Йомран (лат. Spermophilus йәки Citellus) — тейен һымаҡтар (Sciuridae) ғаиләһенә ҡараған ваҡ кимереүсе йәнлек.
Кәүҙәләренең оҙонлоғо — 14–40 см, ҡойроғо 4–25 см. Артҡы тәпәйҙәре алғы аяҡтарына ҡарағандә оҙонораҡ. Ҡолаҡтары оҙон, бер аҙ һалпайған. Арҡа һыртының төҫө төрлөсә, йәшелдән көлһыу төҫкәсә. Йышыраҡ арҡаларында ҡара шаҙра була. Арҡа буйынан ҡара һыҙаты, сыбар төрткөләре лә була. Кәүҙә өлөшөнөң ситтәре буйлап асыҡ һыҙаттар үтә. Ҡорһағы ҡоңғорт-һары йәки аҡһыл төҫтә. Ҡышҡа ҡарай йомрандың тиреһе йомшара, ҡуйыра, йәйен һирәгәйә, ҡыҫҡаҡ һәм ҡатҡыл була. Уртында тоҡсалары була. Имсәктәре 4–6 иш (пар).
Йомрандар Төньяҡ ярымшарҙың уртаса киңлегендә дала, урманлы дала, туғайлы дала, урман, тундра ланшафттарында киң таралған. Асыҡ ландшафттар өсөн хас. Йылға буйҙарының биләмәләрендә Поляр түңәрәккәсә, ә дала биләмәләрендә ярым сүллеккәсә, хатта сүллектәрҙә лә, таулы урындарҙа 3500 м бейеклектә таралған. Йәшәүҙәре ер өҫтөндә, күмәкләп, үҙҙәре соҡоп яһаған өңдәрҙә йәшәйҙәр.
Өңдәренең ҙурләғә һәм оҙонлоғо тәғәйен ландшафтҡа һәм йомрандың төрөнә бәйле. Ҡомло тупраҡта оҙонлоҡ 15 метрғаса булһа, тығыҙ тупраҡлы урындарҙа 5–7 метр. Өңдәрендә йомшаҡ үлән түшәлгән б-лмәләре була. Уларҙың үҙенсәлекле характеры- ҡурҡыныс янағандә ике аяғына үрә баҫып һыҙғырыу.
Уларҙың туҡланыу ризығы — ояларынан алыҫ булмаған урындағы үләндәрҙеү тамыры һәм һабаҡ өлөштәре. Ҡайһы бер тҡрҙәре бөжәктәр менән дә туҡлана. Иген бөртөктәренән һәм -лән орлоҡтарынан аҙыҡ боло (запасы) әҙерләйҙәр. Иртәнге һәм киске эңерҙәрҙә бик әүҙемдәр, көндөҙ өңдәрендә уҙғаралар. Ҡышҡыһын улар тәрән йоҡоға талалар. Йоҡоларының оҙонлоғо географик киңлеккә ҡарай. Ҡайһы бер яҡтарҙа аҙыҡ етмәгәнлектәе йәй көндәрендә лә йоҡлайҙар.
Йомрандарҙың тороғоу ваҡыты йоҡонан уянғас, бер нисә көндән башлана. Инә йомран йылына бер тапҡыр балалай. Балаларының һаны 2 нән алып 12-гә хәтле. Йөклөлөк мөҙҙәте 23–28 көн.
Эрерәк төрҙәр тире эшкәртеү промыслаһында мөһим роль тота. Шулай уҡ һунар спортында (варминтинг) ҡулланыла.
Күп төрҙәре ауыл хужалығы культуралары дошманы. Улар шулай уҡ чума, туляремия, бруцеллёз ауырыуҙарын күсереүсе булып та тора.