Дортмунд (нем.Dortmund, т.-нем. Düörpmнем.Düörpm) — Германияның көнбайышында Төньяҡ Рейн-Вестфалия ерендәге ҡала. Халҡы 585 352[24]

Дортмунд
нем. Dortmund
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 882
Рәсем
Рәсми атамаһы Dortmund
Ҡыҫҡаса атамаһы Dm[1]
ХФА-лағы транскрицияһы ˈdɔʁtmʊnt
Архивы хранятся в Dortmund City Archive[d]
Этнохороним Dortmunder, Dortmunderin һәм Dortmunderinnen
Дәүләт  Германия[2]
Административ үҙәге Ruhr Department[d]
Административ-территориаль берәмек Арнсберг[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Рур[d] һәм Эмшер[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Вестфалия[d], Рурская область[d], Вестфальская низменность[d], Эмшер[d], Рур[d], Канал Дортмунд-Эмс[d], Хёрдер-Бах[d], Рюпингсбах[d], Шонделле[d], Roßbach (Emscher)[d], Кёрнебах[d], Pleckenbrinksee[d], Хенгстайзее[d], Phoenix-See[d] һәм Ardey Hills[d][3]
Иң юғары нөктә Klusenberg[d]
Хөкүмәт башлығы Томас Вестфаль[d]
Ойошма ағзаһы VRR[d], Ruhrverband[d], Emschergenossenschaft[d][4], Lippeverband[d][5], association for pedestrian and bicycle-friendly cities, townships and districts in North Rhine Westphalia[d][6], Climate Alliance[d][7], Мэры за мир[d][8], Städtetag Nordrhein-Westfalen[d][9] һәм Landschaftsverband Westfalen-Lippe[d]
Халыҡ һаны 595 471 кеше (31 декабрь 2023)[10]
Ир-егеттәр 289 096[11]
Ҡатын-ҡыҙҙар 298 600[11]
Административ рәүештә бүленә Dortmund Innenstadt-West[d], Dortmund Innenstadt-Nord[d], Dortmund Innenstadt-Ost[d], Eving[d], Шарнхорст[d], Brackel[d], Aplerbeck[d], Хёрде[d], Хомбрух[d], Lütgendortmund[d], Huckarde[d] һәм Mengede[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 103 метр[12]
Туғандаш ҡала Амьен[d], Буффало[d], Лидс[d][13][14], Нетания[d][15][16], Нови-Сад[17][18][19], Дондағы-Ростов[20][21], Сиань, Цвиккау[d], Сити-оф-Лидс[d], Трабзон һәм Бейоглу[d]
Сиктәш Хаген, Бохум[d], Реклингхаузен[d], Унна[d], Эннепе-Рур[d], Виттен[d], Люнен[d], Кастроп-Рауксель[d], Унна[d], Шверте, Камен[d], Хольцвиккеде[d], Хердекке[d] һәм Вальтроп[d]
Туристический центр Q27971633?
Майҙан 280,71 км² (2016)[22]
Почта индексы 44135–44388
Рәсми сайт dortmund.de
Һештег Dortmund
Урынлашыу картаһы
Позицион карта
Тема иҡтисады economy of Dortmund[d]
Иң тәүге яҙма ваҡыты 882
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 105 920 һәм 5160 ± 9[23]
Урындағы телефон коды 0231 һәм 02304
Номер тамғаһы коды DO
Категория для почётных граждан субъекта Category:Honorary citizens of Dortmund[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Dortmund[d]
Карта
 Дортмунд Викимилектә

Географияһы

үҙгәртергә

Дортмунд Германияның көнбайышында Рур өлкәһендә урынлашҡан.

Ҡаланан көньяҡтараҡ Ардай тау теҙмәләре урынлашҡан, төньяҡта Мюнстерланд өлкәһе менән сиктәш. Көнсығышта Зост тигеҙлеге, көнбайышта Рур бассейны ята. Дортмунд Эмшерҙың үрге ағымында һәм Рурҙың урта ағымында ята. Төньяҡта Липпе йылғаһы аға. Дортмунд — Эмс каналы Дортмундты йылға порты каналдары селтәре менән тоташтыра.

