Алйырҙан
Алйырҙан
Джунгар алйырҙаны
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Суб-тип: Умыртҡалылар
Класс: Һөтимәрҙәр
Инфракласс: Плаценталылар
Отряд: Кимереүселәр
Подотряд: Сысҡан һымаҡтар
Ғаилә: Алйырҙандар
Латинса исеме
Cricetidae Fischer-Waldheim, 1817
NCBI 337677

Алйырҙандар, ала ирләндәр (лат. Cricetidae, (рус. Хомяковые) — кимереүселәр отрядынан имеҙеүселәр ғаиләһе; Игенгә һәм баҡса емештәренә зыян килтергән ала төҫтәге, өңдә йәшәй торған кимереүсе йәнлек[1]. 600-ләп төрҙө берләштерә; Австралия, Африка һәм Азия тропиктары, Исландия һәм Антарктиданан тыш, бөтә континенттарҙа ла таралған.

Япраҡлы һәм ҡатнаш урман, ҡыр, болондарҙа, һыу янында осорай. Үҙенсәлекле итеп каҙыған өндәрендә йәшәйҙәр. Кәүҙәһе 35 см-ға, ҡойроғо 23 см-ға тиклем оҙонлоҡта, ауырлығы 650 г-ға ҡәҙәр етә. Артҡы аяҡтары алдағыларына ҡарағанда оҙонораҡ, биш бармаҡлы, ҡаты тырнаҡлы. Ябай ирлән башының ян-яҙында кәүҙәһенең алғы өлөшөндң һәм ҡолаҡ артында асың эверсман ирлене түшендә ҡараһыу таптар бар. Мороно тупаҫ һәм бер аҙ осло, колак япрағы һәм урт тоҡсацы ҙур. Енси яҡтаг 6—8 аҙнала өлгөрә. Ҡышын йоҡоға талмай, ләкин әүҙемлеге кемей.

Һыу менән бәйләнешлеләренең артҡы аяҡтарында йөзөү ярылары бар. Күп төрҙәренең йөн ҡапламы тығыҙ һәм йомшак, арҡаһы көлһыу, көрәнһыу һарынан алып ҡараға ҡәҙәр.

Ҡайһы беренең арҡаһының уртаһынан буй-буй ҡара һыҙыҡ үтә. Бер ояла 18-гә ҡәҙәр бала була. Күп төрҙәре 1—2 йыл йәшәй. Үҫемлектәр менән туҡлана. Күбеһе ауыл хужалығы культураларына зарар килтерә. Ҡайһы берҙәре ваҡ һөнәрселек өсөн әһәмиәтле. Ирлән һымаҡтар араһында йоғошло ауырыуҙар (түләмә, сума, лептоспироз) таратыусылар осорай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)