XXI быуатта
үҙгәртергә2013 йылда Британияның Monocle журналы төҙөгән донъялағы йәшәү өсөн иң ҡулай ҡалалар рейтингында Копенгаген беренсе урынды биләй[13].
Халҡы
үҙгәртергәКопенгаген — Данияның иң күп халыҡ йәшәгән ҡалаһы һәм Скандинавия илдәренең иң ҙур ҡалаларҙың береһе. Копенгаген муниципалитеты төп ҡалала — 591 481 кеше (2016 йылдың 1 ғинуарынан)[14]. XXI быуаттың 1990-сы һәм XXI быуаттың беренсе ун йыллығында демографик шартлау була, был башлыса Данияға иммиграциялауға бәйле була.
Административ бүленеше
үҙгәртергәҠала округтары | Башҡа зоналар | |
---|---|---|
|
|
Климаты
үҙгәртергәҠала климаты — уртаса диңгеҙ климаты. Копенгаген климаты өсөн температураның бик аҙ йыллыҡ тирбәлеүе хас. Йәй бик һалҡын, ҡыш бик йомшаҡ.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 10,9 | 15,8 | 20,8 | 26,2 | 28,5 | 32,7 | 33,0 | 33,8 | 29,8 | 23,2 | 16,6 | 12,5 | 33,8 |
Уртаса максимум, °C | 3,2 | 3,4 | 6,1 | 11,3 | 16,4 | 19,3 | 22,0 | 21,7 | 17,4 | 12,6 | 7,6 | 4,3 | 12,1 |
Уртаса температура, °C | 1,3 | 1,2 | 3,3 | 7,5 | 12,3 | 15,5 | 18,0 | 17,6 | 13,9 | 9,7 | 5,4 | 2,5 | 9,0 |
Уртаса минимум, °C | −0,9 | −0,9 | 0,5 | 3,7 | 8,2 | 11,6 | 14,1 | 14,1 | 10,9 | 7,2 | 3,4 | 0,4 | 6,0 |
Абсолют минимум, °C | −24,2 | −20 | −18,5 | −8,8 | −3,4 | 1,0 | 4,0 | 0,6 | −3,2 | −7 | −15,2 | −16 | −24,2 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 46 | 30 | 39 | 34 | 50 | 64 | 61 | 70 | 62 | 59 | 53 | 50 | 618 |
Һыу температураһы, °C | 5 | 4 | 5 | 8 | 12 | 15 | 16 | 17 | 15 | 12 | 8 | 5 | 10 |
Сығанаҡ: Погода и Климат, Туристический портал |
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 2,7 | 2,8 | 6,7 | 12,2 | 16,8 | 19,8 | 22,7 | 21,8 | 18,2 | 12,7 | 8,2 | 4,7 | 12,4 |
Уртаса температура, °C | 1,1 | 0,9 | 3,8 | 8,2 | 12,6 | 15,8 | 18,7 | 18,0 | 14,9 | 10,4 | 6,5 | 3,1 | 9,5 |
Уртаса минимум, °C | −0,5 | −0,9 | 0,8 | 4,2 | 8,5 | 11,8 | 14,7 | 14,3 | 11,7 | 8,0 | 4,9 | 1,6 | 6,6 |
Сығанаҡ: www.weatheronline.co.uk |
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәТөп ғибәҙәтханалары
үҙгәртергә- Ҡотҡарыусы сиркәүе (90 метр бейеклектәге башняһы менән);
- Богородица сиркәүе (дан. Vor Frue Kirke, 1807 йылда инглиздәр тарафынан бомбаға тотоу ваҡытында емерелгән Һәм 1811-1829 йылдарҙа Ганзен тарафынан базилика стилендә, колоннадаһы һәм Торвальдсендың билдәле әҫәрҙәре (Христос, 12 апостол) менән яңынан төҙөлгән;
- Фредерик cиркәүе
- Грундтвиг cиркәүе
- Александр Невскийҙың православие сиркәүе;
- Копенгагендың ҙур мәсете (Хәмәдә бин Хәлифә цивилизация үҙәге).