Дортмундтың иң юғары нөктәһе Зибург районында урынлашҡан Клузенберг (нем.Klusenberg) (254 м) тауы булып тора, иң түбән нөктәһе — ҡала сигенең Эмшер йылғаһы менән киҫешкән урында 50 метр бейеклектә урынлашҡан.

Күрше ҡалалары

үҙгәртергә

Төньяҡ-көнбайышта Дортмунд Реклингхаузен округына ингән Кастроп-Рауксель һәм Вальтроп ҡалалары менән сиктәш. Көнсығыш күршеләре — Люнен, Камен, Унна. Хаген сиге артында Эннепе-Рур округы килә (Хердеке, Виттен). Көнбайыш сиге буйлап Бохум һуҙыла.

Административ структураһы

үҙгәртергә

Дортмунд ҡалаһы 12 ҡала округынан тора (stadtbezirk): өс үҙәк, һәм ун башҡа ҡулсанан тора.

 
  • Инненштадт-Вест
  • Инненштадт-Норд
  • Инненштадт-Ост
  • Эвинг
  • Шарнхорст
  • Браккель
  • Аплербекк
  • Хёрде
  • Хомбрух
  • Лютгендортмунд
  • Хуккарде
  • Менгеде
 
1618 йылда Дортмунд Гравюра.
 
Дортмунд открыткалары, 1913 йыл.

Тәүге ауыл биләмәһе Дортмундта бронза быуатына ҡарай. Тротмани (нем.Throtmanni) исеме аҫтында беренсе тапҡыр 880 йылда телгә алына[25]. 990 йылда сауҙа итеү хоҡуғы бирелә

IX—XI быуаттар дауамында ҙур булмаған ауыл була. 1152 йылда Фридрих Барбаросса бында төпләнә һәм янғындан һуң ҡаланы үҙгәртеп ҡора. Дортмунд Ганза лигаһына инә, империя ҡалаһы статусын ала. 1293 йылда һыра етештереүгә рөхсәт ала. 1320 йылдан һуң ҡала исеме документтарҙа хәҙерге исеменә яҡын була — Дорпмунд (Dorpmunde).

Утыҙ йыллыҡ һуғыш ҡалаға кире йоғонто яһамай ҡалмай. 1793 йылда Дортмунд халҡы барлығы 4500 кеше тәшкил итә[26].

1803 йылға тиклем Түбәнге Рейн-Вестфалия округының ирекле империя ҡалаһы булып иҫәпләнә, һуңынан Ораниен-Нассау кенәзлегенең эксглавы була. 1806 йылда Дортмунд, бөйөк француз Берг герцоглығының өлөшө булараҡ Рурдепартамент префектураһы составына инә.

Наполеонды еңгәндән һуң ҡала прус провинцияһы Вестфалияға күсә. Бында Дортмунд Арнсберг төбәгенең округ үҙәге була, унан 1875 йылда, ер буйһоноуындағы ҡала булып киткәс, унан төшөрөлә.

XIX быуат уртаһынан ҡорос итереү һәм күмер сығарыу индустрияһы арҡаһында Дортмунд индустриаль ҡалаға әйләнә. 1847 йылда Кельн -Минден тимер юлы асылғандан һуң Дортмунд Рур төбәгендә ҙур тимер юл узелы була. 1899 йылда Дортмунд-Эмс судоходство каналы һәм йылға порты асыла.

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында ҡала (шул иҫәптән тарихи һәм уның өлөштәре) тулыһынса тиерлек емерелә. Әммә бөтә доъяла күмер һәм ҡоросҡа булған ихтыяж арҡаһында ҡала тиҙ тергеҙелә. 1945 йылда бөтә күмер шахталары һәм тәүге домна мейесе тергеҙелә. 1950 йылда инде Дортмундта 500 000 кеше иҫәпләнә.

