Онтарио (күл)
Онта́рио (ингл. Ontario) — Канада һәм АҠШ сигендәге күл, Бөйөк күлдәрҙең береһе.
Онтарио ингл. Lake Ontario, франц. Lac Ontario | |
43°41′42″ с. ш. 77°57′31″ з. д.HGЯO | |
![]() | |
Онтарио Бөйөк күлдәр системаһында | |
Илдәр | ![]() ![]() |
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге | 75 м |
Оҙонлоғо | 311 км |
Киңлеге | 85 км |
Майҙаны | 19 500 км² |
Күләме | 1640 км³ |
Яр һыҙығы оҙонлоғо | 1146 км |
Иң ҙур тәрәнлек | 244 м |
Уртаса тәрәнлек | 86 м |
Һыу йыйыу майҙаны | 64 030 км² |
Ҡойоусы йылға | Ниагара |
Ағып сығыусы йылға | Изге Лаврентий йылғаһы |
![]() |
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Онтарио
ГеографияҮҙгәртергә
Майҙаны — 19,5 мең км². Ҙурлығы буйынса донъяла 14-се, ә АҠШ-та — 5-се урынды биләй.
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 75 м. Яр буйы һыҙығының оҙонлоғо — 1146 км. Көнбайыштан көнсығышҡа табан 311 км-ға һуҙылған. Киңлеге — 85 км.
Максималь тәрәнлеге — 244 м, уртаса тәрәнлеге — 86 м.
Күлгә ҡойоусы Ниагара йылғаһы һәм каналдар аша Эри күле һәм Гудзон йылғаһы менән, ә күлдән сығыусы Изге Лаврентий йылғаһы аша — Атлантик океан менән тоташа.
Күлдең акваторияһы эргәһендә Бармаҡ-күлдәр (ингл. Finger Lakes) урынлашҡан, улар типик туннель үҙәндәргә ҡарай.
Күл буйындағы төп порттар — Торонто, Гамильтон, Кингстон (барыһы ла — Канада) һәм Рочестер (АҠШ).
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Викимилектә Онтарио темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- http://www.ngdc.noaa.gov/mgg/greatlakes/lakeontario_cdrom/html/gmorph.htm
- http://www.glakes.ru/8.html