Искәндәриә маяғы
Искәндәриә мая́ғы (Фа́рос мағы ) — Беҙҙең эраға тиклем III быуатта Фарос утрауында, Египет ҡалаһы Искәндәриә эргәһендәге Фарос утрауында ҡуйылған. Донъяның ете мөғжизәһенең береһе[1][2].
Маяк | ||
Искәндәриә маяғы
Φάρος της Αλεξάνδρειας | ||
Искәндәриә маяғы, археолог Г. Тирш һүрәте (1909) | ||
Ил | Египет | |
Урынлашҡан | Искәндәриә | |
Ғәмәлдәге хәле | эшләмәй | |
| ||
[[:commons:Category: Pharos of Alexandria Викимилектә|Искәндәриә маяғы]] Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәМаяҡ Искәндәриә ҡалаһы эргәһендә, Урта диңгеҙҙәге Фарос утрауында төҙөлгән. Ҡоролманы утрау исеме менән «Фарос маяғы» тип атағандар. Портҡа Бөйөк Искәндәр нигеҙ һалған. Беҙҙең эраға тиклем 332 йылда Боронғо Египетҡа килгәнендә шулай хәл иткән.
Уны егерме йылда төҙөп бөтөргә ниәтләгәндәр, әммә төҙөлөш б. э. т. 283 йылда уҡ тамамланған. Ғәйәт ҙур ҡоролманы төҙөүгә биш йыл ғына ваҡыт киткән. Был Египет менән батша Птолемей II идара иткән осорҙа була. Архитекторы Сострат Книдски.
Порт урынлашҡан бухтаға инеү хәүефле булған. Бигерәк тә, төндә. Сөнки, инә торған юлда риф тауҙары тауҙары ятҡан. Маяҡ караптарға имен-аман бухтаға инергә ярҙам итергә тейеш булған. Төндә факелдың һыуға төшкән шаңдағы, ә көндөҙ төтөн бағанаһы караптарға юҫыҡланырға ярҙам иткән.
Маяҡ мең йылға яҡын хеҙмәт иткән. Тик 796 йылда ер тетрәү һөҙөмтәһендә ныҡ зыян күргән. Аҙаҡ Египетҡа килгән ғәрәптәр ғәрәптәр тергеҙеп маташҡандар. XIV быуатта маяҡтың бейеклеге 30 м тирәһе булған. XV быуат аҙағында солтан Кайт-Бей маяк урынында ҡәлғә төҙөткән. Ул ҡәлғә әле лә тора.
Фарос маяғы өс мәрмәр башнянан торған. Нигеҙе ҙур-ҙур ауыр таш плитәләрҙән (блок) һалынған. Башняның аҫҡы өлөше дүрт мөйөшлө булған. Бүлмәләрендә эшселәр һәм һалдаттар йәшәгән. Урта өлөшөн бәләкәйерәк итеп, һигеҙ ҡырлы итеп эшләгәндәр. Уның эсендәге өйрөлтөп һалынған пандус аша башняның өҫкө, цилиндр формаһындағы өлөшөнә, факел торған урынға күтәрелгәндәр.
Яҡтылыҡты йүнәлтеүсе
үҙгәртергәМаяктың дөйөм бейеклеге — 120—135 метр булған. Факелдың яҡтылығы 51 км-ҙан (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса 83 км-ҙан ) күренеп торған.
Аҫҡы өлөшө - 60 метр бейеклегендәге һәм һәр яғы 30.5 м оҙонлоғондағы , призма формаһындағы квадрат нигеҙле башня . Эсендә һәр төрлө кәрәк-яраҡ һаҡланған.
Мөйөштәре Тритон һындары менән биҙәлгән яҫы түшәме, өҫтәге һигеҙ ҡырлы башня өсөн нигеҙ булып торған. Был 40 м бейеклектәге башня аҡ мәрмәр менән көпләнгән .