Һарайҙар, замоктар һәм парктар
үҙгәртергәҺарайҙар: Христиансборг элекке король резиденцияһы (1884 йылда яна; һарай сиркәүе генә һаҡланған һәм картиналар галереяһы ҡотҡарылған); Амалиенборг (ҡышҡы резиденция), Людовик XV стилендә; Розенборг (нидерланд ренессансы стилендә), парк һәм Ханс Кристиан Андерсен статуяһы менән. Шулай уҡ Копенгаген университеты биналары (тарихи фрескалар менән), «Бристоль» ҡунаҡханаһы, Берсен биржаһы (нидерланд ренессансы стилендә), ратуша, художество музейы иғтибарға лайыҡ. Ҡала үҙәгендә Үҙәк вокзал янында Тиволи паркы урынлашҡан. Копенгагендан төньяҡта, Клампенборгта, Баккен күңел асыу паркы урынлашҡан[15]. Парк 1583 йылда асыла. Парктың тулы исеме Dyrehavsbakken («Убалағы болан паркы» тип тәржемә ителә). Паркка инеү бушлай.
Копенгаген тирәһендә Бернсторф һәм Фреденсборг король замоктары (Дания монархтарының резиденцияһы), Дания король фарфор мануфактураһы урынлашҡан. Ҡаланан көнбайышта Фредериксборг урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Københavns Kommunes hjemmeside — Копенгаген.
- ↑ ARE207: Area by region (билдәһеҙ). Statbank.dk. Statistics Denmark (ғинуар 2016). Дата обращения: 6 август 2016. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 13 июль 2018. Архивировано 9 февраль 2015 года.
- ↑ Также возможен вариант [kʰøb̥m̩ˈhaʊ̯ˀn]
- ↑ Hvornår blev Kjøbenhavn til København? Дата обращения: 21 август 2017. Архивировано 22 август 2017 года.
- ↑ Поспелов, 2002, с. 214
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 Копенгаген // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Копенгаген // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
- ↑ Københavns historie 1728–1914 (билдәһеҙ). Den Store Danske. Дата обращения: 14 ноябрь 2013. Архивировано 29 декабрь 2013 года.
- ↑ Steffen Linvald. Københavns hvornår skete det (билдәһеҙ). København. Дата обращения: 27 май 2016. Архивировано из оригинала 2 декабрь 2013 года.
- ↑ Baltzersen, Jan Denmark and Southern Jutland during the First World War (билдәһеҙ). Dansk Center for Byhistorie. Дата обращения: 27 май 2016. Архивировано 3 декабрь 2013 года.
- ↑ 12,0 12,1 Schaldemose, 2005, p. 161
- ↑ Копенгаген признан лучшим для жизни городом 2013 йыл 20 август архивланған. // Runews24. — 3 июля 2013. (Тикшерелеү көнө: 3 июль 2011)
- ↑ Population at the first day of the quarter by urban areas, age and sex . statbank.dk. Statistics Denmark (1 ғинуар 2016). Дата обращения: 18 апрель 2016. Архивировано 25 февраль 2021 года.
- ↑ Bakken - Danmarks sjoveste forlystelsespark . Дата обращения: 26 февраль 2013. Архивировано 20 февраль 2009 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- урыҫ телендә
- Копенгаген // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Никонов В.А. Краткий топонимический словарь. — М.: Мысль, 1966. — 509 с. — 32 000 экз.
- Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.
- башҡа телдәрҙә
- Schaldemose, Anne Prytz. Copenhagen, People and Places (билдәһеҙ). — Gyldendal A/S, 2005. — ISBN 978-87-02-02751-8.
- Booth, Michael. Time Out Copenhagen (билдәһеҙ). — Penguin Group, 2003. — ISBN 978-0-14-100839-4.
- Brebbia, C. A. Sustainable Development and Planning VI (билдәһеҙ). — WIT Press, 2013. — ISBN 978-1-84564-714-8.
- Cardarelli, François. Materials Handbook: A Concise Desktop Reference (инг.). — Springer, 2008. — ISBN 978-1-84628-669-8.
- Robert Cervero. The Transit Metropolis: A Global Inquiry (билдәһеҙ). — Island Press, 1998. — ISBN 978-1-59726-931-5.