Файл:Phoenixsee Dortmund, Deutschland.jpg
Ҡала панорамаһы

XIV быуат Дортмунд яҡындағы Кельн һәм Зост менән бер рәттән, Германияның иң эре ҡалаларының береһе булған. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса шул осорҙа ҡала халҡы 15 000 кеше булған, әммә күпселек тарихсылар 6-10 мең кеше тип сикләй.

Урта быуаттар дауамында һуғыштар һәм эпидемиялар һөҙөмтәһендә халҡы 4000 тиклем кәмей, ләкин индустриаллаштырыү арҡаһында 1895 йылға 110 000 тиклем арта.

Тирә-яҡ ауыл һәм поглощения. херде күп йылдарҙан һуң, 1929 йылда Дортмунд 000 536 кеше йәшәй. Икенсе донъя һуғышындағы юғалтыуҙар һәм халыҡтың яҡынса яртыһын үҙеңә ҡалдырырһың, ҡала тулыһынса тиерлек емерелә. Ул бында 340 000 кеше тамамлаған мәлдә һыуҙа ғына йәшәй.

Йыл Халыҡ Йыл Халыҡ Йыл Халыҡ
1300 15 000 1 декабрь 1885 1 435 78 25 сентябрь 1956 1 885 607
1380 8 000 1 декабрь 1890 1 663 89 6 июнь 1961 1 480 641
1480 500 7 2 декабрь 1895 1 232 111 31 декабрь 1965 657 804
1600 4 000 1 декабрь 1900 1 733 142 27 май 1970 1 639 634
1700 3 000 1 декабрь 1905 1 175 577 31 декабрь 1975 630 609
1793 4 500 1 декабрь 1910 1 214 226 31 декабрь 1980 608 297
1825 794 5 1 декабрь 1916 1 268 077 31 декабрь 1985 572 094
1 декабрь 1834 1 860 6 5 декабрь 1917 1 250 536 25 май 1987 1 584 089
3 декабрь 1849 1 515 10 8 октябрь 1919 1 295 026 31 декабрь 1990 599 055
3 декабрь 1858 1 22 099 16 июнь 1925 1 743 321 31 декабрь 1995 598 840
3 декабрь 1861 1 300 23 16 июнь 1933 1 875 540 31 декабрь 2000 994 588
3 декабрь 1864 1 400 27 17 май 1939 1 261 542 31 июль, 2005 939 584
3 декабрь 1867 1 500 33 31 декабрь 1945 433 156 31 декабрь 2011 1 571 403
1 декабрь 1871 1 420 44 29 октябрь 1946 1 436 491 31 декабрь 2013 944 575
1 декабрь 1880 1 544 66 13 сентябрҙә 1950 1 349 507 31 декабрь 2014 580 511

Халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре

Демографияһы

үҙгәртергә

Дортмунд ҡалаһында ир-ат халҡы 48,4 %, ҡатын-ҡыҙҙар 51,6 % тәшкил итә[27].

Сит ил кешеләре 12,7 процент тәшкил итә. Иң ҙур диаспора булып төрөктәр, унан һуң югославтар һәм поляктар тора[27].

Дортмундтың 34,6 % халҡы инжил сиркәүенә (протестантизм) ҡарай, 29,6 % — католиктар һәм 0,7 % — йәһүдтәр[27]. Мосолмандар тураһында айырым статистика юҡ, әммә тикшеренеүселәр уны 6-8 процентҡа баһалай. 34,8 % халҡы был конфессияларҙың береһенә лә ҡарамай.