Маяктың өҫкө (өсөнсө) ҡатын цилиндр рәүеше биреп, 8 бағана ( колонна) ултыртып эшләгәндәр. Улар өҫтөндә диңгеҙҙәр батшаһы Посейдондың, (йәки, Зевстың) 8 метрлы бронза һынын тотоп торған көмбәҙ ултыра.
Факел көнөн-төнөн янып торһон өсөн бик күп яғыулыҡ кәрәк булған. Утынды мулдар егеп, арбаларҙа пандус аша ташып торғандар. Факелдың артҡы яғында бронза көҙгөләр торған. Улар яҡтылыҡты, диңгеҙ яғына сағылдырып торғандар. Маяктың тағын бер тәғәйеләнеше- дошмандан һаҡлаусы ҡәлғә лә булып торған. Искәндәриә маяғы ярҙамында боронғо ғалимдар иң беренсе башлап ерҙең радиусын үлсәгәндәр тигән фараз да бар (2008 йылда әйтелә) [3].
Маяҡтың юҡҡа сығыуы
үҙгәртергәXII быуатта бухта һайыға. Караптар инеү ҡыйынлаша. Маяҡ ҡулланыштан төшөп ҡала. Көҙгө булып хеҙмәт итеүсе баҡыр пластинкаларҙы , моғайын, аҡса өсөн иретеп алғандарҙыр.
Маяҡ өс тапҡыр ер тетрәүгә эләгә: 956, 1303 һәм 1323 йылдарҙа. Һуңғыһында, XIVбыуатта ер тетрәү һөҙөмтәһендә тулыһынса емерелеп ҡуя. Ватыҡтарын ҡәлғә төҙөү өсөн файҙаланғандар. Ҡәлғәне бер нисә тапҡыр яңыртып төҙөгәндәр ( ҡәлғә әле лә бар).
Тикшеренеү эштәре
үҙгәртергә1968 йылда ЮНЕСКО тарафынан маяҡтың ҡалдыҡтарын тикшереү ойошторола. Был эште күренекле археолог, һыу төптәрен тикшереүсе Хонор Фрост алып бара [4]: 1997 йылда был Франция хөкүмәте экспедиция өсөн Хонор Фростты « Египеттә һыу аҫты археологияһына индергән яңылыҡтар хөрмәтенә » миҙалы менән бүләкләй.
2015 йылда Египет етәкселеге маяҡты яңынан төҙөргә тигән тәҡдимгә ыңғай яуап бирә. Маяҡты Фарос утрауында, элекке ултырған еренә яҡын төҙөйәсәктәр[5][6]
Маяҡ “иҫән” саҡта төшөрөлгән бер һүрәте лә юҡ. Реконструкторҙар бары ғәрәп яҙмаларында ҡалған мәғлүмәттәргә генә таянып күҙ алдына килтерәләр. Маяҡ эшләү өсөн өлгө итеп Египет ҡалаһы Абусирҙа табылған табут өҫтөндәге башняны алыуҙары мөмкин. Уның ҡуйылған ваҡыты Искәндәриә маяғыныҡы менән тап килә. Ҡайһы бер тарихсылар Абусир башняһы Искәндәриә маяғының кесерәйтеп эшләнгән күсермәһе тип һанай.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Маяк Александрийский (Фаросский) Античный мир. Словарь-справочник. EdwART. 2011.
- ↑ ФАРОССКИЙ МАЯК. Энциклопедический словарь. 2009.
- ↑ DIO volume 14, pages 3-12 and page 2 footnote.
- ↑ Стивен Шварц. A Preliminary Survey of the Eastern Harbour, Alexandria, Egypt Including a Comparison of Side Scan Sonar and Remote Viewing 2018 йыл 22 декабрь архивланған. (инг.) на сайте stephanaschwartz.com
- ↑ В Египте решили заново построить Александрийский маяк — Meduza
- ↑ The Archaeology News Network: Egypt approves replica Pharos lighthouse plans 2016 йыл 4 апрель архивланған.