Беринг боғаҙы (ингл. Bering Strait) — Евразия (Чукотка ярымутрауы) һәм Төньяҡ Америка (Аляска ярымутрауы) ҡитғаларын айырыусы Төньяҡ Боҙло һәм Тымыҡ океандар араһындағы боғаҙ.

Беринг боғаҙы
Боғаҙға йыһандан күренеш
Боғаҙға йыһандан күренеш
Координаты: пропущена долгота
ТоташтыраЧукот диңгеҙе, Беринг диңгеҙе
Илдәр
БүләЕвразия һәм Американы 
Ситке мороноДежнёв мороно, Уэльс принцы мороно
Киңлеге86 км
Иң тәрән урыны91 м
Аляска
Точка
Беринг боғаҙы
 Bering Strait Викимилектә

География

үҙгәртергә

Иң бәләкәй киңлеге — 86 км, фарватерҙың иң һай урыны — 36 м. Боғаҙ Чукот диңгеҙен (Төньяҡ Боҙло океан) Беринг диңгеҙе (Тымыҡ океан) менән тоташтыра. Сәйәхәтсе Витус Ионассен Беринг хөрмәтенә аталған, ул 1728 йылда ошо боғаҙ аша үткән[1].

Беринг боғаҙының уртаһында Диомид утрауҙары урынлашҡан: көнбайыштараҡ Ратманов утрауы (Рәсәй) һәм көнсығыштараҡ Крузенштерн утрауы (АҠШ). 1867 йылғы Аляска һәм Алеут утрауҙарын һатыу тураһындағы килешеүгә ярашлы, Рәсәйҙең һәм АҠШ-тың дәүләт сиге ошо ике утрау араһынан үтә.

XIX быуат аҙағынан хәҙерге көндәргә тиклем Беринг боғаҙы аша тоннель йәки күпер төҙөү проекттары буйынса фекер алышыуҙар бара.

Яҡынса 10 мең йыл элек һәм унан алдараҡ кешеләр Азиянан боғаҙ аша үтеп Америка ҡитғаһына күсеп ултырғандар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Берингов пролив // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.

Һылтанмалар

үҙгәртергә