Виннипег (күл)
Ви́ннипег — Канаданың Манитоба провинцияһындағы эре күл.
Озеро | |
Виннипег | |
---|---|
ингл. Lake Winnipeg | |
Морфометрия | |
Абсолют бейеклеге | 217[1] м |
Үлсәме | 416[1] × 100[2] км |
Майҙаны | 24 300[3] км² |
Иң тәрән урыны | 36[2] м |
Уртаса тәрәнләк | 12[2] м |
Бассейн | |
Площадь бассейна | 984 200[1] км² |
Впадающая река | Виннипег |
Урынлашыуы | |
52°07′ с. ш. 97°15′ з. д.HGЯO | |
Ил | |
Провинция | Манитоба |
Виннипег Викимилектә |
География
үҙгәртергәВиннипег ҡалаһынан яҡынса 55 км төньяҡтараҡ урынлашҡан. 1990-сы йылдарҙан Виннипег һыуһаҡлағысына инә.
Виннипег күле — майҙаны буйынса Канадала 5-се, ә донъяла 12-се сөсө күл. Күл сағыштырмаса бик һай (уртаса тәрәнлеге 12 м тәшкил итә[2]).
Көнсығыш яр буйында кеше аяғы баҫмаған тайга урмандары үҫә һәм бихисап шишмәләр аға. Был төбәк тиҙҙән ЮНЕСКО-ның бөтә донъя тәбиғәт мираҫы исемлегенә индерелеүе мөмкин. Күл төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай 416 километрға һуҙылған[1]. Яр буйы ҡомло оҙон пляждарҙан, ҙур эзбиз ҡаяларҙан тора. Күлдә бер нисә йөҙ утрауҙар бар, башлыса уларҙа кешеләр йәшәмәй. Һыу йыйыу бассейны яҡынса 984200 км² тәшкил итә, был территорияға Канаданың Альберта, Саскачеван, Манитоба, Онтарио һәм АҠШ-тың Миннесота һәм Төньяҡ Дакота штаттары керә.
Күлгә ҡойған йылғалар: Саскачеван, Ред-Ривер, Виннипег, Бладвейн, Поплар, Манигатоган, Беренс, Мукутава, Блэк-Ривер.
Күл буйында урынлашҡан тораҡ пункттар: Гранд-Рапидс, Беренс-Ривер, Гранд-маре, Хекла, Гимли, Джекхед-Харбор.
Тәбиғәтте һаҡлау
үҙгәртергәКүлдең яр буйында ике заказник һәм провинциаль тәбиғи парк ойошторолған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Lake Winnipeg (ингл.). Canadian Encyclopedia. Дата обращения: 15 июль 2012. Архивировано 6 август 2012 года. 2012 йыл 8 октябрь архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Lake Winnipeg: Quick facts.html (ингл.). Manitoba Government. Дата обращения: 15 июль 2012. Архивировано 6 август 2012 года. 2018 йыл 14 сентябрь архивланған.
- ↑ А. П. Горкин, ed. (2006), "Виннипег", География. Современная иллюстрированная энциклопедия., М.: Росмэн