Транспорты

үҙгәртергә

Алыҫ юл транспорты

үҙгәртергә
 
Дортмунд вокзалы — Дортмундтың иң юғары бинаһынан күренеш RWE-Tower
 
Дортмунд аэропорты

Дортмунд Вестфалияла иң эре транспорт үҙәктәренең береһе булып тора. Ҡала аша үткән алты автобан (A1, A2, A40, A42, A44, A45) һәм биш тиҙ йөрөшлө трасса (B1, B54, B234, B235, B236) арҡаһында яҡшы үҫешкән ҡала селтәрҙәре магистраль юлдары селтәре менән тоташтырылған.

Дортмунд вокзалы йыл һайын 41 миллион кешене хеҙмәтләндерә. Алыҫ юл маршруттарын тиҙ йөрөшлө һәм үтә тиҙ йөрөшлө поездар хеҙмәтләндерә. Ҡалала ҡала яны поездарының 23 станцияһы һәм 25 'S-Bahn станцияһы бар.

Дортмунд аэропорты Төньяҡ Рейн-Вестфалияның ҙурлығы буйынса өсөнсө халыҡ-ара аэропорты. Төрлө авиакомпаниялар Германия эсендә лә, шулай уҡ Бөйөк Британия, Венгрия, Украина, Испания, Италия, Польша, Тунис, Франция һәм Швейцарияға сосштар яһай.

Рейн һәм Төньяҡ диңгеҙ менән тоташҡан Дортмунд — Эмс каналы Европала иң ҙур порттарҙың береһе булып тора.

Ҡала һәм ҡала яны транспорты

үҙгәртергә
 
аҫылмалы H-Bahn юлы

Ҡала яны-ҡала тимер юл транспортын Рейн-Рур төбәгенең S-Bahn электропоездарының дүрт һыҙығы, шулай уҡ күп һанллы экспресстар тәьмин итә .

Ҡала эсендә пассажирҙарҙы тиҙ йөрөшлө трамвайҙар һәм автобустар хеҙмәтләндерә.

Ҡала транспортына ҡыҙыл ике ҡатлы омнибустар, шулай уҡ тулыһынса автоматлаштырылған аҫылмалы тимер юлы H-Bahn инә.

Ҡалала велосипед юлдары селтәре күп.

Мәғарифы

үҙгәртергә
  • Дортмунд техник университеты

Ҡала «Боруссия Дортмунд» футбол клубының «йорто» булып тора. Ул немец футбол клубтарының иң яҡшыларының береһе. Боруссия — Германияның күп тапҡыр чемпионы, кубоктар Кубогына эйә, чемпиондар Лигаһы еңеүсеһе. 2008 йылда таратылғанға тиклем G-14 лигаһы ағзаһы. Үҙ стадионы — Park Iduna Signal (2005 йылдың 1 декабренә тиклем — Вестфаль стадионы, нем. Westfalenstadion) — Германияла иң ҙур футбол стадионы, 81359 кешене һыйҙыра.

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
 
Ҡала ситендәге һарай
  • Иҫке баҙар
  • Иҫке ратуша
  • Изге Ринальд сиркәүе
  • Изге Эвальд сиркәүе
  • Изге Петр сиркәүе
  • Пастор сиркәүе (Propsteikirche)
  • Изге Мария сиркәүе
  • Иоанн Креститель сиркәүе
  • Изге Бонифаций сиркәүе
  • Бөркөт башняһы
  • Вассер һарайы
  • Florianturm телебашняһы
  • Опера театры
  • Индустриаль музей
    • «Цоллерн» шахтаһы — Zollern Zeche
    • «Ганза» кокс заводы — Kokerei Hansa
    • «Hoesch» ҡорос музейы [28]
    • «Brauerei-Museum Dortmund» һыра ҡайнатыу музейы [29]
  • ике ҡатлы омнибустар
  • H-Bahn аҫылмалы тимер юлы

Туғанлашҡан ҡалалар

үҙгәртергә

Галереяһы

үҙгәртергә
Дортмундта телевизион башнянан күренеш

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә
  • «Дортмунд» — «Барбаросса» операцияһын башлауға сигнал булып хеҙмәт итеүсе шартлы һүҙ

