Искәндәр — башҡорт һәм төрки телле халыҡтарҙа киң таралған ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Искәндәр — ғәрәптәрҙән таралған «батыр», «ғәйрәтле», «кешеләрҙе яҡлаусы» мәғәнәһен аңлатҡан ир балаларға ҡушылған мосолман исеме[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Искәндәр Зөлҡәрнәй (грек. Μέγας Aλέξανδρος, шулай уҡ Александр III, Бөйөк Александр, мосолман илдәрендә Искәндәр Зөлҡәрнәй (Ҡушмөгөҙлө Искәндәр) исеме аҫтында билдәле) — беҙҙең эраға тиклем 336—324 йылдарҙа Македония хакимы.

Искәндәр Садиҡ улы Дауытов (2 сентябрь 1923 йыл — 26 сентябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, ҡыҙылармеец, Башҡорт атлы дивизияһы пулеметсыһы. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).

Искәндәр Абрар улы Миһранов (1 декабрь 1939 йыл) — мәғариф ветераны, тарих уҡытыусыһы, ауыл хәбәрсеһе, тыуған яҡты өйрәнеүсе, һәүәҫкәр йырсы һәм ҡурайсы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, Салауат районының Рәми Ғарипов исемендәге премияһы лауреаты (1997).

Искәндәр Шәүкәт улы Әхәтов (18 август 1956 йыл) — Рәсәй ғалимы, физик-механик.Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2002). Физика-математика фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1985).

Искәндәр Алмас улы Ғафаров (5 апрель 1990 йыл) — музыкант, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2010).

Искәндәр Хәниф улы Ғәзизов () — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Белорет районы Йөйәк ауылында тыуған.

Усманов Искәндәр Йософ улы (15 октябрь 1950) — СССР һәм Рәсәй үҫемлектәр физиологы, эколог. Биология фәндәре докторы (1987), профессор (1991).

Искәндәр Әғзәм улы Саяпов (15 сентябрь 1934 йыл — 8 июль 2008 йыл) — сценограф, рәссам. 1985—1997 йылдарҙа Туймазы татар дәүләт драма театрының баш рәссамы.

Искәндәр Ғөбәйҙулла улы Ишморатов (1908 йыл — 6 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец.

Искәндәр Арыҫланбәк улы Әлимғолов (рус. Алимгулов Искандар Арасланбекович (25 декабрь 1908 йыл — 18 декабрь 1974 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры.

Искәндәр Әлүк улы Батыршин (1819 йыл — ?) — педагог, тәржемәсе. Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Аллағыуат ауылында тыуған.

Фамилияла

үҙгәртергә

Искәндәрова Хәнифә Сиражи ҡыҙы (20 март 1928 йыл — 4 сентябрь 2020 йыл) — өс тиҫтә ярым йылдан артыҡ Салауат районы Арҡауыл урта мәктәбендә (бөгөн (Айҙар Байыҡ) исемендәге мәктәп) биология фәненән белем биргән хаҡлы ялдағы уҡытыусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1968), СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы (1982), РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967), СССР-ҙың VIII (1970—1974) һәм IX (1974—1979) саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXIV съезы (1971) һәм Уҡытыусыларҙың беренсе Бөтә Союз съезы (1968) делегаты. Салауат районының почётлы гражданы.

Искәндәров Әхмәт Гәрәй улы (1 ғинуар 1949) — педагог, йәмәғәт эшмәкәре. Зәйнәб Биишева исемендәге мәрхәмәтлек фонды президенты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2014).

Искәндәров Марсель Бәғҙәт улы (1 ғинуар 1961 йыл — 2004 йыл) — журналист, яҙыусы. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1985—1997 йылдарҙа хәҙерге «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре, 1997—2004 йылдарҙа «Аманат» журналының әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөхәррире.

Искәндәров Гәрәй Яңыбай улы 15 ғинуар 1911 йыл — 7 декабрь 1996 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, оло сержант, ҡыҙылармеец. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) кавалеры.

Искәндәрова Сәрүәр Рәшит ҡыҙы псевдонимы Кинйә Мәзит; 8 декабрь 1957 йыл) — журналист, яҙыусы, шағир һәм драматург. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар (2000) һәм Журналистар (1982) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005), Мифтахетдин Аҡмулла, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге әҙәби премиялар һәм Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге премияһы (2001) лауреаты.

Искәндәрова Тамара Ишбулды ҡыҙы 10 июнь 1958 йыл) — башҡорт шағиры, журналист һәм тәржемәсе. 2010—2020 йылдарҙа «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире. 1992 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар, 2004 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2012), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).

Топонимикала

үҙгәртергә

Искәндәриә (Александрия) — Нил дельтаһында урынлашҡан ҡала, Мысырҙың икенсе иң ҙур ҡалаһы һәм төп диңгеҙ порты.

Искәндәриә маяғы — (Фа́рос мағы ) — Беҙҙең эраға тиклем III быуатта Фарос утрауында, Египет ҡалаһы Искәндәриә эргәһендәге Фарос утрауында ҡуйылған. Донъяның ете мөғжизәһенең береһе. Портҡа Бөйөк Искәндәр нигеҙ һалған.

Искәндәриә китапханаһы — Египеттә, Урта диңгеҙ ярындағы Искәндәриә ҡалаһындағы китапхана һәм мәҙәни үҙәк. Боронғо емерелгән Искәндәриә китапханаһы урынында төҙөлгән.

Әҙәбиәттә

үҙгәртергә

Искәндәрнамә — фарсы шиғриәте классигы Низами Гәнжәүиҙең бишенсе поэмаһы, уның фарсы телендә 1194 һәм 1202 йылдар араһында яҙылған «Хәмсә» тигән йыйынтығына инә. Поэма Искәндәр Зөлҡәрнәй тураһындағы төрлө сюжеттарҙың һәм риүәйәттәрҙең әҙәби эшкәртмәһе булып тора. Поэма Әһәр ҡалаһының хакимы Носрат-әл-Дин Бискин бин Мөхәммәткә арнала.

Искәндәр Мораҙымов — Әхиәр Хәкимовтың «Өйөрмә» романындағы образ

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