Ҡаялы тауҙар
Ҡаялы тауҙар (ингл. Rocky Mountains) — Төньяҡ Америкалағы Кордильер тауҙары системаһының төп тау һырты. Ул АҠШ меннән Канаданың көнбайышында 60 һәм 32° төньяҡ киңлектәр арауығында урынлашҡан.
Ҡаялы тауҙар ингл. Rocky Mountains | |
![]() | |
42°23′ с. ш. 115°56′ з. д.HGЯO | |
Илдәр | ![]() ![]() |
Уранлашыуы | Төньяҡ Америка |
Тау системаһы | Кордильерҙар |
Майаны | 991 691 км² |
Оҙонлоғо | 2750 км |
Киңлеге | 1765 км |
Иң юғары нөктәһе | Элберт |
Юғары нөктәһе | 4399 м [1] |
![]() |
ЭтимологияҮҙгәртергә
Тауҙарҙың «Ҡаялы тауҙар» (ингл. Rocky Mountains) атамаһын канаданың тәү килгән кешеһе, сығышы буйынса француз Пьер Готье Варенн де ла Верандри[fr] 1743 йылдың 1 ғинуарында Pierre Jaune (бөгөнгө Йеллоустон — һары таш йылғаһың кисеп сыҡҡан саҡта биргән[2]. Александр Макензи 1793 йылда тауҙарҙы ашҡан һәм уларҙы Stoney Mountains — «Ҡаялы тауҙар» тип атаған. XIX быуаттың икенсе яртыһында тауҙарға элекке атамаһын ҡайтарғандар.
ГеологияҮҙгәртергә
Төньяҡ Ҡаялы тауҙары (төньяҡ киңлектән төньяҡҡа 45°) (Робсон тауы) 3954 м бейклеккә ҡәҙәр гранит ҡатламынан тора. Ҡаялы тауҙар ҡығҡа тау һырттарынан тора. Улар ҡом ҡатламы, баосыҡ сланецтары, бурташ менән аралаш ҡатламдар хәсил итә һәм 4401 м бейеклеккә ҡәҙәр етә (Элберт тауы. Ул Ҡаялы тауҙарҙың иң бейек нөктәһе.
Молибден, баҡыр, алтын, көмөш, ярым металдар, нефть, ҡаҙылма күмер сыҡҡан киң урындар бар. Янартау күренештәре: Гейзерҙар, ҡайнар шишмәләр, һәм ер тетрәүҙәр күҙәтелә.
КлиматыҮҙгәртергә
Ҡаялы тауҙарҙа ҡәҙимге тау климаты. Уртаса йыллыҡ температура 6 °C тирәһендә тирбәлә. Июлдә иң йылы осор, уртаса температура 28 °C ҡа барып етә. Ғинуарҙа иң һыуыҡ осор −14 °C тирәһендә була. Был иң һыуҡ осор. Йыллыҡ яуым-төшөм 360 мм самаһы.
Ҡаялы тауҙарҙа йәй йылы һәм ҡоро, сөнки ямғыр болоттарын көнбайыш тау һырттары тотҡарлай. Йәй уртаса йылылыҡ 15 °C тирәһе. Ғыш ҡарлы һәм һыуыҡ була. Уртаса −2 °C. Ҡар ҡатламы уртаса 29 см. Яҙ уртаса температура 4 °C, яуым-төшөм 107 мм. Көҙ яуым-төшөм 66 мм һәм һауа температураһы 7 °C тирәһе.
Флора һәм фаунаҮҙгәртергә
Үҫемлектәр донъяһын урмандар өҫтөнлөк итә. Төньяҡта тау-тайга һәм төньяҡта ҡарағай урмандары. Урман сиге бейеклеге төньяҡта 1500 метрҙан 3600 метрғаса, юғарыраҡ Альп бүлкәте һәм мәңгелек туңлыҡ.
Урмандарында шыршы, ҡарағай һәм аҡ шыршы ылыҫлы ағастары ҡайын һәм саған менән ҡатнаш. Арктик бүлкәттең киңлектәре кәрлә ҡайын менән ҡапланған. Тайга яғында ылыҫлы ағастар ғына үҙмәй. Унда ҡайын, уҫаҡ, тирәк таралған. Үҙәндәрҙә дала һәм ярым дала.
Бейек тау хайуандарынан бында ҡар кәзәһе, ҡалынмөгөҙ, мышылар, төлкө таралған. бәнерәк итәктәрҙә байбаҡ, аҡҡуян, ҡара ҡойроҡло туғай эте, һәм койот йәшәй.
Ҡаялы тауҙарҙың үпселек ҡоштарын күсмә ҡоштар тәшкил иә. Йәй айҙарында улар балаларын туйындыра. Ултыраҡ ҡоштарҙан бында Һарыбаш тумыртҡа, аҡ ағуна, ҡыҙылтүштең ҡайһы бер төрҙәре һәм өкө.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Скалистые горы. Информационная система географических названий (США), Геологическая служба США. 6 ноябрь 2012 тикшерелгән.
- Peakware.com
- Скалистые горы — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә. Г. М. Игнатьев
- Ҡаялы тауҙар // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Географический энциклопедический словарь — М., 1986.
- Baron Jill Rocky Mountain futures: an ecological perspective — Island Press, 2002. — ISBN 1559639539.
- Newby Rick The Rocky Mountain region — Greenwood Press, 2004. — ISBN 031332817X.