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ISIL- und Sigeladressen mit Koordinaten ausgestattetБерлинская государственная библиотека, 2016.
  2. archINFORM (нем.) — 1994.
  3. http://geographie.giersbeck.de/karten/110.pdf
  4. https://www.eglv.de/emscher-lippe/emschergenossenschaft/
  5. https://www.eglv.de/emscher-lippe/lippeverband/
  6. http://www.agfs-nrw.de/mitglieder/dortmund.html
  7. http://www.klimabuendnis.org/nc/kommunen/das-netzwerk.html
  8. http://www.mayorsforpeace.org/english/membercity/map/europe.html
  9. http://www.staedtetag-nrw.de/mitglieder/
  10. Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2023 (нем.)DESTATIS, 2024.
  11. 11,0 11,1 https://www.statistikportal.de/de/produkte/gemeindeverzeichnisFederal Statistical Office.
  12. https://it-ch.topographic-map.com/map-w3spnx/Dortmund/?zoom=19&center=51.51134%2C7.46537&popup=51.51147%2C7.46521
  13. https://www.dortmund.de/de/leben_in_dortmund/internationales/staedtepartnerschaften/leeds/index.html
  14. https://www.leeds.gov.uk/Pages/International-Relations.aspx
  15. https://www.dortmund.de/de/leben_in_dortmund/internationales/staedtepartnerschaften/netanya/index.html
  16. https://v2.netanya.muni.il/Eng/?CategoryID=1779&ArticleID=1460
  17. https://www2.dortmund.de/de/leben_in_dortmund/internationales/staedtepartnerschaften/novi_sad/index.html
  18. https://www2.dortmund.de/de/leben_in_dortmund/internationales/staedtepartnerschaften/start_sp_1/index.html
  19. https://novisad.rs/eng/links
  20. https://www.dortmund.de/de/leben_in_dortmund/internationales/staedtepartnerschaften/rostow_am_don/index.html
  21. http://old.rostov-gorod.ru/aboutrostov/citypartners/
  22. https://www.destatis.de/DE/ZahlenFakten/LaenderRegionen/Regionales/Gemeindeverzeichnis/Administrativ/Aktuell/05Staedte.html
  23. Интерфейс программирования приложения YouTube
  24. Bevölkerung im Regierungsbezirk Arnsberg (нем.). Information und Technik. Nordrhein-Westfalen. Дата обращения: 12 ноябрь 2017. Архивировано из оригинала 12 ноябрь 2017 года. 2017 йыл 12 ноябрь архивланған.
  25. Rudolf Kötzschke (Hrsg.): Die Urbare der Abtei Werden a. d. Ruhr (= Publikationen der Gesellschaft für rheinische Geschichtskunde XX: Rheinische Urbare). Bd. 2: A. Die Urbare vom 9.-13. Jahrhundert. Hrsg. von Rudolf Kötzschke, Bonn 1908, Nachdruck Düsseldorf 1978, Bd. 3: B. Lagerbücher, Hebe- und Zinsregister vom 14. bis ins 17. Jahrhundert, Bonn 1908, Nachdruck Düsseldorf 1978, Bd. 4,I: Einleitung und Register. I. Namenregister. Hrsg. von Fritz Körholz, Düsseldorf 1978, Bd. 4,II: Einleitung, Kapitel IV: Die Wirtschaftsverfassung und Verwaltung der Großgrundherrschaft Werden. Sachregister. Hrsg. von Rudolf Kötzschke, Bonn 1958
  26. Дортмунд в XVIII веке 2007 йыл 23 июнь архивланған. (нем.) — информация с официального сайта города
  27. 27,0 27,1 27,2 Jahresbericht Dortmunder Bevölkerung 2005, Stadt Dortmund — Amt für Statistik und Wahlen
  28. Музей стали «Hoesch» (Дортмунд) — Hoesch Museum
  29. Музей пивоварения (Дортмунд) — Brauerei-Museum Dortmund

Һылтанмалар

үҙгәртергә