- Chisholm, Hugh, ed. (1911), "Ҡалып:Cite wikisource/make link", Encyclopædia Britannica, vol. 7 (11th ed.), Cambridge University Press
- Christopher, Paul J. Greatest Cities in the World You Should Visit (инг.). — Encouragement Press, LLC, 2006. — ISBN 978-1-933766-01-0.
- Cowie, Leonard W. Lord Nelson, 1758–1805: A Bibliography (билдәһеҙ). — Greenwood Publishing Group, 1990. — ISBN 978-0-313-28082-5.
- Cunningham, Antonia. DK Eyewitness Top 10 Travel Guide: Copenhagen (билдәһеҙ). — Dorling Kindersley Limited, 2013. — ISBN 978-1-4093-2964-0.
- Davies, Elwyn. Denmark (билдәһеҙ). — Naval Intelligence Division, 1944.
- Fountain, Jane; Korf, Dirk J. Drugs in Society: European Perspectives (билдәһеҙ). — Radcliffe Publishing, 2007. — ISBN 978-1-84619-093-3.
- Harding, Paul. Scandinavian Europe (билдәһеҙ). — Lonely Planet, 2009. — ISBN 978-1-74104-928-2.
- Hinde, Wendy. George Canning (билдәһеҙ). — Collins, 1973.
- Jason, Heda; Segal, Dimitri. Patterns in Oral Literature (билдәһеҙ). — Walter de Gruyter, 1977. — ISBN 978-3-11-081002-8.
- Kjaer, Michael; Krogsgaard, Michael; Magnusson, Peter; Lars Engebretsen, Harald Roos, Timo Takala, Savio L-Y. Woo. Textbook of Sports Medicine: Basic Science and Clinical Aspects of Sports Injury and Physical Activity (инг.). — John Wiley & Sons, 2008. — ISBN 978-1-4051-4057-7.
- Lauring, Kåre. Byen brænder – den store brand i København 1728 (дан.). — Copenhagen: Gyldendal, 2003. — ISBN 87-02-01895-0.
- Nelson, the New Letters. — Boydell & Brewer, 2005. |isbn=978-1-84383-130-3 |ref=Nelson |язык=und |автор=Nelson, Viscount Horatio Nelson}}
- O'Brien, Sally. Copenaghen. Ediz. Inglese (билдәһеҙ). — Lonely Planet, 2005. — ISBN 978-1-74104-035-7.
- Phillips, Ron. Arts Entrepreneurship and Economic Development: Can Every City be "Austintatious"? (инг.). — Now Publishers Inc, 2011. — ISBN 978-1-60198-412-8.
- Pocock, Tom. Horatio Nelson (билдәһеҙ). — Pimlico, 1994. — ISBN 978-0-7126-6123-2.
- Raabyemagle, Hanne. Harsdorff shows the way // Classicism in Copenhagen (билдәһеҙ) / Raabyemagle, H.; Smidt, C.. — Denmark: Gyldendal, 1998. — ISBN 87-00-34356-0.
- Schaldemose, Anne Prytz. Copenhagen, People and Places (билдәһеҙ). — Gyldendal A/S, 2005. — ISBN 978-87-02-02751-8.
- Bi Skaarup; Jensen, Johan R. M. Arkæologien i metroens spor — The archaeology in the tracks of the metro (билдәһеҙ). — The Orestad Development Corporation and Copenhagen City Museum, 2002. — ISBN 87-90143-15-9.
- Smith, Digby George. The Greenhill Napoleonic wars data book (билдәһеҙ). — Greenhill Books, 1998. — ISBN 978-1-85367-276-7.
- Woodward, Christopher. Copenhagen (билдәһеҙ). — Manchester University Press, 1998. — ISBN 978-0-7190-5193-7.
Һылтанмалар
үҙгәртергәКопенгаген Викимилектә | |
Копенгаген Викияңылыҡтарҙа | |
Копенгаген Викигид |
- kk.dk — Копенгаген рәсми сайты (дан.)
- Официальный сайт о туризме в Копенгагене (дан.) (инг.) (ҡыт.)
- s:Письмо о Копенгагене, писанное в июле, 1807 (Жуковский)