Әлимғолов Искәндәр Арыҫланбәк улы

112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, лейтенант

Әлимғолов Искәндәр Арыҫланбәк улы (рус. Алимгулов Искандар Арасланбекович (25 декабрь 1908 йыл — 18 декабрь 1974 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. 294-cе кавалерия полкы элемтәсеһе. 2-се Украина фронты 309-сы уҡсылар полкы командирының урынбаҫары. Лейтенант.[1][2]. Педагог. РСФСР-ҙың мәғарифы алдынғыһы.

Әлимғолов Искәндәр Арыҫланбәк улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 25 декабрь 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Ҡанбулат (Мәләүез районы), Ергән ауыл советы, Мәләүез районы, СССР
Вафат булған көнө 18 декабрь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Мәләүез, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы, комиссар
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы
Хәрби звание лейтенант[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы

Биографияһы үҙгәртергә

 
Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы ғаиләһе Ҡара Яҡуп земство мәктәбе алдында, 1908 йыл

1908 йылда хәҙерге Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылы земство (рус-башҡорт) мәктәбе уҡытыусыһы Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы менән Фатима Мөхәмәтйән ҡыҙы ғаиләһендә тыуған. Тыуыу тураһында таныҡлығына хәҙерге Мәләүез районы Ҡамбулат ауылында 1908 йылдың 25 декабрендә тыуған тип яҙылһа ла, был шикле, сөнки 1908 йылдың йәйендә билдәле этнограф М.Круковский Ҡара Яҡуп ауылында ғаиләне фотоға төшөргән (әсәһенең ҡулындағы бәләкәй бала- Искәндәр Арыҫланбәк улы тигән фекер бар) [сығанаҡ 974  көн күрһәтелмәгән].

1918 йылдың 28 сентябрендә Стәрлетамаҡ өйәҙе Советы эшмәкәре, атаһы Арыҫланбәк Әлимғолов аҡтар тарафынан Стәрлетамаҡ ҡалаһында атыла. Ғаиләгә төшкән бик күп һынауҙарға ҡарамаҫтан, Әлимғоловтарҙың барыһы ла белемгә ынтыла. Искәндәр башланғыс белемде үҙенең ағаһы Мөҡәддәс Әлимғолов уҡытҡан Юлдаш мәктәбендә ала. Искәндәр (1908), Әнүәр (1917 — 8.08.1941), Тәлғәт (1919—1941) Стәрлетамаҡ балалар йортонда, педагогия техникумында уҡый. Һуғышҡа тиклем улар Воскресенский (хәҙерге Мәләүез), Йомағужа (хәҙерге Күгәрсен), Бөрйән райондарында уҡытыусы булып эшләй. Әхнәф Арыҫланбәк улы Ҡазанда университет (физика-математика факультетын) тамамлағандан һуң Үзбәкстанға, Андижан ҡалаһына ебәрелә, 24-се мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә. Бер туған Әлимғоловтар: Мөҡәддәс, Әхнәф, Искәндәр, Әнүәр, Тәлғәт — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Әнүәр менән Тәлғәт 1939—1940 йылдарҙан Ҡыҙыл Армия сафтарында хеҙмәт итә, һуғышты улар ил сигендә ҡаршылай һәм оҙаҡламай дошман менән ҡаты алыштар ваҡытында һәләк була.

1930 йылда Искәндәр Арыҫланбәк улы Стәрлетамаҡ педагогия техникумын, һуңыраҡ ситтән тороп уҡытыусылар институтын тамамлай. Башланғыс кластар, физика һәм математика уҡытыусыһы, мәктәп директоры булып эшләй.

