Э́ри (ингл. Erie [ˈɪri], франц. Érié) — Канада һәм АҠШ сигендәге күл, Бөйөк күлдәрҙең береһе.

Эри
ингл. Erie, фр. Érié
Координаты: пропущена долгота
Эри Бөйөк күлдәр системаһында
Эри Бөйөк күлдәр системаһында
Страны
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге174 м
Оҙонлоғо338 км
Киңлеге92 км
Майҙаны25 700 км²
Күләме480 км³
Яр һыҙығы оҙонлоғо1370 км
Иң ҙур тәрәнлек64 м
Уртаса тәрәнлек19 м
Минерализация тибыСөсө 
Ҡойоусы йылғаДетройт
Ағып сығыусы йылғаНиагара
Канада Онтарио
АҠШ
Commons-logo.svg Эри Викимилектә

ГеографияҮҙгәртергә

Атамаһы индеецтарҙың эри йәки эриелхонан[1] ҡәбиләһе исеменән барлыҡҡа килгән.

Майҙаны — 25 700 км². Ҙурлығы буйынса донъяла 11-се, ә АҠШ-та — 4-се урынды биләй. Эри күле көнбайыш-көньяҡ-көнбайыштан көнсығыш-төньяҡ-көнсығышҡа табан 388 км-ға һуҙылған. Киңлеге 92 км-ға тиклем. Уртаса тәрәнлеге — 19 м, максималь тәрәнлеге — 64 м. Диңгеҙ кимәленең бейеклеге +173,8 м.

Эри күле АҠШ-тың Мичиган, Огайо, Пенсильвания һәм Нью-Йорк штаттарының һәм Канаданың Онтарио провинцияһының яр буйҙарын йыуа.

Көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә бихисап утрауҙар бар. Һыу температураһы Многочҡышын 0—2 °C-тан йәйен 24 °C-ҡа тиклем үҙгәрә. Яр буйы өлөшө декабрҙән март-апрелгә ҡәҙәр туңа.

Күлгә Детройт, Гранд, Рейзин, Гурон, Моми, Сандаски, Куяхога йылғалары ҡоя. Күлдән ағып сығыусы Ниагара йылғаһы аша Эри күле Онтарио күле менән тоташа.

Эри күле яр буйында Буффало, Эри, Толидо, Порт-Стенли, Монро, Кливленд ҡалалары урынлашҡан.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Эриелхонан — һүҙмә һүҙ тәржемәһе «оҙон ҡойроҡ», пуманың атамаһы

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә