Бөйөк күлдәр
Бөйөк күлдәр — Төньяҡ Америкалағы, АҠШ һәм Канада биләмәһендәге сөсө һыулы күлдәр системаһы. Йылға һәм ҡултыҡтар менән ҡушылған эре һәм ваҡ һыу ятҡылыҡтарын берләштерә. Майҙаны яҡынса 245,2 мең км², һыу күләме 22,7 мең км³. Бөйөн күлдәр тип биш күлде атайҙар: Үрге, Гурон, Мичиган, Эри һәм Онтарио. Улар менән бер нисә урта күл тоташҡан. Улар араһында иң мөһимдәре: Сент-Мэрис, Сент-Клэр, Нипигон. Күлдәр Атлантик океан бассейнына ҡарай.
Изге Лаврентий йылғаһы буйлап аҡҡан һыу. Күлдәрҙең нигеҙ соҡорон формалауға тектоник процесстар ҙур йоғонто яһаған.
Боҙлоҡ массаһы Ер ҡабығына бата, ә һуңынан, боҙлоҡ эрегәс, кире процесс башланған. Боҙлоҡ эрегәс һыу массаһы барлыҡҡа килгән. Бөйөк күлдәрҙең төньяҡ яр буйы көньяҡҡа ҡарағанда тиҙерәк күтәрелә, был «ауҙарыу» процессы көньяҡты һыу аҫтында ҡалдыра.
Суднолар йөрөшө һәм балыҡсылыҡ үҫешкән. 3000 км оҙонлоғонда суднолар йөрөү өсөн каналдар яһалған. Бөйөк күлдәр Гудзон йылғаһы һәм Миссисипи йылғаһы бассейны менән каналдар менән тоташҡан.
Төп порттары: Чикаго, Милуоки, Детройт, Кливленд, Буффало, Торонто.
ГеографияҮҙгәртергә
Бөйөк күлдәр, барыһын бергә ҡушһаң да Байкал күленән ҡалышҡан, Ерҙәге иң ҙүр сөсө һыу тупланмаһы булып тора. Улар бер-береһе менән йылғалар һәм каналдар менән тоташҡан, шуға һык бер күлдән икенсе күлгә аға. Үрге күле планеталағы майҙаны буйынса иң ҙур күл булып тора, ә биш күлдең иң бәләкәйе — Онтарио — Европаның иң ҙур күле Ладоганан ҙурырыҡ. Уртаса тәрәнлеге, бик ҙур булмаһала, Балтик һәм Төньяҡ диңгеҙҙәренән тәрәненрәк.
Күл | Эри | Гурон | Мичиган | Онтарио | Үрге |
---|---|---|---|---|---|
Һыу өҫтө маҙаны | 25 700 км² | 59 600 км² | 58 000 км² | 19 500 км² | 82 400 км² |
Күләме | 480 км³ | 3540 км³ | 4900 км³ | 1640 км³ | 12 000 км³ |
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге | 174 м | 176 м | 176 м | 75 м | 186 м |
Уртаса тәрәнлеге | 19 м | 59 м | 85 м | 86 м | 147 м |
Максималь тәрәнлек | 64 м | 230 м | 281 м | 246 м | 406 м |
Төн торолмалар(?) | Буффало, Нью-Йорк Кливленд, Огайо Эри, Пенсильвания Толидо, Огайо |
Сарния, Онтарио Порт-Гурон, Мичиган Бей-Сити, Мичиган |
Чикаго, Иллинойс Гэри, Индиана Грин-Бей, Висконсин Милуоки, Висконсин |
Гамильтон, Онтарио Кингстон, Онтарио Ошава, Онтарио Рочестер, Нью-Йорк Торонто, Онтарио Миссисауга, Онтарио |
Дулут, Миннесота Су-Сент-Мари, Онтарио Тандер-Бей, Онтарио Маркетт, Мичиган |
Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Grady Wayne The Great Lakes: the natural history of a changing region — David Suzuki Foundation., 2007. — ISBN 9781553651970.
- Anin, Peter. (2006) The Great Lakes Water Wars Island Press ISBN 1-55963-087-6
- Beltran, R. et al. The Great Lakes: An Environmental Atlas and Resource Book . (United States Environmental Protection Agency and Government of Canada, 1995, ISBN 0-662-23441-3).
- Coon, W.F. and R.A. Sheets. Estimate of Ground Water in Storage in the Great Lakes Basin [Scientific Investigations Report 2006-5180]. Department of the Interior, U.S. Geological Survey, 2006.
- Боли А., Северная Америка, [пер. с франц.], М., 1948.
- Канада. Географические районы, пер. с англ., М., 1955.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Великие озёра — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание). О. А. Спенглер
- Документальный фильм о Великих озёрах, рецензия (англ.)