1930 йыл, 1 сентябрь — 1931 йыл, 1 март Аптраҡ башланғыс мәктәбе мөдире һәм уҡытыусыһы (хәҙерге Мәләүез районы)

1931 йыл, 1 март — 1932 йыл, 1 март — Аптраҡ ШКМ мөдире (ШКМ- крәҫтиән йәштәре мәктәбе)

1932 йыл, 1 март — 1933 йыл, 1 сентябрь — Мәләүез татар-башҡорт мәктәбе (ШКМ) мөдире

1933 йыл, 1 сентябрь — 1936 йыл, 1 август — Аптраҡ НСШ (тулы булмаған урта мәктәп) директоры

1936 йыл, 1 сентябрь — 1941 йыл, 7 декабрь — Хоҙайбирҙин НСШ (тулы булмаған урта мәктәп) директоры (Бесәнсе, хәҙерге Күгәрсен районы)

1941 йыл, 7 декабрь — 1943 йыл, 3 июль — армия сафтарында була. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкында (Воронеж фронты) элемтәсе булып хеҙмәт итә.

1942 йылдың сентябренән 1943 йылдың ғинуарына тиклем Воронеж фронты политсоставын әҙерләү буйынса курстарҙа уҡый. Шул уҡ йылдың ғинуар-март айҙарында 2-се Украина фронтының 309-сы уҡсылар полкы командирының политик бүлек буйынса урынбаҫары (замполит) була. 1943 йылдың мартында Полтава янындағы көслө алыштар ваҡытында ҡулы ҡаты йәрәхәтләнә һәм эвакогоспиталгә ебәрелә (№ 1878, Өфө, Октябрь революцияһы урамы, 10).

Госпиталдән һуң ауылда яңынан мәктәптә эш башлай. Кире фронтҡа ебәреүҙәрен һораһа ла, Искәндәр Арыҫланбәк улын, ҡаты яралы булыу сәбәпле, фронтҡа башҡа ебәрмәйҙәр.

1943—1946 йылдарҙа — Хоҙайбирҙин тулы булмаған урта мәктәп директоры (Күгәрсен районы),

1946—1961 йылдарҙа — Әбет тулы булмаған урта мәктәп директоры (Мәләүез районы),

1961—1968 йылдарҙа — Нөгөш урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы булып эшләй.

Мәләүез районы «Ҡыҙыл Урал» колхозы партком секретары булып һайлана. Оҙаҡ йылдар ауыл Советы депутаты, райондың, ауыл Советының башҡарма комитеты ағзаһы була.

IX Бөтә башҡорт съезы делегаты (1935 йыл).

Төрлө мәктәптәрҙә эшләү дәүерендә ҡараусыһыҙ ҡалған, йәки ауыр тормош шарттарында йәшәгән бик күп балаларҙы балалар йорттарына, интернаттарға урынлаштырыу хәстәрен күрә. Улар араһында шағир Ғәлим Дәүләтов (Ғәлим Дәүләди) та була.

1974 йылдың 18 декабрендә Мәләүез ҡалаһында вафат була. Мәләүез районы Ергән ауылында ерләнгән.

Ғаиләһе үҙгәртергә

Ҡатыны — Хәсәнова Мәҙинә Заһретдин ҡыҙы, уҡытыусы. Мәҙинә Заһретдин ҡыҙы 1914 йылдың 5 декабрендә Фёдоровка районы Балыҡлы ауылында тыуған, Стәрлетамаҡ балалар йортон, Стәрлетамаҡ педагогия техникумын тамамлаған. Билдәле журналист Гөлдәр Йосопованың инәйе.

Балалары: Урал Арыҫланбәков — хәрби осоусы-штурман, 1966 йылда Украинаның Львов өлкәһендә (Черляны) хәрби осош ваҡытында һәләк була, уға арнап Ғ.Дәүләтов «Егет даны» шиғырын яҙа; Марсель — инженер-нефтсе, Белоруссияла вафат була; Флора- уҡытыусы, Башҡортотстан Республикаһының мәғариф отличнигы; Флорида — табип, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, республика балалар клиник дауаханаһы бүлек мөдире.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • РСФСР-ҙың мәғарифы алдынғыһы
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
  • Бөйөк Ватан һуғышы (1941—1945) осоронда фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн (1946)
  • Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн. СССР (1949)
  • Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн (1956)
  • СССР Хәрби көстәренә 50 йыл (1967)
  • Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 20 йыллығы (1965), Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 25 йыллығы (1970)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә