Яр буйы һырттары (ингл. Pacific Coast Ranges — Канадала, ингл. Pacific mountain system — АҠШ-та) — Төньяҡ Американың көнбайыш яр буйҙары буйлап Алясканан үҙәк Мексикаға саҡлы һуҙылған тау һырттары теҙмәһе.

Яр буйы һырттары
ингл. Pacific Coast Ranges
Олимпик һыртындағы Констанс тауы
Олимпик һыртындағы Констанс тауы
Характеристики
Майҙаны977 500 км²
Оҙонлоғо4222 км
Киңлеге2314 км
Бейек нөктәләре
Иң бейек түбәһеУитни 
Абсолют бейеклеге4418[1] м
Урынлашыуы
41°52′ с. ш. 123°23′ з. д.HGЯO
Тау системаһыКордильер тауҙары 
 Яр буйы һырттары Викимилектә

География

үҙгәртергә
 
Кламат тауҙары

Яр буйы һырттары Кордильер тауҙарының бер өлөшө булып тора[2]. Һырттар Тымыҡ океан яр буйҙары буйлап АҠШ сиктәрендә — 7240 км-ға, Канада буйлап 1600 км-ға һәм Мексикала 1300 км-ға һуҙылған. Яр буйы һырттары 8 төп өлөштән тора (төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай): Яр һырты (Британская Колумбия), Ванкувер утрауының һәм Королева Шарлотта утрауҙарының тауҙары, Каскад тауҙары, Олимпик тауҙары, Вашингтон һәм Орегон яр буйы һырттары, Кламат тауҙары, Калифорния яр буйы һырттары, Арҡыры һырттар. Йыш ҡына Яр буйы һырттары составына Сьерра-Невада тауҙарын да индәерәләр[3]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә